“Заманса туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ҡулланыу” проект эше.
проект

Илюза Рамиловна Шукубаева

Бөгөн уҡыусы яңы теманы үҙе эҙләүсе, тикшеренеүсе сифатында үҙләштерергә тейеш. Уҡытыусы был осраҡта уҡыусыларҙың актив фекерләү эшмәкәрлеген, аҡылын, зиһенен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәй. Хәҙерге шарттарҙа, мәғлүмәттең күләме ҡырҡа һәм тиҙ үҫкән бер ваҡытта, кәрәген һайлап ала белергә, тәртипкә килтерергә, бәләкәй генә асыш яһап, ҡыуана белергә өйрәтеү, юл күрһәтеү – ауыр эш.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon proekt_eshe_abzak_urta_mktbe.doc84 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының мәғарифте үҫтереү институты


Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр кафедраһы

Проект эше

“Заманса туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә мәғлүмәти-коммуникатив

технологиялар ҡулланыу

                                                                Үтәне: Белорет  районы  Абҙаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы

Етәксеһе: филология фәндәре кандидаты

 Аҡъюлова Роза Рәжәп ҡыҙы

Абҙаҡ,2021й.

Йөкмәткеһе:

Ι. Проект эшенең паспорты

ΙΙ.Инеш өлөш

ΙΙΙ.Төп өлөш

  1. Теоретик өлөш
  2. Практик өлөш

ΙV.Йомғаҡлау

V.Ҡулланылған әҙәбиәт

        

Проект эшенең паспорты.

Проект эшенең исеме: “Заманса туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә  

                                        мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ҡулланыу”

Проект эшенең авторы: Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы

Проект төркөмөнөң составы: Абҙаҡ урта мәктәбе уҡыусылары

Етәксеһе: Аҡъюлова Роза Рәжәп ҡыҙы

Проект эшенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: Бөгөн уҡыусы яңы теманы үҙе эҙләүсе, тикшеренеүсе сифатында үҙләштерергә тейеш. Уҡытыусы был осраҡта уҡыусыларҙың актив фекерләү эшмәкәрлеген, аҡылын, зиһенен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәй. Хәҙерге шарттарҙа, мәғлүмәттең күләме ҡырҡа һәм тиҙ үҫкән бер ваҡытта, кәрәген һайлап ала белергә, тәртипкә килтерергә, бәләкәй генә асыш яһап, ҡыуана белергә өйрәтеү, юл күрһәтеү – ауыр эш. Уҡыусы теманы уйлап, фекерләп аңлай икән, уның белеме төплөрәк була. Бер кемгә лә яңылыҡ түгел : мәктәптәге традицион, бер төрлө үткәрелгән дәрестәр араһында ғәҙәти булмаған дәрестәр үткәреү уҡыусыларҙың хәтерендә нығыраҡ ҡала, ялҡытҡыс эш төрҙәрен һәр дәрестә ҡат-ҡат башҡарыуға ҡарағанда ҡыҙыҡлы асыштар булғаны уҡыусыларҙың күңеленә нығыраҡ тәҫьир итә, аң даирәһен киңәйтә, ижади эҙләнеүгә теләк тыуҙыра. Шуға күрә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ниндәй яңы технологияларҙы ҡулланыу отошло булыуын асыҡлау маҡсатында был проект эшен башланыҡ һәм түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

  • проект темаһын асыҡлау;
  • эшләнәсәк проекттың йөкмәткеһе;
  • был тема буйынса ниндәй мәғлүмәттәр бар;
  • эште башҡарыу этаптарын асыҡлау.

Проект эшебеҙҙең һөҙөмтәһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар (бигерәк тә компьютер технологияһы) ҡулланыу дәресте мауыҡтырғыс итеүен, белем сифатын күтәреүен иҫбатлау.

ΙΙ. Инеш өлөш.

     Бөгөнгө көндә илебеҙҙең күп халыҡтары алдында милли мәҙәниәттең мөһим бер элементы булған бер туған телде һаҡлау, уны кире ҡайтарыу, аяҡҡа баҫтырыу һәм һаҡлау, унан файҙалана белеү мәсьәләһе иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып килеп баҫа. Был мәсьәләне ниндәй юлдар менән хәл итеп була һуң? Күбебеҙҙе ошо һорау борсой. Ә хәҙерге заман талаптары бөгөн башҡорт телен уҡытыу процессында ҙур үҙгәрештәр һорай. Беренсенән, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу бурысы булһа, икенсенән, урыҫ телле балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы бөтөрмәү, киреһенсә, был ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү бурысы. Был уҡытыусынан ҙур һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм юғары технологияларҙан, мәғлүмәти сараларҙан тәрән белемле булыуҙы талап итә.

