Башланғыс мәктәп менән хушлашыу байрамы
план-конспект

Ишкинина Светлана Галиевна

Башланғыс класс менән хушлашыу

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon vypusknoy_1.doc50.5 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы:Хөрмәтле ата – әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә оло байрам, тантана. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә 4 синыф уҡыусылары башланғыс мәктәп менән хушлаша.   Б өгөн беҙгә күңелле лә, моңһоу ҙа. Ниһәйәт, яҡшы уңыштар менән  5  класҡа күсәһегеҙ – был бик ҙур шатлыҡ. Т ик, бер – беребеҙ менән айырылышырға тура килә, шуға күрә бер аҙ моңһоу ҙа.  Ш улай  Ҙа , әйҙәгеҙ, күңелһеҙләнмәйек, көтөп алған байрамыбыҙҙы башлайыҡ!

Бөгөн беҙҙә ҙур байрам,

Яңғыраһын шат майҙан!

 Сәхнә түрен биләп ала

Дүртенселәр, дүртенселәр!

  Бар йөрәктән беҙҙән һеҙгә

 Ҡайнар сәләм, ҡайнар сәләм!

 4 класс у музыка аҫтында сығып теҙеләләр ( гимн школе)

1-се алып барыусы: Май айының бөгөн иҫтәлекле  бер мәле!    4 йыл элек, беҙ тәү башлап, Белем тауы баҫҡыстарының иң бейек үрҙәренә күтәрелдек. Уҡырға, яҙырға,һанарға, мәктәп тормошо ҡағиҙәләре менән йәшәргә өйрәндек.

Уҡыусы:

  Бөгөн мәктәп бигерәк матур,

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар, һеҙҙе саҡырабыҙ

Хушлашыу байрамына.

Килеп тә етте инде

Һагынып көткән байрам.

Йыйылыштыҡ бергәләп,

 Сәскәләр бәйләм- бәйләм.

Уҡыусы:

Шаулап-гөрләп, бергә-бергә

Мәктәптә дүрт йыл үтте.

Инде бөгөн май ҡояшы

Сағыу нурҙарын һипте.

 Бер уйлаһаң күңелле лә,

Бер уйлаһаң һағышлы.

Ни эшләйһең көслө икән

Был донъяның ағышы.

Йыр:  Школа – школа ( бер куплет)

Уҡыусы:

Белем тауын асты мәктәп,

Белем тауы бик бейек.

Өҫкә менгән һайын донъя

Киңәйә бара кеүек.

 Әйҙә, рәхим итегеҙ, тип,

Ҡаршылай беҙҙе мәктәп.

Тыуған йорт менән йәнәшә

Күңелдәрҙә ҡаласаҡ.

Уҡыусы:

Фән үренә яйлап ҡына

 Күтәрелә барҙыҡ беҙ.

 Рәхмәт һиңә, иң яратҡан

 Тылсымлы “Әлифба»быҙ.

 Серҙәр тулы биттәреңде

 Уҡып сыҡтыҡ барыбыҙ.

 Артабан да күмәкләшеп

 Уҡып белем алырбыҙ.

Уҡыусы:

    “Әлифба” ярҙамы менән

 Килеп еттек “Туған тел” гә.

 Тел байлығын үҫтерҙек

 Шәп уҡырға өйрәндек.

Уҡыусы:

   И прекрасна, и сильна – математики страна.

 Здесь везде кипит работа,

 Все подсчитывают что-то:

 Сколько домнам угля надо, а детишкам - шоколада.

 Сколько звёзд на небесах и веснушек на носах.

Уҡыусы:

Грамматика, грамматика

 Наука очень строгая.

 Учебник по грамматике

 Всегда беру тревогой я.

 Она трудна, но без нее

 Плохое было бы житье:

 Не отправить телеграмму

 И открытку не отправить

 Даже собственную маму

 С днем рожденья не поздравить.

Уҡыусы:

Литература – прекрасный урок,

 Много полезного в каждой из строк,

 Будь это стих или рассказ

 Вы учите их, они учат вас.

Уҡыусы:

Учили нас любить свой край и наблюдать природу.

Как всех друзей оберегать, беречь и лес, и воду.

Обо всём мы говорили: о грибах и о цветах,

О берёзах и осине, о полях и о лугах.

Уҡыусы:  -А я больше всего в школе люблю перемену !

"Перемена, перемена!" -

Заливается звонок.

Первым Вова непременно

Вылетает за порог.

Вылетает за порог -

Семерых сбивает с ног.

Неужели это Вова,

Продремавший весь урок?

