Конспект урока по башкирскому языку для 2 класса
план-конспект урока (2 класс)
Предварительный просмотр:
Провела Рафикова Х.З.
учитель башкирского языка и
литературы
Тема: Мин нимә яратам? Нимә менән?
Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү
Маҡсат:
1.Белем биреү: аҙыҡ-түлек атамаларын өйрәнеү, актив телмәргә индереү ҫ өнөн дөрөҫ әйтә һәм хәрефен яҙа белергә өйрәтеү, Нимә менән ? һорауын үҙләштереү.
2. Үҫтереүсе: тасуири уҡыу, һөйләү, тыңлап аңлау күнекмәләрен үҫтереү,
уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, белем кимәлен киңәйтеү.
3.Тәрбиәүи: аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
- Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: нимә менән? һорауына яуап бирә белеү, ҫ өнөн дөрөҫ әйтә һәм хәрефен яҙа, был өн менән миҫалдар килтерә белеү.
- Метапредмет(предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, юаһалау.
б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү.
в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап диалог ҡороу, үҙ-ара аралашыу, тасуири уҡый белеү.
3. Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: аҙыҡ-түлеккә, ризыҡҡа ҡарата ихтирамлы, һаҡсыл булыу, һәр ризыҡтың да кеше өсөн кәрәкле, файҙалы булыуын аңлатыу.
Йыһазландырыу: мультимедиа, интерактив таҡта, китаптар күргәҙмәһе, фонохрестоматия
ДӘРЕС БАРЫШЫ
I. Ойоштороу моменты
1.– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле
– Һаумыһығыҙ!
– Кәйефегеҙ нисек?
– Яҡшы.
– Һеҙ дәрескә әҙерме?
– Әҙер.
2. Дәрес алды шиғырын уҡыу.
Ҡыңғырау шылтыраны,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп,
Яуап бирергә әҙер.
II. Артикуляция күнегеүҙәре. (Слайд)
1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.
2. Тиҙәйткестәр әйтеү.
Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.
Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
III. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү.
1.Аҙыҡ-түлек һүрәттәрен, йомаҡтар ҡулланып дәрестең темаһын билдәләү.
1.Аҡ тирмәнең эсендэ һары сәсле ҡыҙ йоҡлай. (Йомортҡа)
2. Ерҙән ҡаҙып алалар,
Аш, бәлешкә һалалар.
Көлгә күмә малайҙар,
Иҙеп ашай бабайҙар. (картуф)
3. Үҙе генә ашалмай,
Унан башҡа аш бармай. (һуған)
4.Бик ҡәҙерләп кенә телеп
Ашъяулыҡҡа һалалар,
Ул өҫтәлдә иң бөйөк аш,-
Был ни була,балалар? (икмәк)
- Балалар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Йә, кем белә?
- Ашамлыҡтар
- Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә ашамлыҡтар, аҙыҡ-түлек тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
2.Алған белемде ситемалаштырыу.
- Эстафета уйыны менән мин таяҡ бирәм - һөт ризыҡтарын әйтергә
+ һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ,май, сыр, йогурт, эремсек, ойоған һөт, туңдырма, ҡуйыртылған һөт, ҡорот.
-Яҡшы, балалар, афарин. Һеҙ бик һәйбәт беләһегеҙ икән һөт ризыҡтарын.
-Һеҙҙең парта өҫтөндә карточка ята, һеҙ иптәшегеҙ менән бирелгән һүҙҙәрҙең парын табығыҙ. (слайд)
Ҡаймаҡ хлеб һут морковь аш блины
кишер огурец ҡыяр каша икмәк суп
ҡоймаҡ сметана бутҡа сок
- Яуаптарҙы тикшерәбеҙ. (Слайд)
- Әйҙәгеҙ эле алфавиттан ҫ хәрефен табайыҡ. Уның ни өсөн ҙур хәрефе юҡ?
- Тағы ла башҡорт телендә ниндәй хәрефтең баш хәрефе юҡ?
- Эш дәфтәрҙәре менән эш. 26 – сы бит, 1-се күнегеу.
Ял минуты.
- Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙлек эше. 30 – сы бит, 2-се күнегеү.
- Диалог төҙөү.
- Һин нимә яратаһың?
- Һин иртән нимә ашаның?
- Икмәкте нимә менән ашаның?
- Сәйҙе нимә менән эстең?
- Әсәйен нимә ярата?
- Һеңлең нимә ярата?
IV. Дәреслек менән эш.
а) С Әлибайҙың «Икмәк» шиғырын уҡыу:
- уҡытыусының өлгөлө уҡыуы
- уҡыусылырҙың тасуири уҡыуы
- хор менән уҡыу
V. Алған белемде нығытыу.
Төркөмдәрҙә эш. 33 – сө бит, 3- сө күнегеү. Әкиәт геройҙарына меню төҙөгөҙ.
1- се рәт - Пятачок менән Винни Пухҡа
2-се рәт – Лунтик менән төлкөгә
3 –сө рәт – Бесәй Матроскинға һәм Эт Шарикка
Был аҙыҡтарҙың нимәгә бай булыуы , уларҙың файҙаһы тураһында әңгәмә. Аҙыҡ –түлеккә һаҡсыл ҡараш тураһында әйтеп үтеү. (Слайд)
Китаптар күргәҙмәһе тураһында уҡытыусы һүҙе.
VI. Өйгә эш.
1. С Әлибайҙың «Икмәк» шиғырын ятларға.
2. 33 – сө бит, 2-се күнегеү.
VII.Дәресте йомғаҡлау.
- Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
- Нимәгә өйрәндегеҙ?
- Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ?
VIII. Баһалау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
План-конспект урока по башкирскому языку
План-конспект урока по башкирскому языку для 4 класса русскоязычной школы...
Конспект урока по Башкирскому языку
Уроак малокомплектной школе...
Конспект урока по Башкирскому языку
Уроак малокомплектной школе...
Конспект урока по башкирскому языку в 4 классе
Урок башкирского языка на тему "Имена существительные (повторение)" . Контроль знаний учащихся проверяется с помощью теста....
Технологическая карта урока по башкирскому языку. 3 класс
Технологическая карта урока по башкирскому языку и презентация 3 класс...
Тема:«[Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана».Открытый урок по башкирскому языку, 2 класс, КМО учителей начальных классов, 20.03.2019 год
Тема: [Йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана. Нығытыу дәресе. Маҡсат: 1) Я хәрефенең ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә яҙылыуын миҫалдарҙа күрһәтеү был хәреф ингән һүҙҙәрҙе күреп яҙырға өйрәтеү;2)...
Конспект урока по башкирскому языку 3 кл.
Урок башкирского языка 3 класс, ФГОС....