башҡорт теленән эш программаһы 3 класс
рабочая программа (3 класс) на тему

Валиахметова Фанира Камиловна

Рабочая программа по башкирскому родному языку для 3 класса по учебнику Ф. Ш Сынбулатовой

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 3 класс эш программаһы229.5 КБ

Предварительный просмотр:

Йөкмәтке

    1.Аңлатма яҙыу..........................................................................................................................................2

    2.   Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы ……………………………………………………2

    3. Уҡыу предметының  уҡыу планында урыны…………………………………………………………4

    4. Предмет йөкмәткеһендә сағылыш тапҡан ҡиммәттәр………………………………………………..4

    5. Предмет өйрәнеүҙең шәхси, предмет,  метапредмет  һөҙөмтәләре……………………………….4

   6. Уҡыу предметының йөкмәткеһе…………………………………………………………………………5

  7. Тематик планлаштырыу     һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре………………………………………………………………………………………………………….6

  8.Белем биреү процесының  материаль- техник материалдар  менән тәьмин ителеүе.............................20

9.Контроль-үлсәү материалдары......................................................................................................................21

  10.Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары…………………………………..22

 1.Аңлатма яҙыу

Өсөнсө класс «Башҡорт теле» программаһында башҡорт теленең үҙенсәлектәрен, дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү; телдең теге йәки был күренештәрен өйрәнеү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла. Ижади эштәр күләмлерәк һәм йөкмәткелерәк йүнәлеш ала. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе бурыс итеп ҡуя:

-лексика, фонетика, грамматика, синтаксис, орфография, пунктуация, телмәр үҫтереү өлкәһендәге белемдәрҙе, оҫталыҡты артабан нығытыу, киңәйтеү;

-өҙлөкһөҙ, матур һәм тиҙ яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;

-грамоталы яҙыу һәм уҡыу, диалогта ҡатнашыу, монолог текстар төҙөү һәм һөйләү, шиғыр, әкиәт, хикәйә ижад итеү;

-«Әҙәби уҡыу» дәрестәре менән предмет-ара бәйләнеш булдырыу: сағыштырыу, йәнләндереү сараларын ҡулланып, тасуирлап яҙыу; теге йәки был күренешкә, кешеләр мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғелдәренә ҡарашыңды, фекереңде белдереү күнекмәләрен сифатлыраҡ кимәлгә күтәреү.

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

     -«Башҡорт теле»  дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Башҡорт теле»  дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Тикшереү эштәре» дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.) ярҙамында бүлекте ,ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен  (сифатын) өйрәнеү,

   -Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

 

2.   Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы

Башланғыс кластартарҙа тәү башлап башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәтеү, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Икенсе быуын дәүләт стандарттарынаың талаптарына ярашлы бала башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға,уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.

Башланғыс мәктәптә тәү башлап грамотаға өйрәтеү осоронда уҡ уҡыусыны үрҙә бәйән ителгән йүнәлештәрҙә үҫтереү өсөн иркен мөмкинселектәр асыла, шарттар тыуҙырыла.

Бала туған телендә аралаша, башҡа фәндәрҙе лә шул телдә өйрәнә. Башҡорт теле балаға аң-белемгә эйә булыу, мәғлүмәтле булыу, фекерләү һәм үҙ-ара аралашыу сараһы ла булып хеҙмәт итә.

Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, туған тел, халҡыбыҙ, башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау-яҡлау башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм әсә теле программаларының көнүҙәк темалары булып тора.

Башҡорт теле программаһы «Мәғариф тураһындағы закон»ға, Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреү хөкүмәт стандарттарына, «Башҡортостан халыҡтары телдәре законы »,«Башҡорт мәғарифты үҫтереү концепцияһы » һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде

. Рәсәй мәғарифын модерназациялау концепцияһында мәғариф алдына ҡуйған төп маҡсат- баланы шәхес итеп үҫтереү.

Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде :

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу : тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;

-тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

- башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы күренештәрҙе танып белергә өйрәтеү;

- башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;

- тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу; эште планлаштырыу,ойоштороу, уҡыу мәсьәләһен сисеү, эште баһалау; рефлексив- контроль эшмәкәрлек);

- милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.

  Әсә теленә өйрәтеү программаһының төп принциптары

1.Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу.

2.Фәнни-теоретик белем биреү.

3. Һәр баланы төрлө яҡлап өҙлөөкһөҙ үҫтереү.

4. Баланыңтәбиғәттән бирелгән, ата- бабалары булмышынан күскән ыңғай сифаттарын иҫәпкә алыу.

5. Әсә телен заманса аралашыу, коммуникатив эшмәкәрле мөнәсәбәт ҡороу ҡоралы итеп ҡулланыу.

6. Баланың психик физик һаулығын һаҡлау,нығытыу.

3. Уҡыу предметының  уҡыу планында урыны

      Уҡытыу башҡорт телендә ойошторолған мәктәптәргә тәҡдим ителгән был уҡыу программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо. 3-сө класс. «Башҡорт теле», бөтәһе 102 сәғәт, (34 аҙна  3 сәғәт).  1-4-се класс-471сәғәт

 

  4. Предмет йөкмәткеһендә сағылыш тапҡан ҡиммәттәр

  -Ғүмерҙең ҡиммәте- кеше ғүмерен иң юғары ҡиммәт итеп баһалау

-Изгелектең ҡиммәте- тирә-йүндәге кешеләргә миһырбанлы, ярҙамсыл, игелекле булыу

-Ирек, намыҫ ҡиммәте- аралашыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡороу, ҡағиҙәләренең төп нигеҙе икәнлеген төшөндөрөү

-Тәбиғәттең ҡиммәте-үҙеңде тәбиғәттең бер өлөшө итеп тойоу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү

-Ғаиләнең киммәте-әҙәби белемдең йөкмәткеһе аша ғаиләгә, туғандарға ҡарата  яҡшы мөнәсәбәт булдырыуға, ихтирам һәм яуаплыҡ, рәхмәтле булыу, яратыу тойғоларын формалаштырыуға булышлыҡ итеү

Хеҙмәттең һәм ижадтың ҡиммәте-балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. Уҡыу предметының йөкмәткеһе аша балала маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ,яуаплылыҡ, үҙ аллыҡ, хеҙмәткә һәм айырыуса яҙыусы хеҙмәтенә, ихтирам тойғоларын үҫтереү

-Гражданлыҡ киммәте- үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү.Нәфис әҙәбиәт аша илдең, республиканың тарихына , мәҙәниәтенә, теленә, тормошона, халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу

-Патриотлыҡ ҡиммәте- Рәсәйҙе, Башҡортостанды һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙәр булыу

-Кешелектең ҡиммәте-уҡыусының үҙен Башҡортостандың, Рәсәйҙең генә гражданы итеп түгел, ә бөтөн донъяның бер өлөшө итеп тойоуы, шул донъя йәшәһен, алға китһен өсөн хеҙмәттәшлек, килешеп йәшәү, мәҙәниәттәр төрлөлөгөн ихтирам итеү.

5. Предметты өйрәнеүҙең шәхси, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләре

3-сө класс аҙағына «Әсә теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:

 1.Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:

 -үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;

 -атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ихтирамлы булырға;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;

-тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;

-һаулыҡты нығытырға;

-ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булырға, файҙалы ял итергә;

-кеше менән аралашыу этикетын үҙләштерергә.