Неужели этот Вова

Пять минут назад ни слова

У доски сказать не мог?

Если он, то, несомненно,

С ним бо-о-льшая перемена!

Не угонишься за Вовой!

Он гляди какой бедовый!

Он за пять минут успел

Переделать кучу дел:

Он поставил три подножки

(Ваське, Кольке и Сережке),

Прокатился кувырком,

На перила сел верхом,

Лихо шлепнулся с перил,

Подзатыльник получил,

С ходу дал кому-то сдачи,

Попросил списать задачи, -

Словом,

Сделал все, что мог!

Ну, а тут - опять звонок...

Вова в класс плетется снова.

Бедный! Нет лица на нем!

— Ничего, - вздыхает Вова, -

На уроке отдохнем!

1-се алып барыусы: Юҡ-юҡ, беҙҙең малайҙарҙың шаярып йөрөргә һис ваҡыттары юҡ.  Тәнәфестә  лә бейейҙәр.

Малайҙар  бейей. ( Морячка)

Алып барыусы:    Бөгөнгө байрамдың ҡунағыбы - беҙҙең директорыбыҙ. Ул көнө-төнө мәктәптә. Беҙҙең уңыштарыбыҙ өсөн ул да һөйөнә, ниндәйҙер күңелһеҙлектәр булһа – ул да көйөнә. Кластағы һәр баланы яҡындан белә.  Ҙур рәхмәт уға!

Уҡыусы:

 Кәңәш бирҙегеҙ беҙгә,

Тәртипҡә өндәнегеҙ.

Рәхмәттәр генә яуһын –

Бары шул теләгебеҙ.

(   сәскә бирә)

Уҡыусы:

Мы английский изучаем,

 Научились все читать.

 И в процессе наших встреч

 Совершенствуем English-речь.

Хорошо в нашей школе учиться,

Только быт наш одним не хорош:

Задают по-английскому столько,

Что гулять ты не очень пойдешь.

Но зато, но зато мы столько знаем –

Что нам Англия теперь родимый дом,

Первым делом, первым делом наш английский,

Ну, а игры как? А игры – потом!

Уҡыусы:

На физкультуре мы учились бегать, прыгать и метать

Мы немало потрудились, чтоб сейчас могли сказать:

"Мы растем достойной сменой олимпийским рекордсменам!"

2-се алып барыусы:  Хөрмәтле   Гөлфиә Юлай  ҡыҙы,  Зөлфирә Мирза ҡыҙы  һәм  Әлиә Юнир ҡыҙы! Һеҙгә  оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Юлдаш булһын аҡ бәхеттәр,

 Аяҙ булһын күгебеҙ.

Беҙҙең ошо бүләгәбеҙ

Булһын рәхмәт һүҙебеҙ.

(сәскә биреү)

Алып барыусы: Хәҙисә Батыр  ҡыҙы– беҙҙең уҡыу- уҡытыу буйынса директор урынбаҫары. Кем контроль эшен нисәгә яҙа, кем минутына нисә һүҙ уҡый – ул бөтәһен дә белә, контролдә тота.   Һ үҙ һеҙгә!

Завуч һөйләй.

Уҡыусы:

 Рәхмәт ,  Хәҙисә Батыр  ҡыҙы,

 Һеҙҙең йылы һүҙҙәргә

Изге, ихлас теләктәрҙе

 Һаҡларбыҙ күңелдәрҙә.

Сәскә бирәләр

  Алып барыусы:   Һәр саҡ аҡыллы кәңәштәр биреүселәр, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыусылар – Нәилә Басир ҡыҙы  һәм Зәлиә Исрафил ҡыҙы, байрамдарыбыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе Динә Әхмәтйән ҡыҙы! Ҙ  ур  рәхмәт, һеҙгә!

Уҡыусы:

 Әллә бүләк итергәме һеҙгә

Йондоҙҙарҙы аяҙ күктәге?

 Йондоҙ булып балҡыһындар әйҙә

 Күңелдәге рәхмәт хистәре.

Сәскә  бирәләр

Уҡыусы:

Матур итеп яҙырға,

Һүҙҙе  ҡушып  уҡырға,

Һанды  алып  һандарҙан,

Тағы  шуны  ҡушырға.

             Яттан  шиғыр  һөйләргә,

Уҡырға  әкиәттәр,

Төшөрөргә  ҡағыҙға.

Матур – матур  һүрәттәр,

         Өйрәтте  беҙгә  барыһын

Тәүге   уҡытыусыбыҙ

  Светлана  Ғәли  ҡыҙы.

