Выпускной в начальной школе.
материал (4 класс)

Рамазанова Нафиса Маснавиевна

Сценарий выпускного в начальной школе на башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon vypusknoy_v_nachalnoy_shkole.doc53.5 КБ

Предварительный просмотр:

Иҙел:  Сәләм, ҡыҙҙар, малайҙар!!!

Айт:   Сәләм, дуҫтар!!!

Иҙел:   Хәлдәрегеҙ нисек? Кәйефтәрегеҙ шәпме?

Айт: Улай булғас, беҙ «Байтус» тапшырыуын башлайбыҙ.

 Иҙел:Һәр ваҡыттағыса беҙгә бик күп хаттар килгән. Бына берәүһе- Дыуан районынан. Уҡыйыммы?

Айт: Уҡы әйҙә, нимә яҙалар икән беҙгә  төньяҡ-көнсығыштан.

---- Һаумыһығыҙ, Байтустар. Һеҙгә бик күп сәләмдәр ебәреп хат яҙа Дыуан районы Әбдрәшит ауылынан Әхмәтханова Азалия. Мин һеҙҙеӊ тапшырыуығыҙҙы яратып ҡарайым һәм аҙна һайын котөп алам. Беҙҙеӊ ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла бар. Мин үҙем 2 класта уҡып йөрөйөм.

Минеӊ яӊылығым шул- быйыл беҙҙеӊ мәктәпте бер генә уҡыусы тамамлай. Исеме Ғарифуллин Ленар. Тик бишле билдәләренә генә уҡый ул.

Айт: Вәт яӊылыҡ тиһәӊ дә яӊылыҡ!! Сенсация!!

Иҙел: Ә беҙҙә -реклама!!!!

Эрик, Искәндәр,Ленар, Дамил өҫтәл артында кәнфит ашай.

Эрик:

---- Бөгөн Айгүзәл дүрт штук бишле алды!!!!!

Искәндәр:

---Нимә ул? Айгизә  хәтәр реферат тапшырҙы!!! Ваҡытынан алда!!!

Дамил:

 -----Әйттегеҙ тағы!!! Бына Аделинаныӊ сәс толомо!!! Биленә етеп тора!!!

Ленар ( кәнфит ашай) Эйе!!! Һәйбәт!!!

Эрик: Айгүзәлме?

Искәндәр: Айгизәме?

Дамил: Аделинамы?

Ленар: Юҡ, кәнфит!!!!

Иҙел:Ә беҙ тапшырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ, һәм беҙҙә бөгөн ҡунаҡта –Ленар Ғарифуллин!!!!

Ленар: Сәләм, егеттәр!!

Айт:Һаумы, Ленар!!! Кәйефтәр нисек?

Ленар: Барыһы ла һәйбәт!!! Минеӊ бит бөгөн байрам- сығарылыш кисәһе. Үҙемдеке генә!!!

       Һөйлә әле, нисек  улай килеп сыҡты ул? Дүрт йыл буйына бер үҙеӊ генә уҡыныӊмы?

Ленар: Юҡ, улай түгел. 1 класҡа беҙ 2014 йылдыӊ 1 сентябрендә 4 бала килгәйнек. Бәләкәй генә башҡортса бер һүҙҙә әйтә алмаған Назарова Валерия, тыныс ҡына аҡыллы ҡыҙ Нафикова Әлфинә, мин һәм минеӊ дуҫым Зарипов Данил. 1-се, 2-се класта беҙ дүртебеҙ татыу ғына уҡыныҡ. Ә бына 3 класта 1 сентябрҙә өсәү генә инек. Валерия Арыйға уҡырға китте. Уныӊ аяҡ арты еӊел булды ахыры. Октябрь айында Әлфинә лә беҙҙе ташлап Учалы районына китеп барҙы.3 класта беҙ Данил дуҫым менән икәүләшеп уҡыныҡ. 4 кластыӊ башында ул да Мәсетле районына китеп барҙы.

