Мостай Кәрим
презентация к уроку на тему
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән алып еңеүгә тиклем һуғышта була – бәйләнеш начальнигы, дивизия артиллерияһы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты яралана, һауығыу менән һуғыш гәзиттәренең хәбәрсеһе булып эшләй. Һуғыштан һуң тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә.
Мостай Кәрим 30- сы йылдар уртаһында яҙа башлай. 1938 йылда уның «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғырҙар китабы, ә 1941 йылда икенсе «Яҙғы тауыштар» китабы донъя күрә. Ул 100-ҙән артыҡ шиғри һәм проза йыйынтыҡтары, 10-дан артыҡ драматик әҫәрҙәр баҫтырған.
Билдәле әҫәрҙәре: шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Ваҡыттар», пьесалары «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн аралаш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!», повестары «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Бәләкәй таған», «Ярлыҡау», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».
Мостай Кәримдең әсәрҙәре Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең унлаған телдәренә тәржемә ителгән. Ул – билдәле юлдар авторы: Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Рус ерендә шулай үҫкәнмен.
1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн уға К.С. Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, ошо уҡ йылда «Һайланма әҫәрҙәр»ҙең беренсе томы өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР-ҙың Республика премияһы бирел ә. 1972 йылда «Йылдар артынан» китабы өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә. 1978 йылда Мостай Кәрим «Хәбәр көтәм» китабы өсөн Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара жюриҙың Почетлы дипломы менән бүләкләнә.
Мостай Кәрим 2005-се йылдың 21 сентябрендә Баш ҡортостандың бөйөк шағиры Өфө ҡалаһының Мосолмандар зыяратында ерләнгән
Долгая жизнь и короткая старость... Думалось, этого хватит вполне. …Ведать не ведю , сколько осталось – Дольше, чем нужно, не надобно мне. Мера важна. И бессмыслен избыток, Коль через край наливаешь вино: В землю уйдёт он, желанный напиток, В землю уйдёт, пропадёт всё равно...
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Проект "Мост в большой мир"
Данный проект был осуществлен в рамках реализации воспитательной системы класса "В ногу со временем", целью которого явилось создание условий для формирования социально-коммуникативных навыков младших...
Мосты Санкт-Петербурга
Данная презентация может быть использована на уроках по изучению Северо-Западного экономического района в 9 классе...
Художественный мир сказки "Бой на Калиновом мосту".
будем заниматься исследованием художественного мира фольклорной сказки "Бой на Калиновом мосту": поговорим о том, как действуют здесь законы жанра, кратко остановимся на характеристике основных персон...
Классный час: "Мосты мира"
Классный час по теме: "Мосты мира"...
Задача Эйлера о мостах Кёнигсберга
Разработана совместно с учащимися 8 класса серия уроков и экскурсия по мостам Калининграда (Кёнигсберга).В презентации показаны схемы мостов Кёнигсберга 18-20 веков, а так же приводится решение задачи...
Программа "Языковые мосты"
Данная программа разработана в школе в 2009 году для популяризации немецкого языка....
Что же случилось на Круглянском мосту? (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)
Урок литературы в 7 классе "Что же случилось на Круглянском мосту?" (по повести В.Быкова «Круглянский мост»)...