Внеурочная деятельность" Башкирский язык"
рабочая программа (4 класс) на тему
Внеурочная деятельность" Башкирский язык"
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vneurochnaya_deyatelnost_po_bashkirskomu_yazyku.docx | 35.5 КБ |
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ЙӘРМӘКӘЙ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
УСМАН-ТАШЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Ҡаралды Килешелде Раҫлайым
МБ етәксеһе. Тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директоры
_____ ........................директор урынбаҫары _________/…………………….../
1-се беркетмә ………..й _______ /………………….../ _________ бойороҡ ………й
2016-2017 уҡыу йылына өҫтәлмә эшмәкәрлек курсының тәбиғи фәндәр йүнәлеше буйынса
эш программаһы
Исеме: башҡорт теле
Класс: 4
Дөйөм сәғәт һаны: 34
Аҙналыҡ сәғәт һаны: 1
Программа:.Тикеев Д.С, Толомбаев Х.А. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн Ижевск, “КнигоГрад”,2008.
Уҡытыусы:Күҫәрбаева Флүзә Вагыйзҡыҙы
2017
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Был эшпрограммаһындафедеральһәм республика закондарыталаптарытормошҡаашырыла:
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, № 273-ФЗ, 29.12.2012йыл;
- Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы. № 126-ФЗ, 24.07.1998 йыл;
- БашҡортостанРеспубликаһының «Мәғарифтураһында» Законы. № 696-з, 1.07.2013 йыл;
- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы, № УП – 730, 31.13. 2009 йыл;
- «БашҡортостанРеспубликаһыхалыҡтарытелдәретураһында» Законы, № 370-з, 03.11.2006 йыл;
- Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының Усман-Ташлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы.
- Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыныңУсман-Ташлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2017-2018 уҡыу йылына календарь уҡыу графиғы;
-Төп дөйөм белем биреү программаһы(башланғыс белем биреү) муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Усман-Ташлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 2017 йыл;
- Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн Ижевск, “КнигоГрад”.
Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдында ҡуйылған төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү.
Балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды аңларға өйрәтеү (аудирование);
- өндәрҙе ишетә һәм айыра белергә, уларҙы дөрөҫ итеп үҙ-ара аралашҡанда әйтә белергә, тәҡдим ителгән темалар буйынса эҙмә-эзлекле, төҙөк һөйләмдәр менән һөйләй белергә өйрәтеү (говорение);
- балаларҙың һүҙ байлығын үҫтереү һәм уны актив һөйләү эшмәкәрлегендә ҡулланырға өйрәтеү;
- диалогик һәм монологик телмәр төрҙәрен үҙләштерергә өйрәтеү;
- - башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
- - өйрәнелгән шиғырҙарҙы, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен тасуири, эске кисереш менән яттан һөйләй белергә өйрәтеү;
- - телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте һ. б менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
КУРСҠА ДӨЙӨМ ХАРАКТЕРИСТИКА
Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора.”Башҡорт теле” программмаһында телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла.
Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
КУРС ЙӨКМӘТКЕҺЕНЕҢ ҠИММӘТТӘР ЙҮНӘЛЕШЕ
Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып уҡыусылар тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүленә.
Изгелек ҡиммәте – кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.
Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халәте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте – ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелек ҡиммәте – үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау
КУРСТЫ ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ШӘХСӘН, ТАНЫП БЕЛЕҮ ҺӘМ МЕТАПРЕДМЕТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ
Предмет һөҙөмтәләре:
- башҡорт теленең башҡорт милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдыра;
- өн һәм хәрефте айыра;
- әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ тыңлай, йөкмәткеләрен һөйләй;
- башҡорт телендә йырҙар йырлай;
- таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләй белә;
- башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙа;
- текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе күсереп яҙа;
- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде еткерә ала;
- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙа;
- 3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙа ала.
