Конспект урока по башкирской литературе З.Биишева "Лошадь и овод".
план-конспект урока (4 класс) на тему

Шайхразиева Зальбира Галихановна

Конспект урока по башкирской литературе в 4 классе по изучению басни З.Биишевой "Лошадь и овод".

Скачать:


Предварительный просмотр:

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕНӘН ДӘРЕС ЭШКӘРТМӘҺЕ

Тема: З.Биишева “Ат һәм күгәүен”.

Төҙөнө:Краснокама районы Муниципаль районы  Яңы Ҡайынлыҡ ауылының Советтар Союзы Геройы Ш.С.Сөләймәнов исемендәге урта (тулы)   дөйөм белем биреү мәктәп- интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Шәйхразиева Зәлбирә Ғәлихан ҡыҙы

2015

РАЗРАБОТКА УРОКА ПО  БАШКИРСКОЙ ЛИТЕРАТУРЕ

Тема: З.Биишева “Лошадь и овод”

Подготовила учитель начальных классов Муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения «Школа- интернат среднего (полного) общего образования им. Героя Советского Союза Ш.Сулейманова    с. Новый Каинлык» Муниципального района Краснокамский район

Шайхразиева Зальбира Галихановна

2015

Тема: З.Биишева “Ат һәм күгәүен”

Класс: 4

Дәреслек: Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т.” Туған тел”

Дәрес тибы:

-әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү, анализлау.

Маҡсат:

Белем биреү:

-уҡыусыларҙы  “Ат һәм күгәүен” мәҫәлен өйрәнеү аша Зәйнәб Биишеваның ижаты менән таныштырыуҙы дауам итеү;

-мәҫәл жанры менән таныштырыу.

Тәрбиәүи:

- балаларҙа ижтимағи тормошта файҙалы хеҙмәткә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләү;

-уҡыусыларҙың уҡыу, эшләү, эҙләнеү процесында коллектив булып ойошоуҙарын иғтибар үҙәгендә тотоу.

Үҫтереүсе:

-мәҫәлдең төп фекерен, өгөт-нәсихәтен асыҡлау арҡылы уҡыусыларҙың фекерләүен үҫтереү;

-тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү;

-уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы,компьютер, тема буйынса презентация, авторҙың биографияһы яҙылған карточка (1-се ҡушымта), мәҫәл өҫтөндә эшләү өсөн иҫкәрмә ҡағыҙҙары (2-се ҡушымта),уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау өсөн жетондар (3-сө ҡушымта), мәҫәлгә ҡарата эшләнгән һүрәт (4 өлөшкә бүленгән, 4-се ҡушымта).

Дәрес барышы

I.Ойоштороу моменты.  (Слайд-1)

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ,

Дүртле,бишле  билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Бөгөн беҙҙә Туған тел,

Яратам, телем һине.

Матурлығың, нескәлегең

Таң ҡалдыра бит мине.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе йылмайышып сәләмләйек!
II.Фонетик һәм артикуляцион күнегеүҙәр.

1.Һуҙынҡыларҙы парлап уҡыу: а-о, у-ы, и-ә, ө-и, я-ю.

2. Һуҙынҡыларҙы йырлап  уҡыу:

а-а-а-ы-ы-ы          ө-ө-ө-ә-ә-ә

у-у-у-ы-ы-ы          ы-ы-ы-э-э-э

ү-ү-ү-и-и-и          у-у-у-и-и-и

3.Тиҙәйткес өйрәнеү:(Слайд-2)

«Мин матур»-тип

Маҡтанмағыҙ,

Матурҙар!

Матурҙы тик

Матур эштәр

Матурлар.

(Төрлөсә уҡыу: бышылдап, тиҙ, аҡрын,асыуланып, шатланып)

-Был тиҙәйткестән һеҙ нимә аңланығыҙ?( маҡтанмаҫҡа, яҡшы матур эштәр эшләргә)

-Ниндәй матур эштәр эшләнегеҙ?

-Һеҙ бөгөн  дәрестә  матур икәнегеҙҙе ниндәй матур эштәр менән күрһәтә алаһығыҙ?(  матур ултырыу, матур яуап биреү һ.б.)

