Открытый урок по башкирскому языку (государственный).Тема урока "Башкиркские народные праздники. Сабантуй.
план-конспект урока (5 класс) на тему

 Урок на тему: "Башкирские народные праздники.Сабантуй". Представленный материал рекомендуется в качестве дидактического материала для проведения урока башкирской литературы с использованием интегрированных знаний по культуре Башкортостана и музыки.Способствует развитию патриатизма и самосознания, любовь и уважения к родной земле и народу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл sabantuy_2.docx294.63 КБ

Предварительный просмотр:

Л.С.Кәлимуллина,

Өфө ҡалаһы  11-се Аксаков гимназияһы уҡытыусыһы

Һабантуй- башҡорт халҡының милли байрамы. Исем темаһын ҡабатлау.

(v класс)

Маҡсат. Башҡорт халҡының милли байрамы –Һабантуй тураһында белемдәрен нығытыу, яҙғы һынамыштар тураһында мәғлүмәт биреү. Тәбиғәткә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. «Исем” темаһын ҡабатлау.

Йыһазландырыу. Компьютер, мультимедиа, дәреслектәр.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу. Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!Бөгөн көн шундай матур! Ҡояш та беҙгә йылмая. Әйҙәгеҙ, күңелдәребеҙ күтәрелһен өсөн бер-беребеҙгә йылмайыу бүләк итәйек.

Артикуляцион күнегеү.(Уҡыусылар менән өйрәнелгән шиғырҙы ҡабатлау)

Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,

Үҙ төҫө бар һәр айҙың.

Зәңгәр сирен йәшел үлән

Бигерәк йәмләй яҙҙы!

                 (Т.Дәүләтбирҙина.)

Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу. Уҡыусылар һеҙ белеүегеҙсә беҙ йыл һайын гимназияла урыҫ халҡының милли байрамы- “Масленица”-“Ҡоймаҡ байрамын”үткәрәбеҙ. Был байрамдың үҙенсәлектәре ниҙә?(  Әңгәмә). Ә башҡорт халҡының милли байрамы ниндәй? Уның үҙенсәлектәре ниҙә икән ул? (Экранда Һабантуй байрамының видио яҙмаһын ҡарау). Ни өсөн «Һабантуй”байрамы тип аталған?

2.Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

1) һүҙлек эше: һабан-плуг; туй- праздник,свадьба; көрәш-борьба, яҙғы сәсеү- весенней посев, халыҡ- народ, баҫыу- поле, сыйырсыҡ-скворец, һынамыш-примета, хеҙмәт- труд.

2)яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Һүҙҙәрҙе кем? нимә? һорауына бүләләр

Нимә?

Кем?

һабан

халыҡ

туй

көрәш

баҫыу

хеҙмәт                              

сыйырсыҡ

һынамыш

Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Исем тураһында кем нимә өҫтәй?

3) Экрандағы һөйләм өҫтөндә эш.

Сыйырсыҡтар- яҙҙың килеүен хәбәр итеүсе ҡоштар.

 Сыйырсыҡтар һүҙенә һорау биреү.(Һығымта: башҡорт телендә кешеләргә генә кем? һорауы бирелә)

3.Физминут. (Яҙ тураһында йыр тыңлау)

4)Экрандағы шиғыр юлдарына ай исемен ҡуйып күсереп яҙырға, уртаҡлыҡ исемдәрен табырға.  

Килде беҙгә бер апай.

Үҙе шат, үҙе ябай.

Ә исеме .......  икән,

Сәскәләргә бай икән.

Гел йылмайып һөйләшә,

Бәхет, шатлыҡ өләшә.

Миндә байрам күп, тиеп,

..........апай йөрөй бейеп.

                   (Г.Юнысова. )

4.Дәреслек өҫтөндә эш. (Һабантуй тексты менән танышыу)

а) өлгөлө уҡыу

б)сылбырлап уҡыу

в)статистик парҙар менән эшләү.( Ике уҡыусының эшмәкәрлеге. Һорауҙарға яуаптар эҙләү).