2. Предмет буйынса белем алырға:

-һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙ уйлап табырға;

-һүҙҙең өлөштәрен (тамыр һәм ялғау, яһаусы ялғау һәм яһалма һүҙ) айырырға;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе танырға. Уларҙы башҡа оҡшаш һүҙҙәрҙән айырырға;

 -тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәр һәм хәрефтәр, парлы-парһыҙ, яңғырау- һаңғырау, сонор тартынҡы өндәр, сиратлашып килеүсе тартынҡылар тураһында һөйләй белергә;

-һүҙгә фонетик анализ яһай белергә;

-ҡушма һүҙҙәрҙе танырға, уларҙың дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

-үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе танырға һәм уларға дөрөҫ ялғау ҡуша белергә;

-һүҙ төркөмдәрен (предмет атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе) таба белергә;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белергә;

-сюжетлы һүрәт, һорауҙар, терәк һүҙҙәр ярҙамында хикәйә, әкиәт ижад итергә

3.Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:

-үҙ аллы белем алырға, мәғлүмәт йыйырға һәм уларҙы ҡуллана белергә;

-дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләргә; дәрескә маҡсат ҡуйырға һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белергә һәм тормошҡа ашырырға, эште дөрөҫ планлаштырырға, эҙләнеү эше алып барырға;

-эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләргә;

-тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштерергә;

-эшләнгән эштәрен дөрөҫ баһаларға һәм кәрәк икән төҙәтмәләр индерергә.

6. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Фонетика һәм орфоэпия. Өндәр һәм хәрефтәр. Һүҙ моделе. Нәҙек һәм ҡалын һуҙыңҡылар. Һуҙыңҡылар таблицаһы. Тартыңҡылар. Уларҙың таблицаһы. Яңғырау-һаңғырау тартыңҡылар. Талғын (сонор) өндәр. Һүҙҙә сиратлашып килгән тартыңҡылар (теләк- теләге, тараҡ- тарағы, китап- китабы). Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр. Һүҙҙең өн- хәрефенә (фонетик) анализ.

Һүҙ составы (морфемика). Һүҙ составы (тамыры һәм ялғауҙары). Тамырҙаш һүҙҙәр. Уларҙың тамыры. Яһаусы (суффикс), үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың һыҙыҡса аша яҙылышы. Ҡушма һүҙҙәрҙә нәҙек айырыу һәм ҡалын айырыу билдәләренең яҙылышы. Һүҙ составы буйынса анализ.

   Орфография һәм пунктуация. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ялғауҙарҙың ҡушылып яҙылыуы. Ялғау ҡушҡанда бер иш ҡуш тартыңҡы барлыҡҡа килеүе.

 Тамыр һүҙҙәрҙәге о-ө, ы-е хәрефтәренең ялғау ҡушҡанда ла һаҡланыуы. О-ө, ы-е хәрефтәренең тамыр һүҙҙәрҙә яҙылмау осраҡтары. Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәрҙә ялғауҙарҙың яҙылышы.

 Грамоталы күсереп яҙыу. Диктант, өйрәтеү изложениеһы, миниатюр инша.

Синтаксис. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе айырыу. Уларҙың оҡшашлыҡтары һәм айырмалылыҡтары. Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатыу. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. Һөйләү маҡсатына ҡарап, һөйләмдәрҙе өс төргә айырыу: хәбәр, һорау һәм өндәү һөйләмдәр. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмгә синтаксик анализ.

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Предмет атамаһы. Уны һөйләмдә ҡулланыу. Исемдең һорауҙары. Яңғыҙлыҡ исемдәр. Кеше исем-шәрифтәренең, хайуан ҡушаматтарының, ер-һыу атамаларының, китап, газета-журнал исемдәренең ҙур хәрефтән яҙылышы. Мәғлүмәт алыу ысулдары. Күренекле кешеләр тураһында белешмә алыу. Улар тураһында текст төҙөү. Алты-ете балалар яҙыусыларының исем-шәрифтәрен белеү.

Билдәне белдергән һүҙҙәр. Уларҙың исем алдынан килеүе. Һөйләмдә аныҡлаусы ролен үтәүе.

Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдә уларҙы таныу, моделен һыҙыу. Уларҙың һөйләмдә хәбәр ролен үтәүе.

 Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

 Лексика. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Омонимдар, синонимдар, антонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү.

  Телмәр һәм уның төрҙәре. Һөйләү телмәре. Диалог. Әңгәмәсе менән диалог ҡороу. Аралашыу оҫталығын шымартыу. Монолог.Уны һөйләү оҫталығы. Эске телмәр. Ым-ишара. Уйлау, хыял итеү.

