Внеклассное мероприятие по ПДД для начальных классов на башкирском языке. Кластан тыш сара. Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
классный час (2 класс)

Галимова Айгуль Равиловна

 Внеклассное мероприятие в начальной школе по  профилактике детского дорожно-транспортного травматизма   «Знаешь ли ПДД?».

Цель мероприятия : закрепить знания детей о  дорожных знаках  и правилах дорожного движения, воспитывать умение самостоятельно пользоваться полученными знаниями в повседневной жизни. Способствовать развитию мышления, скорости реакции, познавательной активности, создание атмосферы взаимовыручки. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yul_yorou_kagizhe_buyynsa_klastan_tysh_sara.1-4_klastar.docx20.05 КБ

Предварительный просмотр:

Кластан тыш сара.

Тема: Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Маҡсат:юл ҡағиҙәләре тураһындағы белемде нығытыу,алған белемдәрҙе көндәлек тормошта ҡулланырға,уйлау һәләтен үҫтереү,кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәтеү.

Сара барышы

Алып барыусы,3 бала сыға.Балалар сиратлап шиғыр һөйләй.

Светофорға ҡарап барам,

Һары,йәшел һәм ҡыҙыл.

Тиҙ генә сығам тиһәм,

Машина бара уҙып.

Йәшел төҫө янғас ҡына,

Урам аша һаҡ атлайым.

Ҡыҙыл төҫкә сыҡма тигән

Ҡағиҙәне ятлайым.(балалар сыға)

Алып барыусы:

-Хәйерле көн уҡыусылар,уҡытыусылар,тәрбиәселәр,килгән ҡунаҡтар!Бөгөн беҙ юл йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатларға йыйылдыҡ.

Юлың хәүефһеҙ булһын тиһәң –юлда һәр ваҡыт иғтибарлы бул.

Белмәҫйән туп уйнап сыға.

Минең иң яҡын дуҫым

 Йомроҡай ғына тубым.

Юл буйлап йүгерәһең

Күңелде күтәрәһең.

-Эй,Белмәҫйән,нимә эшләп йөрөйһөң ул бында?

Б:-Бәй,күрмәйһеңме ни? Туп уйнайым.Бииик күңелле, һин дә миңә ҡушыл.

-Туҡта әле,Белмәҫйән,юлда туп уйнарға ярамай икәнен белмәйһеңме ни?

Б:-Юҡсы,ә ниңә ярамай?

-Әйҙә ул турала балаларҙан һорап алайыҡ.(яуаптарҙы тыңлау)

Б:-Хәҙер белдем инде ни өсөн юлда уйнарға ярамағанын.Башҡа юлда уйнамам,тик балалар майҙансыҡтарында ғына уйнаясаҡмын.(сыға)

Ҡуян йүгереп сыға.

-Эй,һин кем?

-Мин светофорҙың уҡыусыһы,ҡуян!

-Ҡуян,ә һин юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

-Ә ниңә миңә уны белергә,уларһыҙ ҙа бик яҡшы йәшәйем әле.

-Хәҙер тикшерәбеҙ.Зиңһар өсөн әйт әле,юл аша нисек сығырға кәрәк?

-Нисек,нисек дүрт аяҡлап.

-Ә машина,автобусты нисек урап сығырға?

-Ә ниңә уны урап сығырға ти инде,минең аяҡтарым оҙон һикереп тә сығырға мөмкин тиҙ генә.Иң ҡыҙығы тәгәрмәстәр араһынан сығыу.

-Ярҙам  итегеҙ әле ҡуянға, уҡыусылар.Автобус,машиналарҙы нисек сығырға кәрәк?

-Дөрөҫ,арттан урап сығырға кәрәк.

-Әйт әле,ә юл эргәһендә уйнарға яраймы?

-Ниндәй уйын булыуына ҡарап инде.Шахмат уйнап булмай...

-Ни өсөн?

-Машиналар бөтә фигураларҙы тапап китәсәк.Бына хоккей уйнаһаң була.

-Балалар,ул дөрөҫ әйтәме ул?

-Ысынлап та,юҡ.

-Күп нимә белдем әле мин һеҙҙең менән.Юл ҡағиҙәләрен белеү бик кәрәк икән.Рәхмәт,өйрәткәнегеҙ өсөн.(сыға)

Алып барыусылар сыға.

