конспект урока башкирской литературы
план-конспект урока (2 класс)
Урок- победитель в номинации "Духовное воспитание" в республиканском конкурсе.
Скачать:
Предварительный просмотр:
Башҡорт мәктәптәренең 2- се класында әҙәби уҡыу дәресе.
Тема: Жәлил Кейекбаев «Оморҙаҡ бабай»
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе (яңы әҫәрҙе өйрәнеү дәресе).
Уҡыу- методик комплект: УМК «Әҙәби уҡыу» (авт. Сынбулатова Ф. Ш., Дәүләтшина М. С. һ.б.)
Маҡсаты:
а) шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш:
- уңайһыҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һәр эште уйлап башҡарырға, төрлө сетерекле хәлдәрҙә батыр, ҡыйыу булырға, юҡ- бар нәмәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә;
-текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға теләк уятыу;
- өлкәндәр фекеренә ҡолаҡ һалыу, мәғәнәле, тапҡыр һүҙҙәрен отоп алыу, үҙ телмәреңдә ҡулланыу;
б) метапредмет өлкәһендәге үҫеш:
- йөкмәткегә ҡарата геройҙарҙың ҡылыҡ- фиғелен аңларға тырышырға; дәрестәге эш буйынса һығымта яһарға, тексты «эмоциональ» ҡабул итергә өйрәнергә;
в) предмет өлкәһендәге үҫеш:
- дөрөҫ, етеҙ, аңлы һәм тасуири уҡырға күнегергә; һорауҙарға тулы яуап бирергә;
- уҡылған әҙәби әҫәрҙе аңлау алымдарына эйә булырға, уның төп фекерен үҙ аллы билдәләй белергә, быны дәлилләгән һөйләмдәрҙе текстан табып уҡырға.
Йыһазлау: Жәлил Кейекбаевтың портреты, китаптар күргәҙмәһе; эш дәфтәрҙәре, сюжетлы һүрәттәр, һүҙлек карточкалары, презентация.
Дәрес барышы
Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусы эшмәкәрлеге |
| |
Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Ҡояш, ғаләм, Тыуған ер! Йән тыныслығы бир! Мин сәләмәт, мин матур, Мин бәхетле һәм дә шат. Күп минең дуҫ- иштәрем, Уҡыуым да шундай шәп! | Парталашыңды, күршеләреңде сәләмләргә күнегеү. Шиғыр юлдарын шат, яғымлы тауыш менән уҡыу. |
| |
Өйгә эште тикшереү. 1. Сабираға кәңәштәр. (Ф.Иҫәнғоловтың «Нимә тип яуап бирер инең?» хикәйәһе буйынса)
(Ғ.Дәүләдиҙең «Шапшаҡ Кинйәбай» шиғыры буйынса) Балаларҙың яуап биреү оҫталығын баһалау, уңыштарын билдәләү. |
Ҡыҙҙар Сабираға, ә малайҙар Кинйәбайға кәңәштәрен уҡыйҙар.
Класташтарыңдың уҡыуын иғтибарлы тыңлап барырға, баһаларға. |
| |
1.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыуҙы ойоштороу. Текстың исеме, башы буйынса дәрес темаһын күҙаллау. Яуаптарҙың төрлөһө тыңлана, әүҙемлек хуплана. Баланың һөйләшеү оҫталығын билдәләү. | Дәреслектәге 53-сө дәрес материалын табырға. Уҡыласаҡ текстың башын уҡып ҡарарға. Текст исеме, башы буйынса уҡыу мәсьәләһен билдәләргә. Баҙнатлы яуап бирергә. - Оморҙаҡ бабай ысынлап та аждаһа күргәнме? Бөгөн ошо һорауға яуап эҙләйбеҙ. |
| |
1. Тәү башлап әҫәр йөкмәткеһе менән танышыуҙы ойоштороу:
1-се бирем: әҫәрҙең исемен, авторын дәфтәргә яҙыу. Хикәйә нисек тамғалана?
«интервью»:
уҡыныҡ?
2. Һүҙлек эше. (телдән эшләнә) 3. Тәү башлап әҫәр йөкмәткеһе менән танышыуҙы ойоштороу: хикәйәне уҡып ишеттереү.
әңгәмә. - Хикәйәнең төп геройҙары кем? (Хөрмәт менән олатаһы Оморҙаҡ бабай.) - Хөрмәткә олатаһы нимә һөйләгән? (Олатаһы аждаһа күреүе тураһында мажаралы хәл һөйләгән. ) - Оморҙаҡ бабай ысынлап та аждаһа күргәнме? (Юҡ, ниҙән ҡурҡһаң, шул күҙгә күренә.) 5. Хикәйәне эстән уҡытыу. Уҡылған әҙәби әҫәрҙе аңлау алымдарына эйә булырға, уның төп фекерен үҙ аллы билдәләй белергә. | Әҫәр исеме- «Оморҙаҡ бабай». Авторы- Жәлил Кейекбаев. Жанры- хикәйә. (тура дүртмөйөш, йәшел һәм һары төҫтә, сөнки тәбиғәт күренештәре һәм кешеләр тураһында) Электрон таҡтала уның портреты, бирелгән мәғлүмәтте ҡулланыу. - Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев яҙыусы һәм тел ғалимы, профессор. - Ул 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған. - «Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?» «Айыу ҡыш ниңә өңөнән сыҡмай?» Төрлө телдә баҫылған «Урман әкиәттәре » китабы. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә: һырыштыҡ- һыйындыҡ һаҙлыҡ- өҫтө ҡалын үлән менән ҡапланған, аҫты һыу булғанлыҡтан һелкенеп ятҡан батҡыл урын әрәмә- ғәҙәттә, туғайҙа, дымлы, уйпат ерҙә үҫкән ваҡ ҡыуаҡлыҡ күрән - дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән ҡот осто- ныҡ ҡурҡтыҡ йән керҙе- иҫебеҙгә килдек
нимәләргә иғтибар итергә? Оморҙаҡ бабай ысынлап та аждаһа күргәнме икәнлеген асыҡларға.