-Был тиҙәйткес беҙҙең дәрестең дивизы ла булһын.Һеҙ килешәһегеҙме?

III.Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.

1.Зәйнәб         Биишева тураһында белешмә биреү.(Слайд-3)

       - Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ярлы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән.Атаһы уҡымышлы кеше булғанлыҡтан, халыҡ уны хәлфә тип тә, мулла тип тә йөрөткән. Атаһы өйҙә өлкән туғандарын уҡытыуын тыңлап өйрәнгән Зәйнәб бик кескәй йәштән үк уҡырға өйрәнгән.Өс яшендә  әсәһеҙ, ә ун бер йәшендә атаһыҙ ҡала. Беренсе мәртәбә ун ике йәшендә мәктәпкә уҡырға бара.Унан һуң Ырымбур педогогия техникумында белем ала. Зәйнәб Биишева мәктәптә уҡытыусы булып, газета –журналдар, китаптар  сығарыуҙа, радиола эшләй.Кесе йәштән үк халыҡ ауыҙ ижаты әҫәрҙәрен тыңлап үҫеү, уны һуңраҡ әҙәбиәткә алып килә һәм билдәле яҙыусы итә. Зәйнәб Биишева шиғырҙар, поэмалар, әкиәттәр, повестар, романдар, драмалар, мәҫәлдәр яҙа.

-Зәйнәб Биишева тураһындағы тексты уҡығыҙ, минең һеҙгә нимә тураһында һөйләмәүемде асыҡлағыҙ (карточкаларҙан уҡыу).

       Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ярлы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән.Атаһы уҡымышлы кеше булғанлыҡтан, халыҡ уны хәлфә тип тә, мулла тип тә йөрөткән. Атаһы өйҙә өлкән туғандарын уҡытыуын тыңлап өйрәнгән Зәйнәб бик кескәй йәштән үк уҡырға өйрәнгән.Өс яшендә  әсәһеҙ, ә ун бер йәшендә атаһыҙ ҡала. Беренсе мәртәбә ун ике йәшендә мәктәпкә уҡырға бара.Унан һуң Ырымбур педогогия техникумында белем ала. Зәйнәб Биишева мәктәптә уҡытыусы булып, газета –журналдар, китаптар  сығарыуҙа, радиола эшләй.Кесе йәштән үк халыҡ ауыҙ ижаты әҫәрҙәрен тыңлап үҫеүе, уны әҙәбиәткә алып килә һәм билдәле яҙыусы итә. Зәйнәб Биишева шиғырҙар, поэмалар, әкиәттәр, повестар, романдар, драмалар, мәҫәлдәр яҙа.Мәҫәл-әҙәби жанр.Ул проза йәки шиғыр формаһындаяҙыла,хайуандарҙың йә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра,етешһеҙлектәрҙән көлә,өгөт-нәсихәт бирә.2 өлөштән тора.1-се өлөшө- хайуандар тураһында әкиәт,2-се өлөшө-иң әһәмиәтлеһе-мәҫәлдең һабағы - әҙәпкә өйрәтеүе.

-Мин һөйләмәгән нимә тураһында уҡынығыҙ?(нимә ул мәҫәл)

2. Мәҫәлдең үҙенсәлектәрен ҡабатлау.

-Индивидуаль карточкаларҙа мәҫәл жанрына  тура килмәгәнде һыҙығыҙ.

Мәҫәл - әҙәби жанрҙың  бер төрө.Ул проза, хикәйә  йәки шиғыр менән яҙыла, хайуандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураhында яҙылып, йәнлектәрҙең, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра, етешhеҙлектeрҙән шаярта,көлә, өгөт- нәсихәт бирә. Мәҫәл ике, өс өлөштән тора. 1-се өлөшө -башы—хайуандар тураhында әкиәт, ә 2-се өлөшө,  иң  әhәмиәтлеhе-мәҫәлдең һабағы-әҙәпкә  өйрәтеүе (парларҙа  эшләү).

Тикшереү.(Слайд-4)

Мәҫәл-әҙәби жанрҙың  бер төрө.Ул проза йәки шиғыр менән яҙыла, хайуандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураhында яҙылып, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра, етешhеҙлектeрҙән көлә, өгөт- нәсихәт бирә. Мәҫәл ике өлөштән тора. 1-се өлөшө -башы—хайуандар тураhында әкиәт, ә 2-се өлөшө,  иң  әhәмиәтлеhе-мәҫәлдең һабағы - әҙәпкә  өйрәтеүе.