    Ә рәхәтме ул бер үҙеӊ бер класс булыуы?

Ленар:

---Рәхәт тә, ҡыйын да. Ярышып уҡырға кеше юҡ-был ҡыйын.Дәрес тиҙ бөтә- быныһы яҡшы.

      Ә бөгөн инде һинеӊ Әбдрәшит башланғыс мәктәбе менән хушлашыр мәлеӊ дә етте.

      Әйҙәгеҙ әле һуӊғы ҡыӊғырау шылтырар алдынан беҙ бер аҙға ғына үткәндәргә әйләнеп ҡайтайыҡ.

        Әбдрәшит мәктәбендә төшөрөлгән видеояҙмаларҙы ҡарап алайыҡ.

         Рус теле дәресендә.

Учитель -  Айгиза

Учитель: Послушаем, как вы выучили домашнее задание. Кто пойдёт отвечать первым, тот получит на балл выше.

 Эрик. (тянет руку и кричит): Я, я буду первым, ставьте мне сразу три!

 Учитель: Твоё сочинение о собаке, Идель, слово в слово похоже на сочинение Азалии!

 Идель: Айгиза Фидановна, так мы же с Азалией живём в одном дворе, а там у нас одна собака на всех!

Учитель: Азалия, определи род слов: «стул», «стол», «носок», «чулок».

 Азалия: «Стол», «стул» и «носок» - мужского рода, а «чулок» - женского.

Учитель: Почему?

 Азалия: Потому что чулки носят только женщины!

    -Эрик, поставь  ударение в слове «девочка».

 -  Я не могу - девочек ударять нельзя. Хотя очень хочется!

    - Измените, пожалуйста, глагол «идти».

Азалия . Я  иду, ты идешь...

 -  Побыстрее, пожалуйста!

 -  Он бежит, мы бежим, вы бежите.  

-Идель, составь предложение с обращением”

- Айгиза Фидановна , звонок” (Звонок)

Музыкаль пауза “ Что такое школа?”

Ленар: Математика дәресенә әҙерләндек.

---Тимерлан,ниӊә һәр ваҡыт һинеӊ мәсьәләӊде әсәйеӊ сисә ул?

Тимерлан: Һуӊ, атайымдыӊ ваҡыты юҡ бит.

----Таҡтаға мәсьәлә сисергә Айгүзәл сыға.Иғтибар менән мәсьәләне тыӊла: атайыӊ 1 кг кәнфит һәм әсәйеӊ тағы ла 2 кг кәнфит һатып алған.Бөтәһе...( Айгүзәл сығып бара) Һин ҡайҙа киттеӊ ул?

Айгүзәл: Өйгә кәнфит ашарға ҡайттым.

-----Дамил, әгәр һинеӊ үҙеӊдеӊ 10 һум аҡсаӊ будһа һәм һин апайыӊдан тағы ла 10 һум һорап алһаӊ, һинеӊ күпме аҡсаӊ буласаҡ?

Дамил: 10 һум.

---- һин математиканы бер ҙә белмәйһеӊ бит, Дамил.

Дамил: Юҡ, һеҙ минеӊ апайымды белмәйһегеҙ.

-----Аделина, дүртте икегә бүлһәӊ, нисә була?

Аделина: Ә нимәне бүлергә?

---Мәҫәлән, дүрт алманы.

Аделина: кемдәргә бүлергә?

---- Һиӊә һәм Дамилға.

Аделина: Миӊә өсәү һәм Дамилға берәү.

--- Ни өсөн улай?

Аделина: Сөнки уныӊ миӊә 1 алма бирәсәге бар.

-----Ә ул һиӊә сейә бирәсәк түгелме?

Аделина: Юҡ.

----- Шунан, 4 сейәне икегә бүлһәӊ, нисә була инде?

Аделина: Дүртәү.Бөтәһе лә Дамилға.

---- Ни өсөн?

