«Экологик белем биреү: мәсьәләләр, тәжрибә һәм киләсәк»
классный час на тему
Мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү – бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләрҙең береһе булып тора. Сөнки, еребеҙҙе киләсәк быуынға һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн, балаларҙа донъяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү төп бурысыбыҙ булып ҡала. Баланың шәхси үҫешендә экологик тәрбиә ҙур роль уйнай. Экологик мәҙәниәтте яҡшы белгән кеше генә баланы дөрөҫ тәрбиәләй ала. Ул баланың аҡылына, тойғо-хисенә, ихтыяр көсөнә тәрән йоғонто яһай ала.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
doklad_ekologik_yolalar.doc | 53 КБ |
Предварительный просмотр:
«Экологик белем биреү: мәсьәләләр, тәжрибә һәм киләсәк»
исемле интернет – педсоветҡа
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, mavletova1967@mail.ru
Экологик йолалар
Доклад
Мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге балаларға экологик тәрбиә һәм белем биреү – бөгөнгө көндә иң актуаль мәсьәләрҙең береһе булып тора. Сөнки, еребеҙҙе киләсәк быуынға һәләкәт хәлендә ҡалдырмаҫ өсөн, балаларҙа донъяға экологик ҡараш, экологик мәҙәниәт тәрбиәләү төп бурысыбыҙ булып ҡала.
Баланың шәхси үҫешендә экологик тәрбиә ҙур роль уйнай. Экологик мәҙәниәтте яҡшы белгән кеше генә баланы дөрөҫ тәрбиәләй ала. Ул баланың аҡылына, тойғо-хисенә, ихтыяр көсөнә тәрән йоғонто яһай ала.
Баланың һәр яҡлап үҫеүенә тәбиғәт донъяһы ҙур мөмкинселектәр бирә. Бының өсөн мәктәп дөрөҫ һәм уйланылған белем ойошторорға тейеш. Тәбиғәттә саф һауала йөрөү, махсус күҙәтеүҙәр алып барыу баланы фекерләүгә, тәбиғәттең матурлығын күреүгә һәм һиҙеүгә булышлыҡ итә. Өлкәндәр менән бергә тәбиғәтте күҙәтеп, бала тәбиғәтте яратырға, экологик яҡтан белемен арттырырға, йәнле тәбиғәтте бөтөрөргә түгел, ә тағы байытырға өйрәнә.
Мәктәпкә барғанға тиклем бала тәбиғәт менән балалар баҡсаһында таныша. Ул тәбиғәттең йылдың төрлө миҙгелендә үҙгәреп тороуын өйрәнә, уға ҡыҙыҡһыныу уята, йәнле тәбиғәтте күҙәтергә һәм эҙмә – эҙлекле фекер йөрөтөргә өйрәнә. Мәктәпкә уҡырға килгәнсе ул тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға кәрәклеген аңлап килә. Ә мәктәпкә килгәс, ул экологик белемде тағы ла тәрәнерәк ала, тәбиғәтте һаҡлау ғына түгел, ә уны арттырыу һәм матурайтыу, тәрбиәләү һәм булдырыу яғын аңлай башлай.
Балалар баҡсаһында балаға тәбиғәтте һөйөргә Тәбиғәт мөйөшө ярҙам итә. Ул унда төрлө сәскәләр һәм бүлмә гөлдәре үҫтерергә өйрәнә, төрлө хайуандар ҡарай, уны ашата, тәрбиәләй. Мәктәптә лә уҡытыусы ярҙамында гөл үҫтерергә һәм уны йыл буйы тәрбиәләп торорға күнегә, тәбиғәтте күҙәтеү көндәлектәре алып бара, бүлмәнең һәм урамдың һауа температураһын яҙып бара, тәбиғәт дәрестәрендә ҡоштар һәм хайуандарҙың тормошон өйрәнә. Былар бөтәһе лә баланың матурлыҡты тойоп үҫеү үҙенсәлегенә булышлыҡ итә.
Ҡала һәм ауыл ерендә халыҡтың тәбиғәтте һаҡлай белмәүе, урамды һәм урманды экологик яҡтан таҙа тотмауы, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булмауы аптырата. Тик бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Кемдәр бәләкәстән үҙ мейеһенә һеңдермәгән, кемдәр тәбиғәт ҡәҙерен белмәй – шулар тәбиғәт дошмандары булып ҡала.
Шуға күрә, беҙ, Мәҫкәү урта мәктәбе уҡытыусылары, бала беренсе класҡа килгәс тә тәбиғәтте һаҡлау эшен йолаға индереп алабыҙ.
