Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
план-конспект урока (5 класс) на тему

Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

Класс:5

Предмет:Башҡорт (дәүләт) теле

ФГОС талаптары буйынса дәрескә технологик карта

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tehkarta_gindullina.docx24.65 КБ

Предварительный просмотр:

Ф.И.О: Ғиндуллина Рәзинә Салауат ҡыҙы

Предмет: Башҡорт теле

Класс: 5

Дәрес төрө: яңы тема менән таныштырыу.

Тема

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Теманың маҡсаты

1.Белем биреү:  исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүен иҫкә төшөрөү, өйрәнеү;

 алған белемдәрен һәм  һөйләмдәр менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. 

2. Фекерләү һәләтен үҫтереү: уҡыусыларҙың һөйләм телдәрен, ижади фекер йөрөү һәләттәрен, танып-белеү активлығын, бәйләнешле һөйләм телдәрен үҫтереү.

3. Тәрбиәүи: туған телгә мөхәббәт,  бер - береһенә ихтирамлылыҡ, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Предмет күнекмәләре

Универсал уҡыу эшсәнлеге

1.Предмет һөҙөмтәләре

2.Метапредмет һөҙөмтәләр

3. Шәхескә ҡағылышлы һөҙөмтәләр

1.Исемдәрҙең килеш ҡушымсаларын һөйләмдә дөрөҫ ҡуллана белеү

2. Белемдәрҙе системаға һалыу күнекмәләрен камиллаштырыу

3. Уҡыусыларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ижади эшсәнлеккә ынтылыш булдырыу

Шәхси:  Ижади эшсәнлеккә ынтылыш булдырыу

Регулятив:   Дәрестә өйрәнелгән материалдың фәнни өйрәнеүҙәге, тормоштағы әһәмиәтен асыҡлау.

Танып – белеү: матурлыҡты күрә, аңлай белеү

Коммуникатив:    класс менән эшләгәндә класташтар фекерен иҫәпкә алып эш итеү.

Төп төшөнсәләр

Килеш ялғауҙар

Предметара бәйләнештәр

Әҙәбиәт,рус теле

Ресурстар

-төп

-өҫтәмә

Йыһазландырыу:

  Дәреслек: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова. Башҡорт теле , 35-45 биттәр;  Эш дәфтәрҙәре ;

Интерактив таҡта,проектор, ноутбук, презентация ,таралтма материалдар (карточкалар, схемалар,таблица)

Төркөмдәрҙе ойоштороу

Төркөмдәрҙә, индивидуаль  һәм  парлы, күмәк  эш.

Ойоштороу технологияһы

Һәр этаптың өйрәтеү һәм үҫтереү биремдәре

Һәр этаптың диагностик биремдәре.

I этап.

Ойоштороу моменты.

Маҡсат – төркөмдәрҙең дәрескә әҙерлеген күҙәтеү,; белем алырға әҙерлек алып барыу.

I этап. Мотивлаштырыу –ориентлаштырыу.

1.Дәресте ойоштороу.Уңай психологик һәләт тыуҙырыу.

Дәрескә әҙерләнеү. Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!

-Хәйерле көн !

-Хәлдәрегеҙ нисек?

-Кәйефтәрегеҙ һәйбәтме?

-Бөгөн нисәһе?

-Аҙнаның ҡайһы көнө?

-Урамда һауа торошо ниндәй?

-Унда йылыма,әллә һалҡынма?

-Хәҙер йылдың ҡайһы миҙгеле?

Беҙ башҡорт телендә дөрөҫ итеп уҡырға , яҙырға, һөйләргә өйрәнергә тип килдек.

II этап Өй эшен тикшереү

Маҡсат – белем алыуға  ҡараштарҙы асыҡлау, алдағы дәрестә алған белемдәрен тикшереү.

II этап. 2.Өй эшен тикшерү.

Дәреслектә 25-се бит 49-сы күнегеү. Нөктәләр урынына кәрәкле хәрефтәрҙе ҡуйырға. Дәфтәрҙәрен йыйып алыу, икенсе дәфтәрҙәрен таратыу.

Үткән дәрес темаһы буйынса һорауҙар биреү

II этап.

Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар.(Шәхси универсал уҡыу эшсәнлеге)

III этап.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

Маҡсат – килештәр буйынса алған белемдәрен  иҫкә төшөрөү һәм  һөйләмдәр менән эшләү күнекмәләрен нығытыу.

III этап.  Танып белеү универсал уҡыу эшсәнлеге

1 - Электрон тактала бирелгән 1-се таблицала нимәләр етмәй?(Килеш исемдәре ,килеш ялғауҙары)

-Таблицала бирелгән һорауҙар һеҙгә нимә һөйләй?

-Был ниндәй һорауҙар?(Килеш һорауҙары.)

Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә ниндәй  теманы иҫкә төшөрәсәкбеҙ?

 III этап.  

  1. Диагностик бирем: һорауҙарға яуап эҙләү,әйтеү, (Шәхси универсал уҡыу эшсәнлеге)
  2. Диагностик бирем:Дәфтәргә число,көн исеме ,килештәрҙе яҙабыҙ. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ ялғауҙарын яҙабыҙ.(Шәхси универсал уҡыу эшсәнлеге)  
  3. Тикшерәбеҙ(әҙер таблица буйынса)      

IV этап.  

 Уҡыу мәсьәләһен өлөштәп сисеү

Маҡсат – алған белемдәрҙе системаға һалыу һәм уҡыу күнекмәләрен, бәйләнешле һөйләм телен  үҫтереү.

IV этап.  

  1. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

-Башҡорт телендә нисә килеш бар?

-Күршегеҙ менән килеш исемдәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.(парҙар  менән эш)

     2.-Ә рус телендә килештәр нисек атала?

 _Сколько всего падежей?Как их называют?

 (Шәхси универсал уҡыу эшсәнлеге)

Дәреслек менән эш.(34-се бит)

Һүҙлек эше:Килеш-падеж

Төп килеш-Именительный падеж

Эйәлек килеш-Притяжательный падеж

Төбәү килеш-Дательно-направительный падеж

Төшөм килеш-Винительный падеж

Урын-ваҡыт килеш-Местно-временной падеж

Сығанаҡ килеш-Исходный падеж

3.Килеш исемдәре ,һорауҙары, ялғауҙары менән танышыу.Таблицаны тултырыу

IV этап.  

1. Диагностик бирем: Схемаларға туры килтереп, һөйләмдәрҙе уйлап дәфтәргә яҙырға. (Танып белеү универсал уҡыу эшсәнлеге)

V этап.  Яңа теманы үҙләштереү һәм нығытыу

Максат.Килеш исемдәрен, һорау һәм ялғауҙарын дөрөҫ иҫтә ҡалдырыу (уҡыусыларҙың иғтибарлығын, хаталарын тикшереү  һәм төҙәтеү.)

V этап.

       1.  -Таблицала бирелгән һүҙҙәрҙе килештәрҙә төрләндереү(һорау һәм ялғауҙарын файҙаланып)

Әсәй,апай,Марат,Фән,Фәрит,икмәк,аш,һыу,

бәлеш(тактала,карточкалар менән)

 (Регулятив универсал уҡыу эшсәнлеге)

  1.  “Аҙашҡан һүҙҙәр”уйыны: -Һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырығыҙ.

Б.к.      тормошта

Төп к.     тормош

Э.к.    тормоштоң

С.к.      тормоштан

Ур.-в.к.тормошҡа

          Т.к.      тормошто

     3.Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөп ҡарағыҙ. Һөйләмде күршегеҙ тәржемә итһен

V этап.  

  1. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырыу

VI этап. Рефлексия.  

VI этап.   37-се бит 71-се күнегеү -дәфтәргә эшләү

-тикшереү

Мин бөгөн дәрестә ------ белдем.

------ ҡыҙыҡлы булды.

Мин ---өйрәндем.

Минең -----------килеп сыҡты.

Мин бөгөн үҙемә ---- билдә ҡуям.

VI этап.  

VII этап.   Йомғаҡлау.

VII этап.  

1.Өй эше. 1 варианттарға – магазин,2 варианттарға  байрам һүҙен килештәр менән үҙгәртеп яҙып килергә

2. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшсәнлеген баһалау.

-билдәләр ҡуйыу.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Г.Тукай. "Исемдә калганнар" автобиографик әсәре

5 нче сыйныфлар өчен Габдулла Тукайның "Исемдә калганнар" автобиографик әсәрен өйрәнгәндә куллану өчен төзелде....

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яһылышы"

5- се класта башкорт теленән дәрес темаһы: "Ф. Ғөбәҙуллина «Башҡортостан флагы». Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең  дөрөҫ яһылышы"...

Дуслыҡ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Дуслыҡ. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше....

"Үҙем тураһында. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше". "О себе. Склонение личных местоимений".

Разработка урока по башкирскому государственному языку в 5 классе, по теме: "О себе. Склонение личных местоимений". Урок развития речи, презентация учащимися себя....

«Образовательный портал «РЕШУ ЕГЭ» и «РЕШУ ОГЭ»

laquo;Образовательный портал «Решу ОГЭ»Дистанционная обучающая система для подготовки к государственным экзаменам «РЕШУ ЕГЭ» и «РЕШУ ОГЭ» создана творческим объеди...

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе

Склонение имен существителных по падежам....

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

Склонение имен существительных по падежам....