А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ФДББС ярашлы дәрес планы
план-конспект урока

Истамғәлин Илгиз Наил улы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәте

Класс. 5 г

Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү.

Маҡсаттар:       

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү.   

2.Предмет буйынса белем: автор тураһында белешмә биреү, әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү;   яҡшылыҡ һүҙенең асылын асыу, тексты анализларға өйрәтеү.

3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү:үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе дөрөҫ баһалау.

Йыһазлау: проектор, ноутбук, тауыш көсәйтеү колонкалары, слайд, кәрәкле көйҙәр, ҡояш һүрәте, таратма материалдар, А.Йәғәфәрованың портреты, балалар өсөн яҙған китаптары, аңлатмалы һүҙлектәр, жетондар.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл a.ygfrovanyn_yakshylyk_kite_buyynsa_dres_plany.docx32.04 КБ

Предварительный просмотр:

 Истамғәлин Илгиз Наил улы

Әбйәлил районы Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы

беренсе категориялы уҡытыусыһы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәте

Класс. 5 г

Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү.

Маҡсаттар:        

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү.        

2.Предмет буйынса белем: автор тураһында белешмә биреү, әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү;   яҡшылыҡ һүҙенең асылын асыу, тексты анализларға өйрәтеү.

3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү:үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе дөрөҫ баһалау.

Йыһазлау: проектор, ноутбук, тауыш көсәйтеү колонкалары, слайд, кәрәкле көйҙәр, ҡояш һүрәте, таратма материалдар, А.Йәғәфәрованың портреты, балалар өсөн яҙған китаптары, аңлатмалы һүҙлектәр, жетондар.

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

УУЭ

  1. Мотивация. Психологик инеш.

1. Дәрестә психологик комфорт атмосфераһы булдырыу, хеҙмәттәшлек, ижадташлыҡ өсөн тейешле аралашыу стиле, тоны булдырыу. Слайд 1.

Хәйерле көн!

Матур үтһен көнөгөҙ,

Яҡшы үтһен дәресебеҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ,

Яман эштән ҡараймаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

1.Сәләмләйбеҙ һауаны

Яҡшылыҡ булһын өсөн!
Сәләмләйбеҙ эсәр һыуҙы
Йәшәү көсө биргән өсөн!

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

2.Эшкә әҙерләнәләр.
Слайд 2.

Үҙбилдәләнеш.

Артикуляция.

        2.Булған белемдәрҙе актуалләштереү.

 Датаны яҙыу.

Ун алтынсы ноябрь.

Дәфтәрҙәргә яҙалар.

Логик фекерләү.

Үҙбилдәләнеш.

        3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу.

1.Уҡыусыларға дәрестең темаһын билдәләү өсөн эш бирелә.

Төркөмдәр менән эшләтеү.

Слайд № 3

1 – се төркөм. Шиғыр уҡыу.

Слайд №4.

2 – се төркөм. Шиғыр юлдарында ниндәй һүҙҙәр төшөп ҡалған?

Слайд №5-6

3-сө төркөм. 

Мәҡәлдәр
Һорау:
һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә яуабында бер һүҙ яңғыраны. Ниндәй һүҙ ул?

  • Эйе, бөгөнгө дәрестең темаһы  ЯҠШЫЛЫҠ менән бәйле. Яҡташ яҙыусыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрованың “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнәбеҙ.

Дәрестең маҡсатын, бурысын уҡытыусы менән берлектә билдәләйҙәр.

1 – се төркөм .Шиғырҙы тасуири уҡыйҙар.

2 – се төркөм. Аҙашҡан хәрефтәрҙе табалар һәм һүҙ яһайҙар.(Яҡшылыҡ).

3- сө төркөм. 

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлаталар.

Дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу.

Кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү.

Төркөмдәр  менән эшләү.

Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү.

4.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1.Теманы яҙҙырыу.
А.Йәғәфәрованың “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү.

2.Уңыш ситуацияһын тыуҙыра.

Һорау: Кем ул А.Йәғәфәрова?
Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ?
Слайд 7-8.
Нисек уйлайһығыҙ әкиәт нимә тураһында икән?