Беренсе йола эшебеҙ булып, тәбиғәт менән тығыҙ бәйләнештә булыу, тәбиғәт белгестәре тәрбиәләү, экскурсиялар ойоштороу тора. (3-сө слайд) Был эш балаларҙа тәбиғәттең күркәмлеген күрергә, тәбиғәт менән бергә үҫергә, уны тойорға өйрәтә, тәбиғәтте танып белергә, баланы үҫтереүҙә тәбиғәтте универсаль күҙәтеү һәм өйрәнеү объекты итеп ҡабул итергә булышлыҡ итә. Шуға күрә, йәйен һәм көҙөн туристик слеттар үткәрәбеҙ, унда үҙең торған урынды билдәләү буйынса эштәр алып барабыҙ, ағастарҙы һәм сәскәләрҙе танып белеү өсөн уйын ярыштары үткәрәбеҙ, тәбиғәт биргән дарыу үләндәрен танырға өйрәнәбеҙ, тәбиғи ризыҡтарҙан ауыҙ итәбеҙ.
Йәйен тәбиғәткә экскурсиялар ойошторабыҙ. Тәбиғәт тормошон күҙәткәндән һуң, тәмле сәй эсеп, уйындар уйнап, ял итеп ҡайтабыҙ. Экскурсияларҙы тәүҙә үҙебеҙ йәшәгән ерлектән башлайбыҙ. Үҙебеҙҙең ауыл эргәһендә ятҡан тауҙарҙа, йылға буйында, ағастар һаҙлығында, яланында булғас, илебеҙҙең башҡа тәбиғәт һәйкәлдәрен ҡарап киләбеҙ. Бигерәк тә, Ирәмәл тауында, Учалы күлдәрендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә, Ғәҙелша шарлауығында булырға яратабыҙ.
Ҡайҙа ғына экскурсияларҙа булһаҡ та, экологик белемде ҡулланабыҙ, уны тәрәнәйтәбеҙ, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнәбеҙ, тәжрибәләребеҙҙе уртаҡлашабыҙ, киләсәгебеҙҙе уйлап, үҙебеҙҙән һуң тәбиғәтте таҙа ҡалдырабыҙ, уға ярҙам итәбеҙ.
Икенсе йолабыҙ – тәбиғәткә бәйле халыҡ йолаларын ҡулланыуҙы маҡсат итеп алғанбыҙ. Фольклор, халыҡ байрамдары, һынамыштар, мәҡәлдәр, йомаҡтар, халыҡ уйындары, төрлө халыҡ әкиәттәре аша экологик белем һәм тәрбиә бирәбеҙ. Башҡорт халҡының йола байрамдарынан тәбиғәт – ыҙан йолалары: һабантуй, Науруз байрамы, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡуҙғалаҡ байрамы, Ҡаҙ өмәһе байрамдары бар. Ауылда халыҡ менән берлектә Ҡарға бутҡаһы, Ҡаҙ өмәһе, һабантуй байрамдары үтә. Мәктәптә балалар һабантуйы, (4-се слайд) уҡыуҙар бөткәс, 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөндә үткәрелә. Был көндә балалар тәүҙә экологик викториналарға яуап бирәләр, ҡоштар һәм хайуандар тураһында уйын ярыштарында әүҙем ҡатнашалар, йәйгегә һәр бала тәбиғәтте һаҡлау буйынса эш ала, янғын һүндереү күнекмәләрен ҡабатлайҙар, хәүефһеҙлек буйынса инструктаж алалар. Шулай итеп, экологик белем һәм тәрбиә биреүҙә был алған маҡсатыбыҙға тәбиғәт йолалары аша ирешәбеҙ. Тәбиғәткә бәйле “Боҙ киткәндә һаулыҡ телә” байрамы ла балаларға ныҡ оҡшай. Уның өсөн ҡышын дәрестән тыш эшмәкәрлек ваҡытында ҡурсаҡтар тегеп, әҙерләнеп ҡуябыҙ. Изге теләктәр теләп ҡурсаҡтарҙы боҙ киткәндә һыуға ағыҙабыҙ. Көҙөн мәктәптә Уңыш байрамы үтә. Уны йыл һайын төрлөсә ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Кишер байрамы, Бәрәңге байрамы, Кәбеҫтә байрамы балаларҙан күп көс талап итә һәм бик фәһемле байрам булып хәтерҙәрендә ҡала. Был байрамдарҙы үткәреү өсөн йәй буйы баҡсала эшләргә кәрәклекте улар аңлайҙар. Йәшелсәләрҙе үҫтерергә һәм уларҙан төрлө аш бешерергә өйрәнәләр.
