Конспект урока по башкирскому языку 3 кл.
план-конспект урока (3 класс)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Конспект урока по башкирскому языку 3 кл. | 24.63 КБ |
Презентация к уроку башкирского языка | 1.53 МБ |
Предварительный просмотр:
Класс: | 3 б | |||
Дата: | ||||
Дәрес темаһы: | Гүзәл баш ҡала. | |||
Дәрес төрө: | Яңы материалды өйрәнеү. | |||
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һөйләмдәрҙе үҙләштереү,үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Үҫтереүсе: башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу, фекерләү һәләтен,тыңлап алыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Тәрбиәүи: туған яҡҡа ҡарата һөйөү,уның менән ғорурлыҡ тойғоларытәрбиәләү. | |||
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Шәхсән һөҙөмтәләр: -башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлеген төшөнөү; - башҡорт теле һәм әҙәбиәте –халыҡтың мәҙәни байлығы булыуын төшөнөү; -телдән текст ҡорғанда : аралашыу маҡсатына төшөнөү- нимә әйтергә, аңлатырға, һүрәтләргә, ниндәй яуап биреүҙе алдан уйлау, ниндәй телмәр сараларын ҡулланыуҙы, билдәләү, үҙенең телмәрен тикшереп баһалай белеү; -һөйләшкәндә телмәр этикетын һаҡлап, бер-берһенә ҡарата иғтибарлы булырға ,һәр кемдең фекерен тыңлап, кәңәшләшеп, эш итергә өйрәнеү. Метапредмет һөҙөмтәләр: -маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп аралашыуҙың төрлрө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү; -уй- фекерен тулыһынса еткерә белеү һәләте формалаша башлау; -һорауҙар биреү һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белеү; -текстың мәғәнәһен аңлап һәм тасуири итеп башҡортса уҡый белеү күнекмәләрен үтеү; Предмет һөҙөмтәләр: -башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә аралашҡанда дөрөҫ әйтә белеү; -диалог ҡороу ,һорауҙарға яуап биреү, үҙ аллы һорау ҡуя белеү ,тексты эҙмә-эҙлекле мәғәнәһен һаҡлап һөйләү, һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү; -һөйләмдәрҙе йәки бирелгән тексты ҡысҡырып эстән үҙ аллы уҡыу, тасуири уҡыу; -тәржемә итеү; -төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү ,уҡыу )үҙ эшен баһаларға,кәрәк булһа хатаһын төҙәтә белергә башлау; -дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы билдәләй белеү. | |||
Йыһаҙландырыу: | “Башҡорт теле “дәреслеге, Өфө ҡалаһының презентацияһы,компьютер,интерактив таҡта,һүрәттәр,кроссворд. | |||
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу) | |
I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. | ---Уңыш ситуацияһы ойоштороу: Мин һин ул Беҙ уҡыусылар. Тағын килдек дәрескә Башҡортса һөйләшергә. -Кәйефегеҙ нисек? Смайлдар күрһәтегеҙ. | Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Хор менән ҡабатлайҙар. | Р.: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Ш.: белем алыуға, уҡыуға ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. | |
II. Өйгә эште тикшереү. | Өйгә эштәрҙе тикшереү. Башҡортостан тураһында бер нисә һөйләм,һүрәт эшләү. | Уҡыусылар үтелгәндәрҙе хәтергә төшөрә, һөйләмдәрен уҡып китәләр. | ||
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | -Таҡтала нимә күрәһегеҙ -Рәсәй картаһын. -Эсендә ниндәй республика айырым тора -Эйе,дөрөҫ әйтәһегеҙ,ул Башҡортостан республикаһы.Һуңғы дәрестә беҙ Башҡортостан республикаһы менән танышҡайныҡ. | Башҡортостан республикаһы менән танышҡайныҡ. -. - Теманы асыҡлайҙар. | Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. | |
IV. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. V.Текст менән эшләү 1.Сылбырлы уҡыу. 2.Шиғыр уҡыу,йыр өйрәнеү. |
---Хәҙер таҡтаға ҡарайбыҙ.Бында һеҙгә ребус бирелгән.Ошо ребусты сисһәгеҙ һүҙ килеп сыға.(Өфө)Кем әйтә ала нимә ул Өфө? -Башҡортостандың баш ҡалаһы. -Нимә ул баш ҡала? -Руссаға тәржемә итһәк –столица була.Дөрөҫ .Хәҙер беҙ һеҙҙең менән яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ баш ҡала,Өфө. --ниндәй баш ҡала тураһында бөгөн һөйләшәбеҙ? --Экранда ҡарап китәйек Өфөнөң иҫтәлекле урындарын(Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры,Дуҫлыҡ монументы,Еңеү паркы, Аҡбуҙат ипподромы, Салауат һәйкәле, Ете ҡыҙ фонтаны) -Тиҙ генә тел шымартҡысын әйтеп китәйек: Ары аласыҡ,бире аласыҡ, Ҡыр ҡапҡаһы шар асыҡ. Унда сыпсыҡ,бында сыпсыҡ, Бында торма бар- сыҡ. Тексты алдығыҙға алығыҙ.Исемен генә уҡып,кем әйтә алыр нимә тураһында һүҙ барыр икәнлеген? -Әйе.Өфө тураһында һүҙ барыр. -Текст буйынса һорауҙар биреү(Башҡортостандың баш ҡалаһы?Ниндәй йылғалар бар унда?Нимәләр бар унда?
