Педагогик эссе
статья на тему

Сатлыкова Гөлнара Сыңғыҙ ҡыҙы

Мин - уҡытыусы!

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pedagogik_esse_min_-_ukytyusy.docx18.23 КБ

Предварительный просмотр:

Мин – уҡытыусы!

(педагогик эссе)

    Уҡытыусы!.. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

    Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

    Уҡытыусы-бөтә һөнәр кешеләренә лә иң элек хәреф танырға өйрәтеүсе. Унан да бөйөгөрәк,хөрмәтлерәк һөнәр юҡтыр. Ниндәй генә юғары дәрәжә биләгән кеше булмаһын, уҡытыусы аша кеше була, бейеклектәргә урләй һәм бөйөккә әйләнә. Заман үҫешкән һайын яңынан-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Әммә шулар араһында уҡытыусы  һәр саҡ иң юғары баҫҡысты биләй.        

 Мин – Уҡытыусы! Яҡтылыҡҡа, белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәүсе мөғәллимә!      Уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Сөнки мине уратып алған мөхиттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, әҙәбиәттең роле һанап бөткөһөҙ. Мәктәпкә төшөр алдынан, парта артына ултырыр алдынан уҡ үҙ тиҫтерҙәрем менән уҡытыусы булып уйнау, ағай-апайымдың ошо һөнәрҙе яратып һайлауҙары, уҡытыусыларымдың дәрестәрен иҫем китеп тыңлауым – былар барыһы ла тәьҫир иткәндер минең ошо һөнәремде һайлауымда. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан- арта барҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ,Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия  академияһының башҡорт филология факультетына юлландым. Бында әсәм теленә һөйөү арттырыусы алдынғы уҡытыусылар, күренекле шәхестәр менән донъя мине осраштырҙы. Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек, йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде. Был һабаҡтар миңә әле лә көс, дәрт, илһам бирә. Артабан туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән белем биреү өмаҡсаты менән Талбазы ауылының икенсе мәктәбенә килдем. Һәм аңланым: уҡытыусы һөнәре – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе һәм уның ҡулдарында кеше киләсәге, яҙмышы. Уҡытыусы булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара. Балаларҙы тормошҡа өйрәтеү, милли рух тәрбиәләү, теленә ҡарата ихтирам, хөрмәт, һөйөү булдырыу, уның бар нескәлектәрен аңлатыу, байлыҡтары менән таныштырыу – былар барыһы ла  башҡорт теле уҡытыусыларының ҡулында. Уҡыусыларҙың туған телдәрен яратып уҡыуҙары, һағынып көтөүҙәре, дәрестәрҙә һәм дәрестәрҙән тыш сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡанташыуҙары уҡытыусыны ҡыуандыра, ғорурландыра. Бының өсөн, балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн уҡытыусының үҙенән күп көс талап ителә. Донъя күләмендә глобализация барғанда интернет селтәренең үҫешкән дәүерендә заман талаптарына яраҡлаштырып дәрес үткәреү – уҡытыусының бурысы. Мин шуға күрә үземдең дәрестәремдә электрон уҡытыуҙы, интернетты киң файҙаланам, компьютер тесттарын ҡулланам. Компьютер технологияларын һәр дәрестә актив ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, уҡыусыны һәр яҡлап үҫтереү өсөн ярҙам итә.  Шуның менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым.

Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы булыу еңел түгел! Минең уйлауымса, ысын уҡытыусы булыр өсөн ғүмер буйы уҡырга, өйрәнергә, иң мөһиме балаларҙы яратырга һәм хөрмәт итә белергә кәрәктер. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем.  Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән бергә атлаусы, уны һәм йәмғиәтте төҙөүсе, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыусы – ул уҡытыусы! Үҙ һөнәреңде яратып, хезмәтеңә күрә хөрмәтен дә тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет бар микән?!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе "Взгляд на педагогику"

Размышления о назначении педагога...

Эссе по педагогике на тему "Педагогическая система Я. Корчака" "

Эссе по педагогике.  Педагогическая система Я. Корчака. Главный постулат педагогических принципов Я.Корчака - абсолютнейшая ценность детства."Те, у кого не было безмятежного детства, страдают всю...

Эссе по педагогике по книге Джона Локка “Мысли о воспитании» (1693).

Данное эссе раскрывает мой взгляд на теорию педагогики Джона Локка....

Моя педагогика (эссе)

В эссе отражено мое видение места педагога в школе....

Минең педагогик эссе.

Һәр кешенең үҙ һөнәренә ҡарата уйланыуҙары, һығымта яһауы була. Был юлдар ҙа хеҙмәт юлындағы төрлө күҙәтеүҙәрҙән сығып яҙылды....

Заман балалары яңа формат сорый (педагогик эссе).

Стәрлетамак шәһәренең татарлар конгресы оешмасы, татар теле укытучылар оешмасы һәм башкорт һәм төрки телләр филологиясе факультеты төрле яңа форматларда чаралар үткәрде....

Педагогик эссе

Исем дә кешенең нинди милләт вәкиле икәнен күрсәтеп тора бит. Телебез белән бергә үзебезнең төрки-татарча, гарәпчә-фарсыча үзенчәлекле яңгырашлы исемнәребезне дә югалтмасак иде. Менә мин, киләчәк...