дәрес-өлгөһө Ж. Кейекбаев. Тормош юлы. "Оморҙаҡ бабай" әҫәре
план-конспект урока (7 класс) на тему

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

I. Ж.Кейекбаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;

II.  «Оморҙаҡ бабай» хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү;

III.    Халыҡ ижадына, тарихына ихтирам тәрбиәләү, яҙыу һәм телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл zh.keyekbaev.docx22.22 КБ

Предварительный просмотр:

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ К.А.ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ РЕСПУБЛИКА ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ

Ж. Кейекбаев. Тормош юлы. "Оморҙаҡ бабай" әҫәре (дәрес өлгөһө).

Башҡарҙы Ғәзизова Әҡлимә

Сәфәрғәли ҡыҙы, башҡорт

теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Өфө-2012

Тема: Жәлил Кейекбаев «Оморҙаҡ бабай» Маҡсат:

  1. Ж.Кейекбаевтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу;
  2. «Оморҙаҡ бабай» хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү;
  3. Халыҡ ижадына, тарихына ихтирам тәрбиәләү, яҙыу һәм телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.

Йыһазландырыу: Ж.Кейекбаевтың тормош юлын сағылдырған слайд, мультимедиялы проектор.

Дәрес барышы

«

  1. Ойоштороу        өлөшө.
  2. Өй        эшен тикшереү.

-һеҙгә өй эше итеп М.Ғафуриҙың «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырын ятларға ине.

(Бер-ике уҡыусынан һорап кителә).

  1. Әңгәмә.

-Уҡыусылар, һеҙ үткән дәрестә кемдең шиғыры менән таныштығыҙ?

(М.Ғафуриҙың)

-М.Ғафуриҙың яҡташы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормош юлы менән бөгөнгө дәрестә танышырбыҙ.

-Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асығыҙ, датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.

  1. Яңы тема менән танышыу.

1.Слайд буйынса биографияһы һөйләнә.

  • Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев - яҙыусы һәм тел ғалимы, профессор 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районы "Каранйылға ауылында тыуған. Сәйетбаба ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан Макар ауылында колхозсы йәштәр мәктәбендә укыу.
  • 1932 йылда Өфөлә Башкорт педагогия техникумын тамамлай.
  • 1932-1937 йылдарҙа Мәскәү Сит телдәр педагогия институтында укый һәм герман филология бүлеген уңышлы тамамлай.
  • 1936 йылда немец яҙыусыһы Фридрих Вольф Өфөгә килгәндә, ул уның тәржемәсеһе була.
  • 1942-1943 йылдарҙа Ж.Кейекбаев Ғафури районында Сәйетбаба урта мәктәбенә директор булып эшкә ҡайтарыла.

ҒЖунафиндың китабынан укып китергә 39-сы бит.

Ж.Кейекбаевтың яҙмыш һуҡмағы аҡрынлап фән һәм әҙәбиәт донъяһына борола бара. Ә былай уның күңеле һәр саҡ Урал армыттары араһында ятҡан бәләкәй генә төйәгенә тартылған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ж.Ғиниәт улы хәрби комиссариатҡа үҙен тәржемәсе сифатында фронтҡа ебәреүҙәрен һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Ләкин бала сағында уҡ сатан ҡалыуы, инвалидлығы арҡаһында уны хәрби хеҙмәткә алмайҙар. Асылда Жәлил Ғиниәт улына 1942 йылдың һалҡын, буранлы көндәренең береһендә Өфөнө ҡалдырып, тыуған яғына сәфәрләнергә тура килә. Сәбәбе: кисекмәҫтән үҙе тыуып үҫкән "Каранйылға ауылынан 1,5 километрҙа ғына ятҡан Сәйетбабалағы урта мәктәптең Бөйөк Ватан һуғышына киткән директоры М.Туҡтамышевты

алмаштырырға кәрәк. Партия шулай куша, заман шуны талап итә. Өҫтәүенә, якын таныш, ҡәҙерле мәктәп.

• 1943 йылда уны кире Өфөгә саҡыртып алалар. Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире вазифаһын йөкмәтәләр.