Өсөнсө йолабыҙ тағы ла ҙур көс һәм экологик белем талап итә. Күптәр баҡсаһында сәскә үҫтермәй, йә үҫтерә белмәй. Ҡышын тирә - яҡты өйрәнеү һәм биология дәрестәрендә сәскәләр үҫтереү белемен бик яҡшы өйрәнгәндән һуң, йәйгегә һәр балаға баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереү маҡсат итеп ҡуйыла. (5-се слайд) Был конкурста ҡатнашып, еңеү һәр кемгә лә эләкмәй. Сәбәптәре лә төрлөсә, әлбиттә. Йә ата – әсәһе ҡаршы була, ул сәскә орлоғо һатып алмай, йә сәскә орлоҡтарын сәскәс тә, йәй көнө һыу һибергә ялҡауланалар, йә сәскәләрҙе дөрөҫ тәрбиәләмәйҙәр, ул ҡорой, йәки серей, йә сүп-сарҙан таҙартып тормайҙар, кесерткән араһында йәмһеҙ булып күренеп ултыра. Төрлө сәбәптән, сәскәләр үҫтереү конкурсынан ҡалған уҡыусылыр бихисап. Баланы сәскә үҫтерергә өйрәтеү маҡсатынан һәм матурлыҡ ҡосағында йәшәргә өйрәтеү өсөн был конкурсты атҡарып сығабыҙ. 1 сентябрь – Белем көнө байрамында еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырабыҙ. Уҡыусыларҙың эшенә ҡарап, башҡалар ҙа, йәиһә балалары мәктәптә уҡымағандар ҙа, баҡсаларында матур сәскәләр үҫтерергә өйрәнде, ауыл гөл – сәскәгә күмелде.
Был йоланы дауам итеп, дүртенсеһе булып класс бүлмәләрендә матур бүлмә гөлдәре үҫтереү тора.(6-сы слайд) Беренсе сентябрға килгән бала үҙе менән йәй көнө тәрбиәләп үҫтергән гөлөн килтерә. Сентябрь айы бөткәнсе, кластарына һәр бала гөлөн килтереп бөтә. Был гөлдәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү ҙә уларҙың иңдәренә төшә. Көҙгө уңыш байрамында кластар араһында иң матур бүлмә гөлдәренә конкурс үтә, еңеүселәр билдәләнә. Был эш, беренсенән, класты биҙәп ултырһа, икенсенән, бала матурлыҡты тойоп, күреп йәшәү менән бергә, гөл – сәскә үҫтерергә өйрәнә.
Бишенсе экологик йолабыҙ булып, ҡышын ҡоштарға тағараҡтар эшләп элеү, яҙын сыйырсыҡ ояһын булдырыу тора. (7-се слайд) Был эште лә ныҡ яратабыҙ. Беренсенән, «Тағараҡ», «Сыйырсыҡ ояһы» исемле муниципаль конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн кәрәкле сара булһа, икенсенән, мәктәп баҡсаһында йылдан – йыл сыйырсыҡ оялары күбәйә, ҡышын ҡоштарҙы һыуыҡтан һәм аслыҡтан һаҡлап алып ҡалыуҙа ҙур өлөш индерәбеҙ, тағараҡтарға аҙыҡ һалып торабыҙ. Был эштәрҙе бигерәк тә башланғыс класс уҡыусылары тырышып башҡара.
Алтынсы йола булып, ниндәй генә тәбиғәтте һаҡлауға бәйле эштәр башҡарһаҡ, уны һүрәткә йә фотоға төшөрөү тора.(8-се слайд) Үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа төҫлө буяу ҡәләмдәре, акварель буяу, тик теләгең генә булһын. Тәбиғәтте өйрәнеү темаларына ярашлы һүрәттәрҙе төшөрәбеҙ, күргәҙмәләр ойошторабыҙ, төрлө кәрәкле конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, урындар алабыҙ, күңелле йәшәй беләбеҙ. Ә фотолар төшөрөүгә, әйтеп тораһы юҡ, үҙ эшенең оҫтаһыбыҙ. Төҫлө фотолар класыбыҙҙы биҙәй, тәбиғәт мөйөштәрен матурлай, фотоконкурстаҙа еңә. Экскурсияларҙа, походтарҙа тәбиғәттең матур ҡосағында иҫтәлеккә фотоға төшөргә яратабыҙ, уларҙы төрлө конкурс эштәрендә ҡулланабыҙ.
