Доклад №2 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"
учебно-методический материал

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Шиғырҙы видеояҙмаға һөйләү уҡыусының уҡыу сифаттарын арттырыуға ныҡ булышлыҡ итә. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_no2.docx41.15 КБ

Предварительный просмотр:

Доклад

Уҡыу сифатын нисек арттырырға?

    Шиғыр ятлау – ҡайһы бер уҡыусының яратмаған эше. Бик ҙур ҡыйынлыҡ менән башҡара улар был эште. Бик күптәргә еңел бирелмәй ул.

Шиғырҙы ятҡа һөйләй белеү уҡыусының хәтерен үҫтерә. Йә хәтере булмағанлыҡтан, йә ялҡауы килгәнлектән, уҡыусы шиғырҙы ятлай алмай.       Мин һәр бер уҡыусы шиғырҙы ятлаһын, хәтерендә ҡалдырһын өсөн, конкурс формаһында видеояҙмаға төшөрөү эшен алдым. Уҡыусы иптәштәре алдында шиғырҙы һөйләй, ә мин видеоға төшөрәм. Шунан видеояҙманы күмәкләп ҡарайбыҙ, тыңлайбыҙ, хатабыҙҙы төҙәтәбеҙ. Оҡшамаһа, яңынан һөйләйбеҙ. Әгәр уңышлы булһа, «Бәйләнештә» һалам. Был эш, әлбиттә, ата-әсәләрҙең ризалығы менән башҡарыла. Уҡыусылар өйҙәрендә видеояҙманы ата-әсәһе менән бергәләп ҡарай. Был эшем уҡыусыларға оҡшап ҡалды.

Беренсенән, уҡыусы шиғырҙы ваҡытында ятлай.

Икенсенән, шиғырҙы тасуири һөйләргә өйрәнеп килә. Әгәр онотһа, йә насар ятлаһа, видеоға төшмәй.

Өсөнсөнән, әҙер видеояҙма менән шиғырҙың темаһы тура килһә, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, видеоны ебәрәбеҙ. Эшебеҙ өсөн Грамота, Дипломдар алып ҡыуанабыҙ.

Дүртенсенән, шиғыр һөйләгәндә артистизм талап ителә. Улар уны ла үтәргә тырыша. Был эш бигерәк тә быйылғы Театр йылына әҙерлек булып тора.

Бишенсенән, шиғырҙы видеояҙмаға һөйләү уҡыусының уҡыу сифаттарын арттырыуға ныҡ булышлыҡ итә. Шиғыр ғына түгел, әкиәт тә һөйләп, видеояҙма эшләйбеҙ. 4-се класс уҡыусыһы Бүләкова Ынйы әкиәтен видеояҙмаға һөйләп, өсөнсө урынға сығып, 2018 йылдың 11декабрендә Башҡорт теле көнөнә арналған һәләтле балаларҙың слетында булып ҡайтты. «Бәйләнештә» сайтында беҙҙең һөйләгән шиғырҙар һәм әкиәттәр бихисап, ултырып бер тыңлап алыуы тағы ла беҙгә дәрт һәм йәм бирә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад доклад на тему: «Формирование культуры семейных отношений».

                                           Семья - один из шедевров природы                                                                           (Дж. Сантаяна,  философ)Семья - основанная на брак...

Доклад "Урок работы над ошибками". Русский язык. Приложение к докладу.

Краткое описание в чём состоит подготовка учителя и учащихся  к уроку, где предстоит работа над ошибками. Из личного опыта и опыта коллег....

Доклад: "Использование ЭОР на уроках в начальной школе" + презентация к докладу

Актуальность использования ЭОР на уроках в начальной школе....

Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?

Как защитить ребенка от вредных ресурсов Интернет?...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Доклад №1 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарты буйынса мәктәптә эҙләнеү (тикшеренеү) эштәре менән булабыҙ. Минеңсә, тикшеренеү эштәре яҙыу һәм уның өҫтөндә эшләү уҡыу сифатына ныҡ йоғонто яһай....

Доклад №3 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"

... мин, әкиәт геройҙары төшкән наклейкаларҙы һатып алып, уларҙың ҡабатлау таблицаһын ятҡа белгән уҡыусыларға ғына бирелеүен аңлатып, һәр бер уҡыусынан блокнот башлаттым. Таблицаны ятлаған һайын, накл...