Контроль-баһалау материалдары
Контроль-баһалау материалдары уҡыусыларҙың башҡорт теленән белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың башҡорт теленән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәлен билдәләргә булышлыҡ итә.
Скачать:
Предварительный просмотр:
8-се класс өсөн башҡорт теленән тест һорауҙары. III сирек.
- Кем күп уҡый, шул күп белә. Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Аныҡлаусы һөйләм б) Хәбәр һөйләм в) Эйә һөйләм
2. Ҡояш батҡас эштән ҡайтҡан йәштәр уйынға сыға. Һөйләмдең ҡайһы киҫәгенән һуң өтөр ҡуйыла?
А) ҡайтҡан б) батҡас в) йәштәр
3. Тормош ҡануны шул: кешеләргә яҡшылыҡ эшлә. Ни өсөн ике һөйләм араһында ике нөктә ҡуйылған?
А)Баш һөйләм алдан килгән б)Баш һөйләм аҙаҡта килгән.
4. Беҙ уҡыған мәктәп ярышта еңеүсе булды. Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А)Мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында б) килеш ялғауы ярҙамында в) сифат ҡылым ялғауы ярҙ-да
5. Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнмен тип ҡыуанды ул. Өтөр ҡайһы урында ҡуйыла?
А) Тип теркәүесенән һуң б) Тип теркәүесенең алдынан в) ҡуйылмай
6. Беҙ һәр бер эште уҡытыусы әйткәнсә башҡарырға тырышабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Рәүеш һөйләм б) Аныҡлаусы һөйләм в)Урын һөйләм
7. Ҡарлуғас уйнаҡлап остомо ? мотлаҡ ямғыр яуасаҡ. ? билдәһе урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
А) өтөр б) ике нөктә в) һыҙыҡ
8. Класс бүлмәһе таҙа булһын тип, беҙ тәнәфестәрҙә уны еүешләп торабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Сәбәп һөйләм б) Маҡсат һөйләм в) тултырыусы һөйләм
9. Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда булды. Урын һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А)мөнәсәбәт һүҙҙәр ярҙамында Б)хәл ҡылым ярҙамында в)килеш ялғауы ярҙамында
10. Уҡыуҙар тамамланғас, беҙ ауылға киттек. Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?
А) Төбәү килеш ялғауы м-н б)урын-ваҡыт килеш ялғауы м-н в)хәл ҡылым ялғауы м-н
11. Мин белгәнде һин белмәйһең. Тултырыусы һөйләм менән баш һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
А) Өтөр б) ике нөктә в) бер нәмә лә ҡуйылмай
12. Ямғыр яуһа, игендәр ҙә уңасаҡ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
А) Шарт һөйләм б) Ваҡыт һөйләм
13. Төлкөсура һыу буйын ҡараны, унда бер кем дә юҡ ине. Был ниндәй һөйләм?
А) Ябай, тарҡау б)Ябай, йыйнаҡ в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Г) теҙмә ҡушма һөйләм д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә
14. Беҙ бер ҡатлы ағас йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Был ниндәй һөйләм?
А) Ябай, тарҡау б)Ябай, йыйнаҡ в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Г) теҙмә ҡушма һөйләм д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә
15. Күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә ниндәй өлөштәрҙән тора?
А)Бер баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән
Б)ике баш һәм ике эйәрсән һөйләмдән
В) ике баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән
16. Донъя шулай инде: берәүҙәр илап йәшәй, икенселәр илап үләләр. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?
А)Тиң эйәрсән һөйләмле б) тиң булмаған эйәрсән һөйләмле
17. Йәйҙәр үтте инде, тип бойоғорға урын юҡ, сөнки тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәйһең. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?
А) Тиң эйәрсән һөйләмле б) Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле
18. Тулҡын көсәйгәс һәм кәмә ныҡ ҡына сайҡала башлағас, малайҙың йөҙөндәге йылмайыу һүнде. Был төҙөлмәлә ике эйәрсән һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе була?
А) Өтөр б) Һыҙыҡ в)ике нөктә г) бер нәмә лә ҡуйылмай
Предварительный просмотр:
9 класта башҡорт әҙәбиәтенән контроль эш.
1. Халыҡ ижадына ҡайһы ижад төрө ҡарай?
а) Йола поэзияһы, әкиәттәр, ҡобайыр, бәйеттәр, сеңләүҙәр, афористик ижад, көләмәстәр
б) Повесть, романдар
в) Парсалар, сеңләүҙәр, афористик ижад.
2. Халыҡ ижадының сәсмә формалары
а) Әйтештәр, йомаҡтар, хикәйәләр
б) әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр.
в) тарихи хикәйәләр
3. Урал батыр эпосы.Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы:
а) Һунарсылыҡ, ғаилә
б) Дуҫлыҡ, тоғролоҡ
в) Халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы.
4. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы үҙенсәлектәре
а) Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары
б) Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте
в) Иҙеүкәй образы.
5. Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.
а) Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге
б) Уғыҙнамә. Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге, ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәрен өйрәнеү.
в) Уғыҙнамә. Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт.
6. «Мөхәббәтнамә», «Жөмжөмә солтан», «Гөлөстан бит-төрки» әҫәрҙәре ҡайһы ваҡытҡа ҡарай?
а) Урта быуаттар әҙәбиәте
б) 20 быуат
в) 21 быуат
7. Кемдәр ул йырауҙар һәм сәсәндәр?
а) Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары
б) Телсе, ғалимдар
в) шағирҙар
8. Салауат Юлаев шиғырҙары?
а) “Дуҫлыҡ”, “Дан”
б) “Тирмәмдә”, “Уҡ”
в) ”Туған тел”, “Егеткә”
9. С. Юлаев шиғырҙарындағы темалар?
а)Тыуған тәбиғәтте һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек.
б) Изгелек, һағыш, батырлыҡ
в) Туғанлыҡ, һөйөү, кешелеклелек
Предварительный просмотр:
Мостай Кәрим ижады буйынса тест.
1. М. Кәрим нисәнсе йылда тыуған?
а) 1918 в) 1921
б) 1919 г) 1920
2. М. Кәрим ҡайһы районда тыуған?
а) Миәкә б) Илеш
в) Шишмә г) Әлшәй
3. М. Кәрим тәүге белемде ҡайҙа ала?
а) Үҙ ауылында; б) Өфөлә;
в) Күрше ауылда; г) Дәүләкәндә;
4. М. Кәримгә ҡасан халыҡ шағиры исеме бирелә?
