Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир (Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)
классный час (2 класс)

Халилова Регина Фановна

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир

(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)

 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Ҡабаҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы шағир

(Абдулхаҡ Игебаевтың тормош һәи ижад юлына бағышланған кластан тыш сара)

Төҙөнө:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәлилова Регина Фән ҡыҙы

Ҡабаҡ ауылы – 2021й.

Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы бөйөк шағир.

(Абдулхаҡ Игебаевтың 91 йыллығына арналған кластан тыш сара)

Маҡсат:  Абдулхаҡ Игебаевтың тормошо һәм ижады менән таныштырыу. Бөйөк әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  Абдулхаҡ Игебаевтың портреты; китаптары күргәҙмәһе; уҡыусыларҙың  Абдулхаҡ Игебаев тураһында ижади эштәре, рефераттары; “Абдулхаҡ Игебаевтың – бөйөк шағир” презентацияһы.


Сара барышы:

 Сәхнәлә ҡурай моңо ишетелә. Артҡы планда Абдулхаҡ Игебаевтың портреты, “Дәүерҙәрҙе тоташтырыусы бөйөк шағир” тип яҙылған. Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Сәхнә ситендә китаптар күргәҙмәһе һәм уҡыусыларҙың ижади эштәре, рефераттары ята. Проекторҙан “ Абдулхаҡ Игебаев – бөйөк шағир” презентацияһы күрһәтелә.

Алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы: (шиғыр юлдарын уҡый)

Йөрәгем кескәй булха ла,

Ҙур хиңә һөйөү һүҙем.

Атай- әсәйемдәй күреп

Яратам хине, илем!

2-се алып барыусы: – Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөнгө сарабыҙ беҙҙең халҡыбыҙҙың яратҡан улы, милләтебеҙҙең йондоҙо һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына арналған сараны асыҡ тип иғлан итәбеҙ! Ул иҫән булһа уға 91 йәш тулған булыр ине... Тик үкенескә ҡаршы 5 йыл инде беҙ был көндө Абдулхаҡ Игебаевһыҙ ҡаршылайбыҙ...Был көндө беҙ уны тик йылы һүҙҙәр менән генә хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, уның әҫәрҙәренә байҡау яһайбыҙ, уның фәһемле фекерҙәрен ҡабатлап үтәбеҙ. Ул халҡының ысын улы булып ҡалды, Башҡортостан, Ватан, халҡым тип типте уның йөрәге. Әҫәрҙәрен уҡығанда ошо бөйөк хистәр менән янған йөрәгенен һулҡылдауын ишеткәндәй булаһың... 

Уҡыусылар “Еҙ ҡыңғырау” йырын йырлайҙар.

Беренсеу уҡыусы шиғыр һөйләй:

Тал атыма

Атланып,

Эй еләм мин

Шатланып.

Ҡамсы шартлай

Ҡулымла,

Ҡолон уйнай

Юлымда.

Киң урамдар

Тар һымаҡ,

Ярһыу аҫау

Арғымаҡ.

1-се алып барыусы: - Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының  Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң» , «Совет Башҡортостаны»  гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Икенсе уҡыусы шиғыр һөйләй:

Күңел дәфтәремдең һәр бер битен

Ынйы –хистәр менән нағышлап,

Өр –яңы бер шиғыр яҙмаҡ булдым

Тыуған илкәйемә бағышлап.

Мин –Ватансы

Самими бер ижадсы,

Халҡым менән бергә һулайым.

Һәр милләткә һиллек,

Тиңлек юрап,

Иртәгеһе көнөм,

Туған телем,

Илем тураһында уйлайым.

2-се алып барыусы: -  Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948-49 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы - «Йәшлек йыры»  тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрә.

Өсөнсө уҡыусы шиғыр һөйләй:

Берәү һорай: “Әйтсе, зинһар,

Яҡын дуҫың кем һинең?”

Мин уға: “Иң тоғро дуҫым,

Саф намыҫлы,

йор юлдашым –

һөйөклө китап”, – тинем.

1-се алып барыусы: - Абдулхаҡ  Игебаев тыуған илебеҙҙе ныҡ ярата, һөйөү һүҙҙәрен шиғыр юлдарына һала. Тыуған ил батырҙарын данлап дан йыры йырлай.

Дүртенсе уҡыусы шиғыр һөйләй:

Киң Рәсәйгә  ябырылғас

Наполеон ҡанхурҙары,

Илен ҡурсып,

утҡа керҙе.

Башҡорттоң Ҡаһымдары;

Мәңге тере,

мәңге тере

Сал Урал батырҙары!

Уҡыусылар “Мин- зәңгәр умырзая” йырын башҡаралар.

2-се алып барыусы: Абдулхаҡ Игебаевты уҡыусылар шиғырҙар авторы, йырҙар ижад итеүсе тип кенә белмәйҙәр, ул уҡыусыларына әкиәттәр авторы, сценарийҙар тыуҙырыусы тип тә таныш.  “Күк өйрәк менән аҡ себеш”, “Ниндәй төҫ матурыраҡ” , “Һағындым, Һаҡалтайым!”, “Бала менән бәпембә” исемле әкиәттәрен, сценарийҙарын уҡыусылар яратып уҡый, яттан һөйләй.

Бишенсе уҡыусы “Ниндәй төҫ матурыраҡ?” әкиәтенән өҙөк һөйләп күрһәтә.

Көндәрҙең бер көнөндә

Күрешеп, хәл белергә

Доньялағы бар Төҫтәр

Йыйылған, ти, бер ергә.

Килгән улар ашҡынып

Төрлө-төрлө илдәрҙән,

Ҡоштар осоп етмәҫлек

Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән.

1-се алып барыусы: Йомғаҡлап әйткәндә, Абдулхаҡ Игебаев - оло әҙип, уның тормош юлы һәм ижады - үҙе бер батырлыҡ өлгөһө.Уның үлемһеҙ әҫәрҙәрен уҡыған һайын уҡығы килеп кенә тора.

2-се алып барыусы: -Бөйөк шәхесебеҙҙең тормош юлын өйрәнәйек, киләсәктә лә уның ижады менән ҡыҙыҡһынайыҡ! Ошоноң менән бөгөнгө сарабыҙ тамам, һау булығыҙ! Киләһе осрашҡанға тиклем!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

4 кластан математика пәнінен КТЖ

Математика  сабағына әдістемелік құрал...

класс сәғәте "А.Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады"

Әҙәбиәт йылын асыу. Айһылыу Йәғәфәрованың тормош юлы һәм ижады. Уҡыусыларҙы шиғыр яҙыу серҙәре менән таныштырыу....

Журналист – публицист Рәүеф Хәй улы Насировтың ижадына арналған «Шәхес яҙмышы – ил яҙмышы» исемле ижади эштәр конкурсына иншалар

Журналист – публицист Рәүеф Хәй улы Насировтың ижадына арналған «Шәхес яҙмышы – ил яҙмышы» исемле ижади эштәр конкурсына уҡыусыларҙың  иншалары: 9 класс уҡыусылары Заһиҙуллина...

Кисә. Кластан тыш сара

Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллинаның “Илгә һибәм йөрәй йылымды” тип исемләнгән осрашыу кисәһе....

Внеклассное мероприятие по ПДД для начальных классов на башкирском языке. Кластан тыш сара. Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Внеклассное мероприятие в начальной школе по  профилактике детского дорожно-транспортного травматизма   «Знаешь ли ПДД?».Цель мероприятия : закрепить знания детей о...