"Әлифба" менән хушлашыу.
материал (1 класс) по теме
уҡыусылар беренсе китаптары "Әлифба "менән хушлашыу кисәһенә йыйылғандар.Үҙҙәренең нимәгә өйрәнгәндәре хаҡында һөйләйҙәр.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
lifba_bayramy.docx | 23.88 КБ |
Предварительный просмотр:
Әлифба байрамы
1
Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!
Көттөк һине йыл буйы.
Ҡотло булһын, ҡотло булһын,
Беҙҙең Әлифба байрамы!
2
Бөгөн бында яңғырарҙар
Шиғыр, йырҙар, йомаҡтар.
Әлифба байрамын башлайбыҙ
Әйҙә түрҙән ҡунаҡтар!
3
Тапшырабыҙ һеҙгә бөгөн
Урман-ҡырҙарҙан
Ҡая-тауҙарҙан
Ағиҙел һәм Ҡариҙелдән
Бөтә килгән ҡунаҡтарға
1В синыфы уҡыусыларынан
Ҡайнар сәләм! (хор менән)
4
1 Сентябрь көнө
Мәктәпкә килдек
Ярты йыл ваҡыт үтмәне
Уҡып-яҙырға белдек.
Уҡытыусы һүҙе.
5
Башҡортостан – көслө ил
Бөтәһенән байыраҡ.
Сәскәләре сағыуыраҡ
Ҡояшы ҡыҙыуыраҡ.
6
Йәшел, ҡалын урманлы
Уралымдан уңғанмын.
Әл дә башҡорт булғанмын
Ярай һин.дә тыуғанмын.
Йыр «Ерем,илем,телем» Р.Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов муз.
7
Мин дә беләм хәрефтәр
Әтәс тигәндә «ә» була.
Сәғәт тигәндә «с» була.
Аҙағында «ә» ҡуйһаң.
Һөйөклө «әсә» була.
8
Сәңгелдәгемдең төбөндә
Әсәй көйҙәр көйләне.
Уҡый белмәгән сағымда
Әкиәттәр һөйләне.
Хор менән:
- Әсәйҙәргә мең-мең рәхмәт! Йыр. Әсәйҙәр тур.
Әсәйҙәргә дан!
9
Хәҙер әсәй мин ҙур үҫтем
Уҡый-яҙа беләмен.
Әлифбаның шиғырҙарын
Ятҡа һөйләп бирәмен.
10
Беренселә уҡығас мин
Бик күп белемгә эйә.
«Улым минең, афарин!» - тип
Әсәйем маҡтап һөйә.
11
Әлифбаның биттәрендә
Йәнле хәрефтәрҙе.
Һәр йыл ҙайын беренселәр
Шатланып уны уҡый.
12
Ошо изге биттәреңдән
Өйрәндем хәрефтәрҙе.
Асҡан һайын шул биттәрҙе
Арттырам белемдәрҙе.
13
Йылы һүҙҙәр әйткем килә
Һиңә изге «Әлифбам»
Үҙем күпме йәшәгәнсә
Һине һис бер онотмам.
14
«Һә»тигәнсе уҡып бирәм
Әлифбаның биттәрен
Әкиәттәрен һөйләйем мин
Һәр көн һайын кистәрен.
15
Ниндәй күңелле
Хәреф белеүе.
Шул хәрефтәрҙән
Һүҙҙәр теҙеүе.
16
Ҡыҙыҡ әкиәтте
Уҡыуы рәхәт.
Рәхмәт,Әлифба,
Һиңә ҙур рәхмәт!
Балалар, һеҙ Әлифбаға рәхмәт әйтәһегеҙҙә ул, Әлифба үҙе күренмәй бит әле.
Әйҙәгеҙ уны йыр йырлап саҡырайыҡ!
Әлифба инә.
Һаумыһығыҙ,балалар,ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Һаумы,хөрмәтле Әлифба! Бөгөн һинең менән байрамға бик күп ҡунәҡтар килгән.Рәхим ти, түрҙән уҙ.Уҡыусыларҙың һиңә әйтәһе һүҙҙәре бар.
17 Ә
Әйтсе, миңә, Әйтсе, миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй?
Әллә һин бешергәнгәме
Бигерәк тәмле?
18 Л
Ләлә китап ярата,
Ләлә ҡурсаҡ уйната.
19 И
Ирек иген игеүсе.
Илгә иген биреүсе.
20 Ф
Фил ниңә берҙә ятмай?
Фил аяҡ үрә йоҡлай.
21 Б
Бал ала уңған Райман,
Тулды ҙур ике батман.
22 А
Алма беште алланып
Ашай Морат шатланып.
Хор менән «ӘЛИФБА”
23
Әлифбам, әлифбам
Һин – тәүге китабым.
Хәрефтәр өйрәндем,
Шиғырҙар ятланым.
24
Әлифбам, әлифбам
Тылсымлы китабым
Мин һине дуҫҡайым .
Тиеп бит атаным.
25
Яҙырға өйрәттең
Әсәйем һүҙендә,
Атайым һүҙендә-
Тырышып үҙем дә.
26
Яҙырға өйрәндем:
Берҙән-бер Тыуған ил,
Берҙән-бер тыуған ер –
Ярата мине ул!