а) 1953; б) 1963;
в) 1975; г) 1968;
5. М. Кәримдең ҡайһы повесында һуғыш йылдарындағы балалар тормошо һүрәтләнә?
а) “Өс таған”; б) “Айгөл иле”;
в) Беҙҙең өйҙөң йәме”; г) “Әлфиә хикәйәләре”;
6. “Айгөл иле” әҫәре жанры буйынса ниндәй төргә ҡарай?
а) повесть; б) роман;
в) драма; г) трагедия;
7. Айгөл кемде эҙләп кешелек донъяһына мөрәжәғәт итә?
а) атаһын; б) әсәһен;
в) бабаһын: г) дуҫын;
8. Мөрәжәғәт итеүҙә Айгөлгә кем ярҙам итә?
а) Ябағаев: б) Моратшин;
в) Зәлифә апай; г) Ричард Галин;
9. “Бүләгеңде лә ҡабул итә алмайбыҙ. Бының өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Әммә ҡабул итә алмайбыҙ”. Был һүҙҙәрҙе Зөлхәбирәнең ҡайһы әхирәте әйтә?
а) Зәлифә; б) Миңлекәй;
в) Банат; г) Гөлсирә;
10. Зөлхәбирәнең ағаһының исеме?
а) Ҡәҙерйән Ябағаев; б) Йәғәфәр Моратшин;
в) Ричард Галин; г) Илдар Ғаянов;
11. Ата- әсәһеҙ ҡалған Айгөлдө кем тәрбиәләп үҫтерә?
а) Йәғәфәр Моратшин; б) Ҡәҙерйән Ябағаев:
в) Илдар Ғаянов; г) Зәлифә апаһы;
12. Ҡәҙерйән Ябағаевтың берҙән –бер һәм һуңғы яҡшы эше нимә була?
а) атылып үлә; б) Зөлхәбирәне күрергә килә:
в) айыу балаһын табып килтерә; г) ғәфү үтенеп килә;
13. Әсәһе килгәс, Айгөл ике ут араһында ҡала. Ул ҡайһы юлды һайлай?
а) Әсәһен; б) Бабаһын;
в) Тыуған илен; г) Ричард Галинды;
14. Кем ул Карло Пиккио?
а) Зөлхәбирәнең ире; б) фашист:
в) Зөлхәбирәнең дуҫы; г) сит кеше;
15. “Ғазаптарың, яфаларың, яраларың ҡот осҡос, күргән, кисергән яҙмышың фажиғәле, Зөлхәбирә. Ләкин улар тыуған ерҙе сит ергә, үҙ кешеләреңде яттарға алмаштырырға хоҡуҡ бирәме икән? Быныһын мин белмәйем” Был һүҙҙәрҙе кем әйтә?
а) Банат; б) Гөлсирә;
в) Зәлифә; г) Миңлекәй;
16. Йәғәфәр Моратшин ни өсөн һөргөнгә ебәрелә?
а) колхозды артҡа һөйрәгән; б) Ябағаевты туҡмаған;
в) Айгөлдө ҡарамаған; г) “халыҡ дошманы” итеп;
17. “Кеше эшенә, кеше тормошона шулай һөмһөҙ килеп тығылыу – ниндәй тупаҫлыҡ, наҙанлыҡ! Ниндәй кешелекһеҙ ҡырағай әхлаҡ, әрһеҙ ғәҙәт! Минең өсөн былар бөтөнләй ят хәҙер”. Был һүҙҙәрҙе кем һөйләй?
а) Зәлифә; б) Ябағаев;
в) Пиккио; г) Зөлхәбирә;
18. Айгөл урынында булһағыҙ, һеҙ ниндәй юлды һайлар инегеҙ?
а) Әсә менән сит илгә китер инем: б) Тыуған илдә ҡалыр инем;
в) дуҫым менән ҡалаға китер инем; г) бабайым менән ҡалыр инем;
19. “Юҡ, килештереп булмаҫ, буйым бәләкәй. Минән айыу сыҡмаясаҡ, бәләкәсерәк бүре сыҡһа, сығыр.” Был һүҙҙәрҙе кем әйтә?
а) Ричард Галин; б) Карло Пиккио;
в) Йәғәфәр Моратшин; г) Ҡәҙерйән Ябағаев;
20. Зөлхәбирәне әхирәттәре ни өсөн ҡабул итмәйҙәр?
а) оҙаҡһыҙ ҡайтмаған; б) тыуған илен, ҡыҙын ташлап киткән:
в) Пиккиоға кейәүгә сыҡҡан; г) хат яҙып тормаған өсөн;
21. Зөлхәбирәнең улының исеме кем?
а) Джордано; в) Жозефо;
б) Джузеппа; г) Джордж;
22. “Етер! Һин дә туҡта! Беҙҙем сыҙамлыҡты һынама, уның да сиге бар. Беҙ ҙә таштан яралмаған! Беҙҙә лә йөрәк, беҙҙә лә йән бар!” Был юлдарҙы кем әйтә?
а) Банат; б) Гөлсирә;
в) Зәлифә; г) Миңлекәй;
23. “Әйҙә, улайһа, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына яҙайыҡ, үтенеп һорайбыҙ тиәйек”. Был һүҙҙәр кемдеке?
а) Айгөлдөкө; б) Ричардтыҡы;
в) Пиккионыҡы; г) Ябағаевтыҡы;
Предварительный просмотр:
10 класта 1телг2нд2р буйынса йом4а7лау
1. Нис2нсе йылдар6а баш7орт 262би2тене8 0лг0р0п ете1е асы4ыра7 к1рен2?
1) 30-сы йылдар
2) Б0й0к Ватан 3у4ышы йылдары
3) Б0й0к Ватан 3у4ышынан 3у84ы йылдар
2. Баш7ортостанды8 халы7 ша4иры?
1) З.В2лиди
2) №.Д21л2тшина
3) Р.Ни4м2ти
3.Баш7ортостанды8 халы7 с2с2не?
1) З.В2лиди
2) М.Буран4ол
3) Д.Юлтый
4. Б0й0к Ватан 3у4ышында 7атнаш7ан ша4ир?
1) М.Харис
2) М.;афури
3) Р.Низамов
5. «?арлу4ас» драма3ыны8 авторы?
