Доклад №1 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"
учебно-методический материал

Мавлетова Зилда Ахмадиевна

Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарты буйынса мәктәптә эҙләнеү (тикшеренеү) эштәре менән булабыҙ. Минеңсә, тикшеренеү эштәре яҙыу һәм уның өҫтөндә эшләү уҡыу сифатына ныҡ йоғонто яһай. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл doklad_no1.docx43.07 КБ

Предварительный просмотр:

Доклад

Уҡыу сифатын нисек арттырырға?

    Мин, Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булам, балалар менән 33 йыл эшләйем. Уҡытҡан уҡыусыларым төрлө ерҙә эшләй, донъя көтә, үҙҙәре инде хәҙер әсәй, атай булдылар. Уларҙың һайлаған һөнәрҙәренә, уңыштарына ҡарап ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ҡала.

  Уҡыусы көн дә дәрескә килеп, дәреслектән уҡып, дәфтәргә яҙып, уҡытыусыны тыңлап, яуап биреп, контроль эштәр эшләп, яҙма эштәр башҡарып ҡайтыуҙан тыш, ижади һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалырға тейеш. Бының өсөн хәҙер мәктәптә бөтә шарттар булдырылған.

   Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарты буйынса мәктәптә эҙләнеү (тикшеренеү) эштәре менән булабыҙ. Минеңсә, тикшеренеү эштәре яҙыу һәм уның өҫтөндә эшләү уҡыу сифатына ныҡ йоғонто яһай. Мин был эште башланғыс кластарҙан башланым.

  Беренсенән, бала тикшеренеү эше темаһы буйынса эҙләнергә өйрәнә. Ул эҙләнгән эше буйынса бер нисә биттән торған инша йә мәҡәлә яҙа. Яҙғанда орфограмма, каллиграфияға иғтибар итергә ҡушам. Иншаһында йә мәҡәләһендә уҡыусы эҙләнеү эшенең маҡсатын, бурыстарын, актуаллеген, гипотезаһын табырға өйрәнә, йәғни: ни өсөн кәрәк был эш, нимәгә өйрәтә, ниндәй фәһем бирә. Иншаларын уҡып, материалдар өҫтәп, үҙем компьютерҙа баҫып бирәм. Күп эш етәксенең үҙенә төшә.

   Икенсенән, әҙер эште ҡулға алғас та, уҡыусы уны тасуири уҡырға өйрәнә. Уҡырға өйрәнгәс, үҙ һүҙҙәре менән һөйләргә өйрәнеп, аудитория алдында сығыш яһай. Был - бик ауыр эш. Уны еңеп сығыр өсөн күп көс һәм ваҡыт талап ителә.

   Өсөнсөнән, тикшеренеү (эҙләнеү) эштәре уҡыусыны тасуири, етеҙ, шыма уҡырға өйрәтеү менән бергә, ул тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булырға, уны һаҡларға, ауылдың шәхестәренә хөрмәт менән ҡарарға, китапты күп уҡырға, илебеҙҙең данлыҡлы кешеләрен белергә өйрәтә.

  Ысынлап та,  10 биттән торған тикшеренеү эшен 10-15 минутта шәп итеп уҡып, йә һөйләп тыңлаусыға еткергән уҡыусы дәреслектән дә хикәйәләрҙе тасуири, етеҙ, шыма уҡыуға өлгәшә. Тик бындай эштәрҙе башланғыс кластарҙан  башлау хәйерле. Уҡыусының хәтере үҫешә, диктантты ла хатаһыҙ яҙа. Шуға күрә мин һәр бер уҡыусыға тикшеренеү (эҙләнеү) эше бирергә тырышам. Эҙләнһендәр, яҙһындар, уҡыһындар, башҡаларға еткерһендәр тип, үҙемә эш маҡсаты алғанмын.

 Тикшеренеү (эҙләнеү) эше ҡыйыулыҡҡа ла өйрәтә. Уҡыусы кеше алдында үҙен дөрөҫ тоторға, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнә. Мин бер нисә йыл эсендә 17 уҡыусыны был эшкә өйрәткәнмен. Бөтәһе 21 эш яҙғанбыҙ. Тимәк, тикшеренеү эше менән ярты мәктәп эшләй тигән һүҙ.

  Дүртенсенән, тикшеренеү эштәре – бик күңелле һәм ҡыҙыҡ эш. Һөҙөмтәһе лә һәйбәт. Уҡыусылар эштәре менән конкурстарҙа сығыш яһап, эштәрен яҡлап, Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуаналар. Уларҙың эштәрен үҙемдең сайтыма һала барам. Уҡыусылар тикшеренеү эштәре менән булып, уҡыу сифатын арттырһа, белемдәрен тәрәнәйтһә, минең портфолио ҡалыная. Был эш минең үҙемә лә ныҡ оҡшай.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Доклад доклад на тему: «Формирование культуры семейных отношений».

                                           Семья - один из шедевров природы                                                                           (Дж. Сантаяна,  философ)Семья - основанная на брак...

Доклад "Урок работы над ошибками". Русский язык. Приложение к докладу.

Краткое описание в чём состоит подготовка учителя и учащихся  к уроку, где предстоит работа над ошибками. Из личного опыта и опыта коллег....

Доклад: "Использование ЭОР на уроках в начальной школе" + презентация к докладу

Актуальность использования ЭОР на уроках в начальной школе....

Интернет-бәйлелектән баланы нисек һаҡларға?

Как защитить ребенка от вредных ресурсов Интернет?...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Доклад №2 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"

Шиғырҙы видеояҙмаға һөйләү уҡыусының уҡыу сифаттарын арттырыуға ныҡ булышлыҡ итә....

Доклад №3 "Уҡыу сифатын нисек арттырырға?"

... мин, әкиәт геройҙары төшкән наклейкаларҙы һатып алып, уларҙың ҡабатлау таблицаһын ятҡа белгән уҡыусыларға ғына бирелеүен аңлатып, һәр бер уҡыусынан блокнот башлаттым. Таблицаны ятлаған һайын, накл...