Метапредмет һөҙөмтәләре:
- аудирование һәм уҡыу: телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте(коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер) адекват ҡабул итә;
- төрлөсә уҡыу күнекмәләренә эйә була (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге арта (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурслары); һүҙлектәр менән иркен ҡуллана ала;
- уҡыусы диалог төҙөй белә;
- картина буйынса һөйләй ала;
- үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында һөйләргә, уҡыған тексты аңлы һөйләй;
- ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй ;
- ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡый белә;
- был тексты үҙ аллы аңлы уҡый;
- унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡый;
- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа бирә белә;
- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләренә эйә була;
- бер телдән икенсеһенә тәржемә итә ала.
Шәхси һөҙөмтәләр:
- башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә;
- аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә була һәм үҙ фекерен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштерә;
- үҙ телмәрен күҙәтә һәм уны баһалау күнекмәләренә була;
- алынған белем күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белә;
- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша ала, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡуллана.
ПРОГАММАНЫҢ ЙӨКМӘТКЕҺЕ
- Башҡортостан - туған илем (2 сәғ).
Башҡортостан – минең тыуған республикам. Әйҙә танышайыҡ! Өндәр һәм хәрефтәр.
- Беҙҙең ғаилә (2 сәғ).
Беҙ татыу ғаилә. Минең шәжәрәм. Исем.
- Башҡорт халыҡ аштары (1 сәғ).
Башҡорт халыҡ аштары.
- Башҡорт халыҡ кейемдәре (1сәғ).
Башҡорт халыҡ кейемдәре .
- Башҡорт халыҡ ижады (8 сәғ).
Башҡорт халыҡ ижады.Әкиәттә ҡунаҡта.Исемдәрҙең килештәр менән үҙгәреше.Башҡорт халыҡ уйындары.Һанашмаҡтар. Сифат.Һамаҡтар. Сифат дәрәжәләре.Тиҙәйткес-телемде төҙәткес.Мәҡәлдәр.Ҡылым.Һынамыштар. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ- юҡлыҡта килеүе.
- Төҫтәр (1сәғ).
Төҫтәр. Ҡылым.Уның заман мәғәнәләре.
- Тиҙҙән Яңы йыл (1сәғ).
Тиҙҙән Яңы йыл.
- Беҙ һанайбыҙ (5сәғ).
Һандар. Беҙ һанайбыҙ. Һандарҙың төркөмсәләре. Беҙ уйнайбыҙ.
- Уҡыу әсбаптары (1сәғ).
Уҡыу әсбаптары. Алмаш.
- Һаумы, һаумы, әкиәт! (4сәғ).
Һаумы, һаумы, әкиәт! Рәүеш.
- Йырлайыҡ бергә! (2сәғ).
Башҡорт халыҡ йырҙары. Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре. Йырлайыҡ бергә! Һөйләм. “Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.
- Йорт хайуандары һәм ҡоштары (3сәғ).
Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары. “Ҡарға бутҡаһы” байрамы. Йомаҡтар. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.
- Һаумы, һаумы, “Аҡбуҙат”! (1сәғ) .
“Аҡбуҙат”та ҡунаҡта.
- Милли байрам- Һабантуй (1сәғ).
Балалар һабантуйы.
- Һаумы,йәй!(1сәғ) .
Тәбиғәткә сәйәхәт. Экскурсия.
