"Үҙем тураһында. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше". "О себе. Склонение личных местоимений".
план-конспект урока (5 класс)

Разработка урока по башкирскому государственному языку в 5 классе, по теме: "О себе. Склонение личных местоимений". Урок развития речи, презентация учащимися себя. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Өфө  ҡалаһы  ҡала округы

Орджоникидзе районы муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

98-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе

Тема: Үҙем тураһында.

Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ялмырҙина Әлифә Нурмөхәмәт ҡыҙының

асыҡ дәрес эшкәртмәһе

Өфө-2019

Тема:Үҙем тураһында.

           Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше

(Яңы белем менән таныштырыу дәресе).

Маҡсат: 1. «Үҙем тураһында» темаһы буйынса уҡыусыларҙың үҙҙәре, туғандары тураһында һөйләү  телмәрен үҫтереү.

2. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәрешен өйрәнеү.

3. Уҡыусыны үҙенең бөгөнгө, киләсәк пландары, уй- хыялдары менән уртаҡлаша белергә өйрәтеү.

Үҙен файҙалы, уңышлы кеше итеп тойорға өйрәтеү, балала  үҙ туғандарына ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа  проекторы, экран, таблицалар, карточкалар.

Дәрес барышы:I. Ойоштороу мәле.Сәләмләү.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
  • Һаумыһығыҙ!
  • Кәйефтәрегеҙ нисек?
  • Яҡшы!
  • Шулай булһын! Балалар,әйтегеҙ әле,  һеҙ хайуандарҙы яратаһығыҙмы?
  • Әйҙәгеҙ, хайуандар телендә һөйләшеп ҡарайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ.

II. Артикуляцион күнегеү.(уҡытыусы уҡый).(Слайд №1)

  • Мө-мө-мө,
  • Һау-һау-һау,
  • Бә-бә-бә,
  • Иһа-һа-һа-һай.
  • Һыйыр беҙҙең менән нисек һөйләшер ине ? Кәзә, эт, ат?(Балалар яуапты таба.)
  • Әйҙәгеҙ, төркөмдәргә бүленеп, һыйыр,ат, эт, кәзә булып йырлап ҡарайыҡ.”Маленькой елочке” йырының көйөнә йырлайбыҙ.(Йыр башҡарыла).

III. Өй эштәрен тикшереү. Балалар, һеҙгә өйгә эшкә  һөйләмдәр төҙөргә бирелгән.                  

                   Кемдәр уҡырға теләй? (2-3 уҡыусы).Рәхмәт.

-2-

IV.Яңы лексик тема өҫтөндә эш.

Теманы билдәләү. (Слайд №2)

                 - Балалар, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы экрандағы шиғыр эсенә йәшеренгән.

Мин уҡыйым. Һеҙ тәржемә итегеҙ. Ә хәҙер хор менән  уҡыйыҡ.

«Аҡыллы, тыйнаҡ, тырыш,

     Егәрле, матур, түҙем…»

     Аҡыллы матур бала

     Булам бит ул мин үҙем!(Р.Рәхимғолова).

  • Был шиғырҙа кем тураһында һүҙ бара?(о ком идет речь?) Балаларҙың теманы билдәләүенә  ирешеү. (О себе).
  • Тимәк, бөгөн беҙҙең темабыҙ “Үҙем тураһында”.

  1. Маҡсатыбыҙ – үҙебеҙ тураһында һөйләргә өйрәнәсәкбеҙ.

Числоны, теманы яҙабыҙ.

Бишенсе февраль .

Үҙем тураһында.

Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреүен өйрәнеүҙе нығытабыҙ.).

(Слайд №3)

         2.Һүҙлек эше:Тәүҙә яңы һүҙҙәрҙе өйрәнәйек:

Хыял – мечта

Һөнәр – профессия

Яратҡан шөғөлөм – мое любимое увлечение, хобби.

Танцы – бейеү.

Китап уҡыу – чтение  книг

Киләсәктә – в будущем

 Врач буласаҡмын – буду врачом.

Һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлау, һүҙлек дәфтәренә яҙҙырыу.

V.Балалар,  китапта  106 –сы күнегеүҙе табып, уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ.

       -  Ульяна Иванова үҙе тураһында нимә һөйләй?

       -  Ә һеҙ үҙегеҙ тураһында ни әйтерһегеҙ?

Һорауҙарға – яуаптар бирәбеҙ.

-3-

– Һинең исемең кем,фамилияң – кем? Тыуған көнөң- ?

  1. – Нисәнсе класта уҡыйһың? Нисәнсе мәктәптә уҡыйһың?
  2. – Һин ҡайҙа йәшәйһең?
  3. – Һинең туғандарың бармы?
  4. –Һинең яратҡан шөғөлөң?
  5. - Һинең хыялың?

(Балаларҙан үҙҙәренең ғаиләһе, шөғөлө, хыялы тураһында һөйләтеүгә  ирешеү).