1) З.Биишева
2) Н.Н2жми
3) Б.Бикбай
6. «»крен ген2 3у6ып-3у6ып 7ына
А4ылды ла 7уй6ы «Урал» - мо8» - Был юлдар кемде8 нинд2й 292рен2н?
1) Н.Н2жми «Ватан»
2) Р.Ни4м2ти «№ал7ын шишм2»
3) З.Биишева «Йырлайым»
7. Байгилде а4ай, Емеш, С241р2, Хаммат – был персонаждар нинд2й 292р62н?
1) З.Биишева «К2м3етелг2нд2р»
2) Б.Бикбай «Салауат»
3) Б.Бикбай «А7с2ск2»
8. Я6ыусыны8 16 м0н2с2б2тен белдере1 ниге6енд2 тыу4ан образлы фекер?
1) Тема
2) Проблема
3) Идея
9. «№а7мар 7ы6ы», «!лтер, улым, фашисты!», «№ине8 к2л2ше8де8 хаттары»
292р62рене8 авторы кем?
1) ;.С2л2м
2) Б.Бикбай
3) Р.Ни4м2ти
10. рус классиктары поэзия3ын 0йр2неп, улар 1рн2генд2 я64ан ша4ир?
1) ;.С2л2м
2) Б.Бикбай
3) Р.Ни4м2ти
11. Поэзияла ша4ир6ы8 16е й2ки бер2й кеше исемен2н 316 алып бар4ан ш2хес?
1) Персонаж
2) Лирик герой
3) Оьраз
12. Был 292р62 240 йылдан ашыу элек булып 1тк2н тарихи осор6о8
7аршылы7тары к2162л2ндерел2, феодаль 09к0 7атлам мен2н халы7
массалары ара3ында4ы конфликт к1р32тел2.
1) «Салауат»
2) «Тылсымлы 7урай»
3) «?арлу4ас»
13. Ш2хес культы х0к0м 30рг2н 30-сы йылдар6ы8 фажи42л2ре фашлан4ан 292р?
1) «?арлу4ас»
2) «А7с2ск2»
3) «К2м3етелг2нд2р»
14. Был я6ыусы К1г2рсен районында тыу4ан.
1) З.Биишева
2) Н.Н2жми
3) Б.Бикбай
15. Баш7ортостанды8 халы7 я6ыусы3ы?
1) З.Биишева
2) Н.Н2жми
3) Б.Бикбай
16. №у4ыштан 3у84ы баш7орт драматургия3ында 19еш ал4ан жанр?
1) Трагедия
2) Трагикомедия
3) Комедия
Предварительный просмотр:
5 класс. Инеү контроль диктанты.
Эштәр:
1 вариант: 1. 3-сө һөйләмдән сифаттарҙы табып яҙырға.
2. Тештәренә һүҙенең тамыр һәм ялғауҙарын табырға.
2 вариант. 1. 3-сө һөйләмдән исемдәрҙе табып яҙырға.
2. Ҡыуаҡлыҡтар һүҙенең тамыр һәм ялғауҙарын табырға.
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
7 класта башҡорт әҙәбиәтенән йыллыҡ контроль эш (тест)
1. “Айбикә” әҫәренең авторы кем?
А) Һәҙиә Дәүләтшина
Б) Мәжит Ғафури
В) Ғайса Хөсәйенов
2. Талантлы һәм һүҙгә оҫта кешенең нимә хаҡында булһа ла шунда ҡ яттан шиғыр йә йыр сығара алыу һәләте:
А) импровизация
Б) импровизатор
3. Кем ул Салауат Юлаев?
А) Бөйөк Ватан һуғышы геройы
Б) Башҡорт халҡының милли батыры
В) Яҙыусы
4. Нәғип, старшина, хәҙрәт – был исемдәр ҡайһы әҫәрҙән?
А) Ғ.Хөсәйенов “Һуңғы тарпан”
Б) В.Зефиров. “Йәнтүрә хикәйәһе”
В) Я.Хамматов. “Ғәйзулла”
5. Тигеҙ ритмлы, рифмаланыусан һүҙҙәрҙе һәм юлдарҙы үҙ эсенә алған һәм айырым строфаларҙан торған теҙмә әҫәр нисек атала?
А) Ҡобайыр
Б) Поэма
В) Шиғыр
6. Ш.Бабич шиғырҙарын тап?
А) “Салауат батыр”
Б) “Ҡурайҡайға”
В) “Гөлдәр баҡсаһында”
7. Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
Урал! Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрур тора бнда ҡаялар.
А) Р.Ниғмәти. “Йәмле Ағиҙел буйҙары”
Б) С.Юлаев. “Уралым”
В) Ш.Бабич. “Ҡурайҡайға”
8. “Урал”, “Эскадрон”, “Ҡаһым түрә”, “Салауат” йырҙары ниндәй төркөмгә инә?
А) Һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар
Б) Тарихи йырҙар
В) Кантондар тураһындағы йырҙар
9. Ғ.Хөсәйенов ҡайҙа тыуған?
А) Ҡырмыҫҡалы р-да
Б) Күгәрсен р-да
В) Архангел р-да
10. М.Кәрим ҡасан ҡайҙа тыуған?
А) 1919 йыл, Дүртөйлө районы Әсән ауылы
Б) 2005 йыл, Шишмә районы Келәш ауылы
В) 1919 йыл, Шишмә районы Келәш ауылы
11. Хикәйә, повесть, роман ниндәй төргә ҡарай?
А) Эпик әҫәр
Б) Лирик әҫәр
В) Лиро-эпик әҫәр
12. Пиккио, Айгөл, Йәғәфәр Моратшин, Ябағаев ниндәй әҫәр геройҙары?
А) Һ.Дәүләтшина. “Айбикә”
Б) М.Кәрим. “Айгөл иле”
В) Д.Юлтый. “Тимеркәй фәлсәфәһе”
13. Ғ.Хөсәйеновтың “Һуңғы тарпан” әҫәре – ул:
А) Ҡисса
Б) Парса
В) Хикәйә
14. Әҫәрҙә образдарҙың килеш-килбәтен, төҫөн, буйын, һынын, күҙ ҡарашын, тауышын, кейемен, хәрәкәтен һүрәтләү нимә тип атала?
А) Характеристика
Б) Портрет
15. “Атлы башҡорт” повесының авторы кем?
А) Рамазан Өмөтбаев
Б) Булат Рафиҡов
В) Ғайса Хөсәйенов
16. Хикәйәнән ҙурыраҡ, романдан бәләкәйерәк жанр?