    “Кешене информацион донъяла йәшәргә өйрәтеү – хәҙерге заман мәктәбе алдына ҡуйылған иң мөһим мәсьәләләренең береһе” ти академик А.П. Семенова. Шуға күрә лә, был мәсьәлә бөгөнгө көнгә үҙенең актуаллеген юғалтмай. Сөнки, нисек кенә булмаһын тормош бер урында тормай. Йылдан-йыл ниндәйҙер яңы технологиялар, яңы ҡорамалдар барлыҡҡа килеп тора. Уҡытыусының бурысы, һәр бер яңылыҡты ҡабул итеп, тиҙ арала уны үҙләштереп, балаларға еткереү, заман менән бергә атлау. Әлбиттә,  заман мәктәбенең тормошон информацион технологияларҙан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Уҡыусыларҙа өйрәнеү процессына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн стандарт методтар менән генә сикләнергә ярамай. Уҡыу-уҡытыу процессын информатизациялау мәғариф өлкәһендә бик ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра, сөнки уны белем биреүҙә бик һөҙөмтәле итеп ҡулланып була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә лә компьютер технологияларын маҡсатка тура килтереп, урынлы итеп ҡулланырға мөмкин.

Бының өсөн тәүге сиратта уҡытыусы үҙ белемен камиллаштырырға, эҙләнергә тейеш.

Төп өлөш.

    Дәрестәрҙә компютерҙы, интернет селтәрен теманы аңлатҡанда, нығытҡанда, тикшергәндә, ғөмүмән, һәр бер урынына тейешле итеп ҡулланырға мөмкин. Хәҙерге заманда бөтә уҡытыусылар ҙа компьютер мөмкинлектәрен яҡшы беләләр һәм дәрестәрҙә, үҙҙәренең эшендә бик әүҙем ҡулланалар. Сөнки үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе ошо “заман ҡоралы”нан тыш күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгән, әле күп нәмәне аңлап етмәгән балаларҙың да ҡулдарында телефондар, гаджеттар. Әлбиттә компьютерҙы, телефондарҙы, айфондарҙы һ.б. китап кеүек файҙаға ғына ҡулланырға була, шул уҡ ваҡытта уларҙың зыян килтереүе лә ихтимал. Күп уҡыусылар, өйҙә күп ваҡыттарын экран алдына үткәрәләр. Күбеһенсә уйынға, йә булмаһа төрлө чаттарҙа аралашыуға ваҡыттарын сарыф итәләр. Сөнки күптәре техник сараларҙы дөрөҫ ҡуллана белмәйҙәр. Шуға күрә лә уҡытыусының төп бурысы – уҡыусыларға компьютер программаларын күңел асыу  түгел, ә белем алыу маҡсатында ҡулланырға өйрәтеү.

Күп кенә программалар уҡытыусылар тарафынан “тапалып”, хәҙер инде ғәҙәти әйбергә әүерелеп бөттө. Уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәр араһында туған тел дәрестәренең абруйын күтәреү өсөн, дәрестәрҙә яңынан – яңы алымдар, программалар ҡулланыу зарур. Бының өсөн уҡытыусының үҙенә күп эҙләнеү, өйрәнеү эштәрен алып барырға кәрәк. Был проект эшемдә, үҙебеҙҙең мәктәптә ҡулланған эш алымдары тураһында яҙып китмәксемен.

