Эссе «Минең методик табыштарым»
план-конспект

Уҡытыусы… Мөләйем йөҙлө, сабыр ҡарашлы, талапсан һәм, шул уҡ ваҡытта, кеселекле лә кеше. Бына ул дәрескә керҙе. Юҡ, бүлмәгә уҡытыусы ғына  түгел, унда … ҡояш керҙе. Уҡытыусы – ҡояш. Бына ул уҡыусыларына яғымлы ҡараш ташланы. Балалар ”апа ни әйтер икән?» тип уҡытыусыға төбәлде. Ә уҡытыусы, ғәҙәттәгесә йомшаҡ, тигеҙ тауыш менән мөғжизәле белем донъяһына алып китте, үҙенең һәр дәресе, һәр һүҙе менән балаларҙа игелек, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар тәрбиәләй башланы.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse.doc54.5 КБ

Предварительный просмотр:

Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы

Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Эссе

«Минең методик табыштарым»

                                                                                     Күҙбаева Наилә Нәҙир  ҡыҙы,

                                                                                башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы

                                                             Уҡтан үткер, уттан ҡайнар һүҙ табамын,

                                                             Ҡояш булып, күңелдәргә юл һаламын.

                                                             Ышаныс менән эйәртәмен үҙ артымдан,

                                                             Тоҡандырам ижад утын хис – ялҡындан.

Уҡытыусы… Мөләйем йөҙлө, сабыр ҡарашлы, талапсан һәм, шул уҡ ваҡытта, кеселекле лә кеше. Бына ул дәрескә керҙе. Юҡ, бүлмәгә уҡытыусы ғына  түгел, унда … ҡояш керҙе. Уҡытыусы – ҡояш. Бына ул уҡыусыларына яғымлы ҡараш ташланы. Балалар ”апа ни әйтер икән?» тип уҡытыусыға төбәлде. Ә уҡытыусы, ғәҙәттәгесә йомшаҡ, тигеҙ тауыш менән мөғжизәле белем донъяһына алып китте, үҙенең һәр дәресе, һәр һүҙе менән балаларҙа игелек, шәфҡәтлелек кеүек матур сифаттар тәрбиәләй башланы.

Эйе, уҡытыусы - белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе.  Ғилем – күңел күҙен асыр, наҙанлыҡ ҡараңғылығынан сығарыр, донъя көтөр юлдарын өйрәтер оло көс. Ошо көскә эйә булырға ярҙам итеүселәр -  беҙ – уҡытыусылар. Дәрестәрҙә уҡыусылар күңеленә, аңына халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған аҡылын, фәлсәфәһен, ҡанундарын һеңдереүселәр. Ошондай, беренсе ҡарашҡа, шаҡтай ҡатмарлы булған маҡсатты тормошҡа ашыра алған уҡытыусы ғына уҡыусылар күңелендә урын ала ала.

Мин көн һайын ошоларҙы уйлап, ашҡынып мәктәпкә барам. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар. Һәр күҙҙә – үҙенсәлекле донъя сағылышы. Мин ошо донъяларҙы саҡ ҡына асырға,  уларға үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Ә уны нисек үҫтереп була һуң? Ниндәй юлдар, ниндәй алымдар менән? Минең ынтылышым – һәр уҡыусыға ижади мөмкинлектәрен табырға ярҙам итеү, үҙенең көсөнә ышандырыу. Балаға уның барлыҡ эштәрҙе булдыра алырҙай шәхес икәнен күрһәтеү – минең маҡсатым һәм педагогик фәлсәфәм. Бала үҙ белеменең тәүге емештәрен – һөҙөмтәһен күреп ҡыуанһын. Белем алыу – бала өсөн бик ауыр хеҙмәт. Ана шул хеҙмәтенең бәләкәй генә уңыштарын, үҙенсә асыштарын күрә белергә, тәғәйен баһа бирә барырға, йәғни баланың күңелен үҫтерергә, дәртен һүндермәҫкә кәрәк.

 Минең фекеремсә,  башҡорт әҙәбиәте дәрестәренең төп бурысы – уҡыусыла эске матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхиткә, донъялағы төрлө ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирергә, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү. Ә был маҡсаттарға нисек ирешергә һуң? Был һорауға һәр уҡытыусы үҙенсә яуап бирәлер. Мин был һорауҙы үҙ-үҙемә һәр иртә һайын бирәм. Яуапты ла көн һайын эҙләргә тура килә. Ҡайһы ваҡыт – фәнни һәм методик әҙәбиәттә, ә ҡай саҡ – уҡыусыларҙың күҙҙәрендә...

