Ж.Кейекбаев "Терпе менән йылан"
план-конспект урока на тему

Разетдинова Зифа Фаниловна

Конспект урока

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok.docx466.51 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ж.Кейекбаев “Терпе менән йылан”.

Ойоштороу

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Ултырығыҙ. Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт әҙәбиәте дәресен башлайбыҙ. Һүҙҙе дежур уҡыусыға бирәбеҙ.

Артикуляцион күнегеү.

Уҡытыусы: Үтелгәнде ҡабатлар алдынан артикуляцион күнегеү эшләп китәйек.

Ҙа-ҙа – ҡыҙҙар ҡайҙа

Ҫа-ҫа – матур баҫа

Ҡа-ҡа – өләсәйгә ҡунаҡҡа

Ға-ға – ҡышҡы урманға

Һа-һа – һандуғастар һайраһа

Үтелгәнде ҡабатлау

Уҡытыусы: Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән халыҡ ижады менән танышҡан инек. Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек әле. Ни өсөн ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе халыҡ ижады әҫәрҙәре тип йөрөтәләр? Халыҡ ижадына ҡараған жанрҙарҙы һанап китегеҙ.  

Өйгә эште тикшереү

Уҡытыусы: Балалар, өйгә эшкә нимә бирелгән ине? (Яуаптар). Эйе, һеҙгә берәр йомаҡ, мәҡәл, әйтем яҙып килергә ҡушылған ине. Әйҙәгеҙ тикшереп китәйек.

Дәрестең темаһы һәм маҡсаты

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ дәрестә урманда йәшәүсе терпе һәм йылан тураһында әкиәт уҡырбыҙ. Уның авторы –  Жәлил Кейекбаевтың “Терпе менән йылан” исемле әкиәте менән танышып китәрбеҙ. Дәфтәрҙәргә датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Дәресебеҙҙең маҡсаты итеп әкиәттең йөкмәткеһе менән танышыуҙы, һорауҙарға тулы яуап биреүҙе ҡуябыҙ.

Яңы тема әҫтөндә эш

Уҡытыусы: Уҡыусылар яңы тема үтәр алдынан беҙ тәбиғәт хаҡында һөйләшеп китәрбеҙ.

  • Тәбиғәткә нимәләр инә?
  • Урманда нимәләр үҫә?
  • Урманда нимәләр йәшәй?
  • Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлар өсөн беҙ нимәләр эшләргә һәм нимәләр эшләмәҫкә тейешбеҙ?

Бөгөн беҙ дәрестә урманда йәшәүсе терпе һәм йылан тураһында әкиәт уҡырбыҙ. Уның авторы –  Жәлил Кейекбаев. Әкиәттең исеме “Терпе менән йылан”. Дәфтәрҙәргә датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Дәресебеҙҙең маҡсаты итеп әкиәттең йөкмәткеһе менән танышыуҙы, һорауҙарға тулы яуап биреүҙе ҡуябыҙ.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев башҡорт ғалимы, тел белгесе, яҙыусы. Ул 1911 йылда Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған. Ул  Өфәләге педагогия институтында, Башҡорт дәүләт университетында эшләгән. Уның тел ғилеме буйынса ғилми эштәре бик күп. Шулай уҡ Ж.Кейекбаев мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслектәр ҙә төҙөгән.

        Кейекбаев яҙыусы булараҡ та киң билдәле. Уның башҡорт халҡының революцияға тиклемге тормошо тураһында  “Туғандар һәм таныштар” романы, хикәйәләр авторы. Шулай уҡ һеҙ уҡыһын өсөн әкиәттәр ҙә яҙған.

        Бөгөн дәрестә беҙ Жәлил Кейекбаев менән тел белгесе булараҡ түгел, ә яҙыусы булараҡ танышысаҡбыҙ.

        Әкиәттәр – халыҡ ижадының төп жанрҙарының береһе. Уларҙың барлыҡҡа килеүе кешелек дәүеренең иң боронғо осорҙарына ҡайтып ҡала. Әкиәттең төп һыҙаты – фантастик уйҙырмаҡа ҡоролоу һәм тормошта булмағанды һөйләү. Йәкмәткеһенән сығып, башҡорт халыҡ әкиәттәрен бер нисә төркөмгә бүлеп йөрәтәләр: хайуандар тураһындағы әкиәттәр, тылсымлы әкиәттәр, батырҙар тураһындағы әкиәттәр, тормош көнкүреш әкиәттәре.

        Дәреслек менән эш

Уҡытыусы: Әкиәттең йөкмәткеһе менән танышыр алдынан һүҙлек эше эшләп алайыҡ.

лапы – урманда ауған ағастар өйөмө

ҡыҙыныу – тәнде эҫегә ҡыҙҙырыу

ҡарғыш – яман теләк менән әйтелгән һүҙ

ғәйрәтләнеп – дәрт, ҡеүәт менән тоҡаныу

  • Был һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуяйыҡ.
  • Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөйөк.

HPIM5377

Ял минуты

Беҙ, ҡарҙар, осабыҙ,

Ян-яҡҡа китәбеҙ.

Төшәбеҙ тигәндә

Ел менән осабыҙ.

Хәҙер мин һеҙгә әкиәтте тасуири уҡып ишеттерәм. Ә һеҙ дәреслектән ҡарап барығыҙ. (Тексты уҡып ишеттереү)

Текст өҫтөндә эш

  • Авторҙың йыланды тасурлаған ерен уҡып ишеттерегеҙ.
  • Терпенең йыланды күргәс беренсе тәьҫораттары
  • Йыландың үҙе тураһында маҡтаныуы.
  • Алышта кем еңеп сыҡҡан? Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?
  • Был ваҡиға аша автор ни әйтергә теләгән?

Дәресте йомғаҡлау.

Уҡытыусы: Дәресебеҙҙе тамамлап бер нисә һорауға яуап бирәйек.

  • Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?
  • Әкиәтте йөкмәткеһенә ҡарап ниндәй төрҙәргә бүләләр?
  • Беҙ уҡыған әкиәттең төрөн билдәләп китәйек.
  • “Терпе менән йылан” әкиәтенең авторы кем?
  • Жәлил Кейекбаев ниндәй районда тыуған?
  • Әкиәт һеҙгә оҡшанымы?
  • Әкиәттең йөкмәткеһе беҙҙе нимәгә өйрәтә?

HPIM5376

Өйгә эш

Уҡытыусы:  Киләһе дәрескә был әкиәттең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнеп килерһегеҙ.