3. Яҙыусының биографияһы менән танышыу.
вар1: уҡытыусы таныштыра.
вар2: көслө уҡыған балалар уҡый.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

А.Йәғәфәрова 1948 йылдың 3 сентябрендә Башҡ-н Респ-һы Әбйәлил р-ны Әхмәт ауылында тыуған. Шунда башланғыс, Ташбулатта урта, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлағас, 1967 йылда райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозында яңы асылған балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. 1974 йылда БДУ-ның филология факультетын ситтән тороп тамамлай. Кескәйҙәр өсөн тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Муйынса» 1973 йылда донъя күрҙе.

4. Һүҙлек эше. Слайд 10.
Түбәндәге һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләрен аңлатығыҙ:

ҡайынлыҡ –

асыуланды-

үтенес-

бәлә-

һыуһаным-

5. Әкиәтте уҡыу (фон, аудиокөй ҡуйыла).

Дәфтәрҙәренә теманы яҙалар.

Уҡыусылар яуап бирәләр:

  • Ул яҙыусы.
  • Әкиәттәр, шиғырҙар яҙа.
  • Беҙҙең райондыҡы.
  • Яҡшылыҡ эшләүселәр тураһында.

вар2: көслө уҡыған балалар уҡый.

Балалар аңлатма бирәләр.

        5.Материалды аңлау кимәлен тикшереү.

Яңы белемде беренсел үҙләштереүгә ярҙам итеү.

Слайд № 11.

1. Тел-һүрәтләү сараларын билдәләтеү.

2. Әкиәт буйынса киңәйтелгән план  төҙөтөү.

3. Ассоциатив тәжрибә үткәреү
Быны беҙ ЯЛ МИНУТЫ м-н бәйләп үткәрәсәкбеҙ.

Фәриткә һәм Фәһимгә ҡылыҡһырлама биреү

1.Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе теркәп баралар. Ҡәләм менән тел-һүрәтләү сараларын билдәләйҙәр.

Эш дәфтәрҙәрендә  үҙ аллы эшләйҙәр.

3.

Парлы эштәр.
(Төп һүҙ тирәләй идеяны, факттарҙы, образдарҙы асыҡлай торған һүҙҙәрҙе яҙып сығалар.

Ял итәләр.

(Эште ҡуйып бер аҙға,

Уҙғарайыҡ хәрәкәт.

Боронғолар әйткәндәр,

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип,

Булырһың һау-сәләмәт.)

Үҙ аллы белем алыу.

Контроль

Классификациялау.

Хәрәкәт итеү.

Өҫтәлмә материал

Карточкалар таратыу.

5. Был әкиәт һеҙҙе нимә тураһында уйланырға мәжбүр итте?

5.Был әкиәтгә ҡарата ниндәй мәҡәл тап килә.

 Эш дәфтәрҙәрендә  үҙ аллы эшләйҙәр.

Тикшерәләр һәм һығымта яһайҙар.

Коррекциялау.

Эҙләнеү эше алып барыу.

        6. Беренсел нығытыу, ғәмәли эштәр һәм ҡабатлау

        3. А т үткәреү

Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән яҡшылыҡ тураһында бик күп һөйләштек.
Әйҙәгеҙ, теманы нығытыу өсөн тағы ла бер тәжрибә үткәрәйек.

Төркөмдәр менән эшләтеү.

Проблема ҡуйыу: Нисек уйлайһығыҙ? Беҙҙең тормошта, йәшәйештә яҡшылыҡ күберәкме икән, әллә насарлыҡмы???

(Төп һүҙ тирәләй идеяны, факттарҙы, образдарҙы асыҡлай торған һүҙҙәрҙе яҙып сығалар.

Төркөмдәрҙә эшләйҙәр.

Үҙ-  ара аралашалар.

Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрәләр.

Бирелгән эштәрҙе башҡаралар:

Төрлөсә фекерләү ҡеүәләрен үҫтерәләр.Уҡыусылар тәҡдим ителгән эшләпәләрҙе кейәләр һәм фекерләү ҡеүәләрен үҫтерәләр, төрлө күҙлектән сығыш яһарға өйрәнәләр.

Проблема ҡуйыу

Төркөмдәр менән эш.