Ҙур  рәхмәт  һеҙгә!

Йыр: Уҡытыусым  -ҡояшҡайым!

 Алып Барыусы:  Донъялағы иң изге кеше кем ?  Б ала саҡта төн йоҡоҡларын ҡалдырып, һине кем ҡараған?              Илағанда ҡосағына алып, кем йыуатҡан? Беренсе тапҡыр ергә баҫҡанда, кем етәкләгән?  Әсәй ул! Атай ул!

 Уҡыусы:

 Изгелек орлоғо һалдығыҙ күңелгә,

 Хеҙмәткә тәрбиә бирҙегеҙ  һеҙ беҙгә.

 Һеҙгә булған  беҙҙең хөрмәтебеҙ

 Урын алһын йөрәк түрендә.

Ҡәҙерле атайҙар, һөйөклө әсәйҙәр,

Ауырлыҡ – ҡайғыны күрмәгеҙ һеҙ бер ҙә,

 Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә!

Бүләк бирәләр

Бейеү  - ҡыҙҙар  Моңло ҡурай

 Уҡытыусы:  Хөрмәтле ата- әсәләр!   Ошондай аҡыллы, тәртипле, уңған, һәләтле балалар тәрбиәләү егеҙ  оло баһаға лайыҡ!    Һ еҙҙең менән  эш ләгән 4  йыл  һиҙелмәй үтеп китте, сөнки   һеҙ тырыш, белем алырға ынтылған , үҙ аллы уҡыусы лар булдығыҙ.  А лдағы мәктәп йылдарын да шулай файҙалы, уңышлы, күңелле итеп үткәреүегеҙҙе теләйем.   А та- әсәләрегеҙҙе һәм беҙҙе, уҡытыусыларҙы ҡыуандырып тороуығыҙға һис шигем юҡ!

 Ҡәҙерле уҡыусыларым! Уҡыуҙа ла , эштә лә, спортта ла, тормошта ла – бер яҡтан да һынатмағыҙ!    Т ыуған илебеҙ, республикабыҙ, халҡыбыҙ өсөн лайыҡлы шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе ихлас теләйем!

 Шатлыҡ, уңыш, изге күңел менән

Ҡаршылағыҙ һәр көн иртәһен!

 Эштәрегеҙ һәр саҡ уңай булһын,

Изге хистәр минең йөрәктә.

Хәйерле юл һеҙгә, уҡыусыларым,

 Ҡаламын мин ошо теләктә!

Уҡыусы:

Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыбыҙ!

Ал бирмәбеҙ уҡыуҙа,

 Сәмле булырбыҙ хеҙмәттә.

 Һәр саҡ алдынғы булыу

 Инеп ҡалыр ғәҙәткә.

Тормошоғоҙ  юлында

 Эштәрегеҙ  уң  булһын

Йәшлек  дәртегеҙ  һеҙҙең

Гел  генә  ташып  торһон.

Һәләтле  балалар  һеҙҙе

Шатландырһын  күберәк.

Тормошоғоҙ  көндән – көн

Була  барһын  йәмлерәк.

 Алып барыусы:

 Көмөш тауыш тынмай

Йөрәктәрҙә сыңлай

 Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау.

Яҡты юлдар теләп,

 Матурлыҡҡа өндәп,

Һаубуллаша көмөш ҡыңғырау.

Ҡыңғырау шылтыратыу.

   Йыр     Һуңғы ҡыңғырау ( ике куплет)

Вальс

Бергә :

Һау бул, мәктәп, һине онотмабыҙ.

 Беҙ киткәнгә ҡалма бойоғоп.

Йылдар үткәс күрешергә теләп

Беҙ ҡайтырбыҙ әле йыйылып.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Әлифба" менән хушлашыу.

уҡыусылар беренсе китаптары "Әлифба "менән хушлашыу кисәһенә йыйылғандар.Үҙҙәренең нимәгә өйрәнгәндәре хаҡында һөйләйҙәр....

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү ...

"Һау бул башланғыс класс!" Байрам өсөн сценарий.

Сценарий выпускноговечера на башкирском языке...

Башланғыс кластар нисек йәшәй. Презентация

Из опыта работы начальной школы...

Башланғыс кластарҙа уҡыусыларҙың телмәр компетенцияһын үҫтереү

Йөкмәткеһе1.     Инеш.Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшө.          2.     Төп өлөш...

Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу

ldquo;Уйын бала-сағала сәм, ярыш теләге уята.Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, физик яҡтан да, интеллектуаль йәһәттән дә ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, беләк, бил көсөндә, мәргәнлект...