VI. Хәҙер үҙебеҙҙең  турала мәғлүмәт, резюме төҙөп ҡарайбыҙ, сөнки бөгөнгө көндә  яҡшы эшкә урынлашыр өсөн резюме кәрәк. Резюме – француз теленән алынған һүҙ. Это сведения о своем образовании, профессиональном опыте, научных интересах, сообщаемых письменно  претендентом на какую– либо  работу, должность.

Таратма  материал биреү. (Эш аҙағында резюме өлгөһө)

Карточкаларға  резюме  яҙҙырып уҡытыу. Афарин!

VII. Балалар, экрандағы мәҡәлдәрҙе уҡып тәржемә итәбеҙ.).(Слайд №4)

Ағасты япраҡ биҙәй,

Кешене хеҙмәт биҙәй.

Ағас емеше менән,

Кеше эше менән матур.

  • Мәҡәлдәрҙеһеҙ нисек аңлайһығыҙ?(Балаларҙы тыңлағас, йомғаҡлау).
  • Эшләп йәшәгән кеше генә матур була.

(Слайд №5).

       - Экранда һеҙҙең өсөн хеҙмәт тураһында бер матур йыр.Уны уҡып тәржемә

итәбеҙ.

Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек бесән сабалар?

Бына шулай, бына шулай,

Шулай бесән сабалар.

 Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек икмәк баҫалар?

-4-

Бына шулай, бына шулай,

Шулай икмәк баҫалар.

Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек утын яралар?

 Бына шулай, бына шулай,

                                    Шулай утын яралар.

Әйтегеҙ әле, балалар,

Нисек күңел асалар?

                                                 Йырлап-  бейеп, уйнап-  көлөп,

Шулай күңел асалар.

Ә һеҙ эшләргә яратаһығыҙмы?(Эйе)

VIII. Улай булғас, физик эш эшләп, ял итеп алайыҡ.  ( Музыка).

(Бергә йырлап та , бейеп тә ял итәбеҙ).

IX. Грамматик тема өҫтөндә эш.

  • Балалар, зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше темаһына  күсәйек.
  • Башҡорт телендә нисә килеш бар?
  • Ниндәй зат алмаштарын беләһегеҙ?
  • Экранда бирелгән күнегеүҙе эшләйбеҙ. Таблицаны ҡулланып, рус телендә бирелгән зат алмаштарын башҡортсаға тәржемә итеп, һөйләмдәрҙе яҙабыҙ.

(Слайд №6).

  • Балалар, ниндәй  кешенән өлгө алырға мөмкин?

X. Яҡшы эшкә урынлашыр өсөн, үҙеңде хөрмәт итһендәр өсөн, ни эшләргә кәрәк?

Тәртипле, аҡыллы, һау, матур, эшсән, уңышлы булырға кәрәк. Афарин.

 Экранда һеҙҙең  өсөн шиғыр бар. Бергәләп ҡысҡырып уҡыйыҡ.

(Слайд  №7)

Әсәй әйтә: « Матурым,”

 Атай әйтә: “ Батырым”,

-5-

Өләсәйем: “ Алтыным”,

Олатайым: “ Яҡыным”.

Матур ҙа мин, батыр ҙа,

Алтын да мин, яҡын да,

Маҡтанырға   саҡ ҡына,

Барҙыр минең, шулай булғас,

 хаҡым да!

XI. Йомғаҡлау. Баһалау.

  • Уҡыусылар,  бөгөн беҙ дәрестә нимәгә өйрәндек?
  • Үҙебеҙ тураһында мәғлүмәт биреп өйрәндек. Резюме яҙырға өйрәндек.    

     Хыялдарҙы һөйләнек. (Балаларҙың яуабы).

  • Дәрестә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт! Хыялланырға яратыуығыҙ өсөн барығыҙға ла “5”-ле!

Өй эше: Хыялығыҙҙы һүрәткә төшөрөгөҙ.

Хеҙмәт тураһында бер мәҡәл, бер йомаҡ яҙығыҙ.

  • Һау булығыҙ!

Резюме

Минең исемем  _____________  , фамилиям _______________________,

Тыуған көнөм _________

Мин  ____________   йәшәйем.

Мин ___________се гимназияла,   __________________класта уҡыйым.

Минең атайым, әсәйем,_____________________________________бар.

Минең яратҡан шөғөлөмкитаптар уҡыу, _____ ______________________ _________________________________________________________


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок русского языка в 6 классе "Личные местоимения. Роль личных местоимений в речи".

Урок русского языка в 6 классе "Личные местоимения. Роль личных местоимений в речи"раскрывает особенность изучения местоимений. Все задания разноуровневые, доступны для всех учащихся в классе....

Урок русского языка «Склонение личных местоимений» для учащихся 9 классов коррекционных школ VIII вида

Урок русского языка по теме «Склонение личных местоимений» предназначен для учащихся 9 классов коррекционных школ VIII вида. Цель и задачи данного урока состоят в том, чтобы повторить знания учащихся ...

«Личные местоимения. Роль личных местоимений в речи» урок в 6 классе

Урок в 6 классе по теме:«Личные местоимения. Роль личных местоимений в речи» ...

склонение личных местоимений

конспект урока по письму и развитию речи в 8 классе коррекционнойшколы 8 вида...