Башҡорт халҡының милли байрамдары бик күп улар менән танышыу өсөн ошо эште башҡарайыҡ: (байрамдарҙың йөкмәткеһен уҡып, исемен табыу)

Был байрамды яҙғы сәсеү эше тамамланып йәй башында ойошторалар. Бында ҡатын –ҡыҙҙар, йәштәр ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы биҙәп үҙҙәре менән алып килгән ашамлыҡ (бутҡа,ҡаймак,творог,икмәк,бауырһаҡ,бал һ.б.)менән һыйланғандар.Байрам аҙағында бутҡаны таш өҫтәренә, түнгәктәргә һалып ҡоштарҙы һыйлағандар. Халыҡ үҙ ғаиләһенә именлек, мул тормош һораған.

Бик күңелле милли байрамдарҙың береһе бар халыҡ йылы көндә,йәй башында йәшел яланда,йылға буйында йыйылып төрлө уйын,йыр, бейеү менән күңел аса, коллектив сәй эсә. Һәр хужабикә үҙенең уңғанлығын, алсаҡлығын күрһәтеп һый-хөрмәт әҙерләй, сәй эсерә. Кем иң ихласы шуға уңышлы йыл килер тигән һүҙҙә булған был байрамда.

Кәкүк сәйе (йома сәйе)

Шулай итеп милли байрамдар халыҡты берләштерә, дуҫлыҡты нығыта, киләсәккә яҡты өмөт, тыныслыҡ тойғоһон, бер-береңә иғтибарлыҡ, ихтирам арттырыу менән мөбәрәк. (Слайдтарҙа милли байрамдарҙың һүрәттәрен күрһәтеү)

5.Нығытыу.

Һабантуй байрамында ойошторолған уйындарҙы, ярыштарҙы һанау.(ат сабышы, милли көрәш, тоҡ менән бүрәнә өҫтөндә һуғышыу, көршәк ватыу) “Тирмә” уйынын уйнау.

Юрта (Тирмэ)

Һабантуй байрамын халыҡ ҡайһы мәлдә байрам итә? Тимәк, яҙғы сәсеү эштәре бөткәс байрам итәләр, шуның өсөн дә «праздник плуга” тип атала был байрам.

6. Йомғаҡлау. Тимәк, “Һабантуй” байрамы борон –борондан килгән милли байрамдарҙың береһе. Халыҡ яҙғы сәсеү эштәре бөткәс бик күңелле байрамға йыйылырға айырыуса яратҡан. Унда йәше-ҡарты, бала-саға төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, ат сабыштарын ҡарап күңелле ял иткән. Һәр хеҙмәтсән халыҡтың теләге- мул, бай уңыш алыу, әммә борондан килгән һынамыштарға ла күҙ- ҡолаҡ һалырға онотмаған халыҡ.

7.Өйгә эш. Яҙ миҙгелен белдереүсе, яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу мәлен иҫкәртеүсе халыҡ һынамыштарын яҙып килергә.

8. Рефлексия. Һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? (Уҡытыусы уҡыусыларға баһа ҡуя).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Открытый урок по башкирскому языку. Тема "Части тела" кл 5.

Тема. Части тела. Тән өлөштәре.Цели: обучение башкирскому языку, усвоение новых слов,понятий, названий частей тела;развитие логического мышления, внимания,слуха, слухо-зрительного восприятия;вос...

Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.

Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Открытый урок по английскому языку в 5 классе по теме "Мои любимые праздники"

ОТКРЫТЫЙ УРОК  английского языка ПО ТЕМЕ « МОИ ЛЮБИМЫЕ ПРАЗДНИКИ»,проведенный в 5ж классе в рамках областного семинара « Дистанционное обучение детей с ограниченными возможностями»....

Открытый урок по немецкому языку по учебнику Н. Гальсковой «Итак, немецкий» в 8 классе по теме «Праздники Германии»

Открытый  урок по немецкому языку по учебнику Н. Гальсковой «Итак, немецкий» в 8 классе по теме «Праздники Германии»...

Открытый урок по английскому языку в 7-м классе Тема урока "Праздники и фестивали "

Используя игровые, групповые, информационно-коммуникативные технологии, учитель создаёт условия для предотвращение забывания усвоенного материала и углубление его связей с ранее изученным, для проявле...

конспект открытого урока по английскому языку в 3 классе по теме "Праздники " Рождество в Британии"

В конспекте представлена технологическая карта открытого урока английского языка в 3классе по теме" Праздники " "Рождество в Британии"...