  1. LearningApp.org программаһы – интерактив модуль (ҡушымта, күнегеүҙәр), уҡыу процесына терәк булып тороусы ҡушымта. Онлайн-сервис төрлө модулдәр барлыҡҡа килтерергә, уны һаҡларға һәм ҡулланырға, ирекле алмашырға ярҙам итә. 34 төрлө күнегеүҙәр макеты эшләп була, 20 телдә актив эшләп килә. Күнегеүҙәрҙе башҡалар ҙа ҡуллана ала. Уҡыусыларҙы ла был сайтҡа теркәү, коллегалар һәм уҡыусылар менән ситтән тороп аралашыу мөмкинселеге бар. Кластан тыш сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин. Күнегеүҙәре сағыу, ҡыҙыҡлы, күп төрлө. Күнегеүҙәрҙе төҙөү бик еңел һәм аңлайышлы. Уҡыусылар үҙҙәре лә төҙөй ала.Тексты башҡорт телендә йыйып була.
  2. Google Формалар – ябай һәм һөҙөмтәле ысул,  һәр ваҡыт ҡул аҫтында булыуы менән яҡшы. Бында инде,мәҫәлән: анкета төҙөргә; дистанцион рәүештә өйгә эште тикшерергә; онлайн-тест йәки интернет-олимпиадалар үткәрергә мөмкин. Google сервиста төрлө категориялы һорауҙар төҙөргә була: яуап варианттарын һайлау йәки бер нисә яуап менән, ҡыҫҡаса йәки оҙон яуап яҙыу мөмкинлеге һ.б. Тестарҙың һөҙөмтәләре шунда уҡ әҙер була.  Был форманы өйгә эш итеп тә, дәрес ваҡытында ла, индивидуаль йәки коллектив рәүештә лә ҡулланыу мөмкинлеге бар.

         Google Meet ҡушымтаһы ярҙамында дистанцион дәрестәр үткәреү уңайлы.

Google карта ярҙамында яҙыусыларҙың биографиялары менән танышҡан ваҡытта экскурсия ойошторорға мөмкин. Уҡыусылар шунда уҡ яҙыусы тыуған райондың ҡайҙа урынлашыуы, күпме майҙанды биләп тороуын һ.б тураһында белешмә алалар. Бындай алым яҙыусыларҙың биографияһын яҡшыраҡ иҫтә ҡалдырыуға ярҙам итә.

Шулай уҡ, Google Формаларҙа төрлө презентациялар, документтар төҙөргә, фотолар һаҡларға була. Йәғни, ҡулланыу даирәһе киң.

  1. Виртуаль музейҙар, галереялар. Картиналар буйынса инша яҙғанда, виртуаль музейҙарға онлайн рәүештә инеп, билдәле рәссамдарҙың картиналарын ҡарарға мөмкин. Бындай алым, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен, телмәрҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һынлы сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уята.
  2. Бәләкәй кластарҙа, ябай физкультминуткалаҙан башлап, төрлө релаксация өсөн тәғәйенләнгән видеоәсбаптар бик отошло. Сөнки хәҙер балалар төрлө стресстарға йыш бирелеүсән. Шуға күрә лә, ошондай релакс-минуттар көсөргәнешлекте сисә.

Практик өлөш.

Тема: Әхмәт Лотфуллиндың  “Өс ҡатын” картинаһы буйынса иншаға әҙерлек.

Маҡсат:Рәссам Ә.Лотфуллиндың ижады менән таныштырыу;

 Әхмәт Лотфуллиндың  «Өс ҡатын» картинаһының йөкмәткеһен  үҙләштереү;                      уҡыусыларға тыуған яҡҡа, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр: 1) үҙ аллы эшләй белеү оҫталығын арттырыу;

2) һығымталар, йомғаҡлауҙар, анализ яһарға өйрәнеү;

3) бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: Ә.Лотфуллиндың портреты, картиналары,  мультимедия экраны,дәреслек.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле

Мультимедия таҡтаһында Әхмәт Лотфуллиндың портреты.

- Һаумыһығыҙ. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән кем тураһында һөйләшәбеҙ икән?

Эйе, дөрөҫ. Ауылыбыҙҙың, ғөмүмән Башҡортостандың ғорурлығы, билдәле шәхес Әхмәт Лотфуллин тураһында һөйләшербеҙ.

 Таҡтала шиғыр юлдары күрһәтелә.

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,

Изгелеге – үлсәү тапҡыһыҙ?

Ул - әлбиттә, йәшәү сығанағы,

Тормош ҡото - әсә, ҡатын –ҡыҙ!

                                                                                            Гөлфиә Юнысова

II. Инеш һүҙ.

  Уҡытыусы һүҙе: Ҡайһы һүрәттәре рәссамдың ошо шиғыр юлдарына тап килә? Бөгөнгө дәрестә беҙ Әхмәт Лотфуллиндың  тормош юлына, ижадына байҡау яһарбыҙ, рәссамдың «Өс ҡатын» картинаһын өйрәнербеҙ һәм инша яҙырға әҙерләнәбеҙ.  

Тыуған халҡы, иле, уның киләсәге  өсөн янып- көйөп йәшәгән көслө рухлы кешеләр араһында Башҡортостандың халыҡ  рәссамы  айырым бер урын  биләй.