(Слайдтан уҡып, күрһәтеп китергә.) (Фотоһүрәттәрен дә күрһәтеп аңлатырға.)

  1. Әҫәр        өҫтөндә эшләү.

-Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән «Оморҙаҡ бабай» әҫәре менән танышырбыҙ. Был әҫәрҙе һеҙ өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ.

  1. һүҙлек        эше.

Типһән- равнина- тигеҙлек, тау йылға буйындағы әҙ генә ҡалҡыуыраҡ тигеҙ урын.

Күтер - трясина - өҫтө ҡалын үлән менән ҡапланған, аҫты һыу булғанлыҡтан һиңкелдәп ятҡан батҡыл урын.

һәүәҫ - пристрастный- нимәгәлер күңел һалыусан, ихлас, әүәҫ.

Әрәмә - урема -ғәҙәттә, туғайҙа, дымлы, уйпат ерҙә үҫкән ваҡ ҡыуаҡлыҡ.

Күрән - осока- дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән.

  1. һорауҙар        ярҙамында уҡыусыларҙың әҫәрҙе үҙләштереүҙәрен белеү.

-Ваҡиға ниндәй ауылда бара?

-Ташбатҡан ауылының исеме, тарихы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

(Әҫәрҙән табып уҡырға)

-Төп герой был әҫәрҙә кем? Ни әсен?

-Оморҙаҡ бабайҙың ғаиләһе тураһында әҫәрҙә нимә һөйләнә?

-Оморҙаҡ бабайға характеристика бирегеҙ.

-Оморҙаҡ бабайҙың ейәне Хөрмәт тураһында нимә әйтерһегеҙ? Ул ниндәй малай булып күҙ алдығыҙға килде?

-Малай кем менән һунарға бара?

-Ул нимә менән олатаһын аптыратмаҡсы була?

*

-Олатаһынан Хөрмәт ниндәй һорауҙарға яуап алмаҡсы була?

1һорау: Олатай, һинең аждаһа күргәнең бармы?

2 һорау: Олатай, ен бар, тип һөйләйҙәр, һинең ен күргәнең бармы?

-Олатай үҙенең бала сағынан ниндәй ваҡиғаны һөйләй?

-Ниндәй мәҡәл, әйтем ҡуллана автор әҫәрҙең ошо бүлегендә?

-Малай олатаһын тағы ниндәй һорауҙарға күмә?

(һинең ен күргәнең бармы?)

-Олатай нимә тип яуап бирә?

- Ниндәй ваҡиға һөйләй олатай?

-Әҫәр ни әсен Оморҙаҡ бабай тип атала?

VI. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән кемдең ижады менән таныштыҡ? (Ж.Кейекбаевтың) -Кем ул Ж.Кейекбаев?

-Әҫәр һеҙгә нимәһе менән әһәмиәтле булды? -Автор әҫәрен ниндәй стилдә яҙған? (Йәнле һөйләү стилендә)

-Яҙыусы Оморҙаҡ бабай характерында кемде һәм нимәне һүрәтләргә тырышҡан?

  1. Баһалау.
  2. Өй эше биреү.

Ж.Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар" әҫәрен уҡырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сочинение. Описание Бабы - Яги. (с использованием музыкальной композиции А. Лядова "Баба - Яга"

Обучение сочинению-описанию по методике Г. Б. Вершининой с использованием музыкальной композиции и мультимедийного урока к теме. ...

Ноғман Мусиндың тормош юлы ижады

Урок по башкирскому государственному языку для учащихся 9 кл....

Жэлил Кейекбаев "Тугандар хэм таныштар".

Урок башкирской литературы в 7 классе по теме "Ж.Кейекбаев. "Тугандар хэм таныштар"....

Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”

Әсхәл Әхмәт-Хужа "Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай"...

Йыйынтыҡта публикация.Ж.Кейекбаев "Урал тураһында ҡобайыр". Баһауетдинова А.Р.

quot;Современный урок-2017" йыйынтығында дәрес эшкәртмәһе...

Конспект урока по башкирскому языку на тему Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”

Тема:     Әсхәл Әхмәт-Хужа.  “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”.Маҡсат.шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;балаларҙа ...