27
Туған тел асҡысы
Әлифбам әлифбам
Әлифбам, ҙур рәхмәт,
Әлифбам, һиңә дан.
28
Мин был китапты яраттым,
Хәрефтәрен өйрәндем.
Ғорур әйтәм уҡый беләм
Таң ҡалдырып һәр кемде.
Шуға күрә әйтәм уға:
- Рәхмәт,һиңә, Әлифба!
Әлифба
- Афарин! Кескәй дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә лә
хәрефтәремде уҡый белгәнгә. Минең шатлығым бик ҙур. Һеҙ мине уҡырға өйрәндегеҙ.
Әлифбаның һуңғы биттәрендәге эштәр.
29
Нисек атала
Тыуған еребеҙ.
Кем дөрөҫ әйтер
Уның исемен:
Башҡортостан!
Йырҙар бишеге:
Башҡортостан!
Көйҙәр Ватаны:
Башҡортостан!
Моңдар шишмәһе:
Башҡортостан!
Шиғыр баҡсаһы:
Башҡортостан!
Әлифба
Балалар һеҙ тағыла нимәләр белдегеҙ?
Шалҡан әкиәтен сәхн.
30
Мәктәпкә килдек
Күп нәмә белдек
Һүҙҙәрҙе һанап
ижеккә бүлдек.
-Математиканы юҡҡа ғына фәндәр батшаһы тимәйҙәр, сөнки математиканы белмәйенсә врач та, летчик та,моряк та булып булмай.
- Бер тигәс тә ни яҡшы?
Бер ваҡытта ауырымай
Шат йәшәһәң шул яҡшы.
- Ике тигәс тә ни яҡшы?
Бер үк эште ике ҡабат
Эшләмәһәң шул яҡшы.
- Өс тигәс тә ни яҡшы?
Өскә көскә өлгәшеүҙе
Бөтөрә алһаң шул яҡшы.
- Дүрт тигәс тә ни яҡшы?
Дүрткә, бишкә уҡып бөтөп
Һөнәр алһаң шул яҡшы.
- Биш тигәс тә ни яҡшы?
Башҡорт теле дәрестәрен
Бишкә уҡыһаң шул яҡшы.
- Алты тигәс тә ни яҡшы?
Алтылағы алтмышта тип
Тик ятмаһаң шул яҡшы.
- Ете тигәстә ни яҡшы?
Егет кешегә етмеш төрлө
Һөнәр булһа шул яҡшы.
- Һигеҙ тигәс тә ни яҡшы?
Һикһән йәшлек өлкәндәргә
Игелек ҡылһаң шул яҡшы.
- Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?
Өлгөр булып, уҡып бөтөп.
Уңған булһаң шул яҡшы.
Әлифба
Бына шәптәр.Рәхмәт,балалар, һеҙ мине бик ҡыуандырҙығыҙ.
Мине бөтә уҡыусыларҙа яҡшы үҙләштергән.
Беҙ һеҙҙең менән күмәкләп, Әлифбаны уҡырға, хәрефтәрҙе яҙырға өйрәндек.Шулай ҙа Әлифба бөтә нәмәгә лә өйрәтеп бөтә алманы.
Хәҙер Әлифбаға алмашҡа икенсе китап киләсәк? Уның исеме…
Хор менән.
-Туған тел!
-Әйҙәгеҙ, балалар,уны бергәләп саҡырайыҡ әле.
-Туған тел! Туған тел! Бик һағындыҡ тиҙерәк кил!
Һаумыһығыҙ, балалар!
Минең яҡын дуҫтарым!
Биттәремде елберләтеп
Һеҙҙең алда туҡтаным.
Алыҫ-алыҫ илдәрҙән
Алып килдем һеҙгә мин
Ҡыҙыҡ- ҡыҙыҡ әкиәттәр.
Төрлө-төрлө хикәйәләр.
Матур-матур шиғырҙар
Күңелле дәртле йырҙар.
Бына мин һеҙгә туған телен ҡалдырып үҙем китәм.
Ҡәҙерле,балалар хушығыҙ.Аҡыллы булығыҙ, гел «5» гә уҡығыҙ!
Их, матур мәктәп!
Их, рәхәт мәктәп!
Рәхмәт, Тыуған ил!
Рәхмәт, мең рәхмәт!
Йөрәктәр ярһый
Бер теләк менән
Вәғәҙә бирәбеҙ
Мең йөрәк менән!
Бик яҡшы уҡырбыҙ!
Бик яҡшы эшләрбеҙ!
Бик яҡшы ял итербеҙ!
Бик яҡшы үҫербеҙ!
Әлифба
Рәхмәт, балалар, хушығыҙ!
Бөтәһе бергә:
Рәхмәт, һиңә Әлифба!
Хуш,хуш Әлифба!
Һәр бер уҡыусы
Бик күп уҡыһын
Китап иң яҡын
Дуҫығыҙ булһын!
Туған тел:
Әлифба мине үҙенә алмашҡа ҡалдырҙы.
Балалар! Мине лә тырышып уҡырһығыҙ тип ышанам.
Тыуған ерегеҙҙе
Туған телегеҙҙе
Мәктәбегеҙҙе яратығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башланғыс мәктәп менән хушлашыу байрамы
Башланғыс класс менән хушлашыу...