Өҫтәлмә материал

Эдварда де Бононың «Алты эшләпә фекерләүе » методикаһы буйынса эшләтеү.Уҡыусыларҙың төрлөсә фекеләү ҡеүәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләтеү. 5 минут ваҡыт бирә. Был методика менән эшләтеү аша уҡыусыларға бер үк хәл-ваҡиғаны төрлө күҙлектән ҡарай белергә һәм фекереңде дөрөҫ йүнәлешкә борорға мөмкин икәнлекте күрһәтә.

Аҡ эшләпә.

Ҡыҙыл эшләпә.

Ҡара эшләпә.

Һары эшләпә.

Йәшел эшләпә .

Күк эшләпә дөрөҫ юлдарҙы күрһәтә, дәлилләрәгә өйрәтә.Ул ролде уҡытыусы үҙе күрһәтә. Үҙләштерелгәнде контролләй, ебәрелгән хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе анализлатыу, уларҙы төҙәтеү өҫтөндә эш үткәрә, коррекциялай.

Аҡ эшләпәлеләр әкиәттән кәрәкле факттарҙы ғына билдәләйҙәр, бер ниндәй ҙә эмоцияға бирелмәйҙәр.

Ҡыҙыл эшләпәлеләр әкиәтте уҡыған саҡта ниндәй тойғолар кисереүҙәре хаҡында һөйләйҙәр.

Ҡара эшләпәлеләр әкиәттәге кире, насар  яҡтарҙы ғына күрһәтәләр.

Һары эшләпәлеләр тик ыңғай яҡтарҙы ғына күрһәтәләр.Оптимистик рухта сығыш яһайҙар.

Йәшел эшләпәлеләр креатив идеяларҙы ғына әйтәләр.

7. Рефлексия

Дәрес маршруты буйынса эшләтеү.

1.Мин дәрестә .... аңланым.

2. Миңә дәрестә ...... оҡшаны.
3. Дәрестең .... бик ҡыҙыҡ булды.

4. Миңә дәрестә ...... оҡшаманы.
5. Дәрестә .... ауыр булды.
6. Дәрестә ...... аңламаным.

 Слайд 12.

Дәрес маршруты ярҙамында йомғаҡ яһайҙар.

Үҙконтроль.

Дәрестә миңә нимә оҡшаны? Нимәләргә өлгәштем?

Нимәне аңламаным?

Үҙ аллы фекерләү  ҡеүәләрен еткерәләр

8. Баһалау

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау. Эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтеү.

Слайд 13

Смайликтарҙы һанайҙар, баһа ҡуялар.

Үҙбаһа.

Үҙконтроль эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау.

Үҙбаһа.

        9.Өйгә эш

Слайд 14.

Карточкалар м-н эш.
Өйгә эш буйынса инструктаж үткәрелә.

Төрлө типтағы өйгә эштәр бирелә.Уҡыусылар үҙ кимәлдәренә ҡарап,  теләктәре буйынса бер генә эште башҡаралар.


Слайд 15.
Кешеләрҙең иң яҡшыһы —

Оҙон ғүмер йәшәгәне,

Оҙон ғүмере буйына

Тик яҡшы эш эшләгәне.

Ошондай нотала, беҙҙең дәрес тамам!!!!!

Көндәлектәренә баһаларын ҡуйҙыралар

Дифференциаль эш.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс

Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...

ФДББС буенча 4 сыйныф укучыларын булачак мониторингка әзерләү.

Милли белем бирү сыйфатын үстерү максатында, белем һәм күнекмәләрне тикшерүнең яңа алымнары кулланыла башлады...

Татар теленнән ФДББС нигезендә төзелгән дәреснең конспекты

Рус телендә башлангыч гомуми белем бирү мәктәбенең4 нче сыйныфы өчен дәреслеге   буенча төзелгән дәрес план-конспектыАвторы: Ф.Ф. ХарисовДәреснең темасы:  Иянең исем һәм зат алмашлыгы б...

А. Карнайҙың "Урманда" әҫәре буйынса дәрес планы

Тема:А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһе.Маҡсат:1.Яҙыусының әҫәрен шыма, тасуири, етеҙ уҡырға;2.Үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, асыҡ әйтергә, иҫбатларға өйрәтеү;3.Көҙгө тәбиғәт матурлығын күрә белергә,бар...

А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ябай дәрес планы

Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар:        1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, ...