Аделина: Сөнки мин сейә яратмайым.

Ә киләһе муыкаль бүләгебеҙ Миләүшә Рәис ҡыҙына һәм башҡа әсәйҙәргә арнала. Рәхмәт һеҙгә ,әсәйҙәр, беҙгә белем алырға ярҙам иткәнегеҙ өсөн, ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙып, иркәләп-наҙлап торғанығыҙ өсөн.“ Әсәйемдең ҡосағы”

Тирә-яҡты өйрәнеү дәресе.

Айтуған: тирә-яҡты өйрәнеү дәресен башлайбыҙ.Зәнилә, әйт әле, төньяҡ менән көньяҡ ҡайҙа урынлашҡан?

Зәнилә: төньяҡты белмәйем, ә көньяҡ- таҡта янында.

----Ә һин ни өсөн шулай тип уйлайһыӊ?

Зәнилә: Таҡта янына сыҡһам, миӊә ныҡ эҫе булып китә.

---- Кем 5 ҡырағай хайуанды атай ала? Әйт, Эмилия.

Эмилия: тигр, тигрица һәм уларҙыӊ 3 балаһы.

---- Балалар, һеҙ боронғо Египет пирамидалары тураһында нимә беләһегеҙ?

(Лес рук)

--- яуап бир,Искәндәр.

Искәндәр: Мумиялар йәшәй торған өйҙәр.

Эмилия: Ә мин ни өсөн динозаврҙар үлеп бөткән икәнен беләм.

--- ни өсөн һуӊ?

Эмилия: сөнки уларға прививка эшләмәгәндәр.

---- Искәндәр, сысҡандарҙыӊ ғүмер оҙонлоғо нисә йыл?

Искәндәр: был бесәй менән туранан- тура бәйле инде.

---- Зәнилә, әйт әле, кешенеӊ иӊ һуӊғы булып ниндәй тештәре сыға?

Зәнилә: әлбиттә, ҡуйылған тештәр инде.

----- Эмилия, һин ни өсөн бер туҡтауһыҙ сәғәтеӊә ҡарайһыӊ ул?

Эмилия: шундай ҡыҙыҡлы дәресебеҙ бөтөп ҡуймаһын тип ҡурҡам.

Она: Какие у тебя оценки?

Он: Несправедливые!

Она: Это почему же?

Он: Придираются! Недавно отвечал по окружающему миру, знал все вопросы, а получил двойку…

Она: Если все знал, за что двойку получил?

Он: Так я вопросы знал, а ответы нет. Я и не учил ответы, я вопросы учил. Да разве докажешь!

Она: /иронически/ Да, доказать трудно.

Он: В том-то и дело. На прошлой неделе диктант писал… Опять двойка.

Она: А тут за что?

Он: За знаки препинания.

Она: Ты что же, не умеешь ставить точки, тире, запятые?

Он: Ставить то я умею, только не знаю куда.

Она: Так ты, наверное, правил не знаешь?

Он: Знаю я! Главное правило – это правильно сесть, то есть рядом с отличником.

Она: Да, замечательное правило! Послушай, у тебя хоть один любимый предмет есть?

Он: Конечно, я математику люблю.

Она: Ну, тогда скажи, как найти площадь квадрата?

Он: А что, она потерялась? Я не брал.

Она: Так с математикой все ясно. Теперь объясни, почему сначала мы видим молнию, а потом уже слышим гром?

Он: Потому что глаза находятся впереди ушей.

Она: Великолепно! Интересно, для чего тебе глаза и уши?

Он: Глаза, чтобы видеть, а уши, чтобы мыть.

Она: Все ясно! По-моему, отметки у тебя справедливые, а учишься ты плохо потому, что ленишься. И я догадываюсь, какая самая главная оценка в твоем дневнике.

    Бына шулай шаулап-гөрләп уйнап-көлөп үтте беҙҙеӊ Әбдрәшит башланғыс мәктәбендәге уҡыу йылдары.

