А. Карнайҙың "Урманда" әҫәре буйынса дәрес планы
план-конспект урока
Тема:А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһе.
Маҡсат:1.Яҙыусының әҫәрен шыма, тасуири, етеҙ уҡырға;
2.Үҙ фекерҙәрен дөрөҫ, асыҡ әйтергә, иҫбатларға өйрәтеү;
3.Көҙгө тәбиғәт матурлығын күрә белергә,барлыҡ йән эйәләренә лә һаҡсыл,изгелекле булырға өйрәтеү;
Йыһазландырыу:1.Яҙыусының портреты, тейен, йылан, алйырҙан, имән, сәтләүек һүрәттәре, “Көҙгө урман”картинаһы, мәҡәлдәр.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
a.karnay_.urmanda.5_kl.doc | 38 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема:А.Карнайҙың “Урманда” хикәйәһе.
Маҡсат:1.Яҙыусының әҫәрен шыма,тасуири,етеҙ уҡырға;
2.Үҙ фекерҙәрен дөрөҫ,асыҡ әйтергә,иҫбатларға өйрәтеү;
3.Көҙгө тәбиғәт матурлығын күрә белергә,барлыҡ йән эйәләренә лә һаҡсыл,изгелекле булырға өйрәтеү;
Йыһазландырыу:1.Яҙыусының портреты,тейен,йылан,алйырҙан ,имән,сәтләүек һүрәттәре,“Көҙгө урман”картинаһы,мәҡәлдәр.
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу мәле.
-Һаумыһығыҙ,балалар!Әйҙәгеҙ,дәресте әбейҙәр сыуағындағы ҡояш кеүек йылмайып башлайыҡ.Барыһына ла мәрхәмәтле,алсаҡ булайыҡ.
Бөгөн беҙ бер-беребеҙҙе тыңларға,шулай уҡ уйларға,үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтергә өйрәнәбеҙ.
II.Өй эшен тикшереү.
-Үткән дәрестә беҙ ниндәй әҙәр менән таныштыҡ?
-Хикәйәнең авторы кем?
-Һеҙ нимәләр әҙерләп килдегеҙ?(Әҫәрҙе өлөштәргә бүлеү һәм тасуири уҡыу)
III.Әйҙәгеҙ,”Һүҙ оҫталары “конкурсы үткәреп алайыҡ.Хикәйәнең иң оҡшаған урынын билдәләгеҙ.Шуны алға сығып,бик матур итеп уҡырға кәрәк.2-3 уҡыусынан уҡытыу(баһалау).
IV.”Артистар”.
Был хикәйәнең геройҙарын һанап бирегеҙ әле:малай,тейен,алйырҙан,йылан.Хәҙер кемдәр үҙҙәрен ошо геройҙар итеп күҙ алдына килтереп,уның уйҙары,эше,тышҡы ҡиәфәте тураһында һөйләп бирә?
1-се уҡыусы.Мин –малай.Мин йәшәгән ауылдың эргәһендә генә матур урман бар.был урманға мин йыш йөрөйөм.Көҙ еткәс,унда имән сәтләүеге йыйырға килдем.Урманда күңелле:ҡоштар һайрай,шишмә йырлай.Ә мин рәхәтләнеп тәмле,тос сәтләүектәрҙе сүпләйем.Мин ҡурҡаҡ малай түгелмен.Нимәнән ҡурҡырға?Бүренәнме,айыуҙанмы-килеп сыҡһалар ни,бысағым бар.Ә күп булһалар инде,эш башҡа:ағас башына менеп ҡасырға тура килер.Тағы мин төрлө йән эйәләрен дә күҙәтергә яратам.Бөгөн,мәҫәлән,өс йәнлекте күрҙем: тейенде,алйырҙанды,йыланды.
2-се уҡыусы.Мин тейен.Үҙем матур ғына,ҡупшы ғына.Башым минең бәләкәй генә,мороном осло,ҡолаҡтарым да өҫкә ҡарап тырпайып тора.Кәүҙәм оҙонса ғына,ә иң матуры-ҡупшы ҡойроғом,ул ҡабарып,өҫкә ҡарап тора.Сәтләүек,бәшмәк,еләк яратам.Көҙ еткәс,уларҙы ҡышҡылыҡҡа йыйып ҡуйҙым.Сәтләүекте аяғым менән тибеп ҡарайым,эсе буш булһа,алмайым,тик һәйбәттәрен генә өңөмә ташыйым.Мин үҙем ағастан ағасҡа һикереп йөрөргә лә яратам.
3-сө уҡыусы: мин –алйырҙан.Оям минең ерҙә,Өңөмә ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ ташыйым.Аяҡтарым ҡыҫҡа ғына,ерҙә йүгереп йөрөйөм.сәтләүекте яратам,уны тәүҙә ауыҙыма тултырам.Тик бынау тейен генә бөтә һәйбәт сәтләүекте ташып бөтә инде.Үҙе етмәһә,көлөп-шаярып ағастан ағасҡа һикереп,маҡтанып йөрөй.Минең кеүек ерҙә генә йәшәһә булмаймы ни?