КАЛЕНДАРЬ ТЕМАТИК ПЛАН
№ | Тема | Сәғәт. һаны | Үткәреү ваҡыты | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре | |
календ. | факт. | ||||
Башҡортостан - туған илем (2 сәғ) | |||||
1 | Башҡортостан – минең тыуған республикам. | 1 | 4.09 | Картина буйынса һөйләү, әңгәмәлә ҡатнашыу, ҡурай моңдарын тыңлау. БР Дәүләт гимнын өйрәнеү. | |
2 | Әйҙә танышайыҡ! Өндәр һәм хәрефтәр. | 1 | 11.09 | Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау.Үҙең менән таныштыра белеү. Башҡорт исемдәренең килеп сығышы. | |
Беҙҙең ғаилә (2 сәғ) | |||||
3 | Беҙ татыу ғаилә. | 1 | 18.09 | Аудиояҙманан диалог тыңлау, һорауҙарға яуап биреү. Диалог төҙөү. Проект өҫтөндә эш. | |
4 | Минең шәжәрәм. Исем | 1 | 25.09 | Артикуляцион күнегеүҙәр башҡарыу. Шиғыр өҫтөндә эшләү:тасуири уҡыу, тәржемә итеү .Диалог төҙөү. | |
Башҡорт халыҡ аштары(1 сәғ) | |||||
5 | Башҡорт халыҡ аштары | 1 | 2.10 | Башҡорт халыҡ аштары тураһында мәлғүмәт туплау. Проект өҫтөндә эш. | |
Башҡорт халыҡ кейемдәре (1сәғ). | |||||
6 | Башҡорт халыҡ кейемдәре. | 1 | 9.10 | Яңы һүҙҙәрҙе уйын ярҙамында үҙләштереү. Проект өҫтөндә эш. | |
Башҡорт халыҡ ижады (8 сәғ) | |||||
7 | Башҡорт халыҡ ижады | 1 | 16.10 | Башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танашыу.Китаптар күргәҙмәһенә күҙәтеү. Тиҫтерҙәрҙе тыңлау,үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү,яҡлау. | |
8 | Әкиәттә ҡунаҡта.Исемдәрҙең килештәр менән үҙгәреше | 1 | 23.10 | Проект өҫтөндә эш. Тема буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Әкиәттәр тыңлау. | |
9 | Башҡорт халыҡ уйындары. | 1 | 6.11 | Диалогта ҡатнашыу. Башҡорт халыҡ уйындарын өйрәнеү. | |
10 | Һанашмаҡтар. Сифат | 1 | 13.11 | Һанашмаҡтар менән танашыу, йыйыу, ятлау, уйындарҙа ҡулланыу | |
11 | Һамаҡтар. Сифат дәрәжәләре | 1 | 20.11 | Һамаҡтар менән танашыу, йыйыу, ятлау | |
12 | Тиҙәйткес-телемде төҙәткес | 1 | 27.11 | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү. Диалогта ҡатнашыу. | |
13 | Мәҡәлдәр.Ҡылым. | 1 | 4.12 | Мәҡәлдәр йыйыу. Тематика буйынса төркөмләү.Китапсыҡтар яһау. | |
14 | Һынамыштар. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ- юҡлыҡта килеүе. | 1 | 11.12 | Һынамыштар йыйыу. Тематика буйынса төркөмләү | |
Төҫтәр (1сәғ) | |||||
15 | Төҫтәр. Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре | 1 | 18.12 | Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү, һүҙбәйләнештәр төҙөү. Әкиәт күрһәтеү. | |
Тиҙҙән Яңы йыл(1сәғ) | |||||
16 | Тиҙҙән Яңы йыл. | 1 | 25.12 | Яңы йыл тураһында йырҙар өйрәнеү, шиғырҙар ятлау | |
Беҙ һанайбыҙ (5сәғ) | |||||
17 | Һандар. | 1 | 15.01 | Башҡортса һанарға өйрәтеү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, һандарҙы дөрөҫ яҙыу һәләтен үҫтереү. | |
18 19 | Беҙ һанайбыҙ. Һандарҙың төркөмсәләре. | 2 | 22.01 29.01 | Һүрәттәр буйынса һөйләү, һанау. Тәртип һандарының яһалышын аңлау. Тема буйынса һүҙҙәр үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу | |
20 21 | Беҙ уйнайбыҙ. | 2 | 1502 12.02 | Яңы һүҙҙәрҙе уйын ярҙамында үҙләштереү. Яңы уйындар өйрәнеү, һанашмаҡтар ятлау. | |
Уҡыу әсбаптары (1сәғ) | |||||
22 | Уҡыу әсбаптары. Алмаш | 1 | 19.02 | Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ әйтеү, күрһәтеү. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу | |
Һаумы, һаумы, әкиәт! (4сәғ) | |||||
23 24 25 | Һаумы, һаумы, әкиәт!Рәүеш. | 3 | 26.02 5.03 12.03 | Әкиәттәр тыңлау, уҡыу, сәхнәләштерепкүрһәтеү | |
26 | Мин әкиәт ижад итәм | 1 | 19.03 | Әкиәт ижад итеү | |
Йырлайыҡ бергә! (2сәғ) | |||||
27 | Башҡорт халыҡ йырҙары. Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре | 1 | 2.04 | Башҡорт халыҡ йырҙары тарихы. Тыңлау. Өйрәнеү | |
28 | Йырлайыҡ бергә! Һөйләм. “Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. | 1 | 9.04 | Йыр өйрәнеү (“Зонтик”). Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. | |
Йорт хайуандары һәм ҡоштары (3сәғ) | |||||
29 | Йорт хайуандары. | 1 | 16.04 | Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Шиғырҙар ятлау | |
30 | Йорт ҡоштары. “Ҡарға бутҡаһы” байрамы. | 1 | 23.04 | Шиғырҙар ятлау, башҡорт халҡының йолалары менән танышыу. | |
31 | Йомаҡтар Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | 1 | 30.04 | Өлгө буйынса текст төҙөү. Һүрәттәр төшөрөү. Йомаҡтар сисеү, ребустар төҙөү. | |
Һаумы, һаумы, “Аҡбуҙат”! (1сәғ) | |||||
32 | “Аҡбуҙат”та ҡунаҡта | 1 | 7.05 | Журналдарға күҙәтеү | |
Милли байрам- Һабантуй (1сәғ) | |||||
33 | Балалар һабантуйы. | 1 | 14.05 21.05 | Ярыштарҙа ҡатнашыу. Башҡорт халҡының йолалары менән танышыу. | |
Һаумы,йәй! (1сәғ) | |||||
34 | Тәбиғәткә сәйәхәт. Экскурсия | 1 | 30.05 | Тәбиғәткә ҡосағына сәйәхәткә сығыу, уйындар уйнау. |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Программа внеурочной деятельности в начальной школе по русскому языку "Тайны русского языка».
Программа кружка «Тайны русского языка» составлена для работы с младшими школьниками. Программа составлена на 4 года. Содержание курса данной программы способствует развитию самостоятельнос...
Обобщение опыта работы: русский язык. Тема: «Развитие творческих способностей младших школьников на уроках русского языка и во внеурочное время посредством использования элементов устного народного творчества»
В целостном педагогическом процессе формирование творческих способностей — это необходимое условие всестороннего развития личности. Творческая активность ребенка - это проявление го...
Интеграция урочной и внеурочной деятельности «Знатоки имени существительного» (ИКТ, русского языка, литературного чтения, польского языка)
Образовательная система "Школа 2100", русский язык...
Интеграция урочной и внеурочной деятельности «Путешествие в страну Имени Прилагательного» (ИКТ, русского языка, литературного чтения, польского языка)
Образовательная система "Школа 2100", русский язык...
Интеграция урочной и внеурочной деятельности «Что за прелесть эти сказки!» (ИКТ, литературного чтения, русского языка, польского языка, изобразительного искусства, технологии)
Образовательная система "Школа 2100"...
Программа внеурочной деятельности "Язык и речь" для 4 класса
Программа внеурочной деятельности «Язык и речь» разработана в соответствии с требованиями Федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования. Данная раб...
Тематическое планирование внеурочной деятельности Язык-мой друг 4 класс
Программа курса «Язык мой друг мой» для учащихся 4 класса составлена на основе положения о рабочей программе по внеурочной деятельности в МБОУ...