Площадь прямоугольного треугольника
план-конспект урока по математике (4 класс) на тему

Сатвалова Ляля Раисовна

Открытый урок по математике 4 класс для башкирских школ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл matematika_asyk_dres.docx21.19 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:Тура мөйөшлө өсмөйөштөң майҙаны

Маҡсат: 1)Үтелгәндәрҙе нығытып, тура мөйөшлө өсмөйөштөң майҙанын табырға өйрәнеү, формулаһын төҙөү;

2) Телдән иҫәп күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәләрен, хәтерҙәрен, иғтибарлылыҡтарын, күҙәтеүсәнлек һәләттәрен, сағыштыра һәм һығымта яһай белеү күнекмәләрен үҫтереү;

3)Дуҫлыҡ, татыулыҡ тәрбиәләү

Йыһазландырыу: китап, ҡырҡылған фигуралар, карточкалар, компьютер, белем шкалаһы

                           Дәрес барышы:

1.Ойоштороу.

-Балалар, бөгөн беҙҙең мәктәпкә бик күп ҡунаҡтар килде. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙе күрергә теләп математика дәресенә инделәр. Әйҙәгеҙ әле, ошо шиғырҙы уҡып апайҙар менән һаулыҡ һорашып алайыҡ.

(Слайд 1)

-Дәресте башлайыҡ.Хәҙер ҡулдарыбыҙҙы тоттоҡ, үҙ-үҙегеҙгә эстән генә маҡсат ҡуйығыҙ. Нимә ул маҡсат? (Яуаптар)

- Ә хәҙер бер-берегеҙҙең ҡулдарын тотоп матур һүҙҙәр әйтеп  уңыштар

 теләйек һәм экрандан ҡысҡырып уҡыйыҡ (Слайд 2)

-Үҙебеҙҙе дәрескә көйләнек. Алдарығыҙҙа белем шкалалары ята. Әле белемегеҙ ниндәй кимәлдә тип уйлайһығыҙ, шул һыҙыҡҡа билдә ҡуйығыҙ, дәрес аҙағында тағы ҡуйырһығыҙ.

2. Маҡсат билдәләү

- Уҡыусылар, артҡа боролоп ҡына ҡарап уҡытыусыларҙың нисәү икәнен ҡапыл әйтә алаһығыҙмы? Ни өсөн? (Яуаптар)

- Математика фәне тураһында боронғо философ Платон бына нимә тигән. Уҡыйыҡ әле (Слайд 3)

- Ошонан сығып артабанғы эш маҡсатыбыҙҙы билдәләйек.(Яуаптар)

1. Дәрестә иғтибарлы булырға, тыңларға, ҡатнашырға;

2.Уйлап ҡына эш итергә, дөрөҫ фекер йөрөтөргә;

3. Асыҡ, аныҡ, дөрөҫ, тулы итеп яуап бирергә

-Рәхмәт, балалар, мин тағы бер цитата уҡыным. Ә нимә һуң ул цитата? (Яуаптар)

-Был цитата ошолай башлана: “Нимәнелер белер өсөн,...” (Слайд 4)

Ә аҙағын дәрес аҙағында үҙегеҙ әйтерһегеҙ.Иғтибарлы булығыҙ.

3. Үтелгәнде нығытыу

- Алдағы дәрестәрҙә ниндәй дәүмәлдәр менән танышҡайныҡ? (ар, гектар)

-Улар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?(ҙур майҙандарҙы үлсәү берәмектәре)

(Слайд 5)

4. Таҙа яҙыу минуты

- Дәфтәрҙе астыҡ, маҡсатты билдәләйек (дөрөҫ һалдыҡ, дөрөҫ ултырҙыҡ,ручканы дөрөҫ тоттоҡ, дөрөҫ, матур яҙабыҙ)Число, класта эш

-Экранға ҡараныҡ (слайд 6). Законлылыҡты табып, матур итеп яҙабыҙ

-Һандар рәте тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (9-ҙың таблицаһы һәм оҙонлоҡ үлсәү берәмектәре ҙурая бара)

-Ошо һандар рәтендә һеҙгә ниндәй таныш бер һан бар?(45)

- Эйе, беҙҙең Ғәлиәкбәр һәм Иҫке Собханғол араһы 45 км.

- Хәҙер ошо эштәргә ҡарап теманы билдәләй алаһығыҙмы? (Яҡынса яуаптар)

5. Телдән иҫәп (слайд 6)

(Аңлатып иҫәпләү)

-Ниндәй һығымта яһарбыҙ? Был эштән һуң теманы, маҡсатты әйтеп ҡарайыҡ (Яуаптар)

6. Яңы темаға әҙерлек

- Дөрөҫ әйттегеҙме икән, хәҙер белербеҙ. Иғтибар экранға (слайд 7)

- Ҡайһы фигура артыҡ тип уйлайһығыҙ?  Ни өсөн? (Яуаптар, тикшереү)

- Ниндәй фигура тороп ҡалды? Ни өсөн? (Яуаптар)

- Төркөмләп эшләп алайыҡ. Төркөмдә эшләү ҡағиҙәһен иҫкә төшөрәйек.

(Слайд 10,11)  Һеҙгә ниндәй эш тора?  (Яуаптар)

-Эйе, беренсе төркөм фигураның периметрын, икенсе төркөм майҙанын таба.

7. Күҙгә ял минуты (Слайд 12,13,14)

8. Теманы асыу.

-Һәр партала бер фигураның ҡырҡылған өлөштәре ята. Тиҙ генә парлашып үҙегеҙҙең фигурағыҙҙы төҙөгөҙ.

-Хәҙер берегеҙ был фигура тураһында һөйләй, икенсегеҙ уның формулаһын таҡтаға сығып яҙа.