А) Повесть
Б) Шиғыр
В) Баллада
17. Өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
А) М.Ғафури. “Үҙем һәм халҡым”
Б) М.Ғафури. “Мин ҡайҙа?”
В) М.Ғафури. “Гөлдәр баҡсаһында”
18. Кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың үҙ йортонан күсеп китер алдынан ата-әсәһе, туғандары менән хушлашыу йыры нимә тип атала?
А) Сеңләү
Б) Йыр
В) Мөнәжәт
19. Был әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында яугир Ғилмишәрифтең Әүхәҙи исемле аты менән ауылдарына еңеүсе булып ҡайтып етеүҙәре тасуирлана. Ниндәй әҫәр тураһында һүҙ бара?
А) Р.Өмөтбаев. “Атлы башҡорт”
Б) Ғ.Хөсәйенов. “Һуңғы тарпан”
В) М.Кәрим. “Ап-аҡ мөғжизә”
Баһалау: «5» - 19-20 б.
«4» - 15-18 б.
«3» - 9-14 б.
Предварительный просмотр:
Бөтә үтелгәндәр буйынса контроль тест.
1. Ҡушма һөйләмдәрҙең төрөн иҫбатла:
1. Ике ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм
2. Бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлгән һөйләм
3. һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәрҙе мәғәнә һәм интонация уртаҡлығы берләштерә
4. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнәләр
5. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр үҙ-ара эйәртеү юлы менән бәйләнәләр
6. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр бер-береһенә буйһонмайҙар
7. Һөйләм эсенә ингән ябай һөйләмдәр һәр ҡайһыһы үҙ алдына торғанда ла тамамланған уй аңлата
А. Теҙмә ҡушма һөйләм
Б. "Кушма һөйләм
В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
2. Түбәндәге һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:
1. Сәхип әбей бер ҙә һөйләнсек ҡарсыҡ түгел ине, ә бөгөн ауыҙынан бер-бер артлы һүҙҙәр ҡойолоп ҡына тора.
2. Шартлап ишек асылып китте лә, штабҡа тауҙан ишелеп төшкән ҡая шикелле оло ҡәүҙәле, ҡуңыр яҫмаҡ битле хәрби килеп инде.
3. Улар урманда бер аҙ ҡына туҡтап торҙолар ҙа аҡрын ғына түбән осҡа табан ҡуҙғалдылар.
А. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең уртаҡ киҫәге булһа, йыйыу теркәүестәре алдынан өтөр ҡуйылмай
Б. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла.
В. Йыйыу һәм ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп килгәндә, өтөр уларҙан аҙаҡ ҡуйыла.
3. Һөйләмдәр араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте буйынса теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара нисек бәйләнеүен асыҡла:
1. Бер үк ваҡытта һәм бер-бер артлы булған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр
2. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйыла торған күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерә торған һөйләмдәр
А. һанау интонацияһы
Б. "Каршы ҡуйыу интонацияһы.
4. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү сараһын билдәләгеҙ. Әгәр умарталағы инә ҡорт үлһә, ҡалған ҡорттар теләһә ҡайһы яҡҡа таралып бөтәләр.
А. Килеш ялғауҙары ярҙамында Г. Шарт һөйкәлеше ярҙамында
Б. Интонация ярҙамында Д. Теркәүес ярҙамында
В. Бәйләүес ярҙамында
5. Бүре ике-өс метрҙы яйлап ҡына үтте лә ҡапыл көтөүгә ташланды. Был ниндәй һөйләм?
А. Ябай һөйләм
Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм
В. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
Г. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Д. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
6. Ҡояш ҡалҡҡас, ысыҡ кипте. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмгә нимә ярҙамында бәйләнгән?
А. Бәйләүес ярҙамында Г. Төбәү килеш ялғауы менән
Б. Хәл ҡылым ялғауы менән Д. Урын-ваҡыт килеш ялғауы менән
В. Интонация менән
7. Эйәрсән һөйләмдәрҙе дөрөҫ урынлаштыр:
1. Күренеп тора: һөнәремде алмаштырырға йөрөүемде оҡшатманы ул.
2. Килбәте ниндәй - күләгәһе шундай.
3. Һиңә шундай үтенес бар: бөгөн үк юлға сыҡ.
4. Һин ҙур эштәр башҡараһың, кешеләргә күп яҡшылыҡтар эшләйһең, уларға таяныс булаһың, тип уйлайым.
5. Зөһрә вокзалға төшкәндә, ярты төн яҡынлашҡайны инде.
А. Хәл һөйләм
Б. Аныҡлаусы һөйләм
В. Эйә һөйләм
Г. Тултырыусы һөйләм
Д. Эйәрсән хәбәр һөйләм
8. Һөйләмдең төрөн билдәлә:
1. Тауыш-тын бер аҙ баҫылып, төн уртаһы ауғас, Үмәр тәҙрәһен ипләп кенә сирттеләр.
2. Юлиә бына шуның өсөн был көндәрҙә бик оҙаҡ уйланды: уларҙың кәңәшенә ҡушылып, мөгәзәйҙе асырға кәңәш итһәк, күп кеше язаға тарттырыласаҡ; әгәр кәңәш бирмәй, кире ҡаҡһаң, йөҙләгән кеше астан ҡырыласаҡ.
3. Усына шоңҡар ҡундырған,
Еренә батыр тыуҙырған,
Иленә яу килгәндә,
Егетен атҡа мендергән,
Дошманды пыр туҙҙырған,
Дуҫын түргә уҙҙырған,
Аҫыл, батыр Урал мин,
Алтын, баҡыр Урал мин.
А. Теҙемдәр Б. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм В. Ҡатнаш ҡушма һөйләм.
9. Шәм, бәлки, иртәнгә тиклем янғандыр, беҙ йоҡлап киттек. Был ниндәй һөйләм?
А. Ябай һөйләм В. Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Б. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм Г. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм
10. Эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Нәфсене нигә өйрәтһәң, шуны ҡыуыр.
А. Эйә һөйләм Г. Тултырыусы һөйләм
Б. Хәбәр эйәрсән һөйләм Д. Хәл һөйләм
В. Аныҡлаусы һөйләм.
Баһалау: “5» - 24-25 б.
“4” – 18-23 б.
“3” – 12-17 б.
Предварительный просмотр:
Бөтә үтелгәндәр буйынса тест
1. Башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереүсе драма?