3.Йомаҡтар сисеү.

-Һеҙ инде дәрестә мәҫәл уҡыясағыбыҙҙы төшөндөгөҙ.Уның исемен белер өсөн йомаҡтарҙың яуаптарын белергә кәрәк.

Ҡайсылыр ҡолағы

Таштан ҡаты тояғы.(Ат) (Слайд-5)

Деү-деү, деү итә-

Дуғаға ҡуна.

Сей-сей, сей итә-

Ситәнгә ҡуна. (Күгәүен)( Слайд-6)

IV.Тема өҫтөндә эш.

1.Мәҫәл менән танышыу(уҡытыусы уҡый).(Слайд-7)

Йөкмәтке буйынса һорауҙар биреү:

-Ат менән күгәүен нимә тураһында һүҙ ҡуйышҡан?

-Аттың хатаһын күгәүен нисек төҙәтергә һүҙ биргән?

-Ат һабан, бесән ваҡытында ниндәй эш башҡарған?

-Күгәүен көнен нисек үткәргән?

-Ниңә ат көн дә ябыҡҡан?

-Ат күгәүенгә нимә тип әйтергә мәжбүр булған?

-Күгәүен ниндәй кәңәштәр биргән?

- Күгәүен ҡасан дошманға әйләнә?

2.Мәҫәл өҫтөндә эш.

-Мәҫәлдең һабағы асыҡ яҙылғанмы? (юҡ)

-Мәҫәлде үҙалдына иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм төркөмдәрҙә иҫкәрмә ҡағыҙы буйынса тикшерегеҙ.(Уҡыусылар төркөмдәргә бүленәләр, һәр төркөмдә етәксе билдәләнә, иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратып бирелә).

Мәҫәл өҫтөндә эшләү.

1.Мәҫәл нисек атала? Уның авторы кем?Прозала йәки шиғыр формаһында яҙылған?

2.Мәҫәлдә ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр  осраны?

3.Мәҫәлдең төп геройҙары кемдәр?

4.Мәҫәлдең геройҙары нисек күрһәтелгән? Автор уларҙы нисек һүрәтләй (шул юлдарҙы табып уҡығыҙ).

5.Мәҫәлдә нимә ғәйепләнә?

6.Автор күгәүен образы аша кемдәрҙе һүрәтләгән?

7.Күгәүенде һин ниндәй кешеләргә тиңләр инең? Атты?

8.Мәҫәлдең төп мәғәнәһе, һабағы  нимәлә?

V.Ял минуты.

Ҡулдарҙы күтәрҙек,

Аҫҡа төшөрҙөк.

Ҡулдарҙы йәйҙек,

“Ҡайсы” эшләнек.

Ҡулдар талдылыр,

Аҫҡа төштөләр.

Урында йүгерҙек,

Яҡшы тын алдыҡ,

Парта артына ултырҙыҡ.

VI.Нығытыу өҫтөндә эш.

-Беҙҙең эшебеҙҙең йомғағы булып викторина һорауҙарын яуап биреү булыр.Һәр дөрөҫ яуапҡа төркөмдәр киҫкәләнгән һүрәттәрҙең бер өлөшөн , ә яуап биреүсе жетон аласаҡ.Төркөмдәр сиратлашып яуап бирерҙәр.

1.Тексты анализлау.

-Мәҫәл прозала йәки шиғыр формаһында яҙылған?

1-се төркөмгә бирем.Рифмаларҙы табырға.

2-се төркемгә бирем.Сағыштырыуҙарҙы табырға.

- Текста ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр осраны?

