Мостай Кәрим "Урманда", 3 класс, дәрес планы
план-конспект урока (3 класс) на тему

Ахунова Раиля Наиловна

Мостай Кәрим "Урманда"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл m.krim_._urmanda.rar1.16 МБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

 Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенең

Мәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

“М.Кәрим. Урманда.” темаһына дәрес планы

(3 класс)

                                                                                                 Төҙөнө: башҡорт теле һәм

                                                                                            әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                     Садыҡова  Рәилә Наил ҡыҙы

Туймазы 2015

Тема: М. Кәрим “Урманда”

Маҡсат: Белем биреү маҡсаты:  М.Кәримдең “Урманда” хикәйәһе менән танышыу.

Үҫтереүсе: тасуири уҡыу күнекмәләрен, уҡыусыларҙың логик фекерләүен, телмәрен  үҫтереү.

Тәрбиәүи: М.Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһаҙлау: Мультимедиа проекторы, М.Кәрим портреты, китаптарынан күргәҙмә,

 дәреслек, башҡортса-русса һүҙлектәр.

Дәрес барышы:

I.Ой.мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ! Һауа торошон һорашыу.

Бөгөн ниндәй көн. Нисәнсе число? Аҙнаның ниндәй көнө?

Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

Йәйен һоро, ҡышын аҡ,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ.

II.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

Әңгәмә.

  • Хикәйә нимә ул? Һеҙ хикәйә төҙөй алаһығыҙмы?

Темаға инеү.

  • Кем ул  М. Кәрим?

III.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

  1. Халыҡ шағиры М.Кәрим. (1919-2005)

       М.Кәрим – 1919 йылдың 20 октябрендә Республикабыҙҙың  Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Балалар өсөн “Әлфиә хикәйләре”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ” әҫәрҙәрен ижад иткән, бик күп шиғырҙар яҙған. ( уҡытыусы һөйләй, балалар экрандан ҡыҫҡаса яҙыу)

  1. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.

ауыл – деревня

ҡайын урманы – березняк

күңелле - веселый

күбәләктәр – бабочки

бәшмәктәр – грибы

теймә – не трогай

ҡысҡырып ебәрҙе – закричал(а)

аҡлан – поляна

ҡайнатма – варенье

ҡаҡ – пастила

  1. Текст өҫтөндә эш.
  1. Хикәйәне уҡыу, тәржемә итеү
  2. Һорауҙарға яуап биреү.
  3. Текстың йөкмәткеһен нығытыу

 Таблицаны тултырыу.

Дөрөҫ

Дөрөҫ түгел

Бер матур көндө Әлфиә урманға китте.

Әлфиә күбәләкте тотто.

Урманда матур сәскәләр үҫмәй.

Әлфиә еләк йыйҙы.

Ял минуты.

IV. Үтелгәндәрҙе нығытыу

  1. Төркөмдәрҙә эш. Работа в группах.

Бүлектәргә бүлеп план төҙөгөҙ.

3 һорау төҙөгөҙ.

Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙығыҙ.

1. Йәй көнө урманда бик .......................

2. Ана матур ......................... үҫә.

3. Беҙ ............ менән .......................балалары.

  1. Һүрәттәр менән эш.

Хикәйәнең йөкмәткеһенә тура  килтереп, һүрәттәрҙе теҙегеҙ.

V. Рефлексив анализ, баһалау

1. Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?

2.Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?

3.  Аңлау өсөн нимәһе ауыр булды?

VI. Өйгә  эш

  1. Яңы һүҙҙәр менән бәйләнешле текст төҙөргә.
  2. Яңы  һүҙҙәрҙе ятларға.

Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.

                                                                                      Р.Бикбаев


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по окружающему миру 4 класс по теме «План местности».

Конспект урока по окружающему миру "План местности" 4 класс....

2 класс тәрбия планы

тәрбия планы...

Конспект урока по математике (2 класс). Тема: Составление плана. Э.Успенский «Чебурашка». УМК "Школа России"

Цели деятельности учителя: развитие умения передавать содержание текста  произведении Э.Успенского «Чебурашка» по коллективно составленному плануПланируемые результатыПредметные:знать...