1. “Кинйә” 2. “Ер” 3. “Ҡаһым түрә” 4. “Салауат”
2. “Кинйә” романының авторы кем?
1. Б.Бикбай 2. Ш.Әминев-Тамъяни 3. Ғ.Ибраһимов 4. Т.Ғиниәтуллин
3. Сәсәндәрҙең ҡобайыр менән үҙ-ара әйтеше нисек атала?
1. ҡобайыр йырлау 2. ҡобайыр әйтеш 3. шиғри әйтеш 4. әйтеш
4. Миңьян, Сәлмән, Әхмәт, Гөлнур образдары ниндәй әҫәрҙән?
1. “Төньяҡ амурҙары” 2. “Шоңҡар” 3. “Әсә һәм бала” 4. “Салауат”
5. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы:
1. Ғ.Ибраһимов 2. Т.Ғиниәтуллин 3. Н.Мусин 4. Ә.Әминев
6. Әҫәрҙең айырым өлөштәренең үҙ-ара бәйләнештә бер бөтөн итеп ойошторолоуы нисек атала?
1. композиция 2. сюжет 3. экспозиция 4. пролог
7. М.Кәрим нимә яҙған?
1. “Үлмәҫбай” 2. “Аҡмулла” 3. “Ҡаһым түрә” 4. “Уйҙарым”
8. Башҡортостандың халыҡ шағиры кем?
1. Ғ.Сәләм 2. Ф.Туғыҙбаева 3. Ә.Әминев 4. Р.Ғарипов
9. Легендаларға нигеҙләнеп йәки легенда рухындараҡ яҙылған әҫәр нисек атала?
1. әкиәт 2. бәйет 3. легенда 4. хикәйәт
10. “Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы –
Таралышҡан ҡуйҙарҙы –
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?
Был шиғыр юлдары ниндәй әҫәрҙән, кем яҙған?
1. Р.Ғарипов “Уйҙарым” 2. Б.Бикбай “Ер”
3. Р.Ғарипов “Урал йөрәге” 4. Р.Ғарипов “Аманат”
11. Әҫәрҙең тәьҫир итеү көсөн арттырыу маҡсаты менән төрлө күренештәрҙе, фекерҙәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйып һүрәтләү нисек атала?
1. инверсия 2. антоним 3. антитеза 4. риторик өндәү
12. Х.Назар ҡасан ҡайҙа тыуған?
1. 1932 й. Салауат районы 2. 1942 й. Ейәнсура районы
3. 1919 й. Шишмә районы 4. 1909 й. Көйөргәҙе районы
13. Шағир, капитан, архитектор тураһындағы әҫәр:
1. “Шоңҡар” 2. “Төньяҡ амурҙары”
3. “Һуңғы тарпан” 4. “Мәтрүшкә еҫе”
14. “Ҡырау һуҡты ул бисара сәскәне. Ят тарафтың, сит рухтың ҡырауы…” Кем тураһында һүҙ бара?
1. Гөлнур 2. Сафия 3. Айһылыу 4. Таңһылыу
15. Р. Ғариповтың шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙарындағы образдарҙы дөрөҫлә:
1. Башҡортостан образы
2. Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар
1. “Уйҙарым” 2. " Уйҙарым" 3. “Аманат”
16. Түбәндәге өҙөктәр ниндәй поэманан:
1. Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
2. Яуапты тапҡыр ҡайтарам.
- Ғәфү итегеҙ мине,
Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа -
Ана шул башҡорт инде.
1. "Аманат" 2. «Үлмәҫбай»
17. Мосолмандарҙың изге китабы Ҡөрьәнде ҡайһы пәйғәмбәр ижад иткән?
1. Мөхәммәт 2.Ибраһим
3. Йософ 4. Ғайса
18. Р. Ғариповтың шиғри хикәйәт һәм ҡобайырҙарындағы образдарҙы дөрөҫлә:
1. Башҡортостан образы
2. Тыуған ил, ил улдары, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар
1. “Уйҙарым” 2. " Уйҙарым" 3. “Аманат”
Баһалау: “5» - 20-21 б.
«4» - 15-19 б.
«3» - 10-14 б.
Предварительный просмотр:
9 класта баш7орт 262би2тен2н бөтә үтелгәндәр буйынса
контроль тест
1. Тарихта 32м к0нд2лек тормошта булып 1тк2н трагик 32м 1т2 драматик х2л-
ва7и4алар у8айынан сы4арыл4ан 292р:
А) б2йет
Б) 2ки2т
В) йыр
2. Борон4о тормош й2ки тарихта4ы м03им ва7и4алар фантастик формала ки8 масштаблы итеп 30йл2п бирелг2н 292р:
А) легенда
Б) эпос
В) 2ки2т
3. Был атама дан йыры тиг2н м242н2не бир2:
А) м272л
Б) йыр
В) 7обайыр
4. Был эпос 162генд2 тор4ан м03им идеялар6ы8 бере3е - кешене т2би42тте8 и8 к0сл0 б0й0к заты, т0рл0 яуыз к0ст2р6е е8еп сы4ыр, до8ъяла 426еллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр 7е12т эй23е итеп к1ре162. Нинд2й эпос тура3ында 316 бара?
А) «Урал батыр»
Б) «А7бу6ат»
В) «?ара юр4а»
5. «Йософ 7исса3ы» 292рене8 авторы:
А) ?ол ;2ли
Б) ?оба4ош с2с2н
В) М.;афури
6. Буранбай-Й2рк2й, ?оба4ош, Байы7 - былар кемд2р?
А) ша4ир6ар
Б) с2с2нд2р
В) йырау6ар
7. Б1г2с21г2 7ушылып,
Ир-батыр4а 7уш булып.
Казактар4а иш булып,
Яу4а сы4ыр к0н етте! - тиг2н 31662р6е кем нинд2й 292р62 2йт2?