Һеҙгә өйҙә, Ә.Лотфуллин тураһында белгәндәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп, ғөмүмән нимә ул рәсем сәнғәте, уның төрҙәре тураһында мәғлүмәт ҡарап әҙерләнеп килергә ҡушылғайны. Тәүҙә әйҙәгеҙ, һеҙҙең рәсем сәнғәте тураһында белемегеҙҙе тикшереп китәйек әле. Бының өсөн телефондарҙы алып Learningapps.org  интерактив күнекмәһендә кроссворд эшләп алайыҡ. https://learningapps.org/17021006

(Уҡыусылар эште башҡаралар)

Шулай итеп, Әхмәт Лотфуллин ниндәй сәнғәт өлкәһендә эшләгән?

Ә хәҙер иптәштәрегеҙ уның тураһында әҙерләп алып килгән мәғлүмәтте тыңлап, уның тураһында әҙерәк белемебеҙҙе яңыртып алайыҡ.

(Ике уҡыусы һөйләй)

1се уҡыусы.Әбйәлил районының Ҡырҡты тауы итәгендәге бер ауылда Фәтҡулла исемле мулла менән Нәфисә исемле ҡатын йәшәгән. Фәтҡулла мулла заманының уҡымышлы кешеһе булған. Уларҙың бер- береһенән матур ике ҡыҙы, биш малайы тыуған. Әсәләре балаларын, иркәләтеп: «Йәйғорҙарым минең!”- тиеп һөйә икән. Ете балаһын йәйғорҙың ете төҫөнә тиңләгәндер инде Нәфисә инәй. Әхмәт әсәһенә оҡшап сабыр холоҡло, шиғри йәнле булып үҫкән. Бер саҡ атаһы уның тыуған көнөнә ҡәләм, дәфтәр бүләк итә. Иртә таңда малай дәфтәренә һүрәт төшөрә башлай.

Күктәге тылсымлы йәйғор Әхмәтте офоҡтар артына әйҙәй. Һүрәттәрен алып, ауыл  малайы ҙур ҡалаға юллана. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Уның йәш йылдары Асҡар һәм  Абҙаҡ ауылдарында үтә.

2се уҡыусы. Һуғыш башланғас, йәш егет Магнитогорск ҡалаһына йәйәү бара, унда училищеға инеп токарь һөнәрен   үҙләштерә башлай. Һуғыштан һуң ул Ленинград ҡалаһында архитектура һәм һынлы сәнғәт, Өфөлә театр һәм һынлы сәнғәт училищеларын тамамлай, Литва республикаһындағы дәүләт һынлы сәнғәт институтында уҡый.Ленинград художество- һөнәрселек училищеһында, Өфө сәнғәт училищеһында белем ала, һуңынан Литва ССР- ының Дәүләт художество институтында уҡый. Талантлы рәссамдың үҙенең дә һүрәттәре донъяның төрлө музейҙарынан урын ала.

 Ә хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе ысын рәссам ролендә хис итеп әҙерәк ял итеп алайыҡ.

Релакс-минут. https://youtu.be/O5M2bq9q_KY

Оҡшанымы төҫтәр? Эйе, бик матур. Беҙҙең тормошобоҙҙа, донъябыҙҙа ошондай төрлө төҫтәр булмаһа, бик күңелһеҙ булыр ине.

III. Картина өҫтөндә эш.

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ хәҙер беҙ ҙә рәссам кеүек ижад итеүгә күсәйек. Рәссам төҫтәр менән эш итһә, әҙәбиәттә беҙ нимә менән эш итәбеҙ? Дөрөҫ, һүҙҙәр менән.

Ә.Лотфуллиндың Өс ҡатын  картинаһы ниндәй жанрҙа башҡарылған? ( “Өс ҡатын” - һынлы сәнғәт әҫәре, «төҫлө һүрәт».

Яҙыласаҡ иншабыҙ нисә өлөштән торорға тейеш?

Китаптарҙа бирелгән картинаны астыҡ.      

  1. Картинаның йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

- Картинаның темаһы ниндәй икән? Йәғни нимә тураһында? (Ҡатын-ҡыҙ тураһында. Сөнки ҡатын кеше – ул әсәй. Донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Әсәйһеҙ, ҡатын-кешеһеҙ донъя йәмһеҙ. Картинаны Ә.Лотфуллин үҙенең туғандарынан яҙа.Иң олоһо – уның өләсәһе, уртансыһы - әсәһе, ә иң кесеһе – килене.