---Бына күп нәмәләр белдек Өфө ҡалаһы тураһында.Әлбиттә хикәйәләр генә түгел ,төрлө шағирҙар Өфөнө данлағандар.Дәреслектең өғ битен асығыҙ.Унда Ҡадир Даян шиғырын йырға һалынған.Кадир Даян Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында тыуған,ул беҙҙең яҡташыбыҙ.Шиғырҙы уҡып сығабыҙ һәм йырлап ҡарайбыҙ. |
Һүҙлек эше үткәрелә. Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр, тәржемә итәләр.
Хор менән әйтәләр,уҡытыусы менән ҡабатлайҙар. Балаларҙың яуаптары. Артабан уҡыусылар бергә уҡыйҙар,һәм йырлап ҡарайҙар(музыка уйнай) |
. К.:, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, Т.б.: яңылык белеүгә ынтылыш формалаша, башҡорт телендә диалог ҡора белеү; һорауҙарға яуап биреү Ш.һ уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. уй- фекерен тулыһынса еткерә белеү һәләте формалаша башлау; -һорауҙар биреү һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белеү; -текстың мәғәнәһен аңлап һәм тасуири итеп башҡортса уҡый белеү күнекмәләрен үтеү; Музыка предметы менән аралашыу, төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү ,уҡыу ),кәрәк булһа хатаһын төҙәтә белергә ; | |
VI. Ял минуты. | Ел иҫә беҙҙең биткә (ҡулдарҙы күтәрәләр) Ағастарҙы һелкетә (сайҡалыу). Ел бөтә, бәтә, бөтә (яйлап сүгәлеү), Ағастар бейек үҫә (аяҡ осонда тороу).
| Ш. : уйында ҡатнашыу мәҙәниәте фомалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. | ||
VII. Белемде нығытыу. | Тексты тасуири уҡырға өйрәнеү. 2-3 бала тасуири уҡып күрһәтә. 2-парлап эшләү.(парлар текст буйынса һорауҙар төҙөйҙәр) 3-кроссворд сисеү.(1.Башҡортостандың баш ҡалаһы? 2.Тау башында суйын һәйкәл? 3.Рустар һәм башҡорттар дуҫлығы тураһында нимә белдерә? 4. Өфө ҡайҙа урынлашҡан? |
Балалар ребусты сисәләр
Һығымта яһайҙар. | Р.: уҡыу мәсьәләһен аңлау, кабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү формалаша. К. : һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, һөйләмдәр төҙөргә, әңгәмәгә ҡушылырға, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә өйрәнәләр. | |
VII. Өйгә эш. | Өфө ҡалаһы тураһында бәләкәй инша яҙырға. | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. | ||
VIII. Дәресте йомғаҡлау. |
-Беҙ бөгөн ниндәй ҡала менән таныштыҡ? -Унда ниндәй иҫтәлекле урындар бар? -Ошо ҡалаға кемдең барғыһы килеп китте? -Үҙегеҙгә баһа куйығыҙ.
Уҡытыусы баһаһы. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.
| Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә. |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры
Мостай Кәрим һәйкәле
Салауат Юлаев һәйкәле
Еңеү паркы
Дуҫлыҡ монументы
“Аҡбуҙат” ипподромы
Ете ҡыҙ фонтаны
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
План-конспект урока по башкирскому языку
План-конспект урока по башкирскому языку для 4 класса русскоязычной школы...
Конспект урока по Башкирскому языку
Уроак малокомплектной школе...
Конспект урока по Башкирскому языку
Уроак малокомплектной школе...
Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе
Урок башкирского языка на тему "Имена существительные (повторение)" . Контроль знаний учащихся проверяется с помощью теста....
Конспект урока по башкирскому государственному языку на тему"Школа" во 2 классе.
Интеренет технологии совместно с ЦОРами позволяют провести урок -сделать урок живым,увлекательным.В процессе такого урока учащ...
Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева "Лошадь и овод".
Конспект урока по башкирской литературе в 4 классе по изучению басни З.Биишевой "Лошадь и овод"....
Конспект урока по башкирскому языку для 2 класса
Тема урока : Мин нимә яратам? Нимә менәи?...