А) Салауат, «Салауат телм2ре»
Б) Урал, «Урал батыр» эпосы
В) Батырша, «Батырша хаты» 292ре
8. Халы7ты ул 4илемг2, м24риф2тк2 са7ырып, ши4ыр6ар я6а, на6ан муллалар6ан, бай6ар6ан к0л0п, сатирик ши4ыр6ар сы4ара:
А) М.)м0тбаев
Б) М.А7мулла
В) №.С2лихов
9. « … - я7тылы7 йырсы3ы»:
А) Р.Ф2хретдин
Б) М.;афури
В) М.А7мулла
10. Был 26ип халы7ты8 й2нле 30йл21 телен2 ауаздаш бул4ан 262би тел барлы77а килтере1 09т0нд2 эшл2й. Остазы М.Биксурин традицияларын дауам иттереп. ту4ан телене8 ф2нни терминология3ын булдырыу4а к1п к0с 3ала:
А) С.Я7шы4олов
Б) М.)м0тбаев
В) Р.Ф2хретдин
11.Был 26ип З.В2лиди6е8 я7ын ду9ы 32м 72л2мд2ше:
А) Р.Ф2хретдин
Б) С.Я7шы4олов
В) Ф.С0л2йм2нов
12.Ата7лы тюрколог Абдул7адир Инан – ул:
А) Р.Ф2хретдин
Б) С.Я7шы4олов
В) Ф.С0л2йм2нов
13. Е6ем - ?аран, Оло !т2ш, «;османия» м26р2с23е, «Р2с1ли2» м26р2с23е, ?азан, )ф0 – кем тура3ында 316 бара?
А) Ш.Бабич
Б) М.;афури
В) С.Юлаев
14.Нинд2й 292р62 « ат башындай алтын» табыла?
А) « И6е1к2й мен2н Мора6ым»
Б) « Тимербай 7урайсы»
В) « Ша4ир6ы8 алтын приискы3ында»
15.Ш.Бабич 292ре:
А) «Баш7орт хал7ына к0йл0 хитап»
Б) «Баш7орт а4аларыма хитап»
В) «Йомран иле»
16.Баш7ортостанды8 халы7 ша4иры:
А) С.Юлаев
Б) М.;афури
В) М.А7мулла
17.Был ша4ир 42зиз Баш7ортостаны 0с0н й2нен 7орбан итте. Кем ул?
А) М.;афури
Б) Ф.С0л2йм2нов
В) Ш.Бабич
18.Р.Ф2хретдинде8 292ре:
А) « «см2»
Б) « С2лим2»
В) « Балалар 0с0н н2сих2т»
19.Халы7ты8 тарихын, тормошон, ил-ара м0н2с2б2тт2рен реаль 32м тарихи ниге6ле итеп 31р2тл2162ре я4ынан айырыуса 6ур 232ми2тк2 эй2:
А) ш2ж2р2л2р
Б) т2уарих я6малары
В) с2й2х2тнам2
20.Исемд2ре билд2ле бул4ан йырау 32м с2с2нд2р6е8 ижады ним2г2 7арай?
А) халы7 ижады
Б) ауы6 - тел 262би2те
Баһалау: «5» - 19-20 б.
«4» - 15-18 б.
«3» - 9-14 б.
«2» - 0-8 б.
Предварительный просмотр:
Синтаксис.
Ҡушма һөйләм буйынса тест.
- Синтаксистың төп берәмектәрен күрһәтегеҙ.
- Һүҙ, фразеологик берәмек, эйә
- Һөйләм, һүҙ, текст
- Һөйләм, һүҙбәйләнеш, текст
- Ҡайһыһы ҡушма һөйләм?
- Уй-фекер бер эйә һәм бер хәбәр тирәһендә генә тупланған.
- Ике йәки унан да күберәк ябай һөйләмдәрҙән төҙөлгән.
- Тиң киҫәктәре күп.
- Ҡушма һөйләмде билдәләгеҙ
- Яҡшы кешеләрҙең дуҫтары күп була.
- Берәүҙәр бында һөйгәндәренә йөрәк серҙәрен асырға килә, икенселәре шунда ҡайғы-хәсрәтен тарата.
- Берәүҙәр ағас йыға, уны ботай, бүлгеләй.
- Ҡайһыһы эйәртеүле ҡушма һөйләм?
- Ҡояш ҡыҙҙыра, йырғанаҡтарҙан ҡар һыуҙары сылтырап аға.
- Йәнлектәр йыйылып бөткәс, ҡуян ах-зарын һөйләргә тотонған.
- Япраҡтар һибелә, юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы күмеп китә.
- Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ
- Тәбиғәт ҡануны шундай: көҙөн ағастар япраҡтарын ҡоя.
- Уның күңеле күтәренке, йөҙө шат ине.
- Ишек асылды, һәм кабинетҡа бер малай килеп инде.
- Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмде күрһәтегеҙ
- Тәбиғәт ҡануны шундай: көҙөн ағастар япраҡтарын ҡоя.
- Уның күңеле күтәренке, йөҙө шат ине.
- Ишек асылды, һәм кабинетҡа бер малай килеп инде.
- Беҙгә һинең менән еңелергә ярамай ваҡыты шундай һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Ә мөһиме шул иртән иртүк юлға сығырға кәрәк һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Кем дә кем тормошта матур йәшәй белә шул батырлыҡҡа ла һәләтле һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Эйәһе ниндәй бәйәһе шундай һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
- Эйә эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- Өтөр, һыҙыҡ, ике нөктә
- Хәбәр эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- һыҙыҡ, ике нөктә
- Аныҡлаусы эйәрсәнле эйәртеүле ҡушма һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
- Өтөр, һыҙыҡ
- Өтөр, ике нөктә
- Өтөр, һыҙыҡ, ике нөктә
- Беҙ ҡушылып китәсәк ҡаруанға халыҡ күп йыйылды һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Бер нимә лә ҡуйылмай
- Кемдең йөрәге –ялҡын шуның ҡулдары ла - алтын һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
- Өтөр
- Ике нөктә
- Һыҙыҡ
Предварительный просмотр:
3 сиректә үтелгәндәр буйынса тест
1. Ш.Бабич шиғырҙарын тап?
А) “Салауат батыр”
Б) “Ҡурайҡайға”
В) “Гөлдәр баҡсаһында”
2. Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
Урал! Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрур тора бнда ҡаялар.
А) Р.Ниғмәти. “Йәмле Ағиҙел буйҙары”
Б) С.Юлаев. “Уралым”
В) Ш.Бабич. “Ҡурайҡайға”
3. М.Кәрим ҡасан ҡайҙа тыуған?
А) 1919 йыл, Дүртөйлө районы Әсән ауылы
Б) 2005 йыл, Шишмә районы Келәш ауылы
В) 1919 йыл, Шишмә районы Келәш ауылы
4. Пиккио, Айгөл, Йәғәфәр Моратшин, Ябағаев ниндәй әҫәр геройҙары?
А) Һ.Дәүләтшина. “Айбикә”
Б) М.Кәрим. “Айгөл иле”
В) Д.Юлтый. “Тимеркәй фәлсәфәһе”
5.“Йәмле Ағиҙел буйҙары” картинаһының авторы кем?