Әҙәбиәт дәресендә әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙе мин бейек ҡаяға менеү менән тиңләр инем. Бына беҙ уның ҡаршыһында торабыҙ, беҙҙең алда – үтеп сыға алмаҫтай кәртә. Беҙ барыбыҙ ҙа аҫта, нисек менергә белмәйенсә баш ватабыҙ, фекер алышабыҙ. Ошо ваҡытта ижад башлана ла инде. Һәр бала тәбиғәте менән эҙләнеүсе бит ул. Ошо ынтылышты һүндермәҫкә, уға ярҙам итеп торорға ғына кәрәк.. Уҡыусыны етәкләп эйәртеп алып менергә һәм ирекле ҡош итеп осорорға ла мөмкин. Һәр ике осраҡта ла һөҙөмтә төрлөсә буласаҡ бит. Иркенлек ул – насар түгел, иркенлек ул – хөрлөк.

Мин уҡыусыларым өсөн – кәңәшсе, ярҙамсы. Мин уларға ҡаяға менеү юлдарын күрһәтмәйем, мин уларға йүнәлеш кенә бирәм. Ә уңышҡа ирешеү, иң беренсе сиратта, маҡсат ҡуйыуҙан башлана.  Уҡыусылар үҙ юлдары өсөн маҡсатты үҙҙәре билдәләргә тейеш. Ошо ваҡытта ижадилыҡҡа бер аҙым яһала, сөнки һин алдыңа маҡсатты ҡуйғанһың икән, уға ирешеү юлдарын да эҙләп табыу, һайлау инде һинең үҙеңдән тора.

Дәрестәрҙә уҡыусылар ҙа ошо ҡаяға менеү юлдарын эҙләй башлайҙар. Ниндәй юл менән барырға? Ҡайһы юл менән барһаң, яҡшы булыр? Бындай осраҡта уҡыусылар үҙҙәрен яуаплы тоялар. Улар уйланалар, фекерҙәрен иптәштәренә әйтәләр, бәхәсләшәләр, уйҙарын дәлилләйҙәр. Бында уйҙар ҙа, хистәр ҙә, фекерләү ҙә – барыһы ла бар. Тауға менгәндә лә бит еңел түгел: йығылаһың, һыҙланаһың, ауырттыраһың, тырышып-тырмашып менергә ынтылаһың.

Дөрөҫ, әҙерлекһеҙ уҡыусы өсөн бындай эш шаҡтай ауыр булырға мөмкин. Ләкин бер менеү юлдарын эҙләп  тапҡан уҡыусыға һуңынан ҡаршылыҡты үтеүе еңел буласаҡ. Ул үҙенең ауырлыҡты еңеп сыға ала алыуына, үҙенең һәләтле булыуына, үҙенең көсөнә ышана. Минем маҡсатым да шул: уҡыусыла ижади мөмкинлектәрҙе асыу, үҙенең һәләтле булыуына баланы ышандырыу.

         Билдәле педагог Л.В.Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - ти. Белемгә, яңылыҡҡа ынтылыш булғанда ғына бала күңелендә осҡон ҡабына. Уҡытыусы тарафынан дөрөҫ ойошторолған дәрес – ошо осҡондо тоҡандырыусы ут сатҡыһы. Тап шул сатҡыларҙың һүлпән тоҡаныуы арҡаһында күп дәрестәр сифатһыҙ һәм һөҙөмтәһеҙ үтә. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә, ижадҡа өйрәтеү, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү – минең педагогик хеҙмәтемдең мөһим бурыстары.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Бына минең уҡыусыларым таҡта алдында баҫып торалар. Уларҙың был әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәре бар. Улар был уйҙарға үҙҙәре барып еткән, улар күңелдә булғандарын әйтергә ынтыла. Әҫәрҙең “ишеген» асып, яҙыусы сағылдырған донъяға инеп, ундағы хәл-ваҡиғалар уртаһында ҡалып, шул тормоштағы кешеләр менән айҡашып, уларҙың һәр береһенең күҙенә тура ҡарап, ҡылыҡ - фиғелдәренә, үҙ - үҙен тотошона, уй - тойғоларына, үҙ - ара мөнәсәбәттәренә бөтә күңелдәре менән һоҡланып, мәкер, зәхмәт сәсеүселәргә нәфрәтләнеп, тормошто йәмләүселәргә ҡарап һоҡланып, уларҙан көс, фәһем алып, донъя бутаусыларҙан ғибрәт алып, баҫып торалар. Улар үҙ аллы белем үҙләштерҙе, ауырлыҡтарҙы, ҡыйынлыҡтарҙы  еңеп, фекерҙәштәр тапты.   Улар инде ҡая башында тиерлек... Бер генә аҙым ҡалған, бер генә аҙым. Был аҙым – ижади баһа, уҡыусылар, ғәҙәттә, был осраҡта синквейн яҙырға яраталар. Рифмаһы булмаһа ла, бындай шиғыр яҙыу – ҙур сәнғәт. Рифма, ритм артынан ҡыуып мәшәҡәтләнәһе булмағас, был юлдар ихласыраҡ сыға, күңелгә нығыраҡ тәьҫир итә.