 1-се төркөмгә бирем. Һабан, иренмәй, сәбәләнмә, арыҡлана  һүҙҙәренең парын табырға.(Слайд-8,9,10,11,12)

Һабан                               ябыға

Иренмәй                          ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы

Сәбәләнә                          ялҡаулашмай

Арыҡлана                        тик тормай

2-се төркөмгә бирем. Аҡыл һатҡан, әсе тирле ер, ҡомһоҙланып ҡаҙалған, ҡырын ятҡан һүҙбәйләнешәренең парын табырға.(Слайд-13,14,15,16,17)

Аҡыл һатҡан                                           ауырттырып тешләгән                          

әсе тирле ер                                            ял итеп ятҡан                                      

ҡомһоҙланып ҡаҙалған                          аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан

 ҡырын ятҡан                                         күп көс түгелгән ер

-Мәҫәлдең төп геройҙары кемдәр?

1-се төркөмгә бирем.Автор күгәүен образы аша кемдәрҙе һүрәтләгән?Күгәүенде ниндәй кешеләргә тиңләр инегеҙ?

2-се төркөмгә бирем. Автор ат образы аша кемдәрҙе һүрәтләгән?Атты ниндәй кешеләргә тиңләр инегеҙ?

-Мәҫәлдең һабағы.

1-се төркөмгә бирем.Мәҫәлдең төп мәғәнәһенә ҡағылған юлдарҙы табып уҡырға.

2-се төркөмгә бирем.Мәҫәлдең һабағы нимәлә?

-  Йыйылған һүрәт өлөштәрен бергә йыйығыҙ.(Слайд-18)

-Мәҫәлдең ҡайһы миҙгеле һүрәтләнгән?

--Балалар,  тормошта ошондай хәлдәр осраймы?

VII.Дәресте йомғаҡлау.Баһалау.

-Автор З.Биишева “Ат менән күгәүен” мәҫәлендә кешеләрҙең ниндәй етешһеҙлектәренән көлә?

-Мәҫәлдәрҙе уҡырға кәрәкме?

-Улар нимәгә өйрәтә?

-Дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ?

(Уҡыусыларға баһалар йыйылған жетондар, төркөмдәрҙә йыйған һүрәт өлөштәре буйынса ҡуйыла).

VIII.Өй эше. (Слайд-19)

1.Мәҫәлде ролдәрҙә тасуири уҡырға өйрәнергә.

2.Төп геройҙар - ат йәки күгәүендән интервью алыр өсөн һорауҙар әҙерләргә.

3.Мәҫәлде сәхнәләштерергә.

-Дәрес бөттө.(Слайд-20)

Ҡушымта-1

       Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ярлы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгән.Атаһы уҡымышлы кеше булғанлыҡтан, халыҡ уны хәлфә тип тә, мулла тип тә йөрөткән. Атаһы өйҙә өлкән туғандарын уҡытыуын тыңлап өйрәнгән Зәйнәб бик кескәй йәштән үк уҡырға өйрәнгән.Өс яшендә  әсәһеҙ, ә ун бер йәшендә атаһыҙ ҡала. Беренсе мәртәбә ун ике йәшендә мәктәпкә уҡырға бара.Унан һуң Ырымбур педогогия техникумында белем ала. Зәйнәб Биишева мәктәптә уҡытыусы булып, газета –журналдар, китаптар  сығарыуҙа, радиола эшләй.Кесе йәштән үк халыҡ ауыҙ ижаты әҫәрҙәрен тыңлап үҫеүе  уны әҙәбиәткә алып килә һәм билдәле яҙыусы итә. Зәйнәб Биишева шиғырҙар, поэмалар, әкиәттәр, повестар, романдар, драмалар, мәҫәлдәр яҙа.Мәҫәл-әҙәби жанр.Ул проза йәки шиғыр формаһында яҙыла,хайуандарҙың йә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра,етешһеҙлектәрҙән көлә,өгөт-нәсихәт бирә.2 өлөштән тора.1-се өлөшө- хайуандар тураһында әкиәт,2-се өлөшө-иң әһәмиәтлеһе-мәҫәлдең һабағы, әҙәпкә өйрәтеүе.

Ҡушымта-2

Мәҫәл өҫтөндә эшләү.

1.Мәҫәл нисек атала? Уның авторы кем?Прозала йәки шиғыр формаһында яҙылған?

2.Мәҫәлдә ниндәй аңлашылмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр  осраны?

3.Мәҫәлдең төп геройҙары кемдәр?

4.Мәҫәлдең геройҙары нисек күрһәтелгән? Автор уларҙы нисек һүрәтләй (шул юлдарҙы табып уҡығыҙ).