Хикәйә. Әкиәт. Шиғыр. Тексты логик яҡтан тамамланған өлөштәргә бүлеү. Уларға исем ҡушыу. Абзац. Ҡыҙыл юл. Бәләкәй күләмле хикәйәләр (текст) ижад итеү. Тексҡа ҡарата 4-5 һөйләмдән торған баһалама яҙыу. Әкиәт. Был жанрға хас үҙенсәлектәр. Әкиәт ижад итеү. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. Шиғыр яҙыу үҙенсәлектәре. Шиғырҙы күсереп яҙыу ҡағиҙәләре.

Телмәр үҫтереү. Телмәр мәҙәниәте. Темаға ярашлы тәбиғәт объекттары, күренештәре, ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында, 5-6 һөйләмдән торған мажаралы хикәйә йәки әкиәт төҙөү.

Тексҡа план төҙөү. Текстың өлөштәре һәм һөйләмдәр араһында мәғәнәүи эҙмә-эҙлеклелек. Текстың идея-тематик йөкмәткеһе. Текстың төҙөлөш схемаһы (башы, уртаһы – төп өлөш, аҙағы).

  Әҙер йәки коллектив төҙөгән план буйынса хикәйәләү. Бирелгән тексты (50-60 һүҙ) изложение итеп яҙыу. Хикәйә ижад итеү. Инша яҙыу (65-70 һүҙ).

 .

7. Тематик планлаштырыу һәм уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәре

 

 

Дәрес

Дата

Дата

   Дәрестең темаһы

 Уҡыусының эшмәкәрлеге

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Өй эше

Иҫкәрмә

1

1.09

Телмәр үҫтереү.

Һаумы, мәктәп!

Белем көнө. Йәйге каникул хәтирәләре. Дәреслек персонаждары көндәлеге. Күсереп яҙыу.

Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУД)

- -уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү

Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)

-  үҙ  аллы  уҡыу,  мәғлүмәтле  булыу  оҫталығын  камиллаштырырға:  белем,  мәғлүмәтте  эҙләү  күнекмәләре  булдырырға;   тикшеренеү-эҙләнеү  эшен  планлаштырырға;  парлап,  төркөмләп,  команда  менән  эшләргә;

-  алған  мәғлүмәтте  ҡағыҙға  теркәргә;

-  билдәләмә,  ҡағиҙә,  алгоритм,  һығымта,  график  схема,  модель,  таблица   ярҙамында   теркәргә;

-  диалог  ҡорорға,  уҡыу материалын тикшерергә,  анализларға,  һығымта  яһарға;

- мәҙәниле  аралашыу  этикетына  өйрәнергә:  әңгәмәсене  тыңлай, хуплай  белергә, аңламағаныңды  итәғәтле  итеп  һорашырға,  яуап  алырға  һәм  рәхмәтеңде  белдерергә;  үҙ  фекереңде  ҡыҫҡа һәм  аңлайышлы  итеп  еткерергә,  уны  яҡлай  белергә.

Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү

-һорауҙар бирә белеү

3-сө күнегеү, 4-се бит

2

3.09

Ниҙәр иҫемдә? Нимәләрҙе онотҡанмын?

Ҙур хәреф. Һөйләм. Тыныш билдәләре. Һөйләмде дөрөҫ интонация менән уҡыу.

4-секүнегеү, 6-сы бит

3

5.09

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре

3-сө күнегеү, 9-сы бит

4

8.09

Һөйләмдә тыныш билдәләре

Исем-фамилиялар, ҡушаматтар, йылға, ... һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылыуы. Күренекле шәхестәрҙең исем-шәрифтәре

Кешенең исем-шәрифтәрен, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙырға.

5-се күнегеү,12-се бит

5

10.09

Кешенең исем -фамилиялары

2-се күнегеү, 14-се бит

6

12.09

Хайуан -ҡушаматтары

5-се күнегеү, 19-сы бит

7

15.09

Әҙәби әҫәр, китап  исемдәре

Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)

- -уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү

5-секүнегеү, 22-се бит

8

17.09

Гәзит –журналдар, телерадио тапшырыуҙары исемдәре

Эш дәфтәре

9

19.09

Ер-һыу атамалары

3-сө күнегеү, 27-се бит

10

22.09

Инеш диктант.

