Открытый урок по теме "Минең ғаиләм. Шәжәрә."
план-конспект на тему

Сайфуллина Галима Сахиулловна

Яңы материалды өйрәнеү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Класс:

Дата:

 

Дәрес темаһы:

Минең ғаиләм. Шәжәрә.

Дәрес төрө:

Яңы материалды өйрәнеү.

Дәрес маҡсаттары:

Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, ғаилә ағзаларының атамаһын башҡортса әйтергә өйрәнеү, шәжәрәнең нимә икәнен аңлау.

Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, фекерләү һәләтен,тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи: үҙеңдең быуындарыңды белеү, ғаилә ағзаларына ихтирамлы, иғтибарлы булыу, туғандарҙы ололау, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнү, телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү;

в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый белеү.

Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙәрене ғаиләләренә ҡарата ыңғай ҡарашлы, үҙҙәренең ырыуының килеп сығыштары,ғаиләләренең традицияларын ихтирам итеүсе, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу:

“Башҡорт теле” дәреслеге, тема буйынса слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, электрон дәреслек, компьютер, проектор, мультимедиялы таҡта, ребус, смайликтар, ҡурай тажы, үҙемдең һәм балаларҙың шәжәрәләре.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)

I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.

1. – һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

- һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙмы?

2. Артикуляцион күнегеү.

Башланып китте дәрес,

Без матур ултырабыз.

4-ле, 5-ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

3. Тел төҙәткес.

Тай-тай-тай- эштән ҡайтты атай,

Сәй-сәй-сәй – ҡаршы алды әсәй,

Тай-тай-тай – беҙҙең менән олатай,

Сәй-сәй-сәй – сәй өлгөрттө әсәй.

Ләп-ләп-ләп – сәй эстек беҙ бергәләп.

Әсәй һүрәтен таҡтаға эләбеҙ.

 

Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.

Хор менән ҡабатлайҙар.

Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.

Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.

II. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә эштәрҙе тикшереү.

Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һорауҙарға яуап бирә.

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Хәҙер, балалар беҙ һеҙҙең менән бер кескенә тәжрибә эшләп алабыҙ. Һеҙҙең ҡаршығыҙҙа ике гөл һауыты. Уларҙы сағыштырып ҡарайыҡ әле: бер гөл һулған.

Ни өсөн шулай булған?

Ә икенсеһен ҡарайыҡ. Уны тартып алып буламы?

Ә кешенең тамыры буламы? Ҡайһы кеше ерҙә ныҡ баҫып тора икән? Кешенең тамырҙары тураһында ҡайҙан беләбеҙ? Был һорауҙарға яуаптар ошо ребус эсендә йәшеренгән. Хәрефтәрҙе алфавит тәртибендә урынлаштырһаҡ, бөгөнгө дәрес темаһын белербеҙ.

34

40

10

40

23

40

ш

ә

ж

ә

р

ә

Шулай булғас беҙ бөгөн ниндәй тема менән танышабыҙ?

Эйе, беҙ бөгөн шәжәрә менән танышабыҙ, үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙны белербеҙ.

Олатай менән өләсәй һүрәтен эләбеҙ.

Тәжрибәдә ҡатнашалар.

- Тамыры кипкән.

- Юҡ. Уның тамыры ныҡ йәбешкән.

- ребусты шишәләр.

- Теманы асыҡлайҙар.

Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.

Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.

Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша.

IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу, һүҙлек эше башҡарыу. Шәжәрә, шәжәрә ағасы.

Шәжәрә - билдәле бер нәҫел- ырыуҙың килеп сығышын, тарылышын күрһәткән яҙма. Шәжәрәне борон-борондан алып барғандар. Унда төрлө тарихи ваҡиғаларҙы(исторические события) теркәгәндәр. Күберәк ир-егеттәр яғынан(по мужской линии) яҡшы өйрәнелгән. Һәр бер кеше үҙенең нәҫелен(своих родственников) ете быуынға (до седьмого поколения) тиклем белергә тейеш. Улар иң беренсе яҙмалар булған.

