Внеклассное мероприятие
план-конспект урока по литературе (5 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Алтын көҙ.
Маҡсат: 1.Шиғырҙарҙағы,сәнғәт әҫәрҙәрендәге көҙ образын асыу.
2.Уҡыусыларҙың танып-белеү әүҙемлеген ,үҙаллылығын,
ижади һәләтен, ассоциатив фекерләүен, әҙәби
текстарға анализ эшләү күнекмәләрен үҫтереү.
3.әҙәбиәткә,сәнғәткә һөйөү уятыу, эстетик зауыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:магнитофон яҙмалары, Чайковскийҙың «Йыл миҙгелдәре» яҙмаһы, Левитандың «Алтын көҙ», В.Меостың «Көҙ» картиналары репродукциялары, көҙ тураһында шиғырҙар,компьютер,проектор, фотоматериалдар.
Әҙерлек эше: 1)Көҙтураһында уҡыған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөргә;
2)Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлергә,һәр партаға төҫлө
ҡәләмдәр, фломастер, ҡайсы, ҡағыҙҙар әҙерләргә.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу мәле. Маҡсат һәм эштәр менән таныштырыу.
-Балалар, бөгөн беҙ көҙ тураһында шиғырҙар уҡырбыҙ, музыка тыңларбыҙ, картиналар ҡарарбыҙ. Ә дәрес аҙағына һәр төркөм материалдар йыйып, «Әҫәрҙәрҙә көҙ образы» тигән проект төҙөргә тейеш.Ул ҡулъяҙма йыйынтыҡ йәки стенгазета, мәктәп гәзитенең бер бите килеп сығамы- уныһын үҙегеҙ һайларһығыҙ.
I этап.
II.Төп өлөш. Шиғырҙар тураһында һөйләшер алдынан, әйҙәгеҙ, иң тәүҙә ассоциаграмма төҙөйөк, йәғни һары төҫлө саған япрағын һүрәтләйек һәм уның тирәләй «көҙ» һүҙен әйткәндә, нимәләр күҙ алдығыҙға килә, шул һүҙҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ.
болот
ямғыр әбейҙәр сыуағы
алтын «Көҙ» күңелле
һары япраҡ уңыш
(Һәр төркөм үҙенең ассоциаграммаһын төҙөй, аҙаҡ бер-береһе менән алышалар, өҫтәп яҙалар).
Уҡытыусы: һәр беребеҙ көҙҙө үҙенсә күҙ алдына килтерә, шуны белдереүсе һүҙҙәрҙе беҙ бер ергә тупланыҡ. Беҙҙең көҙөбөҙ- сағыу, күңелле булып сыҡты. («ассоциация»-бер төшөнсәне икенсе төшөнсә ярҙамында иҫкә төшөрөү)
II этап.
1-се эш. Көҙ тураһында үҙегеҙгә оҡшаған шиғырҙарҙы уҡыйыҡ. (Уҡыусыларҙың үҙҙәренеке булмаһа, карточкаларға яҙылған шиғырҙарҙан һайларға мөмкин. Уҡыусылар уҡыйҙар, комментарий бирәләр.)
2-се эш. Ә хәҙер ошо шиғырҙарҙа булған матур һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе яҙып алығыҙ (Эпитет, метафора, сағыштырыуҙар). К.Кинйәбулатованың «Көҙ еткәс» шиғырынан: көҙҙөң алтыны, саған ағастары яна ялҡын төҫлө талпынып, йомшаҡ ел, утлы суҡ, һары, йәшел тәңкә.
Р.Бикбаев шиғырынан: алтын туҙан, урмандарҙың киске шәфәҡ төҫлө ялҡындары, көҙҙөремдә яна йәйге таңдар, баллы туҙан, йәш ҡар саңы.
3-сө эш. Ә хәҙер бәләкәй хикәйә яҙырға а кәрәк. Ошо яҙып алған матур һүҙҙәрҙе индереп, шиғыр тураһында, шағир көҙҙө нисек һүрәтләүе хаҡында үҙегеҙҙең уйҙарығыҙҙы яҙығыҙ. (Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен яҙып ҡуялар)
III этап.