- Ни өсөн өсмөйөштөң формулаһы берәү генә? Өсмөйөштәр тураһында һөйләп алайыҡ (Слайд 15)

-Ниндәй проблема килеп тыуҙы?

- Хәҙер асыҡ итеп теманы әйтәйек һәм маҡсатты билдәләйек.

(Тура мөйөшлө өсмөйөштәрҙең майҙанын табырға өйрәнеү һәм формулаһын төҙөү)

-Майҙанын нисек табырға була, йә уйлашайыҡ әле.

9. Практик эш. (Слайд 16)

- Алдығыҙҙа ятҡан аҡ ҡағыҙҙарға ошо фигураны һыҙайыҡ, нисек майҙанын табырбыҙ? (Яуаптар)

- Ә хәҙер формула төҙөп ҡарағыҙ һәм миңә күтәреп күрһәтегеҙ.(Күрһәтәләр)

-Хәҙер экранға ҡарағыҙ, кем дөрөҫ төҙөгән икән? (Слайд 17)

- Алгортимын әйтәйек. (Слайд 18)

10. Ял минуты “Гөләлә” (Презентация айырым)

11. Теманы дауам итеү

-Ҡағиҙә сығарайыҡ. (Әйтәләр)

-Ике яҡ тиһәк һеҙгә ҡыйын түгелме? Исемегеҙ менән өндәшмәй , һеҙгә эй тиһәләр нисек була? (Яуаптар) Ниндәй һығымта яһайбыҙ?

- Эйе, математикала үҙенең терминдары бар. Нисек атала икәнен белеү өсөн, төркөмдә эшләп алайыҡ. (Миҫалдар эшләү – һәр яуапҡа бер хәреф)

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Ни өсөн ике төркөмдә лә бер үк һүҙ килеп сыҡты икән? (Ике яғының да исеме  бер үк) (Слайд 19)

- Ә өсөнсө яғын белер өсөн шарада сисеп алайыҡ.

1.Мускул үҫтерә торған спорт ҡормалының тәүге ике хәрефе (ги)

2. Тир һүҙенең руссаһы (пот)

3. Әкиәттәге ҡурҡыныс нәмә (ен)

3. Ҡыуанғанда ҡысҡырған һүҙҙең тәүге хәрефе (у)

4.Рус телендәге бер предлог (за)

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Хәҙер беҙҙең маҡсат? (Ҡағиҙәне дөрөҫ әйтеү)

“Тура мөйөшлө өсмөйәштөң майҙанын табыу өсөн катеттары оҙонлоғоноң ҡабатландығын табырға һәм килеп сыҡҡан һанды икегә бүлергә кәрәк”

12.Теманы нығытыу

-Бергәләп майҙан табайыҡ. (Слайд 20)

- Ике рәт ярышып табайыҡ (Слайд 21)

- Үҙ аллы эш (Слайд 22

- Ниндәй һығымта яһайбыҙ?

- Хәҙер инде дәрес башында әйткән цитатаның аҙағында әйтергә ваҡыт етте.

“Нимәнелер белер өсөн,(уны үҙебеҙгә асырға кәрәк) (Яуаптар) (Слайд 23)

-Эйе, беҙ бөгөн дәрестә үҙ көсөбөҙ менән математиканың тағы бер серен астыҡ. Был һүҙҙәрҙе әйткән америка математигы  Дьердь Пойа экранда (Слайд 24)

13. Йомғаҡлау.Өйгә эш.  Баһа ҡуйыу

-Хәҙер Белем шкалағыҙҙы алығыҙ. Белемегеҙ түбәнәйҙеме әллә күтәрелдеме? Ҡуйығыҙ. Һығымта яһайыҡ. Баһалар ҡуяйыҡ.Өйгә эш №7,8 (95-се бит)

-Дәрестә ниндәй сифаттар беҙгә эште еңеп сығырға ярҙам итте? (Дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ)

14.Рефлексия.

-Әгәр дәрес оҡшаһа, теманы аңлаһағыҙ, ике ҡулды күтәрәбеҙ. Аңлап етмәһәгеҙ, бер ҡулды күтәрәбеҙ, бер нәмә лә аңлашылмаһа ҡулдарҙы күтәрмәйбеҙ. Афариндар, хәҙер ҡулдарҙы төшөрмәй генә һаубуллашабыҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Площадь прямоугольного треугольника.

Презентация к уроку с интерактивной доской....

Урок-презентация "Геометрия-правительница всех мыслительных изысканий. Площадь прямоугольного треугольника"

 Содержание представленного урока-презентации разработано с основными положениями ФГОС начального общего образования, авторской программы Л.Г. Петерсон и ориентировано на работу по ...

Урок мавтематики по программе "Школа 2000" по теме "Площадь прямоугольного треугольника", 4 класс.

Урок математики в 4 классе по теме "Площадь прямоугольного треугольника". Автор учебника Л. Г. Петерсон. Урок составлен с использованием деятельностного подхода при сообщении нового материала. Урок со...

Урок математики "Площадь прямоугольного треугольника"

Материал содержит конспект урока математики  "Площадь прямоугольного треугольника" для 4 класса, интерактивное объяснение для урока....

Конспект урока по математике в 4 классе. Тема: Площадь прямоугольного треугольника.

УМК "Школа 2100".  Конспект урока по математике в 4 классе по учебнику Демидовой. Тема: Площадь прямоугольного треугольника. На уроке проводится работа с интерактивной доской TeamBoard...

урок математики в 4 классе по теме "Площадь прямоугольного треугольника"

Урок математики в 4 классе по программе "Школа 2000".  Урок построен по  проблемно-диалогической технологии....

Понятие о площади прямоугольного треугольника

Урок математики в 3 классе, основанный на региональном компоненте...