Шәжәрә ағасы- нәҫел- ырыуҙың тармаҡланып китеүен күрһәткән һыҙма. Унда үҙеңдең туғандарыңдың исемдәрен яҙырға кәрәк.

2. Дәфтәрҙәргә число, тема яҙыла.

Төркөмдәрҙә эш. Беренсе төркөм ир туғанлыҡ терминдарын яҙа, икенсе төркөм ҡатын-ҡыҙ туғанлыҡ терминдарын яҙа.

3.Ошо һүҙҙәр менән бер-нисә һөйләм төҙөлә.(телдән)

- ағай-апай һүрәттәрен эләбеҙ.

Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.

һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр, тәржемә итәләр.

Күнегеүҙәрҙе башҡаралар. Һүҙбәйләнештәрҙең тәржемәһен табалар, туғанлыҡ терминдарын яҙалар.

Һөйләмдәр төҙөйҙәр.

К.:, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр.

Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша.

V. Ял минуты.

Сәп-сәп сәпәкәй,

Минең ҡуҫтым бәләкәй,

Ҡулдарын өҫкә күтәргән була,

Сәпәкәй иткән була.

Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта.

VI. Белемде нығытыу. (практикала ҡулланыу).

Китап буйынса 26-сы бит, 3-сө күнегеү. Һораҙарға яуаптар яҙыла.

Үҙҙәренең эштәрен баһалау.

Дәреслектең 26-сы битендәге 2-се күнегеүҙе эшләү. Диалог төҙөү.

Мәкәлдәр өҫтөндә эш. Мәғәнәләрен аңлаталар.

Әсәй өйгә нур сәсә.

Атай һүҙе – аҡылдың үҙе.

Ғаилә тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһеғеҙ?

Атай һүрәте асыла. Нимә килеп сыҡты?

-Ғаилә һүрәте. Уларҙың йөҙҙәре ниндәй? (шат) Улар бер-береһенә ярҙам итәләр. Бына минең дә ғаиләм бар. Үҙемдең ғаиләмдең шәжәрәһен төҙөнөм. Һәр кеше үҙ шәжәрәһен тамырҙарын белергә тейеш. Татыу ғаилә – ил күрке тиҙәр халыҡта. Шул турала йыр тыңлап дәресте тамамлайыҡ.

Эш дәфтәрҙәрендә күнегеүҙе бирем буйынса эшләйҙәр.

Диалогты ролдәргә бүлеп уҡыйҙар.

Мәҡәлдең мәғәнәһен аңлаталар.

Әңгәмәлә ҡатнашалар.

Һығымта яһайҙар.

Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша.

К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр.

VII. Өйгә эш.

Шәжәрә төҙөргә.

Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.

VIII. Дәресте йомғаҡлау.

Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Нимәгә өйрәндегеҙ?

Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ.

Дәрестә мин ... белдем.

Мин ... өйрәндем.

Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы).

Уҡытыусы баһаһы.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.

Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай.

Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә.



Предварительный просмотр:

Мастер-класс.

«Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы».

 Программаның темаһы “Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы” тип атаным.

Программаның маҡсаты: оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланылған уйындар менән таныштырыу һәм уларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү.

  • Хөрмәтле уҡытыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ башҡорт халҡының ниндәй эпостарын беләһегеҙ? (“Аҡбузат”, “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” һ.б.)

Эпос – халыҡтың этник һәм гражданлыҡ тарихы хаҡында хикәйәләүсе эпик һәм лиро-эпик характерҙағы әҫәр. Башҡорт эпосы өсөн ырыу-ҡәбилә, халыҡ яҙмышына, батырлыҡҡа бәйле проблемаларҙың һүрәтләнеүе хас. Эпос батыры ул халыҡ батыры. Уның йөҙөндә халыҡтың милли характерына хас сифаттар күрергә мөмкин.

Эпос менән танышыу дәрестәре һәр ваҡыт балаларға күтәренке ҡәйеф бүләк итә, шулар менән бергә уларҙың күңел байлығын үҫтереүгә киң мөмкинлек аса. Эпос ысын тормош ваҡиғәләрен, тарихи факттарҙы фантастик образдарҙа яҡтырта. Балалар сихри көстәрҙең барлығына ышанмаһа ла, хыялда донъяны эпостағы кеүек матур итеп күрергә теләй.

Эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйындар ҡулланыуҙың әһәмиәте бик ҙур.

. В. А.Сухомлинский былай тип яҙғайны: "Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон".

Уҡыусыларҙа өйрәнелә торған фән менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк тәрбиәләү — иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Был бурыстарҙы үтәүҙә уҡыу процессында мауыҡтырыу элементтарын ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Мауыҡтырыу — ул уҡытыу эшендә уҡыусыларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында төрлө методик алымдар, дидактик ысулдар ҡулланыу. Ул үҙенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлдерелгән булыуы менән айырылып тора. Үҙләштереүгә ауыр булған материалды күнелһеҙ итеп өйрәтеүгә ҡарағанда, уны мауыҡтырғыс һәм күңелле итеп аңлатыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Башҡорт телен бала өсөн сит тел булараҡ өйрәтеү процесында уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡырға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята.

Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе үҙемә максат итеп ҡуйҙым.

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Уйындар түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә:

1. Уҡыусылырҙың аң — белем даирәһе киңәйә.

2. Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләре үҫешә.

3. Тәрбиәүи маҡсаттарҙан үҙаллылыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләнә.

4. Үҫтереүсе маҡсаттарҙан иғтибар, хәтер, фекерләү, аралашыу, ижади һәләт үҫтереү күҙ уңында тотола.

Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә.

Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.

Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ бергә мәктәп йылларына ҡайтайыҡ әле. Мин һеҙҙе эпос иленә ҡунаҡҡа саҡырам. Бының өсөн беҙгә ике төркөмгә бүленергә кәрәк (төркөмдәргә бүленеү). Хәҙер һәр төркөм үҙенә әйҙәп барусы кешене һайлай һәм үҙ төркөмөнә эпос исеме уйлап таба.

Ә эпос иленә беҙҙе бына ошо тылсымлы әкиәт китабы алып китер. Китабыбыҙ асыла һәм беҙ эпос иленә инәбеҙ. 

I. Бына беҙ “Кроссвордтар иле”ндә. Мин һеҙгә кроссвордтар таратам, ә әйҙәп барыусыларға йомаҡтар яҙылған биттәр бирәм. Әйҙәп барыусылар йомаҡтарҙы дөрөҫ һәм эмоциональ итеп уҡырға тейеш, ә һеҙгә кроссвордты сисергә кәрәк.

(Йомаҡтарҙы уҡыу һәм кроссвордты сисеү).

  1. Яратам һине, яратам һине,

Яратҡан өсөн туҡмайым һине

  1. Ҡалаһы бар - халҡы юҡ.

Диңгеҙе бар - һыуы юҡ.


  1. Йәйен – урманда батша,

Ҡышын – ҡарҙан да аҫта.


  1. Төрлө һандарға әйләнеп

Йөҙөп килә һауанан.

Ә үҙе еүеш булһа ла

Йөҙөп килмәй йылғанан.


  1. Эй, ыжғыра, асыулана,

Үкерә, ярһый, өрә.

Кеше йөрөй алмаһын тип,

Ҡарҙарҙы юлға өйә.


  1. Ап-аҡ ҡына шәкәр түгел,

Йылыға иреп бара.

Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,

Йомшаҡ ҡына тотоп ҡара.


  1. Ҡыҙыл төҫлөһө лә бар,

Ә ғәҙәттә аҡ була,

Ашаһаң аш була,

Ашамаһаң ҡош була.


  1. Урманда йыш тап булыр,

Мөгөҙҙәре бигрәк ҙур,

Ат ҡәҙәре кәүҙәһе,

Һис еткермәй берәүҙе.


  1. Ул тегеүсе булмаһа ла

Энәләр күп йөрөтә,

Яҡын килһәң йомарлана,

Китһәң – йүгереп китә.

Ә хәҙер яуаптарҙы тикшереп ҡарайыҡ.

Беренсе йомаҡ: туп.