А) Ҡ.Дәүләткилдиев
Б) Ә.Лотфуллин
В) С.Фадеев
6. Әҫәрҙә образдарҙың килеш-килбәтен, төҫөн, буйын, һынын, күҙ ҡарашын, тауышын, кейемен, хәрәкәтен һүрәтләү нимә тип атала?
А) Характеристика
Б) Портрет
7. “Айбикә” әҫәренең авторы кем?
А) Һәҙиә Дәүләтшина
Б) Мәжит Ғафури
В) Ғайса Хөсәйенов
8. Түбәндәге образдар ҡайһы әҫәрҙән?
1. Сәми ҡарт, Никлудин баяр, Ҡотлояр
2. Ғәйшә, Көнһылыу, Ишбулды, Бибекәй, Юлдыбай, Фәғилә әбей
А) “Айбикә” повесы
Б) “Тимеркәй фәлсәфәһе” хикәйәһе
9. Башҡортостандың халыҡ шағиры кем?
А) Ш.Бабич
Б) Р.Ниғмәти
В) Һ.Дәүләтшина
Баһалау: «5» - 9-10 б.
«4» - 7-8 б.
«3» - 5-6 б.
Предварительный просмотр:
Башҡорт әҙәбиәтенән 3 сиректә үтелгәндәр буйынса тест
1.Был өҙөк Ш.Бабичтың ҡайһы әҫәренән?
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ,
Тапаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
1) “Башҡортостан” 2) “Тупраҡ”
2. “Бөркөт һауала үлә” әҫәренең авторы кем?
1)Р.Насыров 2) Ә. Вахитов 3) Ә. Бикчәнтәев
3. “Бөркөт һауала үлә” әҫәрендә күкрәге менән амбразураны ҡаплаусы егет кем ул?
1) Матросов 2) Артюхов 3) Лалетин
4. Саша ни өсөн амбразураны күкрәге менән ҡаплай?
1) Автоматының патрондары, гранаталары бөтә
2) Артабан барырға хәле ҡалмай
5. А. Матросов ҡайҙа батырлыҡ күрһәтә?
1) Мәскәүҙә 2) Һамарҙа 3) Өфөлә 4) Чернушкиҙа
7. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең төп геройы кем?
1) Гәүһәр 2) Фәриҙә 3) Ғәҙилә
8. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең авторы кем?
1) М. Кәрим 2) З.Биишева 3) Й.Солтанов
9. “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәрендә ниндәй байрам етеүе тураһында хәбәр ителә?
1) Яңы йыл 2) 8 март 3) 23 февраль
10. Фәриҙә өйөн табырға ярҙам иткән ҡыҙҙың исеме?
1) Әсмәбикә 2) Ынйыҡай 3) Нәсимә
11. “Бер әсәнең зарыҡҡаны” ниндәй жанрға ҡарай?
1) хикәйә 2) әкиәт
12. “Әсәм ҡулдары” шиғырының авторы кем?
1) М. Кәрим 2) Р. Ғарипов 3) Р. Бикбаев
13. Был шиғырҙың авторы кем?
Башҡортостан! Татлы балһың кеүек,
Дегетсе бер оҫта кеүекһең –
Кейеменә мазут еҫе һеңгән
Һин, гүйә, бер эшсән егетһең.
1) Н.Нәжми 2) З. Биишева 3) Р. Ғарипов
14. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренең авторы кем?
1) Й. Солтанов 2) Н.Ғәлимов 3) Ә. Бикчәнтәев
15. Ш.Бабич ҡайһы йылдарҙа йәшәгән?
1) 1890- 1934 2) 1895- 1919 3) 1886- 1913
16)Йомабай Иҫәнбаев кем булған?
1) гармунсы 2) ҡурайсы 3) скрипкасы 4) тракторист
17)Кем дзотты шартлатып, иптәштәренә алға барырға юл аса?
1) Рәшит 2) А.Матросов 3) Артюхов 4) Лалетин
18)Башҡорт атлы арыҫлан ҡайҙа тыуған һәм үҫкән?
1) Дүртөйлөлә
2) Йылайырҙа
3) Башҡортостан-гөлбостан, сөмбөлостан, нурбостанда
4) Баймаҡта
19.Нөктәләр урынына төшөп ҡалған һүҙҙәр ҡуйығыҙ.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды …
1) сал Урал 2) генерал 3) күк Урал 4) аталар
20. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы кем?
1)Т.Килмөхәмәтов 2) Й.Солтанов 3) Ә.Бикчәнтәев
Баһалау: “5” – 19-20 б.
“4” – 15-18 б.
“3” – 10-14 б.
Предварительный просмотр:
Башҡорт әҙәбиәтенән 2 сиректә үтелгәндәр буйынса тест
1.С.Юлаевты уҡырға, яҙырға кем өйрәтә?
1. атаһы 2. әсәһе 3. өләсәһе 4. олатаһы
2.“Ысын тормоштағы конкрет кешеләрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың, күп төрлө күренештәрҙең әҫәрҙә дөйөмләштерелеп күҙ алдына баҫтырылған сағылышы нимә тип атала?
1. пейзаж 2. образ 3. хикәйәләү 4. шиғри телмәр
3.Ж.Кейекбаетың “Урал тураһында ҡобайыр” әҫәре халыҡ ижадының ниндәй традицияларын дауам итә?
1. шиғыр 2. йыр 3. ҡобайыр 4. бәйет
4.“Уҡытыусы Ғүмәров” әҫәренең авторы кем?
1. Р. Шаммас 2.Ф.Иҫәнғолов 3. Л.Яҡшыбаева 4. К.кинйәбулатова
5. Йософтоң матурлығы тураһында кем яҙған?
1. С.Сараи 2. Ҡ.Ғәли 3. Ғ.Соҡорой
6. Ҡараһаҡал образы ниндәй әҫәрҙә бар?
1. М.Иҙелбаев “Төш” 2. Н.Иҙелбай “Салауат ташы” 3.Р.Ғарипов “Салауат батыр”
7.Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән?
