Сифаттын һөйләмдәге роле
план-конспект урока (4 класс)
Предварительный просмотр:
Тема: Сифаттың һөйләмдәге роле
Маҡсат.
1.Сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү
2. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу;.
3. Уҡыусыларҙа белем алыуға яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уҡыусыларҙа ғаилә мөнәсәбәтәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.
Йыһазлау: Дәреслек, компьютер,проектор, интерактив таҡта , презентация, карточкалар, һүҙҙәр яҙылған карточкалар, видеояҙма.
Ойоштороу өлөшө.
(Талғын ҡурай, ҡумыҙ моңо).
Һаумыһығыҙ уҡыусылар
Хәлдәрегеҙ нисек?
Тышта тәбиғәт торошо нисек, ҡарайыҡ әле. (Ер ап-аҡ, талғын ел бар. Көслө ел бар.....)
Уҡыуҙар нисек бара?
Мин һеҙгә уҡыуығыҙҙа ла, тәртибегеҙҙә лә, тормошта ла тик уңыштар ғына теләйем.
Эйе, эйе. Беҙ тормошта һәр ваҡыт баһалар алабыҙ. Өйҙә ата-әсәй, урамда күршеләр, хатта һеҙҙең дуҫтарығыҙ һеҙгә һәр ваҡыт баһа ҡуялар.
(Үҙем улар янынан йөрөп һәр береһенә мөрәжәғәт итәм)
Тирә-яҡта кешеләр эстән генә ниндәй яҡшы малай, ниндәй матур ҡыҙыҡай, ниндәй аҡыллы бала, ниндәй итәғәтле кеше, ниндәй тырыш егет, ниндәй оҙон сәс тип һоҡланып ҡуялар.
Әйҙәгеҙ бергәләп көйләйек әле беҙҙең турала кешеләр нимә уйлағанын
Слайд.1
ә – ә - ә – әҙәпле
ө – ө – ө - өлгөр
ү – ү – ү - үҫкән
ғ – ғ – ғ - ғорур
ҡ – ҡ - ҡ – ҡыйыу
һ – һ – һ – һоҡланғыс
ҫ– ҫ – ҫ – оҫта
ң– ң – ң – уңған
ҙ – ҙ – ҙ - ҙурайған
Ләкин беҙ уның тураһында күп ваҡытта белмәй ҙә ҡалабыҙ. Әлбиттә, беҙгә ҡарата әйтелгән маҡтау һүҙҙәре һәр саҡ йөрәккә май булып яғыла. Телмәрендә матур һүҙҙәр ҡулланған кешеләр менән һәр саҡ дуҫ булғы килә. Беҙҙен мәктәптә лә һәр уҡыусы бер-береһе менән дуҫ, татыу булһа, белем тауына үрләү енел биреләсәк.
Слайд 2.
Белем тауын асты мәктәп,
Белем тауы бик бейек.
Үргә менгән һайын донъя
Яҡтыра бара кеүек.
Гөлфиә Юнысова.
3. Актуалләштереү. Ҡабатлау.
- Уҡыусылар, бөгөн дә беҙ һеҙҙен менән белем тауына үрләүҙе дауам итәсәкбеҙ, һәм мин һеҙҙе юлыбыҙҙа осраған мөғжизәле яланға саҡырам.
- Ҡарағыҙ әле, был яланда нимә күренә? (Дөрөҫ, был ағас)
- Ағас һеҙгә оҡшаймы? Ни өсөн оҡшамай? (Япраҡтары юҡ, яланғас.)
- Был мөғжизәле яланда һәр ағастын исеме бар икән. Әйҙәгеҙ был ағас менән танышып китәйек.
- Кешеләр бер-береһе менән нисек таныша? (Исемдәрен әйтәләр.)
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, мин сәпәкәй итһәм, һәр кем урындан үҙ исемен ҡысҡырып әйтһен. (Уҡыусылар исемдәрен ҡысҡыралар).
Слайд аша тауыш ҡуйыла (Мин Сифат ағасы булам, һеҙҙен менән танышыуыма бик шатмын, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, танышҡан көнөбөҙҙө дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып, теркәп ҡуяйыҡ.) Числоны яҙыу..
- Афарин, уҡыусылар. Был ағастын исемен белдек.
- Сифат. (Таҡтаға ҡуям).
- Кем белә, нимә ул сифат?
- Яҙыуҙарғыҙға ҡарағыҙ ҙа һүҙенә характеристика бирәйек.
- Предметтың билдәһен белдерә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).
Ниндәй?, Ҡайһы? , Ни төҫлө? һорауҙарына яуап бирә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).
4. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.
-Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы ....
-Сифат.
Таҡтанан үҙебеҙ килтереп сығарған ҡағиҙәне уҡыйбыҙ.