  • Туп ниндәй була?
  • Ниндәй уйындар уйнайҙар туп менән?

Икенсе йомаҡ: карта.

  • Карта менән ҡасан ҡулланабыҙ?
  • Ниндәй карталар була?

Өсөнсө йомаҡ: айыу.

  • Айыу ҡайҙа йәшәй?
  • Айыу тураһында ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Дүртенсе йомаҡ: болот.

  • Болот нимә эшләй?
  • Болот тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Бишенсе йомаҡ: буран.

  • Буран ҡасан була?
  • Һеҙ буранлы көндө яратаһығыҙмы?

Алтынсы йомаҡ: ҡар.

  • Ҡар нимәгә әйләнә?
  • Ҡар төшкәс ниндәй уйындар уйнап була?

Етенсе йомаҡ: йомортҡа.

  • Ниндәй ҡоштар йомортҡа һала?
  • Йомортҡа менән нимәләр бешереп була?

Һигеҙенсе йомаҡ: мышы.

  • Мышы ҡайҙа йәшәй?
  • Мышы турында нимәләр беләһегеҙ?

Туғыҙынсы йомаҡ: терпе.

  • Терпегә энәләре ниңә кәрәк?
  • Терпе ниндәй әкитәттәрҙә осрай?


Ҡыҙыл бағанада башҡорт халҡының эпосы “Урал батыр” исеме килеп сыҡты. “Урал батыр” эпосы менән беҙ барыбыҙ ҙа таныш.

II. Тағы ла тылсымлы китабыбыҙҙы асып ҡарайыҡ. Ул беҙҙе синквейн менән таныштыра. Беҙ “Синквейн” илендә.

Нимә ул синквейн? Француз теленән тәржемә иткәндә – биш юлдан торған шиғыр тип атала. Ул бер предметты асыҡлай, шиғри формала яҙыла. Беҙ был алымды ҡулланып балаларға үҙ аллы эшләргә мөмкинселек бирәбеҙ, һүҙ байлыҡтарын арттырабыҙ, төп фекерҙе билдәләргә өйрәтәбеҙ.

Нисек яҙыла синквейн?

Беренсе юлға исем яҙыла. Был синквейндың темаһы.

Икенсе юлға предметты баһалаусы ике сифат яҙыла.

Өсөнсө юлға предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым яҙыла.

Дүртенсе юлға темаға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереүсе фраза афоризм яҙыла. Темаға ҡарата әйтелгән ҡанатлы әйтем, цитата, мәҡәл. Хатта уҡыусы үҙе төҙөгән фраза булырға ла мөмкин.

Бишенсе юлға темаға ҡарата синоним һүҙ исем яҙыла. Был һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы ассоциация.

Мин һеҙгә синквейн тәҡдим итәм. “Эпос” тигән һүҙҙе алайыҡ. Слайд 7.

Эпос.

Тылсымлы, мауыҡтырғыс.

Һөйләйбеҙ, тыңлайбыҙ, яратабыҙ.

Яҡшы эпос ысынға яҡын була.

Мөғжизә.

Хәҙер беҙ ҙә синквейн төҙөп ҡарайыҡ әле. Тема итеп “Урал” һүҙен алайыҡ.

Урал.

Батыр, данлыҡлы.

Үҫә, еңә, ҡотҡара.

Батыр ғүмере – ике.

Ҡаһарманлыҡ.

Рәхмәт. Бик матур синквейн төҙөнөгөҙ.

III. Әкиәт китабыбыҙҙы асайҡ. Беҙ “Эпос геройҙары” иленә индек Бында беҙгә ошондой эш тәкдим ителә:

Бирелгән эпостың геройарының исемдәрен әйтергә кәрәк. Мәҫәлән,

Аҡбуҙат” - (яуап бирәләр). Һәүбән батыр, Шүлгән, Нәркәс, Аҡбуҙат, Мәсемхан.

Төркөмдәргә эш:

Ҡара юрға” – (яуап бирәләр). Күсәрбай, Әбләй, Мәсем бай, Маҡтымһылыу, Ҡара юрға.