әңгәмәлә әүҙем ҡатнашырға, үҙ фекереңде оялмайынса башҡаларға еткерергә.
итергә: - Йөкмәткегә ҡарата геройҙарҙың ҡылыҡ- фиғелен аңларға тырышырға. - Тексты «эмоциональ» ҡабул итергә өйрәнергә. |
| |
Һаҙлыҡта ике тәлмәрйен, Ике йәшел әхирәт, Иртүк тороп йыуынған, Ҡоро итеп һөртөнгән, Уңға- һулға эйелгән, Аяғын тыпырлатҡан, Шунан сәпәкәй иткән. Сәләмәт булыр өсөн- Иртән зарядка эшлә, Физкультсәләм ебәрәбеҙ, Ваҡыт үткәрмә бушҡа! | (шиғыр йөкмәткеһенә ярашлы хәрәкәттәр эшләргә) |
| |
1. Әҫәрҙе һайланма уҡытыу. Тәүҙә ел- дауыл, ямғыр башланыуы, унан аждаһаны тәүге күреү тураһындағы урынды уҡытыу. Һәр өҙөк буйынса әңгәмә үткәреү. - Ел- дауыл сыҡҡанда нимә ҡалҡа тип һөйләйҙәр? - Аждаһаны һүрәтләп бирегеҙ. - Хикәйәлә ниндәй мәҡәл ҡулланылған? 2. Эш дәфтәрендә эш. - 2-се биремде эшләү. Хикәйәләләге ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? - 3-сө биремде эшләү. Хикәйәләләге ваҡиғаларҙы мажаралы хәл, тип әйтергә буламы? Тамғала. 3. Дәреслектәге мәҡәлдәр өҫтөндә эш(төркөмдә эшләргә өйрәтеү): «Олонан аҡыл алам, кәңәшкә ҡолаҡ һалам!» рубрикаһындағы мәҡәлдәрҙе уҡытыу. Хикәйәгә ниндәй мәҡәл тура килә? 4. Төркөмдәрҙең яуаптарын тыңлау. 5. Эш дәфтәрендәге 4-се биремде эшләү. Ҡайһы мәҡәл хәтереңдә ҡалды? 6. Һығымта яһатыу. - Хикәйә һеҙҙә ниндәй тойғо уятты? |
табырға. Тасуири итеп уҡып күрһәтергә. - Аждаһа. - Буйы ике бүрәнә оҙонлоғо, бүкән йыуанлығы, төҫө ҡап- ҡара. - Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, таҡыр ерҙә аты һөрөнә.
Хикәйәләләге ваҡиғалар Оморҙаҡ бабай исеменән һөйләнелә.
аңлатырға. Уға ярашлы миҫалдар килтерергә. Төркөмдә кәңәшләшеп эшләргә өйрәнергә: башҡаларҙың фекерен тыңлай, үҙеңдең фекереңде еткерә белергә.
ҡурҡҡан. Дәфтәргә яҙып ҡуйырға.
хәлгә тарымаҫ өсөн һәр эште уйлап башҡарырға, төрлө сетерекле хәлдәрҙә батыр, ҡыйыу булырға, юҡ- бар нәмәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә. |
| |
ҡуйылды? Ул мәсьәләне систекме?
Был әҫәрҙән ниндәй фәһем алдығыҙ? |
нимә менән шөғөлләндем? Унан нимәгә өйрәндем? Ниндәй аҡыл алдым?
бәләкәй саҡта аждаһа күрмәүен белдек.
һәр эште уйлап башҡарырға, төрлө сетерекле хәлдәрҙә батыр, ҡыйыу булырға, юҡ- бар нәмәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә. |
| |
| |
| |
|
Ноғаманова Фәриә Ҡасым ҡыҙы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
конспект урока по литературе "Сочинение"
в данном коспекте представлены так же коспекты русского языка и математики для 2 класса...
Конспект урока по литературе в 1 классе "Рассказы о животных. Ю. Коваль "Бабочка"
Урок проводится в 1 классе в 4 четверти. Тема "Рассказы о животных. Ю. Коваль "Бабочка"Цели и задачи:1. Организовать деятельность детей по отработке правильности и выразительности чтения. ...
Конспект урока по литературе
Конспект урока...
Конспект урока по литературе 4 класс "А.И. Куприн Барбос и Жулька".
Цели и задачи урока:- Познакомить учащихся с жизнью и творчеством А.И. Куприна;- Познакомиться с произведением «Барбос и Жулька», раскрыть смысл рассказа, верности и дружбы между животными;- Учить ана...
Конспект урока по литературе 4 класс ." А.И.Куприн. Барбос и Жулька."
Цели и задачи урока:- Познакомить учащихся с жизнью и творчеством А.И. Куприна;- Познакомиться с произведением «Барбос и Жулька», раскрыть смысл рассказа, верности и дружбы между животными;- Учить ана...
Конспекты уроков по литературе
1. А.С. Пушкин. Осень.2. Народные характеры и народный быт в повети Ночь перед Рождеством3. Паустовский. Спеши делать добро....
Разработка урока башкирской литературы на тему "Уфа -столица нашей республики"
Урок на башкирском языке по развитию речи. Построен на основе ФГОС. Будет полезен учителям начальных классов....