Эш дәфтәре Тикшереү эше.

11

26.09

Башҡорт теленең төп законы.

Һүҙ. Ижек. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. . Нәҙек һәм ҡалын әйтелешле һүҙҙәр.

 7-се күнегеү, 32-се бит

12

29.09

Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар

Башҡорт һүҙҙәренең йә ҡалын, йә нәҙек  ижектән генә тороуы. Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Уларҙа ҡалын һәм нәҙек әйтелешле ижектәрҙең ҡатнаш килеүе.

6-сы күнегеү,36-сы бит

13

1.10

Көҙ тураһында иншаға әҙерлек

4-се күнегеү, 38-се бит

14

3.10

Телмәр үҫтереү.Инша. Таң ҡалдырғыс көҙгө күренеш.

15

6.10

Тартынҡы өндәр, парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар

Парлы һәм парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор өндәр. тартынҡылар таблицаһы. К, ҡ, п өндәренең сиратлашыу үҙенсәлеге

Өндәрҙе төркөмләргә, таблица һыҙырға.

Тартынҡылар тураһында мәғлүмәт бирә белергә.

Мәҡәлдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға.

4-се күнегеү, 41-се бит

16

8.10

Танау тартынҡы өндәре

5-се күнегеү, 44-се бит

17

10.10

К-г, ҡ-ғ, б-п өндәренең сиратлашыуы

6-сы күнегеү,47-се бит

18

13.10

Тикшереү эше. Диктант  Анализ

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)

-  үҙ  аллы  уҡыу,  мәғлүмәтле  булыу  оҫталығын  камиллаштырырға:  белем,  мәғлүмәтте  эҙләү  күнекмәләре  булдырырға;   тикшеренеү-эҙләнеү  эшен  планлаштырырға;  парлап,  төркөмләп,  команда  менән  эшләргә;

-  алған  мәғлүмәтте  ҡағыҙға  теркәргә;

-  билдәләмә,  ҡағиҙә,  алгоритм,  һығымта,  график  схема,  модель,  таблица   ярҙамында   теркәргә;

-  диалог  ҡорорға,  уҡыу материалын тикшерергә,  анализларға,  һығымта  яһарға;

- мәҙәниле  аралашыу  этикетына  өйрәнергә:  әңгәмәсене  тыңлай, хуплай  белергә, аңламағаныңды  итәғәтле  итеп  һорашырға,  яуап  алырға  һәм  рәхмәтеңде  белдерергә;  үҙ  фекереңде  ҡыҫҡа һәм  аңлайышлы  итеп  еткерергә,  уны  яҡлай  белергә.

Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү

-һорауҙар бирә белеү

Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)

- -уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү

Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү

-һорауҙар бирә белеү

19

15.10

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланышы. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре.

20

17.10

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙек һәм ҡалын ижектәрҙең ҡатнаш килеүе

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланышы. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре.

21-22

20.10

22.10

Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргәялғау ҡушыу үҙенсәлектәре

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланышы. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре.

23

24.10

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ялғауҙар

Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланышы. Уларға ялғау ҡушыу үҙенсәлектәре.

Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)

- -уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү

Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)

-  үҙ  аллы  уҡыу,  мәғлүмәтле  булыу  оҫталығын  камиллаштырырға:  белем,  мәғлүмәтте  эҙләү  күнекмәләре  булдырырға;   тикшеренеү-эҙләнеү  эшен  планлаштырырға;  парлап,  төркөмләп,  команда  менән  эшләргә;

-  алған  мәғлүмәтте  ҡағыҙға  теркәргә;

-  билдәләмә,  ҡағиҙә,  алгоритм,  һығымта,  график  схема,  модель,  таблица   ярҙамында   теркәргә;

-  диалог  ҡорорға,  уҡыу материалын тикшерергә,  анализларға,  һығымта  яһарға;

- мәҙәниле  аралашыу  этикетына  өйрәнергә:  әңгәмәсене  тыңлай, хуплай  белергә, аңламағаныңды  итәғәтле  итеп  һорашырға,  яуап  алырға  һәм  рәхмәтеңде  белдерергә;  үҙ  фекереңде  ҡыҫҡа һәм  аңлайышлы  итеп  еткерергә,  уны  яҡлай  белергә.

Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД)

үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

-башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдеңҡарашыңды үҙгәртә алыу

-дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү

-һорауҙар бирә белеү

Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУЭ)

- -уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү

-ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү

-уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү

Танып белеү УУЭ(познавательные УУД)

-  үҙ  аллы  уҡыу,  мәғлүмәтле  булыу  оҫталығын  камиллаштырырға:  белем,  мәғлүмәтте  эҙләү  күнекмәләре  булдырырға;   тикшеренеү-эҙләнеү  эшен  планлаштырырға;  парлап,  төркөмләп,  команда  менән  эшләргә;

-  алған  мәғлүмәтте  ҡағыҙға  теркәргә;

-  билдәләмә,  ҡағиҙә,  алгоритм,  һығымта,  график  схема,  модель,  таблица   ярҙамында   теркәргә;

24

27.10

 Ё һәм Ц, Ч, Щ хәрефле һүҙҙәр  

Ч, щ, ц, ё хәрефтәре рус һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

25-26

29.10

5.11

Ике өндө белдереүсе хәрефтәр.

Й хәрефе һүҙ башында, уртаһында һәм аҙағында. Ике өндө белдергән хәрефле һүҙҙәр.Һү уртаһында йе ҡушымсаһының яҙылыуы

27-28

7.11

10.11

  Е, ю, я хәрефле һүҙҙәр

Ике өндө белдергән хәрефтәр менән һүҙҙәр туплау. Һүҙҙәрҙең өн моделе. транскрипцияла яҙылышы.

29

12.11

 Үтелгәнде нығытыу

Диктант, изложение яҙыу йәки тест эштәрен үтәү

30

14.11

Тикшереү эше. Анализ

Диктант

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

31

17.11

Һүҙ нисек яһала

Һүҙҙең яһалышы. Тамыр һәм ялғау. "Ҡөрьән"-изге һәм ҡиммәтле китап

32

19.11

Һүҙьяһалыш

Һүҙҙең яһалышы. Тамыр һәм ялғау. "Ҡөрьән"-изге һәм ҡиммәтле китап

33

21.11

Ялғау төрҙәре

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш.

34-35

24.11

26.11

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш.

36

28.11

Үтелгәнде нығытыу

37

1.12

Тикшереү эше. Диктант Анализ

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

38

3.12

Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр

Һүҙҙең тамырында о-ө хәрефе булһа, ялғауында ла о-ө хәрефе яҙылыу осрағы.

39-40

5.12

8.12

Тамырында ла, ялғауында ла О

Тамырында ла, ялғауында ла Ө

41-42

10.12

12.12

Үтелгәнде нығытыу

43-44

15.12

17.12

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡыларҙың береһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мөғәнәһе үҙгәреү осраҡтары

45-46

19.12

22.12

Үтелгәнде нығытыу.Контроль күсереп яҙыу

47-48

24.12

26.12

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәр

Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Ҡуш тартынҡыларҙың береһе төшөп ҡалғанда, һүҙҙең мөғәнәһе үҙгәреү осраҡтары

49

29.12

Тикшереү эше. Диктант

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

50-51

14.01

16.01

Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы

Ҡушылып яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр. Ҡушылып яҙылыусы ҡайһы бер  ҡушма һүҙҙәрҙең башҡорт теленең төп законына буйһонмау осрағы

52-53

19.01

21.01

Ҡушма һәҙҙәрҙә Ъ һәм Ь билдәләре ҡасан яҙыла

Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге нәҙек булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланһа, ике һүҙ араһында ь айырыу билдәһенең яҙылыуы. Ҡушма һүҙҙең беренсе ижеге ҡалын булып, икенсе һүҙе я, ю хәрефтәренән башланһа, ике һүҙ араһында ъ айырыу билдәһенең яҙылыуы.