-Әйҙәгеҙ әле ,уҡыусылар юл тураһында йомаҡтар сисеп алайыҡ.

1.Барам,барам,осо юҡ.(юл)

2.Йәйен,көҙөн,яҙ,ҡышын
Иртән,кисен,көндөҙөн,
Аса,йома өс күҙен

Телһеҙ әйтәҙер һүҙен,

Бик тиҙ аңлайҙар үҙен.(светофор)

3.Транспортта ултырып йөрөгән кешене нисек атайҙар?(пассажир)

-Афарин!Күп беләһегеҙ икән.

-Ә беләһеңме,Зарина,был байрамға бөтә класс уҡыусылары ла сығыш әҙерләгәндәр.Әйҙәгеҙ,сәхнә түренә 1 б класс уҡыусыларын саҡырайыҡ.

-Бик шәп сығыш.Ә хәҙер 2а класын көслө алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.

-Сәхнәгә 2б класы уҡыусыларын саҡырайыҡ.

-Һай,афариндар,бәләкәй генә булһалар ҙа ҡайһылай шәп һөйләйҙәр.Сәхнәгә 3а класын саҡырайыҡ.

-Шәп,бигерәк шәп.Сәхнә түренә 3б-ларҙы саҡырайыҡ.

-Беләләр былар,беләләр юл ҡағиҙәләрен!Ә 4а класы беҙгә нимә тураһында һөйләр икән,тыңлап китәйек.

Афарин!Сығыш өсөн 4б класы уҡыусыларын саҡырайыҡ.

Рәхмәт һеҙгә,уҡыусылар!Бик яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ.

-Юлда күңелһеҙ хәлдәр булмаһын тиһәгеҙ,һәр саҡ юл ҡағиҙәләрен иҫеңдә тот!

Авария инә.

-Был ниндәй ғәҙелһеҙлек? Ни өсөн светофорҙы бөтәһе лә ярата,хөрмәт итә,ҡәҙерләй !Ә мине берәү ҙә яратмай икән! Бөтә ерҙән ҡыуалар!Юлда ла йөрөргә ярамай.Юлда йөрөү ҡағиҙәләрен бөтәһе лә белә,ятлай!Хатта шул белгестәргә ҡарағым да килмәй.Кемгә кәрәк ул юл ҡағиҙәләре?Бына берәү ҙә күрмәгәнда ҡылайым әле эштәр,белһендәр юлда кем хужа икәнен!?

Светофор инә.

-Эй,авария,нимә эшләп йөрөйһең бында?Бар кит,бында һинең кәрәгең юҡ!

-Юҡ,китмәйем.Минең дә юлда хужа булғым килә.

-Кит тигәс,кит инде!

-Ярай, тик  һинең аҡыллы баштарыңды тикшереп алам.Улар һорауҙарға дөрөҫ яуап бирһә китәм,башҡа сара юҡ.

-Йәйәүлеләр йөрөй торған юл нисек атала?(зебра)

-Велосипед менән ҡайҙа йөрөргә ярай ?(дөрөҫ,велосипед юлында)

-Ни өсөн машина килгәндә юл аша йүгереп сығырға ярамай?(машина бәрҙереп китергә мөмкин)

-Транспортта әбей-бабайҙарға нимә бирергә кәрәк? (урын)

-Ә юл билдәләрен беләһегеҙме икән.Ярҙамсыларым,сығығыҙ әле!Балалар сыға.

-Был билдәгә ҡараһаң

Һөйөнөп тә ҡуяһың

Йәйәүлеләр юл аша

 Сығығыҙ ҡаршы яҡҡа

Был ниндәй билдә (йәйәүлеләр сығыу өсөн зебра-знакты күрһәтеү)

-Был билдәгә ҡараһаң

Һөйөнөп тә ҡуяһың

Велосипедта ғына

Йөрөргә кәрәк икән

Быныһы ниндәй билдә?(күрһәтеү)Эйе,велосипед менән йөрөй торған юл.

-Был билдәне күрһәләр,

Шоферҙар уйланалар.

Тимәк,яҡында мәктәп бар,

Иғтибарға алалар.