Мәргән менән Мыянһылыу” – (яуап бирәләр). Нуғай хан, Нәҙерша, Маянһылыу, Мәргән.

Бик яҡшы эшләйһегеҙ. Афарин!

Артабан китабыбыҙҙы асайыҡ әле. Ул беҙҙе ҡайҙа алып барыр.

Ә хәҙер киреһенсә, әйҙәп барыусы герой исемдәрен әйтә, ә ҡалғандар эпостың исемен әйтергә тейеш.

Бүгәсәү, Салауат, батша, Гөлбәзир, Юлай - “Юлай менән Салауат”

Шүлгән, Урал, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Самрау, Айһылыу, Һомай, Аҡбуҙат - “Урал батыр”

IV. Тылсымлы әкиәт китабыбыҙҙы асайыҡ әле. Слайд 9. Беҙ “Нәтижә”гә килеп индек.

Урал батыр” эпосына мәҡәлдәр ярҙамында нәтижә яһайыҡ әле:

Алтын-көмөш яуған ерҙән ... (тыуған-үҫкән ил артыҡ)

Ебәк билбау – бил күрке ... (батыр егет ил күрке)

Ир-егет үҙе өсөн тыуа ... (иле өсөн үлә).

Шулай итеп, уҡыу процесын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең иң уңышлы алымдары араһында уйындар төп урынды алып тора. Уйын — ул телде өйрәтеүҙең төп ҡоралы, уҡыу процесында балаларҙы күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгә ҙур этәргес, эмоциональ стимул биреүсе сара. Ул шулай уҡ телде өйрәтеүҙә эстетик коммуникатив белем алыу мотивацияларын берләштереүсе төп көс булып ҡалалыр, тип уйлайым. Сөнки уйын алымдарына таянғас, дәрес ялҡытҡыс, эс бошорғос мәжбүри процестан, мәжбүри уҡыуҙан дәрестән ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә. Минең үҙемә лә, уҡыусыларыма ла бындай төр дәрестәр бик оҡшай.

Рефлексия

Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе бөгөнгө уйындар уйландырҙымы?

- Бөгөнгө мастер-класс һеҙгә файҙалы булдымы? Ни өсөн?

- Тәҡдим ителгән уйын төрҙәренең ҡайһыларын үҙегеҙҙең дәрестәрегеҙҙә ҡуллана алаһығыҙ?

Иғтибарығыҙ өсөн, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн бик зур рәхмәт һеҙгә.


 

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка открытого урока по теме: «Географическая оболочка» Урок-открытие

Что такое географическая оболочка? ГО – это взаимосвязь и взаимодействие всех оболочек Земли -  всех сфер Земли.Какие это сферы?Постановка проблемы1.     Ученику дается г...

Открытый урок по алгебре в 7 классе «А» тема: «Уравнения с одной переменной». Открытый урок по алгебре в 7 классе «А» тема: «Уравнения с одной переменной».

Открытый урок по алгебре в 7 классе «А»тема: «Уравнения с одной переменной».презентация по данной теме...

Открытый урок (мастер-класс) по русскому языку, проведённый на Фестивале инновационных идей в региональном образовании «Педагогические открытия 21 века» по теме Урок – исследование. «Предлог». (7 класс)

Тема: Предлог. (Закрепление знаний)Цель урока а) учебная: систематизировать и обогатить знания учащихся о предлоге, на основе заданий-исследований предупредить возможные ошибки в употреблении предлого...

Открытый урок по английскому языку. Открытый урок на активность обучения английского языка». (2 е—5 е классы обучения предмету)

Применение различныхвидов игр на уроке с целью закрепления лексических и грамматических навыков в обучении английскому языку....

3.2.Совершенствование методов обучения и воспитания через проведение открытых уроков/занятий на МО муниципального уровня (экспертный лист оценивания, протокол посещения второго открытого урока от МО муниципального уровня)

3.2.Совершенствование методов обучения и воспитания через проведение  открытых уроков/занятий на МО муниципального уровня (экспертный лист  оценивания, протокол посещения второго открытого у...