Уҡытыусы: Балалар көҙ тураһында ниндәй йырҙар беләһегеҙ, йырлап алайыҡ. (Ю.Шевчуктың «Көҙ» тигән йырын, «Көҙгө япраҡтар» йырын иҫкә төшөрәләр, улар хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп үтәләр).
-Бына һеҙгә бөйөк композитор Чайковскийҙың «Йыл миҙгелдәре» тигән симфонияһынан көҙ хаҡындағы көйҙө тәҡдим итәм. Һеҙ уны иғтибар менән тыңлағыҙ,шунан ҡайһы шиғырға йәки өҙөккә тап килгәнен билдәләгеҙ,иҫбатлағыҙ. (Уҡыусылар яуаптары менән сығыш яһайҙар, әңгәмәләшәләр,бер-береһенең яуаптарын тулыландыралар)
IV этап.
Уҡытыусы: Балалар, беҙ һеҙҙең менән картиналар галереяһында икән,
тип күҙ алдына килтерегеҙ. Бында һеҙ Левитандың, В.Меостың картиналарын, төрлө фотоматериалдар күрәһегеҙ (компьютерҙа)Хәҙер һеҙ үҙегеҙгә оҡшаған һәм һеҙ нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ, шуға тап килгән һүрәтте һайлағыҙ. Был рәссам хаҡында информация табығыҙ, ул нисек итеп көҙ образын шулай оҫта һүрәтләй алды икән- үҙ фекерегеҙҙе яҙығыҙ.
V этап.
Уҡытыусы: Бына хәҙер беҙ үҙебеҙ шиғыр яҙып ҡарайыҡ. Был өлөштө «Ижади оҫтахана» тип атайыҡ. Һеҙ иң элек матур һүҙҙәр ҡулланығыҙ.(Бөтә балалар ҙа шиғыр яҙыу һәләтенә эйә түгел, шуға ярҙам өсөн 1,3 юлдары яҙылған йәки шиғырҙың башы бирелгән, рифмалар яҙылған карточкалар таратырға мөмкин. Уҡыусылар шиғырҙарын үҙҙәренең проект эштәренә яҙып ҡуялар).
Уҡытыусы: Үҙегеҙҙең проект эшегеҙгә исем бирегеҙ. Матур шиғри юлдарҙы ҡуллана алаһығыҙ. Исеме сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын. Проектарығыҙҙы биҙәп бөтөгөҙ һәм яҡларға әҙерләнегеҙ.
Өйгә эш: проекттарҙы яҡларға әҙерләү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"
Цель данного мероприятия в занимательной форме показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...
Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в стран иностранных слов" Внеклассное мероприятие по русскому языку "Путешествие в страну иностранных слов"
Цель данного мероприятия в занимательной форме показать разные уровни функционирования русского языка: как одного из мировых языков, как языка народов, населяющих Россию, как государственн...
Методическая разработка уроков и внеклассного мероприятия «Проектная деятельность учащихся на уроках развития речи и внеклассном мероприятии по теме «Русские народные промыслы»
Проектная деятельность – один из лучших способов для совмещения современных информационных технологий, личностно-ориентированного обучения и самостоятельной работы учащихся. Главное – продумать ...
Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту. Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту.
Аннотацияк учебно-методическим разработкам внеклассных мероприятий по физической культуре с использованием нестандартного оборудования. 1....
Внеклассное мероприятие Разработка внеклассного мероприятия по теме: «Я выбираю здоровый образ жизни».
Разработка внеклассного мероприятия и презентация....
Методическая разработка внеклассного мероприятия по математике «Что такое коррупция». (8-9 классы) Внеклассное мероприятие по математике «Что такое коррупция»
Данная методическая разработка внеклассного мероприятия «Что такое коррупция?» составлена и применялась как внеклассное мероприятие по дисциплине “Математика» для обучающ...
Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник). Внеклассное мероприятие, посвященное 23 февраля (военно-спортивный праздник).
-соединить спортивно-оздоровительную работу с патриотическим воспитанием школьников -развивать у детей мотивацию к занятию спортом - формирование спортивных к...