54-55

23.01

26.01

Һыҙыҡса аша яҙылыусы ҡушма һүҙҙәр

Ҡабатлау йәки ишләү юлы менән яһалған ҡушма һүҙҙәр.

56

28.01

Нығытыу дәресе

57

30.01

Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы

Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы

58

2.02

Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

59-60

4.02

6.02

Һөйләм.Баш һәм эйәрсән киҫәктәр

Һөйләмдең тамамланған  фекерҙе белдереүе. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең тәртибе. Эйә-һөйләм башында, хәбәр- уның аҙағында

61

9.02

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше

Һөйләмдә һүҙҙәрҙең ялғауҙар һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнеше. Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр эйә алдында, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр һөйләмдең төрлө урынында килеүе

62

11.02

Текст

Һөйләмде һүҙбәйләнештәргә  тарҡатыу. Һүҙбәйләнештәрҙе оҡшашлыҡтары буйынса төркөмләү

63

13.02

  Һүҙбәйләнештәр. Күсмә мәғәнәле  Һүҙбәйләнештәр.

Эйәгә бәйләнгән һүҙҙәр, хәбәргә бәйләнгән һүҙҙәр Баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе айырыу.

64

16.02

Тикшереү эше. Административ контроль диктант

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

65

18.02

 Телмәр төрҙәре. Һөйләм телмәре .Монолог.

Монолог. кешенең аулаҡта үҙ аллы һөйләнеүе

66-67

20.02

25.02

Һөйләм телмәре. Монолог

68-69

27.02

1.03

Һөйләм телмәре.  Диалог

Телмәр төрҙәре. Ике йәки бер нисә кешенең араһында ҡоролған һөйләшеү - диалог. Диалогты дәфтәргә теркәү. Һәр кешенең әйткәнен яңы юлдан яҙыу, уның алдына һыҙыҡ ҡуйыу.

70

3.03

Нығытыу дәресе

Диктант. Хаталар өҫтөндә эш.

71

5.03

Тикшереү эше. Кусереп яҙыу

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

72-73

10.03

12.03

Яҙма телмәр.Текст.

Яҙма телмәр-уй-фекереңде эҙмә-эҙ ҡағыҙ битенә теркәү. Яҙма телмәр төрҙәре. Инша, хикәйә, әкиәт,шиғыр, көндәлек яҙыу, хат..

74

15.03

Нығытыу дәресе

75

17.03

Яҙма телмәр. Инша. Изложение

76

19.03

Яҙма телмәр. Хат. Көндәлек.

77

22.03

Яҙма телмәр.Шиғыр, әкиәт, хикәйә

Шиғырға, әкиәткә, хикәйәгә хас үҙенсәлектәре

78

24.03

Яҙма телмәр.Шиғыр

79-80

5.04

7.04

Шиғыр нисек яҙыла

Шиғыр һыҙмаһы. Рифмалы һүҙҙәр. Ритм. Шиғырҙы күсереп алыу ҡағиҙәләре.

81

9.04

Нығытыу дәресе

82

12.04

Яҙма телмәр.Әкиәт

83-84

14.04

16.04

Әкиәт ижад итеү

Әкиәтте яҙыу үҙенсәлеге. Әкиәттә күп ҡулланылған һүҙҙәр. Башҡорт, рус халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлекле геройҙары

85

19.04

Нығытыу дәресе

86

21.04

Яҙма телмәр.Хикәйә

Хикәйә-бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Хикәйәгә план төҙөү.

87-88

23.04

26.04

Хикәйә ижад итеү

Хикәйә-бәйләнешле телмәрҙең бер төрө. Картина буйынса хикәйә төҙөү. Хикәйәгә план төҙөү.