“Һонтор егет ҡабаланып тағы ниҙер әйтергә ниәтләнгәйне, гөлсафия ҡарсыҡ менән Көнбикә бер турһыҡ ҡымыҙ килтерҙе. Салауат та улар артынан эйәргәйне. Аҙналы юлсыларҙы аттарын ҡоймаға бәйләтеп, үҙҙәрен ҡапҡа аша ихатаға үткәрҙе…”
1. М.Иҙелбаев “Төш” 2. Н.Иҙелбай “Салауат ташы” 3.Р.Ғарипов “Салауат батыр”
8.Р.Ғариповтың “Салауат батыр” шиғыры кемгә бағышланған?
1. Салауат Юлаевҡа 2.С.Тавасиевҡа 3. Ю.Аҙналинға
9. Л.Яҡшыбаеваның “Уҡытыусы – ул белем биреүсе лә, икенсе әсәй ҙә” әҫәренең геройы кем?
1.Гөлсафия 2. Суфия 3. Фәриҙә 4. Ғүмәров
10.Ырыу тарихы нимә тип атала?
1. Тәүарих 2. Тарих 3. Парса 4. Шәжәрә
11. Был юлдарҙы кем әйткән?
Ҡоралай тауҙы үтәйек,
Ботаҡтары булһа, утайыҡ.
Ҡаршы ла килгән дошмандарҙы
Уңай сыҡҡан ерҙә бутайыҡ.
1. Халыҡ 2. Юлай 3. Ҡараһаҡал 4.Салауат
Баһалау: “5” – 11 б., “4” – 8-10 б., “3” – 5-7 б.
Предварительный просмотр:
Башҡорт әҙәбиәтенән I сиректә үтелгәндәр буйынса тест
1. ”Башҡортостан флагы” шиғырының авторын билдәләгеҙ.
а) Факиһа Туғыҙбаева
б) Гөлфиә Юнысова
в) Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
г) Әнисә Таһирова
2. Был шиғырҙың авторы кем?
”Мәңге йәшә,әй,һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле ,әсәм теле -минең телем.
а) Фәниә Чанышева
б) Зәйнәб Биишева
в) Рәми Ғарипов
г) Рауил Бикбаев
3. Нимә ул ҡоролтай?
а) Саҡырылған ҡунаҡ
б) Халыҡтың йыйылып мөһим мәсьәләләр хаҡында һөйләшеүе
в) һабантуйға йыйылыу
г) яуға саҡырыу.
4.Әнүр Вахитов “Өс бөртөк бойҙай” хикәйәһендә Әхәт менән Әфҡәт Зиннур ағай биргән бойҙайҙы нимә эшләтәләр?
а) тирмәндә тарталар
б) ашайҙар
в) баҡсаға сәсәләр
г) тауыҡтарға бирәләр
5.Был хикәйәлә Әхәттең ауырып китеү сәбәбе нимәлә?
а) сәселгән бойҙайҙың үҫмәүенә
б) картуфтың ҡаҙып алынмауы.
в) атаһының ҡайтмауы
г) йығылыуы
6.”Урал батыр” әкиәтендәге төп геройҙар кемдәр?
а) Зөһрә менән Алдар
б) Урал менән Шүлгән
в) Ҡамыр батыр
г) бабай
7.”Урал батыр”әкиәте әкиәттәрҙең ниндәй төрөнә ҡарай?
а) хайуандар тураһында
б) тормош-көнкүреш
в) батырҙар тураһында
г) юмористик
8.Йәнбирҙе ҡарт улдарына ниндәй аҙым яһамаҫҡа ҡушып китә?
а) урамға сыҡмаҫҡа
б) ҡан эсмәҫкә
в) шаярмаҫҡа
г) матур итеп уйнарға
9. Был һүҙҙәрҙе ҡайһы шағир әйтә?
“Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә-
Был донъяла юлдар тулы.
Тик барынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы”
а) Х.Назар
б) Ҡ.Аралбай
в) С.Әлибаев
г) Т.Арслан
10. Әкиәттәр легендаларҙан нимәһе менән айырыла?
а) әкиәттәрҙә конкрет географик атама юҡ
б) кешеләр уйлап сығарғандар
в) айырма юҡ
г) билдәле бер урындың барлыҡҡа килеү тарихы
11. “Ҡара икмәк” хикәйәһенең авторы кем?
а) Х.Назар
б) Ә.Атнабаев
в) Н.Нәжми
г) Д.Бүләков
12. Был өҙөк ҡайһы шиғри әҫәрҙән алынған?
“Республикамдың флагы
Зәңгәр күккә талпына,
Бәхет юрай, шатлыҡ теләй
Бай тарихлы халҡыма”.
а) “Ер”
б) “Европа-Азия”
в) “Башҡортостан флагы”
г) “Башҡортостан”
13.Хикәйә тип ниндәй жанрға әйтәбеҙ?
а) сәхнәлә уйнау өсөн яҙылған әҫәр
б) киң планлы әҫәр
в) бер генә ваҡиғаға арналған әҫәр
г) кешенең уй-кисерештәрен һүрәтләгән әҫәр
14. Был өҙөк ҡайһы шиғри әҫәрҙән алынған?
… Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,
Әсә телен белмәй үҫкәндәр…
Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?
а) “Европа- Азия”
б) “Ер”
в) “Башҡорт теле”
г) “Халҡыма хат”
15. Хикәйәләү тип нимәгә әйтәбеҙ?
а) әҫәрҙә ике кешенең һөйләшеүе
б) тәбиғәт күренештәрен һүрәтләп биреү
в) әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп биреү
г) ваҡиғаларҙы, эш-хәрәкәттәрҙе эҙмә-эҙлекле һөйләп биреү
16. Бәйет жанрын үҫтереүгә кмдәр ҙур өлөш индергән?
а) сәсәндәр
б) һалдаттар
в) яҙыусылар
г) йырсылар
17. Таҡмаҡтар ауыҙ-тел ижадының ниндәй жанрына ҡарай?
а) оҙон көйгә башҡарыла торған йырҙарға
б) ҡурай көйөнә һуҙып башҡарыла торған йырҙарға
в) бейеү ритмына тура килтереп көйләүсе йырҙарға
г) йәш ҡыҙҙарҙың кейәүгә сыҡҡанда әйтелә торған йырҙарға
18. Я.Ҡолмойҙоң “Мәктәп” шиғырындағы “Мәктәп яҡын һиңә, тыуып үҫкән өйөңдәй” тигән юлдарҙа ниндәй һүрәтләү сараһы файҙаланылған?
а) метафора
б) эпитет
в) сағыштырыу
г) йәнләндереү
Баһалау: “5” – 17-18 б. “4” – 13-16 б. “3” – 9-12 б.