Ағасыбыҙҙың олонона СИФАТ тип яҙып ҡуябыҙ
Сифат предметтың билдәһен белдереп ниндәй?, ҡайһы?, ни төҫлө? һорауына яуап булып килә.
Ағастың ботаҡтарына һорауҙарын ҡуям.
Ә дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ икән?
- предметтың билдәһен табырға өйрәнеү, һөйләмдә сифатты танып дөрөҫ итеп ҡуллана белергә өйрәнеү, сифаттарҙы ҡулланып һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү, сифат тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә.
5.Яңы тема өҫтөндә эш.
- Тылсымлы Ағаста нимәләр үҫә икән, әйҙәгеҙ ҡарап үтәйек.
а) Сифаттын яһалышын билдәләү.
Уҡытыусы предметтар күрһәтә. Ә уҡыусылар предметтың билдәһен әйтә.
Слайд. 4
Лимон --------------------әсе, һары, тәмле.
помидор ---------------ҡыҙыл, түңәрәк, ярмалы.
ҡыяр -----------------------йәшел, оҙон, ваҡ, эре.
алма-------------- татлы, һары, ҙур.
- Уҡыусылар, һеҙ был емештәргә төҫө, формаһы, размеры һәм тәме буйынса ҡылыҡһырлама бирҙегеҙ. Бөтә был сифаттар ҙа тамыр сифаттар тип атала.
- Лимонды бөтәгеҙ ҙә күргәнегеҙ бар, шулаймы? Ул С витаминына бик бай емеш. Аҙ ғына йүткереп, тымау тейеп ауырығанда, әсәйҙәрегеҙ лимондан нимә эшләй? Әлбиттә, сәй.
- Уҡыусылар, сифат ағасы ыснлап та тылсымлы икән, ул лимон тигән исемде, ялғау ярҙамында сифатҡа әүерелдерҙе. Әйҙәгеҙ, ҡалған исемдәрҙе лә сифатҡа әүерелдерәйек.
- Слайд
Помидорлы турама
Ҡыярлы баҡса
Алмалы һут.
-Тылсымлы ағастын был һәләте яһалма сифаттарҙы булдырыу тип атала.
-Ҡарағыҙ әле, тәмле генә турама күрһәтелгән. Тик улар бер-береһенән айырыла. Айырманы табығыҙ.
- Әлбиттә, тәүге турамала помидор бар, тимәк ул помидорлы. Был барлыҡ формаһы.
- Икенсе турамала помидор юҡ. Тимәк турама помидорһыҙ. Был юҡлыҡ формаһы.
- Һәр саҡ ағастан ярҙам һорап ултырғансы, әйҙәгеҙ үҙебеҙ ҙә эшләп алайыҡ. Минә 2 уҡыусы талап ителә. Төп сифат – ҡыҙыл ҡушабыҙ шулай уҡ төп сифат һары менән, ниндәй төҫ килеп сыҡты? Дөрөҫ, ҡыҙғылт-һары. Тылсымлы Ағас ҡайһы бер һүҙҙәрҙе бергә ҡушып, ҡушма сифаттар ҙа барлыҡҡа килтерә икән.
Китап буйынса эш. 150-се бит 178-се күнегеү. Текты 1 уҡыусы уҡый. Текст буйынса әнгәмә ҡороу. Был хәлде тылсымлы ағас та ишетте, ул беҙгә нимә тиер икән? (Һәр саҡ бер-берегеҙгә иғтибарлы, итәғәтле булығыҙ!)
Яны кофта, ҡупшы кейем, йәмһеҙ тауыш, яман һүҙ. Текста бирелгән сифаттарҙы исемдәре менән бергә күсереп яҙырға һәм яһалышын биләләргә.
Ял минуты.
- Балалар һеҙ йондоҙҙар яратаһығыҙмы. Ниндәй йондоҙҙар яратаһығыҙ. Ҙур, бәләкәй, ялтыр, ҡыҙыл.
- Бер тигәндә күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомабыҙ, ике тигәндә күҙҙәрҙе ҙур асып бер нөктәгә ҡарайбыҙ. Унда ҙур йондоҙ һүрәте.
Афарин күҙҙәр ҙә ял итте, йондоҙҙар ҙа күрҙек. Ниндәй йондоҙҙар күрҙегеҙ
Б.) Дәрәжәләрен билдәләү.
- Беҙҙен йәмғиәттә дәрәжәһеҙ йәшәү бик ауыр. Сифат дәрәжәләрен иҫкә төшөрәйек әле. (төп, артыҡлыҡ, аҙһытыу, сағыштырыу). Әйҙәгеҙ ҡыярҙын билдәләрен дәрәжәләр буйынса үҙгәртәйек. (Телдән.)
Китап буйынса эш. (Коллектив эш.) 152-се бит 180-се күнегеү.
Теләк буйынса уҡыусылар сифаттарҙы уҡыйҙар.