Дуҫлыҡ.

Ысын, тоғро.

Илһамландыра, шатландыра, әйҙәй.

Дуҫлыҡ яуҙа һынала.

Тормош йәме.

Ошондай уй – фекерҙәр, йомғаҡлауҙар  ихлас күңелдән аҡ ҡағыҙ битенә төшә. Синквейн яҙа алған уҡыусы, ысындан да, тау башында. Ул – бәхетле, ул бөгөн тағы бер юғарылыҡты алды!

...Ҡырҡ биш минут... Күпме был, әҙме?..Тормоштағы ҡаяға менер өсөн бик аҙ,әлбиттә. Ә бына уҡыусыларҙы  ижади бейеклектәргә алып менеү өсөн – етә. Шуның өсөн мин көн һайын әҙәбиәт дәресенә керәм һәм уҡыусыларымдың күҙҙәрендә яңы тауҙарҙы яуларлыҡ ынтылыш күрәм. Белем алыуға ынтылыш уҡыусыларыбыҙҙың даими йәшәү мәғәнәһенә әйләнһен ине. Белем кимәлеңде туҡтауһыҙ күтәреү -  бөгөнгө  тормош талабы. Бала ана шуны төшөнөргә тейеш. Бары тик шул саҡта ғына ул белекле була ала. Ә белекле булыу, йәғни булған белемеңде тормошта ҡуллана алыу, шәхестең иң мөһим сифаттарының береһе.

Йәш быуынға тейешле белем биреү, уларҙы үҫтереү, лайыҡлы йәшәтеү – беҙгә, уҡытыусыларға, аманаттай тапшырылған изге бурыс, шуға хыянат итмәйек. Зиһенебеҙҙә булған белемде, күңелебеҙҙәге тәүфиҡ һәм иманды килер быуындарға тейешенсә өйрәтәйек. Шул саҡта ғына Салауат, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич кеүек ҡыйыу, илен, халҡын һаҡлай алырлыҡ, киләсәгебеҙҙе ышанып тапшырырлыҡ егеттәр - ҡыҙҙар үҫер. Уҡытыусының бала күңеленә сәскән белем орлоҡтары шытып, үҫеп, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып өлгөрөр. Был – ябай уҡытыусының хеҙмәт емеше булыр.

Мин тағы ла ошоларҙы уйлап, ашҡынып мәктәпкә барам. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар. Һәр күҙҙә – үҙенсәлекле донъя сағылышы. Мин ошо донъяларҙы саҡ ҡына асырға,  уларға үҫергә, яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итергә тейеш. Нисек итеп? Мин тағы уйланам, эҙләнәм...


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе. Минем методик табышларым.

Мамадыш муниципаль районы татар теле һәм әдәбияты укытучыларының "Мастер класс" бәйгесендә катнашып, жюри әгъзалары тарафыннан "Иң яхшы" дип табылган эссе....

ЭССЕ. Минем методик табышларым

ЭССЕ. Минем методик табышларым...

Эссе .Минем методик табышларым.

Бу эсседә үземнең эш тәҗрибәләрем белән уртаклаштым.Укучыларымның хезмәт җимешләре булуларын күрсәтергә тырыштым...

Эссе "Минең методик табыштарым"

Эссе "Минең методик табыштарым"...

Эссе" Минем методик табышларым"

Эссе "Минем методик табышларым"....

Эссе. Минем методик табышларым

Эссе. Минем методик табышларым...

ЭССЕ: "Минем методик табышларым"

Эссе: "Минем методик табышларым"....