4-се уҡыусы:Мин һоро йылан.Ерҙә лә ,ағаста ла шыуып йөрөйөм.алйырҙан исемле дуҫым да бар.Ул ҡайһы йәнлекте яратмай,шуны мин дә дошман күрәм.Шаян,күңелсәк тейенде яратмайым мин.Мин уҫалмын,тотоп алһам,сағып та ҡуям.
-Рәхмәт,балалар.Йә,оҡшанымы беҙҙең “артистарҙың” сығышы?Кем ысын артист кеүек һөйләне,кемдең хикәйәһе һеҙгә оҡшаны?Ни өсөн?(Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр).
V.Ял минуты.”Урманда”
Мин барҙым бөгөн урманға,
Тап булдым бер ҡуянға...
Ҡуян йөрөй һикереп(хәрәкәт)
Ҡасты бит мине күреп.
Осраттым хәйләкәрҙе
Йөрөй атлап бик ҡупшы,(хәрәкәт)
Төлкө үтте янымдан,
Һелкенеп ҡалды шыршы.
Осраны миңә бүре,
Ыржайып тора теше. (хәрәкәт)
Мин ҡурҡыуҙан тиҙ һыҙҙым ,(хәрәкәт)
Соҡорға йығыла яҙҙым.
Урман хужаһы айыу
Сыҡты минең юлыма.
Һыпырттым бик шәп кенә(хәрәкәт)
Ана торған ауылыма.
VI.Әңгәмәләшеү.Урманда бик күп йәнлектәр йәшәй икән.Беҙ һеҙҙең менән хикәйәлә өсөһөн осраттыҡ.Һеҙ был йәнлектәр тураһында нимәләр уйлайһығыҙ?
Бына таҡтала һәр береһенең һүрәте тора,ентекләп ҡарап сығығыҙ.Уларҙың холоҡтары тышҡы ҡиәфәттәре менән тап киләме икән?Был йәнлектәргә ниндәй мәҡәлдәр тап килер ине?Һайлағыҙ.
Тейен
Алйырҙан
Йылан
Һығымта:Кешегә соҡор ҡаҙма,үҙең төшөрһөң.Кешеләргә ҡарата гел изгелекле булырға кәрәк.Яманлыҡ эшләмәҫәк,сөнки ул һинең үҙеңә кире ҡайтырға мөмкин.Беҙҙең хикәйәлә шул хаҡта әйтелә.Йәнлектәр аша кешеләрҙең тормошон да күрҙек.
VII.Бөтә был ваҡиғалар урманда бара.Ә урман үҙе ниндәй һуң?яҙыусы уны ниндәй төҫтәрҙә күрһәткән?(текстан өҙөктө уҡып биреү,тасуирлау тураһында төшөнсә биреү)
-Урманда үҫкән ағастар тураһында әңгәмә.
-Урманға йыш йөрөгән был малайҙы ниндәй итеп күҙ алдына баҫтыраһығыҙ?Уның күңелен,хис-тойғоларын хикәйәнең ҡайһы өлөшө аса?(уҡырға)Малай ниндәй Кеше ул?
-Хикәйне уҡып бөткәс,һеҙҙә ниндәй тойғолар уянды?
-Автор был әҫәре аша беҙгә нимә тип өндәшә икән?
VIII.Йомғаҡлау.Беҙ ошо хикәйәне уҡып,тормошта яҡшылыҡ,изгелек менән бергә яуызлыҡ,яманлыҡ барлығын да асыҡланыҡ.Кешеләр бер-береһенә генә түгел,тәбиғәткә,төрлө йән эйәләренә лә иғтибарлы,һаҡсыл булыр тейештәр.Тәбиғәтебеҙ матур,уны А.Карнай кеүек күрә белергә,яратырға,һаҡларға ынтылырға тейешбеҙ.
Өйгә эш.1.Берәй йәнлекте тасуирлап яҙып килегеҙ.
2.Яҡшылыҡ тураһында биш мәҡәл табығыҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Фәүзиә Рәхимғолова ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс
Туған әҙәбиәттән тестар...
Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, 4 класс
Туған әҙәбиәттән Фәрит Иҫәнғолов ижады буйынса тест һорауҙары, яуабы менән...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик тәҡдимдәр
Методик тәҡдимдәр...
А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ФДББС ярашлы дәрес планы
Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 гТема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар: 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, беле...
А.Йәғәфәрованың "Яҡшылыҡ" әкиәте буйынса ябай дәрес планы
Предмет. Башҡорт әҙәбиәтеКласс. 5 Тема.Айһылыу Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ” әкиәтен өйрәнеү. Маҡсаттар: 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү:үҙ аллы эшләргә, ...
А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация
А.Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур?" әҫәре буйынса балалар театры өсөн презентация.Сценарий, планы кәрәк осраҡта шәхси һорау-мөрәжәғәт аша ебәрә алам....
"Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект
quot;Әлифба"дәресенән "ФФ хәрефе һәм өнө" темаһы буйынса конспект....
- Мне нравится (1)