Кисә. Кластан тыш сара
классный час
Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллинаның “Илгә һибәм йөрәй йылымды” тип исемләнгән осрашыу кисәһе.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Айһылыу Ғарифуллина менән осрашыу | 19.01 КБ |
Предварительный просмотр:
1-се а.б.Хәйерле көн хөрмәтле Айһылыу Рәжәп ҡыҙы!Һаумыһығыҙ хөрмәтле китап һөйөүселәр,килгән ҡунаҡтар,уҡытыусылар,уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә күркәм кисә.Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп,йәшәүгә дәрт,илһам уятыусы,күренкеле шағирә,Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллинаның “Илгә һибәм йөрәй йылымды” тип исемләнгән осрашыу кисәһенә йыйылғанбыҙ.
2-се а.б.Төпкөлдәрҙең ҡыҙы-серле үҙем,
Ҡурай моңон алһын әйтер һүҙем
Хистәремде әйтер телем йәшәй:
Ерем,икмәк,мөхәббәтем,әсәй!
Тауҙар ҡыҙы бит мин-ғорурмын да,
Тик берәүгә тоғромон да:
Тауҙар бейеклеге алға өндәй,
Халҡым бөйөклөгө аҡ нур төндә.
1-се а.б.Һәр ижад кешеһе-үҙе бер ҡабатланмаҫ донья.Улар болондағы сәскәләр кеүек:төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй.Берәүһен генә өҙ,матурлыҡ һүрелә төшә,гүзәллек кәмей.Шуға ла шиғриәт һәм моң тигән донья күптәребеҙҙең күңелен арбауы тәбиғи.Ә инде ижад кешеләренең үҙҙәре менән һөйләшеү,айырыуса ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
2-се а.б. ә хәҙер тыуған ерҙең тоғро ҡыҙы-тәбиғәт балаһы,Мәһәҙей ауылы ҡыҙы Айһылыу Ғарифуллинаның тормош юлына байҡау яһайыҡ.
Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина 1968 йылдың 14 ғинуарында Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә етенсе бала булып доньяға килгән.Мәктәпте тамамлағас,Башҡорт Дәүләт Университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факултетында белем ала.Унан һуң,Ҡолғана ауылында балалар уҡыта.2002 йылдан Бөрйән районы ”Таң” гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.”Гөрләүек”,”Йондоҙ асам” исемле шиғыр китаптары авторы.2000 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.Айһылыу Ғарифуллина беҙгә”Аҡ ҡауырһын”,”Көмөш йөҙөк”,”Алаңғырт-бөләңгерт” исемле шиғри йыйынтыҡтары аша ла таныш.Уның һәр шиғыры әҙәбиәтебеҙҙә ынйы булып балҡып тора.
1-се а.б.Бөрйән тәбиғәте ҡосағында тыуған кешенең моңһоҙ булыуы мөмкин түгел.Бындағы һәр ағастан,сылтырап аҡҡан шишмәләрҙән,хатта үлән ҡыяғынан моң ағыла.Урал батыр беҙ тоҡомонан,беҙ Бөрйәндәр бергә бер йәндәр тип ил ғәмдәре менән янып-көйөп йәшәйем,хәлемдән килгәнсә дәртләнеп ижад итәм.атайсалымдың мәғрүр тәбиғәтенә,ғәзиз төйәгемә эскерһеҙ мөхәббәтем,замандаштарыма ҡарашым,өмөт-хыялдарым шиғриәтемдә сағыла икән-мин шат ти Айһылыу.
Ильмира Алгазина “Беҙ-бөрйәндәр”
Уҡыусылар башҡарыуында “Бөрйәнем”йыры
2-се а.б.Айһылыу Рәжәп ҡыҙының ижадын юғары баһалаған райондың,республиканың күренекле шәхестәренең фекерҙәре лә бихисап.Шуларҙың береһе Рәшит Шәкүр 2013 йылда “Йәшлек” гәзитендә баҫылған мәҡәләһендә бына нимә тип яҙа:
Талантлылар,талантһыҙҙар бәйгеһендә
Уртаҡулдар уҙып китә барыһын да.