5.Мәҫәлдә нимә ғәйепләнә?

6.Автор күгәүен образы аша кемдәрҙе һүрәтләгән?

7.Күгәүенде һин ниндәй кешеләргә тиңләр инең? Атты?

8.Мәҫәлдең төп мәғәнәһе, һабағы  нимәлә?

Ҡушымта-3

Ҡушымта-4                                        


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Туған тел

Слайд 2

« Мин матур » -тип Маҡтанмағыҙ, Матурҙар! Матурҙы тик Матур эштәр Матурлар .

Слайд 3

Зәйнәб Биишева

Слайд 4

Мәҫәл-әҙәби жанрҙың бер төрө.Ул проза йәки шиғыр менән яҙыла, хайуандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тура һ ында яҙылып, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра, етеш һ еҙлект ә рҙән көлә, өгөт- нәсихәт бирә. Мәҫәл ике өлөштән тора. 1-се өлөшө - башы—хайуандар тура һ ында әкиәт, ә 2-се өлөшө, иң ә һ әмиәтле һ е-мәҫәлдең һабағы - әҙәпкә өйрәтеүе.

Слайд 7

Ат һәм күгәүен

Слайд 8

Һабан Иренмәй Сәбәләнә Арыҡлана Ябыға Ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы Ялҡаулашмай Тик тормай

Слайд 9

Һабан Иренмәй Сәбәләнә Арыҡлана Ябыға Ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы Ялҡаулашмай Тик тормай

Слайд 10

Һабан Иренмәй Сәбәләнә Арыҡлана Ябыға Ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы Ялҡаулашмай Тик тормай

Слайд 11

Һабан Иренмәй Сәбәләнә Арыҡлана Ябыға Ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы Ялҡаулашмай Тик тормай

Слайд 12

Һабан Иренмәй Сәбәләнә Арыҡлана Ябыға Ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы Ялҡаулашмай Тик тормай

Слайд 13

Аҡыл һатҡан Әсе тирле ер Ҡомһоҙланып ҡаҙалған Ҡырын ятҡан Күп көс түгелгән ер Аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан Ял итеп ятҡан Ауырттырып тешләгән

Слайд 14

Аҡыл һатҡан Әсе тирле ер Ҡомһоҙланып ҡаҙалған Ҡырын ятҡан Күп көс түгелгән ер Аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан Ял итеп ятҡан Ауырттырып тешләгән

Слайд 15

Аҡыл һатҡан Әсе тирле ер Ҡомһоҙланып ҡаҙалған Ҡырын ятҡан Күп көс түгелгән ер Аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан Ял итеп ятҡан Ауырттырып тешләгән

Слайд 16

Аҡыл һатҡан Әсе тирле ер Ҡомһоҙланып ҡаҙалған Ҡырын ятҡан Күп көс түгелгән ер Аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан Ял итеп ятҡан Ауырттырып тешләгән

Слайд 17

Аҡыл һатҡан Әсе тирле ер Ҡомһоҙланып ҡаҙалған Ҡырын ятҡан Күп көс түгелгән ер Аҡыллы һүҙ һөйләп маташҡан Ял итеп ятҡан Ауырттырып тешләгән

Слайд 19

Өй эше : 1.Мәҫәлде ролдәрҙә тасуири уҡырға өйрәнергә. 2.Төп геройҙар - ат йәки күгәүендән интервью алыр өсөн һорауҙар әҙерләргә. 3.Мәҫәлде сәхнәләштерергә.

Слайд 20

Дәрес бөттө! Афарин !


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План-конспект урока по башкирскому языку

План-конспект урока по башкирскому языку для 4 класса русскоязычной школы...

Конспект урока по Башкирскому языку

Уроак малокомплектной школе...

Конспект урока по Башкирскому языку

Уроак малокомплектной школе...

Конспект открытого урока по башкирской литературе для 3 класса

Урок был проведен на конкурсе "Учитель года башкирского языка и литературы"...

Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе

Урок башкирского языка на тему "Имена существительные (повторение)" . Контроль знаний учащихся  проверяется с помощью теста....

Технологическая карта урока по Башкирской литературе

Йыһат Солтанов « Өфө- беҙҙең баш ҡалабыҙ»...