Экология белеме буйынса, етенсе йолабыҙ – йәй көндәре файҙалы һәм кәрәкле дарыу үләндәре йыйып киптереү тора. (9-сы слайд) Мәҙәниәт, тирә – яҡты өйрәнеү һәм биология дәрестәрендә дарыу үләндәре тураһында ентекләп һөйләйҙәр. Дөрөҫ кипкән дарыу үләндәрен сәй һауыты ҡаптарына һалып, дәрескә килтерәләр. Был эшебеҙ тәбиғәткә, дарыу үләндәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Викторина һорауҙарына яуап бирәләр, файҙалы үләндәрҙе танып беләләр, сәйҙең ниндәй үләндән әҙерләнгәнен әйтәләр. Файҙалы үләндәр күргәҙмәһе ойоштороп, йола байрамы күңелле сәй эсеү менән тамамлана. Бигерәк тә ҡышын шифалы үләндәрҙән мәктәптә самауырҙан сәй эсергә яратабыҙ.
ФГОС индереү шарттарында, экологик белем алыу өсөн, һигеҙенсе йола итеп тикшеренеү эштәрен кереттек. (10-сы слайд) Был эштәрҙе йылдан –йыл байытабыҙ, төрлөләндерәбеҙ. Уҡыусыларға ла был тикшеренеү эштәре оҡшай. Үҙебеҙ йәшәгән ерлекте, тәбиғәт байлыҡтарын, ҡомартҡыларын өйрәнеп, өлкәндәрҙән һорашып, фотоға төшөрөп, бик бай эштәр эшләйбеҙ, эшебеҙҙе яҡлап сығыштар яһарға өйрәнәбеҙ. Район, республика кимәлендәге конкурстарға сығабыҙ, интернет селтәрҙәренә фәнни тикшеренеү эштәребеҙҙе һалабыҙ.
Бынан тыш, экологик белемде арттырыу маҡсатында, яҙлы – көҙлө ауылда үткәрелгән тирә – яҡты таҙартыу өмәләрендә ҡатнашабыҙ. (11-се слайд) Тау битләүҙәрен таҙартыу, мәктәп тирәһен таҙа тотоу, урамдағы сүп – сарҙы сүпләү, йылға буйҙарын таҙартыу – уҡыусылар ҡарамағына тапшырылған. Урмансы эшенә лә ярҙам итәбеҙ. (12-се слайд) Яҙын ауыл ситтәренә, зыярат эргәһенә, урман эсенә ағас үҫентеләре ултыртырға йөрөйбөҙ.
Экологик тәрбиә һәм белем баланың белеп үҫеү тойғоһона тығыҙ бәйләнгән, ул йәнле тереклек эйәһе өсөн мәрхәмәт күрһәтергә, үҙенең тәбиғәт дуҫтары итеп ҡабул итергә, үҙен уратып алған матрурлыҡты күрергә, ҡайғыртырға, ярҙам итергә, үҙләштерергә өйрәнә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтәһем килә. (12-се слайд) Экологик белем биреп, бала үҙе йәшәгән ерҙәге килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе (проблемаларҙы) үҙе хәл итергә өйрәнә. Ул һаҡһыҙ ҡыланған оло кешеләрҙең хатаһын ҡабатларға тырышмай. Бала үҙен урманда, ҡала ерҙәрендә, ауылда, өйҙә экологик грамоталы тоторға өйрәнә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башлангыч сыйныфта экологик тәрбия.
Экологик проблема иң зур проблемаларның берсе. Башлангычта бу проблеманы читшү өчен ниләр эшләгәнебезне яздым....
Татар теленнән зирәклеккә бирем
Зирәк булсаң-әйт тизрәк....
Халык педагогикасы һәм экологик тәрбия
Халык педагогикасына таянып, балаларга экологик тәрбия бирү....
Башлангыч сыйныфларда экологик белем һәм тәрбия.
Бу материалны әйләнә-тирә дәресләрендә кулланырга мөмкин...
Башлангыч сыйныф укучыларына эхлак тэрбиясе биру
Башлангыч сыйныф укучыларына эхлак тэрбиясе биру...
Диалог төзү өчен бирем
Бу биремне дәрестә кулланырга мөмкин...
Материалы межрегиональной научно-практической конференции, посвященной 450-летию добровольного вхождения Башкирии в состав Русского государства. Уфа: БИРО, 2006. 124 с.
Башҡорт теле дәрестәрендә төрлө алымдарҙы ҡулланыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һәр дәрескә уҡыусы теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш алымдары һайларға кә...