Илюза Рамиловна Шукубаева

Сайт учителя башкирского языка и литературы

Профессия: МОБУ СОШ с. Абзаково

Профессиональные интересы: Методика преподавания башкирского языка и литературы

Увлечения: Чтение художественной литературы

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: с.Абзаково, Белорецкий район

Место работы: МОБУ СОШ с. Абзаково

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/ilyuza-r

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар. Һеҙҙе үҙемдең бәләкәй генә сайтымда күреүемә шатмын. Мин, Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы, бына инде 20 йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм. Әгәр ҙә ниндәйҙер һорауҙарығыҙ  йәки тәҡдимдәрегеҙ булһа рәхим итегеҙ. Ихлас яуап бирергә әҙермен.

О себе

Я, Шукубаева Илюза Рамиловна, учитель башкирского языка и литературы. Мой педагогический стаж: 20 лет. Очень люблю свою работу.

Мой взгляд на мир

«Ерҙе тәбиғәт биҙәй. Уны яратҡан кеше бәхетле», - тип әйткән билдәле бер аҡыл эйәһе.

             Эйе, тәбиғәткә бағышлап шағирҙар шиғырҙар яҙа, композиторҙар йыр ижад итә, рәссамдар һүрәт яһай. Ә Ислам динендә былай тиелгән: «Сөләймән пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) Аллаһы Тәғәлә иң ҙур вазифа биргән - батшалыҡ, байлыҡ... Ул ҡоштар һәм йәнлектәр телен аңлай белгән. Бер ваҡыт ғәскәре менән ул юлға сыға. Шул мәлдә инә ҡырмыҫҡа, иптәштәрен ҡотҡарып ҡалыр өсөн, ҡысҡырып уҡына башлай: «Ҡасығыҙ, йәшенегеҙ, тапап китмәһендәр!» - тип өндәшә. Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә ҡырмыҫҡаның теләген һәм Сөләймәнде ғәскәре менән кире бора.
              Икенсе тапҡыр ҡара ҡырмыҫҡа Аллаһҡа ямғыр һорап мөрәжәғәт итә: «Ҡабул ит теләгемде, беҙ ҙә һинең мәхлүктәрең бит», - ти.
           Шул уҡ ваҡытта Сөләймән пәйғәмбәр ҙә (с.ғ.с.) ғәскәре менән юлға сығып, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорай, тик теләге ҡабул ителмәй. Шундай яуап ала ул: «Һиңә тиклем доға уҡылған инде». Ғәскәр тағы кире борола. Ҡойоп ямғыр яуырға тотона.
            Эйе, бөтә рәнйетелгәндәрҙе Аллаһы Тәғәлә күреп тора һәм уларҙы яҡлай. Дини юлда булмағандарҙы ла, теләктәре изге һәм ихлас булғанда, яҡлай һәм ярлыҡай.
            Ата-бабаларыбыҙ беҙгә тәбиғәтте һаҡларға ҡушты, васыят итеп тапшырҙы бит. Урмандарҙа элек-электән ҡоштар һайрай, йәнлектәр йәшәй. Хәҙер килеп беҙ уларҙың барыһына ла ҡәбәхәтлек күрһәтәбеҙ. Элек ололар әйтә торғайны: «Ағастарҙы юҡҡа сығармағыҙ, ҡулығыҙ ҡорор!» - тип. Хәҙер халыҡ урманға барғанда бер ҡулына силәк, икенсеһенә балта тотоп йөрөй. Шул рәүешле ҡыланһаҡ, бар ағаслыҡтар юҡҡа сығып бөтөр инде! Тәбиғәттән ни ҡала!
           Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ошо ҡылмыштарына яуап итеп язаһын да бирә бит - ҡышын - ҡар, йәйен ямғыр яумай. Йәй бик һуңлап килә, ә әҙәми зат барыбер аңламай, тәүбәгә килмәй. Тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, ә кеше унһыҙ йәшәй алырмы һуң?

 

Добавить грамоту в портфолио
Мои альбомы