Н.Мусин Етемәк болан балаһы 4 класс
план-конспект урока (4 класс) на тему
1.Н.Мусиндың тормошо һәм ижады менән танышыу.
2. Һүҙ байлығын арттырыу, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.
3.Йәнле тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү , яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ихтирам тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Разработка урока по башкирской литературе для 4 класса | 27.17 КБ |
Предварительный просмотр:
Дәрес темаһы: Ноғман Мусин “Етемәк болан балаһы”
Дәрес төрө: яңы тема өйрәнеү
Маҡсат : Н.Мусиндың ижады менән таныштырыу; әҫәрҙәрҙе тасуири,йүгерек уҡыу күнекмәләрен нығытыу; йәнле тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: Н.Мусин портреты, китаптары күргәҙмәһе, болан балаһы һүрәте, Н.Мусин тураһында видеояҙма.
Дәрес барышы:
1.Психологик инеш.
Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап,дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә.
2. “Уңыш”ситуацияһы тыуҙырыу.
1.Фонетик күнегеүҙәр Тын алабыҙ ,ауыҙ аша сығарабыҙ. “Водолаз”
“Шар тултырыу”, “Шәм һүндереү”,”Сәскәләр”
Телгә күнегеүҙәр
2.Өйгә бирелгән эште тикшереү
А.Игебаевтың “Тыуған ер” шиғырын яттан һөйләү.
3.Маҡсатҡа сығыу.
– Бөгөн беҙ тәбиғәтте, уның байлығын, матурлығын данлаусы, “тәбиғәт йырсыһы” – талантлы яҙыусы әҫәре менән танышырбыҙ.
-Портретты танып белеү
-Был кем?(Ноғман Мусин)
-Яҙыусы нимә тураһында яҙған?
-Яҙыусы тураһында нимә беләбеҙ?(Ул беҙҙең яҡташ яҙыусы, Ҡолғона ауылынан, ҡ класта “Бүленгән бөлөр”хикәйәһен уҡығайныҡ
– Таҡтала болан һүрәтен ҡарау.
- Ни өсөн ул бер үҙе?
- Уның атаһы, әсәһе бармы?
- Атай, әсәй булмаһа, етем балалы кешеме ул, кейекме, боланмы етемәк, тип әйтәбеҙ. Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә Н.Мусиндың “Етемәк болан балаһы” хикәйәһен өйрәнәсәкбеҙ.
- Дәрестә тағыла нимә эшләрбеҙ тип уйлайҙығыҙ?
- Тасури, йүгерек уҡыу
- Тәбиғәтте һаҡлау тураһында уҡырбыҙ
Маҡсатты уҡып ишеттереү.
Дәфтәргә әҫәргә ҡарата тышлыҡ эшләйек. Иң өҫкә нимә яҙыла:
- Әҫәрҙең авторы ул – Ноғман Мусин.
Ноғман Мусин
- Әҫәр ниндәй жанрҙа яҙылған?
Хикәйә
- Был әкиәт түгел, сөнки башланышы тура килмәй.
- Тимәк, уртаға хикәйә тип яҙабыҙ. Унан әҫәрҙең исемен дә яҙып ҡуябыҙ.
Етемәк болан балаһы
4. Маҡсатты хәл итеү.
- Биография һөйләтеү
Республиҡабыҙҙа билдәле шәхестәр бик күп. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Шуларҙың береһе – танылған яҙыусы Ноғман Сөләймән улы Мусин.
- Н.Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта педагогия институтын тамамлағандан һуң Маҡар ауылында эшләй. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң мәктәптә уҡыта, әҫәрҙәр яҙа башлай. “Бала саҡтан буласаҡ яҙыусы ҡоштар, хайуандар, бөжәктәр, ғөмүмән, тәбиғәт тормошо, уның мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһына. Күргән, белгәндәрен башҡаларға еткереү теләге уға ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр яҙырға булышлыҡ итә. Ул урманды, уның матурлығын, байлығын данлап, талантлы яҙыусы булып таныла”. Ижады 1953 йылда “Минең дуҫ” тигән хикәйәнән башлана.
Башҡорт әҙәбиәтендә экология, тәбиғәт, тирә - яҡ тураһында иң күп яҙған яҙыусы . Уны “урман йырсыһы” тип тә йөрөтәләр.
Н.Мусин – романист .Уның геройҙары – беҙҙең арала йәшәгән ябай, хеҙмәт кешеләре. Улар тыуған ерен, тәбиғәтен яраталар, тырышып хеҙмәт итәләр.
Унлап романы, бик күп хикәйәләре, утыҙлап повесы бар.