- Картинаның сюжеты ниндәй? Йәғни нимә күрәбеҙ. (Картинаның сюжеты бик ябай. Ауыл өйөндәге урындыҡта өс ҡатын сәй эсергә ултырған. Алдарында кейеҙ өҫтөнә түшәлгән аҡ ашъяулыҡ өҫтөндә яңы бешкән икмәк, һөт. Батмуста өс сынаяҡ һәм эремсек. Ҡәҙимге ауыл ашы.)

  • Картинала һеҙ нимә күрәһегеҙ? Иғтибарҙы иң тәүҙә кемдәргә йүнәлтәбеҙ?
  •  Ул ҡатындар тураһында нимәләр әйтә алырбыҙ?
  • Бөтәһе лә бер йәштәме?
  • Иң оло ҡатын тураһында нимәләр әйтә алабыҙ? Нимәләргә ҡарап әйтә алабыҙ уның оло булыуы хаҡында?
  • Уның уң яғында ултырған ҡатын тураһында нимәләр әйтә алабыҙ? Иң кесеһе тураһында нимәләр әйтербеҙ? Ул нисек ултыра?
  • Картинаның фоны тураһында һеҙ ни әйтерһегеҙ? (Был фон айырылышыуҙың ауырлығын, алда ниндәй һынауҙар көтәсәген, айырылышыу бик оҙаҡҡа, хатта мәңгегә булыуы тураһындағы тойғоно  тәрәнәйтә)
  • Картинала рәссам ниндәй төҫтәр ҡулланған?
  • Картинаға тағы ниндәй исем бирер инегеҙ?

Картинаның иң мөһим деталдәрен әйтеп сығығыҙ

  • Артҡы планда нимәләр күрәбеҙ?
  • Ни өсөн тәбиғәт күренеше артҡы планда?(был картинаның темаһы кеше яҙмышы менән бәйләнгән).
  • Картина ниндәй хистәр уята?

IV. Иншаға әҙерлек.

Уҡытыусы. Әхмәт Лотфуллин: «Картина тураһында һөйләмәйҙәр, уны ҡарайҙар, тоялар, уйланалар», -тиһә лә, бөгөн дәрестә күргәнебеҙҙе, тойғаныбыҙҙы, уйлағаныбыҙҙы өйҙә яҙасаҡ иншаларҙа сағылдырырһығыҙ.

V. Йомғаҡлау.

Рәссамдең картиналары Нестеров музейында ғына түгел , Санк- Петербургтың Рус музейында «Хушлашыу » картинаһы, «Өс ҡатын» картинаһы Мәскәүҙә Третьяковский музейында. Әлеге ваҡытта Өфөлә уның 42 картиналарынан торған күргәҙмә ойошторолған. Әммә йыраҡ булғанлыҡтан унда барып ҡарай алмайбыҙ. Был күргәҙмәнең видеопрезентацияһын ғына күрһәтеп китәйем. https://vk.com/video-156412368_456239217

VI. Өй эше. Инша яҙып килергә.

Йомғаҡлау.

Шулай итеп, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереү - хәҙерге ваҡытта иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Ә төрлө күнегеүҙәр эшләү шул маҡсатҡа ирешеүгә ярҙам итә. Информацион технология дәрестәрҙе тағы лы ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итә.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе.

Информацион технология уҡыусыларҙа башҡорт телен үҙләштереүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡытыуҙың нитенсив формаларын һәм методтарын тәьмин итә, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, мәғлүмәтте ҡабул итеүҙең эмоционаллеге, тәьҫир көсө артҡанлыҡтан, уҡыуға мотивация үҫешә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү, уны өйрәнеүгә теләкте арттырыу маҡсатында ла информацион технологиялар ҡулланып телмәр үҫешенең формалаштырыуын тормошҡа ашырыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ул уҡыусыларҙы ғилми-популяр әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынырға мәжбүр итә, фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп итә, һүҙлек байлыҡтарын арттыра, телмәрҙәрен байыта, ижади фекерләргә өйрәтә, фантазияһын үҫтерә, дөйөм аң даирәһен киңәйтә.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.
  2. Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2011. – 88 бит.

3. Р.Ә. Әминева Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу . Башҡортостан уҡытыусыһы, 2011 йыл, №11 , 16-20-се б.б.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"...

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Мастер-класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу"(презентация)...

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....

Мастер - класс. "Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы алымдарын ҡулланыу" (презентация)

Тәнҡитле фекерләү технологияһының синквейн алымыныңдиамант төрө....