Был ниндәй билдә?(эйе,был һаҡ булығыҙ,балалар ,тигән билдә)

(балалар сыға,шиғыр һөйләйҙәр,билдәне күрһәтәләр)

Былар,күп белә икән!Ысынлап та китергә туры килер ахыры...

-Әйҙәгеҙ әле,китер алдынан  бер уйын да уйнап алайыҡ.Әгәр һеҙ минең менән риза булһағыҙ БЫЛ МИН,БЫЛ МИН тип әйтергә кәрәк.Риза булмаһағыҙ аяҡ тыпырлатабыҙ.

-Кем алға ҡарай юл тотҡанда тик зебранан ғына атлай?(эйе)

-Кем юл аша сыҡҡанда светофорға ҡарамай?(юҡ)

-Кем белә юл асыҡ булғанда йәшел светофор янғанын?(эйе)

-Ә һары төҫ беҙгә иғтибарлы бул тип ҡала

Кем был турала белә?(эйе)

-Кем белә ҡыҙыл төҫтөн юл ябыҡ тип әйткәнен?(эйе)

-Кем тығы автобуста әбейгә урын бирә?(эйе)

-Кем юл ябыҡ тигән билдәгә алға табан бара һаман?(юҡ)

-Кем бәләкәй булһа ла велосипедҡа ултырып машына юлынан елә?(юҡ)

-Былар бөтә нимәне белә!Былай булғас миңә юлда урын юҡ.Ләкин малайҙар,ҡыҙҙар юлда гел генә иғтибарлы булығыҙ!(сыға)

Светофор эргәһенә балалар сыға.Шиғыр һөйләйҙәр.

Юлда йөрөһәң,бул өлгөр,

Юл ҡағиҙәһен ныҡ бел.

Светофорҙың һәр бер төҫөн

Юлдың билдәләрен бел.

Нимә өсөн светофорҙың

Һиңә күҙен ҡыҫҡанын.

Нимә өсөн инспекторҙың

Өҫкә таяҡ һуҙғанын.

Машина уҙғанын көтмәй-

Йүгермә һин тиҙерәк

Быны белеү һәр балаға

Ҡайҙа йөрөһә лә кәрәк.

Һәләкәттәр булмаһын тип

Теләйҙер һәр бер йөрәк.

Шуға күрә йөрөгәндә

Бик һаҡ булырға кәрәк.

СВЕТОФОР:Ҡәҙерле ,балалар,юлда йөрөгәндә бик һаҡ булығыҙ.Сөнки һәр бер баланы,һәр бер шоферҙы,һәр бер велосипидисты өйҙә ата-әсәһе,туғандары көтә.

Алып барыусы:

-Ошоноң менән юл ҡағиҙәләренә арналған кисәбеҙ тамам.Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Программа мастер-класса (на башкирском языке)

Тема программы : Формирование универсальных учебных действий на уроках литературного чтения (на башкирском языке) По каждому занятию предлагаются отдельные материалы....

Внеклассное мероприятие "Новогодний утренник для начальных классов"

Данная разработка содержит сценарий. Для этого сценария есть папка с необходимой музыкой дляя его проведения, но не могу загрузить.Подскажите как это сделать....

Внеклассное мероприятие ,, Разноцветная игра “ для начальных классов

Конкурсы для внеклассного мероприятия в начальонй школе...

Методическая разработка внеклассного мероприятия для учащихся начальных классов по английскому языку "Рождественский переполох"

laquo;Рождественский переполох» (сценарий внеклассного мероприятия по английскому языку для 1-4 классов)Основные цели и задачи мероприятия:ПрактическиеРазвить и закрепить орфографические навыки...

Презентация к внеклассное мероприятие в рамках декады начальных классов "В мире домашних животных"

Составлена для обучающихся 3 класса  с ТМНР.Цель: Ознакомление обучающихся с разноообразием домашних животныхЗадачи:Коррекционно - образовательные:-расширить представления обучающихся о домашних ...

Внеклассное мероприятие в рамках декады начальных классов«Путешествие в сказочный лес»

Цель занятия: Способствовать формированию у обучающихся дружеских взаимоотношений и положительного отношения к окружающим.Задачи:Коррекционно - обучающие: закрепление знаний, обучающихся о диких живот...