Рух илсеһе булырҙай шағирҙар һирәгәйҙе.Тик сәләмәт рухлы шиғриәт кенә тарихи һәм милли хәтерҙе һаҡлай,хаҡлыҡты матурлыҡты яҡлай,бер маҡсатҡа туплай.Рухым күтәрелде минең дә,эйәрләнем мин дә атымды,тип шиғри һүҙе менән Салауат батыр изге яуға әйҙәгән.Шиғырың менән рухландырып,һалдың беҙҙе аҡ юлға,тип яҙған Шәйехзада Бабич.Был мөҡәддәс юлды,был бурысты,был маҡсатты дауам итеүселәр бармы беҙҙә?Илем,телем,көнөм тип яҙған Рәми Ғариповтай фиҙакәр шағирҙар бармы арабыҙҙа?Ошондай фиҙакәр шағирҙар рәтенә мин Айһылыу Ғарифуллинаны индерер инем.Шағирә, минеңсә,беҙҙең өсөн тормоштоң һәләкәтле һыҙаттары асыҡланһын,барған үҙгәрештәргә күҙебеҙ асылһын,тип ижад итә.Донья Айһылыуҙай зирәк,сая,оҫта ижади көстәр менән алға бара.
1-се а.б.Эйе,хаҡлыҡ та,дөрөҫлөк тә бар.Ысынлап та уның һәр бер шиғырында иле,теле,халҡы тип янып көйөүе ярылып ята.Һеҙҙең иғтибарығыҙа Айһылыу Ғарифуллинаның бер шәлкем шиғырҙарын уҡыусылар яттан һөйләп ишеттерә.
(шиғырҙар ятланыла)
“Башҡортҡа” Дамир ятлағандан һуң,
Халыҡтарҙы берләштергән моңдар,
Үҙ эсенә алған йылдарҙы,
Беҙҙең ағинәйҙәр йырҙары.Улар башҡарыуында”Башҡорт теле” йыры.
2-се а.б.райондың атҡаҙанған уҡытыусыһы,абруйлы шәхес,үҙе лә шиғырҙар ижад итеүсе,аҡһаҡал ,мәрхүм Зәки Сөләймәнов үҙенең яҡташына ошондай юлдар яҙып ҡалдыра:
Уфтанғандар әйҙә,уфтанһындар
“Бөрйән ҡыҙҙары,тип ,ай,һылыу!”
Һылыу булыу ғына етмәгәндер,
Уларға хас хискә бай булыу,
Һин раҫлайһың шуны,Айһылыу.
Шул хистәрең йөрәгеңә һыймай,
Шиғыр булып сыға урғылып
Йәшә,һөйлә,көйлә гел ауылса,
Урман төпкөлөнән тирә яҡҡа
Балҡы,әйҙә,балҡы нур булып!
Тупаҫлыҡтар менән вәхшилектәр
Байрам итһәләр ҙә бер яҡта,
Нескәлектәр,гүзәлектәр бөтмәҫ,
Ишәйерҙәр улар һәр саҡта
Айһылыуҙар ерҙә бар саҡта!
Һеҙҙең өсөн”Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе.
1-се а.б.Айһылыу Ғарифуллина тураһында шағирә Гөлназ Ҡотоева:Айһылыу –тәбиғәт балаһы,ул тыуып үҫкән Бөрйән районының мәғрүр тауҙары ла,ғорур ҡарағайҙары ла,аҡ сырайлы ҡайындары ла уның яҙмаларында ҡабатланмаҫ шиғри биҙәккә әүерелә “ тип яҙа.Эйе,айһылыу Ғарифуллинаның шиғриәте иҫ киткес фәлсәфәле,моңло шиғриәт ул.Ғүмере буйы ул тыуған төйәк гүзәллеген маҡтап туймай.Уның шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән.Шағирәнең күңел емештәренең һеҙҙең күңел ҡылдарын сиртеренә иманыбыҙ камил.