- Беренсе комада сифаттарҙы сағыштырыу дәрәжәһендә, икесе комада артыҡлыҡ дәрәжәһендә яҙһын.
Ял минуты.
- Уҡыусылар, һеҙ математика дәресендә фигуралар өйрәндегеҙме. Ниндәй фигуралар беләһегеҙ?
Үҙем Өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәктәр күрһәтәм.
Баш менән фигуралар өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәк эшләйбеҙ. Бер-ике-өс тип һанап эшләнә.
Һауала, эргәлә, алда ҡулдар менән өсмөйөш, дүртмөйөш, түңәрәк эшләү. Һуңынан аяҡтар менән эшләү. Кемгә ауыр эшләмәҫкә мөмкин.
Жюри ағзаларына ла ял итеп алырға тәҡдим ителә.
В). Сифаттын роле.
- Тылсымлы ағастын беҙгә һорауы ла бар. (уҡыусылар, ә тышта хәҙер ниндәй миҙгел?)
- уҡыусылар, әйҙәгеҙ тылсымлы ағасҡа ҡыш тураһында уҡып ишеттерәйек.
Сағыштырып уҡыу өсөн ике текст бирелә. Ике тексты берәр бала уҡый.
Слайд
Ҡыш килде. Ҡар яуа башланы. Ерҙе ҡар ҡапланы. Балалар тауҙа шыуалар. Уларҙың тауыштары ишетелә.
Һалҡын ҡыш килде. Йомшаҡ ҡар яуа башланы. Туңған ерҙе аҡ ҡар ҡапланы. Күмәк балалар бейек тауҙа шыуалар. Уларҙың шат тауыштары ишетелә.
- Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?
- Ни өсөн?
- Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр.
Релаксация.
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ мөғжизәле яланда белемебеҙҙе арттырҙыҡ.
- Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
- Нимәгә өйрәндегеҙ?
- Дәрес оҡшанымы?
- Ниндәй эште башҡарыуы ауыр булды?
- Нимәне аңламанығыҙ?
- Иғтибар менән Тылсымлы ағасҡа ҡарағыҙ. Унда нимәләр етмәй икән? (Япраҡтар әлбиттә).
- Ә япраҡтар һәр кемден партаһында ята.
- Башҡорт халҡында теләк теләү йолаһы бар. Бала тыуғас та уға һәр кем матур теләктәрен еткерер булған. Мәҫәлән, унған бул, тәртипле бул һәм башҡалар. Әйҙәгеҙ бөгөн беҙ ҙә сылбыр буйынса класташтарыбыҙға матур теләктәребеҙҙе еткереп, япраҡтарҙы таҡтаға эләйек.
Өйгә эш.
151-се бит 179-сы күнегеү.
- Күсереп яҙырға һәм сифаттарҙын дәрәжәләрен билдәләргә.
- Тәүге ҡар тураһында 2 һөйләм уйлап яҙырға.
- Шиғырҙы ятларға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Роль педагога-психолога ОУ в условиях внедрения новых федеральных государственных стандартов Роль педагога-психолога ОУ в условиях внедрения новых федеральных государственных стандартов
Реализация Федерального государственного образовательного стандарта нового поколения существенно изменяет всю образовательную ситуацию в школе, определяя точное место формам и видам приложения психоло...
Урок обучения грамоте по теме "Роль слова в устном общении. Слова речевого этикета и их роль в общении".
Урок обучения грамоте в 1 классе по теме: "Роль слова в устном общении. Слова речевого этикета и их роль в общении" ставит следующие задачи: практическое знакомство с целями и ср...
Место и роль портфолио учащихся начальной школы в системе контрольно - оценочной деятельности в рамках ФГОС Место и роль портфолио учащихся начальной школы в системе контрольно - оценочной деятельности в рамках ФГОС
Место и роль портфолио учащихся начальной школы в системе контрольно - оценочной деятельности в рамках ФГОС...
«Пузырь, соломинка и лапоть» Прослушивание и просмотр. Распределение ролей. Отработка чтения каждой роли..Интонация. Настроение. Характер каждой роли.
Решение организационных вопросов.Активизировать познавательный процесс....
Презентация"Роль педагога в обучении детей с ОВЗ" Статья "Роль педагога в обучении детей с ОВЗ"
В представленной презентации и статье к ней, предложенной для учителей начальных классов, имеющих в своих классах детей с ОВЗ, показаны некоторые виды работ на уроках и во внеу...
Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации
Выступление на заседаниигородского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта»п...
Выступление на заседании городского методического совета классных руководителей «Роль классного руководителя в адаптации и социализации детей мигрантов. Диссеминация педагогического опыта» по теме «Роль классного руководителя в адаптации и социализации де
Если учесть, что в настоящее время, по данным статистики, дети мигрантов, недавно прибывших из стран СНГ и российских регионов, составляют 20–30 процентов общего числа учеников, т...