89

28.04

Тикшереү эше.Диктант

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

90

30.04

Бәләкәй әҙәби жанр төрҙәре.Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр

Аҡыллы текстар-халыҡ ижады.

91

3.05

Тапҡыр, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр

Аҡыллы текстар-халыҡ ижады.

92

5.05

Өләсәйем, олатайымдың әйткәне

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтемдәр.

93

7.05

Бәләкәй күләмле жанр төрҙәре. Өләсәйем, олатайымдың әйткәне

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Мәҡәлдәр, әйтемдәр.

94-95

10.05

12.05

Ололар һүҙенә ҡолаҡ һал, унан үҙеңә аҡыл ал!

Ололарҙың аҡыллы һүҙҙәре. Аҡһаҡалдар әйткәне. Мәҡәлдәр.

96

14.05

Тикшереү эше.Диктант

Грамоталы яҙыу оҫталығын тикшереү

97

17.05

Һаумы, йәмле йәй!

Үтелгән темаларҙы системаға килтереү

98

19.05

Һоҡланам мин йәйге матурлыҡҡа!

Үтелгән темаларҙы нығытыу.

99

21.05

Йәйге каникулда тәбиғәтте ҡайғыртып…

Үтелгән темаларҙы нығытыу.

100-

101

24.05

26.05

Тикшереү эше. Тест

Дәреслектәге тест эштәрен үтәү

102

28.05

Каникулда үтәлергә тейеш хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Һорауҙарға яуаптар биреү йәки тест эшләү

8.Белем биреү процесының уҡыу-методик һәм материаль- техник материалдар  менән тәьмин ителеүе

Программа материалы түбәндәге уҡыу әсбаптары нигеҙендә тормошҡа ашырыла:

     -«Әсә теле» дәреслеге, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Әсә теле» дәреслегенә эш дәфтәре, ике киҫәктән (автор Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева),

    -«Тикшереү эштәре» дәфтәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.) ярҙамында бүлекте ,ҙур теманы тамамлағас йәки сирек аҙағында уҡыусыларҙың программа материалын үҙләштереү кимәлен  (сифатын) өйрәнеү,

   -Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.). Бында уҡыу йылы аҙағында уҡыусыларҙың предмет һәм метапредмет өлкәһендәге белемдәрен тикшереү маҡсатында контроль эш материалдары тәҡдим ителә.

 

9.Контроль-үлсәү материалдары

Комплекслы предмет-ара тикшереү эштәре (автор Ф.Ш.Сынбулатова һ.б.).

10.Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

1- 4 –се класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен (умение)  һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1.  “тулыһынса  аңланы”

2.  “өлөшсә аңланы”

3.  “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

    - дөрөҫ интонация менән, тулы, эстәлекле  итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

    - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.

4 -се класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 3өйләм хатаһы яһаһа;

   - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

    - 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;

   -  уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен  һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

    - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

    - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

   - әңгәмәләшенең  һорауҙарына тулы яуап  ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

    - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

    - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр  ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

   - 4-5  һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;

    - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

   - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

         


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа 3 класс окружающий мир по программе "Начальная школа XXI века"

Пояснительная записка , календано-тематическое планирование....

Татар теленнән тестлар 3-4 класс.

Татар теленнән тестлар "Исем","Сыйфат", "Фигыль" темаларын үткәннән соң укучыларның белемнәрен тикшерү өчен үткәрелә....

рабочая программа 1 класс ФГОС 2 поколения по программе Перспектива

Разработана рабочая программа по математике по программе Перспектива, авторы Г. В. Дорофеев, Т. Н. Миракова. Офис 2007...

Рабочая программа. 1 класс. По программе "Школа 21 века"

Рабочая программа для 1 класса по программе "Школа 21 века" разработана мною в соответствии с требованиями новых стандартов....

Рабочая программа 2 класс по программе "Школа России" ФГОС

При составлении программы, я руководствовалась рекомендациями ФГОС. Здесь представлено календарно-тематическое планирование по предметам: русский язык, литер...

татар теленнән эш программасы 1 класс рус төркеме

1 сыйныфның рус төркеме өчен эш программасы...