Минең педагогик фәлсәфәм
материал на тему
Предварительный просмотр:
Минең педагогик фәлсәфәм.
Уҡытыусы булыу- ул һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше.
Мин уҡытыусы булып йәшәйем, уҡытыусы булып эшләйем.
Боронғонан уҡытыусы һөнәре бөтә йәмғиәттәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә лә иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙән һаналған. Бала өсөн уҡытыусы ата-әсәнән ҡала иң оло кәңәшсе булған һәм булып ҡала. Минең уйымса, тел уҡытыусыһы өсөн был бигерәк тә мөһим.
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы- бала өсөн тормош дәрестәрен биреүсе шәхес.
Ошо фекерҙән сығып, минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, төп бурысым – уҡыусыларҙы игелеккә, изгелеккә өйрәтеү, белем һәм тәрбиә биреү, әсә теленә, Тыуған илгә, баланың йортона, урамына, ауылына мөхәббәт һәм ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү. Үҙ төбәген һөйөүҙән тамырланған баланың был тойғоһон Тыуған илде, дөйөм кешелекте һөйөүгә әүерелдереү.
Был маҡсатҡа нисек ирешергә?
Күп нәмә уҡытыусының шәхесенән тора. Тел уҡытыусыһы оратор ҙа, дипломат та, юрист һәм әҙәпле әңгәмәдәш тә була белергә тейеш.
Уҡытыусы һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә, белемен камиллаштырырға бурыслы. Семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, унда сығыш яһау профессионализмды үҫтереүҙә ҙур урын алып тора.
Заманалар үҙгәреп тора. Заман менән бергә педагогик фекер ҙә үҙгәрә.
Уҡытыусы, педагогиканың төп принциптарына тоғро булып, шул уҡ ваҡытта алдынғы идеяларҙы ла ҡулланып, алға атларға тейеш.
XXI быуат техник прогресстың интенсивлығы менән билдәле. Уның үҫеш һөҙөмтәләре педагогикаға ла үтеп инде. Педагогикала яңы технологиялар барлыҡҡа килде.
Башҡорт теле уҡытыусыһы заман технологияларын да яҡшы ҡуллана белергә тейеш. Кисә генә проектор, компьютер ҡулланыу алдынғы алым итеп һаналһа, бөгөн иһә интерактив таҡталарға, электрон дәреслектәргә лә байтаҡ уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың иҫе китмәй.
Шәхсән минең үҙемә интернет селтәрен ҡуллана белеү Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләгән коллегаларымдың тәжрибәләрен ҡулланырға ярҙам итә. Был шулай уҡ РОСТ технологияһын да әүҙем ҡулланырға мөмкинселек бирә. Был технологияны темаларҙы йомғаҡлағанда, дөйөмләштергәндә ҡулланыу уңайлы.
Тағы ла төп талаптарҙың береһе булып ата-әсәләр менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыу тора. Быға йыйылыштар, ата- әсәләр менән түңәрәк өҫтәлдәр, тематик кисәләр үткәреп, электрон журналдарҙы әүҙем ҡулланып ирешергә була. Ҡайһы бер ата-әсәләр менән айырым һөйләшеүҙәр ҙә үҙ һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәй.
Әҙәбиәт һәм тел баланың эмоциональ хәләтенә тәэҫир итеүсе предметтар.
«Уҡыусыларҙы һәр ваҡыт ғәжәплендерегеҙ”,- тип яҙған Е. Ямбург. Бөгөнгө көндә интернет менән генә ғәжәпләндереп булмай. Бары тик бала күңеленә тәьҫир итерлек һүҙ менән генә үтеп була.
Телдән телгә күсеп, быуаттар буйына, быуындарҙың рухи мәктәбе булып хеҙмәт иткән халыҡтың йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙе бала йөрәгенә еткереүҙең дә роле ҙур.
Йыл һайын үткәрелә торған «Урал батыр” сәсәндәр конкурсы, “Башҡортостан ынйылары” фольклор байрамдары ла был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индерә. Мин дә ошо сараларҙа уҡыусыларымды әүҙем ҡатнаштырырға тырышам.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә.
Бөгөнгө көндө йәмғиәттә уҡытыусының роле әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Сөнки заман елдәренең ҡай таба иҫеүенә ҡарамаҫтан, уҡытыусы балаларҙа, идея-эстетик тәжрибәләргә таянып, әхләҡ нормаларында, көслө гражданлыҡ позициялы , патриотик рухлы,толерантлы шәхес тәрбиәләй.
Яңы көн тыуыу менән мин тағы ла уҡыусыларым янына ашығам. Һәм эҙмә эҙлекле рәүештә ошо маҡсаттарымды тормошҡа ашырырға тырышам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Минем педагогик фәлсәфәм
Дөньяда күп төрле һөнәрләр бар. Күңелләргә матур сүзләр язучы, сукмак салучы һөнәр ияләре – укытучыларым. Сезнең белән иркенләп утырып, укытучы һөнәре турында сөйләшәсем, хезмәттәшләр буларак фикерләш...
Эссе "Минем педагогик табышларым"
Обмен опытом на тему "Мои педагогические находки"...
Минем педагогик табышларым
Педагогик фәлсәфә...
Минем педагогик табышларым
Ун ел эшләү дәверендә тупланган педагогик табышларым, уйлануларым....
Эссе "Я - учитель" Минем педагогик уйлануларым
Минем педагогик уйлануларым....
Минең педагогик философиям. (эссе)
Уҡытыусы һөнәрен һайлауым сәбәптәре. Уйланыуҙар, һығымталар....
Минем педагогик фәлсәфәм.Эссе.
Минем һөнәрем-Укытучы! 1983-елда КДПИын тәмамлап ,математика укытучысы булу бәхетенә ирештем.Язмыш кушуы буенча шул вакыттан бирле үзем укыган мәктәптә эшлим...