1968 йылда “Өҙәрем юл кешеләре” тигән тәүге романын баҫтырып сығара. Тәүге романын уҡыусылар йылы ҡабул иткәс, яҙыусы тағы ла дәртләнеберәк ижад эшенә сума. ”Һайлап алған яҙмыш”, ике китаптан торған “Мәңгелек урман”, ”Зәңгәртауҙа аҡ болан”, ”Яралы кеше тауышы”, ”Таң менән сыҡ юлдарға”, ”Һуңғы солоҡ”, ”Шунда ята батырҙар һөйәге” романдарын һәм бик күп хикәйәләр, повестар яҙырға өлгөрә ул.
Тағы ла ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?( “Ҡарағай башында бер төн”, “Татлы тамаҡ һуҫар”, “Ҡоролайҙар”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Бүленгән – бөлөр” һ.б.)
(Яҙыусы тураһында өҙөк ҡарау. “Автограф ” видеояҙмаһыннан)
4.Әҫәр өҫтөндә эш.
Һүҙлек эше:
шырлыҡ-ҡуйы ҡыуаҡлыҡ, ағаслыҡ
һайғау-төҙ, оҙон нәҙек ағас
типһән- тау, йылға буйындағы әҙ генә ҡалҡыуыраҡ урын
өнһөҙ ҡалдым-һүҙ әйтә алманым
аҡшайып ҡараны-күҙен ҙур асып ҡараны
ирмәккә әйләнде -ҡыҙыҡҡа, йыуанысҡа әйләнде
ҡәһәр һуҡҡыры- ҡаты яза алғырҙар,үлһендәр мәғәнәһендә
Тексты уҡыу
Һайланма уҡыу
4. Ял итеү минуты
5.Текст өҫтөндә эш.
-Һеҙгә хикәйә оҡшанымы?
-Әҫәрҙең геройҙары кемдәр? – Ниндәй темаға яҙылған? ( Тәбиғәт һәм кеше.)
-Малай ниндәй кеше булып үҫер?
-Әҫәрҙә тәбиғәт нисек һүрәтләнгән?Һайланма уҡыу.
Әҫәрҙең идеяһын табыу. (Китаптан) .
– Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ...
6.Хикәйә буйынса төҙөлгән планды тәртипкә килтереү.(Парҙар менән эшләү).
1.Болан балаһының әсәһе янына килеүе.
2.Бүреләр!
3.Етем ҡалған болан балаһын өйгә алып ҡайтыу.
4.Инә болан-бүреләр ҡорбаны.
5.Олатайым урманға барырға йыйына.
6.“Күксә” тип исем ҡуштыҡ.
7.Ҙурайған күксәне иреккә ебәреү
8.Олатайым менән һарына йыябыҙ.
7. Уҡыусылар парлашып эште дауам итәләр. Хикәйәнең йөкмәткеһен моделләү. (Төркөмдәрҙә эш).
Уҡытыусы алдан аҡ ҡағыҙ битендә түңәрәк дүртмөйөштәрҙе һәр балаға етерлек итеп әҙерләп алып килә, дәрестә ошо моделдәр эсенә һүҙ яҙырға ғына ҡалды
8.Рефлексив анализ.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Дәрестә нимәләр белдек? Үҙебеҙгә нимәләр алдыҡ? Ноғман Мусиндың әҫәре оҡшанымы? Ул беҙгә нимә әйтергә теләгән? (яуаптар)
9.Йомғаҡлау. Баһалау.
– Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә ниндәй фекергә киләбеҙ?
– Беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә, дарыуҙы ла, ғөмүмән, йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә. Шулай булғас, урманды һаҡлау, йәнлектәрҙе, кейектәрҙе, ҡош-ҡорттарҙы һаҡлау – беҙҙең эш. Кеше – үҙе лә тәбиғәт балаһы. Тәбиәғәтте, йылға-күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлайыҡ! Уларға мираҫ итеп ҡалдырайыҡ! Тәбиғәттең йәмен боҙма, йәнлектәрҙең йәнен ҡыйма!
10.Өйгә эш. Хикәйәнең дауамын икенсе төрлө уйла.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий выпускного бала (4 класс)
Праздник «Прощание с начальной школой!»...
Балықшы мен балық
Әдебиеттік оқуСабақтың тақырыбы: Пушкин А.С. "Балықшы мен балық"(Ертегі)Сабақтың мақсаттары: Сабақтың мақсаты:1. Ертегі мазмұнын түсіну арқылы идеясын ашуға, өмірімен байланыстыра білуге дағдыла...
Қ.Әбдіқадыров Алып бала. 2-класс
Әдебиеттік оқу пәні. Қысқа мерзімді жоспар...
сценарий выпускного бала, 4 класс
сценарий выпускного бала, 4 класс...
Ноғман Мусин. "Етемәк болан балаһы" (дәрескә презентация),4 класс, Әҙәби уҡыу
Презентация к уроку на башкирском языке...
Перспективный индивидуальный план профессионального развития МУСИНОЙ АНИИ ХАСИПОВНЫ на 2015-2020 годы.
Тема самообразования:«Системно-деятельностный подход в обучении как фактор развития личности младшего школьника»Начало работы над темой – 2015 г.Окончание работы над темой...