Айһылыу Рәжәп ҡыҙының шиғырына ижад ителгән йыр “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма".
Йыр “Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма”
2-се а.б. Намаҙ уҡыу,ураҙа тотоу,”Ҡөрьән” уҡыу,доғалар менән таң аттыры,көндө оҙатыу-инде күптән Айһылыу Рәжәп ҡыҙының төп йәшәү рәүеше,уның рухи сығанағы.Намаҙға баҫҡас,Аллаһ миңә ваҡыт бәрәкәтен бирҙе-элек эшләп өлгөрмәгән эштәремде йырлап эшләй башланым.Шиғыр яҙыу-Аллаһ күңелгә биргән илһам ти шағирә.
“Шөкөр итәйек! З.Идрисова ятлай
1-се а.б. Айһылыу Ғарифуллинаның ижадын үҙ итеп,үҙе лә иманды юлдаш итеүсе ауылдашыбыҙ Алһыу Зариповаға һүҙҙе бирәйек.
(Шиғыр ятлай)
2-се а.б.Ә хәҙер һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Әбүбәкиров Нуредтин Бәҙредтин улына бирәйек, рәхим итегеҙ
1-се а.б. Әйҙәгеҙ әле һүҙҙе Айһылыу апайҙың үҙенә бирәйек.Рәхим итегеҙ Хөрмәтле Айһылыу рәжәп ҡыҙы.(һөйләй).
Уҡыусыларҙың һорауҙары
2-се а.б. Быйыл Айһылыу Ғарифуллинаның юбилейы.Ошо уңай менән беҙҙә Әтек мәктәбе,халҡы исеменән уны ошо алтын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ,һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ,оҙон ғүмер,артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ.(бүләк ) тапшырыла.
Һәм тик һеҙҙең өсөн генә ижад иткән Байморатова Гөлгөнә Сәләймән ҡыҙының таҡмаҡтарын музыкаль ҡотлау сәләме итеп ҡабул итеп алығыҙ Айһылыу Рәжәп ҡыҙы.
(таҡмаҡтар йырлайбыҙ)
1-се а.б.Бына күркәм сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты.Хөрмәтле Айһылыу Рәжәп ҡыҙы, һеҙгә ошондай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.Беҙ ошондай матурлыҡҡа,шиғриәткә ғашиҡ шәхес менән осрашыуыбыҙға,аралашыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ.Сәләмәтлек,оҙон ғүмер теләп хушлашабыҙ.Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен,ҡәләмегеҙ үткер,фекерегеҙ тос булһын.Киләсәктә Аллаһ бирһә, һеҙҙең менән тағы ла осрашырға яҙһын.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
4 кластан математика пәнінен КТЖ
Математика сабағына әдістемелік құрал...
Сабыр түбі-сары алтын
Өзін өзі тану пәнінен сабақ жоспары...
Урок - экскурсия “Как прекрасен край родной ” (д. Сары)
Одной из форм экологического воспитания является экскурсия. Метод наблюдения – является основным методом изучения окружающей среды. На экскурсии в природу дети обращают внимание на красоту природы, уч...
Сценарий алтайского праздника Сары бурдин байрамы" (Золотая осень) составлен на двух яхыках: русском и алтайском
Сценарий алтайского праздника Сары бурдин байрамы (Золотая осень) для начальных классов с презентацией и музыкой....
Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир (Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)
Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)...
Внеклассное мероприятие по ПДД для начальных классов на башкирском языке. Кластан тыш сара. Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Внеклассное мероприятие в начальной школе по профилактике детского дорожно-транспортного травматизма «Знаешь ли ПДД?».Цель мероприятия : закрепить знания детей о...