  Бынан 4 йыл элек ысынлап та һеҙ ошо мәктәпкә 1 класҡа уҡырға килгәйнегеҙ. Беҙ һеҙҙеӊ менән бергәләшеп фән тауына үрләнек. Мәктәп тормошо гел шатлыҡтарҙан ғына торманы, проблемалар за булды. Ләкин һин күӊелеӊдә иӊ яҡты хәтирәләр генә һаҡла!

   Башланғыс мәктәп ул – фән тауыныӊ беренсе баҫҡысы ғына. Алда һине тағы ла бейегерәк үрҙәр көтә. Шуға ла мин һиӊә иӊ тәү сиратта тырышлыҡ теләйем.Тырыш бул, алдыӊа маҡсат ҡуй һәм уға табан ынтыл!!!

   Күп ваҡыт та үтмәҫ, йәйге өс ай ғына, Һин тағы мәктәп ишеген асып үтәрһеӊ. Унда инде яӊы дуҫтар, башҡа уҡытыусылар. Юғалып ҡалма, булған һәләттәреӊде күрһәтә бел, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшә!!! Яратҡан атай-әсәйҙәреӊде ҡыуандырып тор, Беҙҙе лә онотма, тик яҡшы хәбәрҙәреӊ генә килеп торһон беҙгә!. Уӊыштар һиӊә!

    (Диплом выпускника начальной школы)

    Башланғыс мәктәпте тамамлау тураһында танытма алғас, хәҙер инде урта мәктәпкә күсер алдынан Ленар барыбыҙҙыӊ алдында тантаналы ант бирергә тейеш. (Клятва)

Тәүге ҡыӊғырай белем асҡыстарын

Балаларҙыӊ бирә ҡулына.

Һуӊғы ҡыӊғырау башлап алып сыға

Һәр баланы тормош юлына.

   4 йыл буйы ҡыӊғырауҙар сыӊы

   Саҡырыу булды һәр бер дәрескә.

Бөгөн улар- сакырыу һәм оҙатыу

Алда торған бөйөк ҙур эшкә.

    Уҡыу йылдары дауамында һин ҡыӊғырау сыӊын күп тапҡыр ишетерһеӊ әле. Шулай ҙа Әбдрәшит башланғыс мәктәбендә 1 кластыӊ уҡыу алдынғыһы Ғарифулилина Эмилия сыӊлатҡан һуӊғы кыӊғырау сыӊы күӊелеӊдә мәӊгелеккә уйылып ҡалһын!!!

    ( Последний звонок)

Ә хәҙер инде ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Зарема Рафис ҡыҙына бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!!!

     ( Слово директора)

(Флешмоб)

Ә хәҙер инде һүҙҙе ата-әсәйҙәргә бирәбеҙ.

   ( Миләүшә)

Маленькая страна.

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выпускной в начальной школе

Внеклассное мероприятие "Прощай, начальная школа!"...

Выпускной в начальной школе "До свидания, начальная школа!"

Выпускной проходит в форме телепередач, в которых охватывается вся школьная жизнь за 4 года. АНОНС.  ________ Здравствуйте, дорогие зрители! Мы желаем вам приятного вечера и предлагаем пр...

Выпускной в начальной школе "Прощай начальная школа"

Выпускной в начальной школе "Прощай начальная школа"...

сценарий выпускного вечера «Начальная школа, любимая школа!»

Звучит музыка, выходят ведущиеВедущий 1:СветланаСветит в мае солнце ярко, Расцвели вокруг цветы. За окошком стало жарко – Рады им и я, и ты.Ведущий 2: КсенияПочему сегодня все мы. Так нарядны и милы? ...

Внеклассное мероприятие "Начальная школа-пора золотая". Выпускной для начальной школы

Данный сценарий поможет сделать выпускной бал интересным, увлекательным, запоминающимся событием, раскрыть интересы учащихся, показать всех вместе и каждого в отдельности, организовать психологически ...