Ваҡытлы матбуғат менән бәйләнеш

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы
Ваҡытлы матбуғат менән бәйләнеш. Был биттә мин үҙемдең төрлө йылдарҙа яҙылған мәҡәләремде туплай барам.
Шулай уҡ минең турала баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр туплана бара...
 

Башҡортостан Республикаһы Архангел районының ижтимағи-сәйәси гәзите

16+

ЯРАТҠАН ЭШ УҢЫШ КИЛТЕРӘ

Төрлөһөнән...

08.02.2019 10:28:0010:02

 

“Йыл уҡытыусыһы” кеүек һөнәри конкурстар  оҫта уҡытыусыларҙы табыу, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү һәм тәжрибә туплауҙы маҡсат итеп ҡуя.   Һәләттәрҙе асырға, һөнәри бейеклектәргә үрләргә, белем, тәрбиә биреүҙең сифатын арттырырға, рухи яҡтан күтәрелергә ярҙам итә. Изге һөнәр эйәләренә бындай сараларҙа бер-береһе менән яҡындан танышып аралашыу, үҙҙәрен күрһәтеү  мөмкинлеге тыуа.  

Районда “Йыл уҡытыусыһы — 2019” конкурсы ойошҡанлы уҙҙы. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренән һәм райондың  хөрмәтле уҡытыусыларынан торған баһалама төркөмө бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң көслөләрен икенсе этапҡа үткәрҙе. Һөҙөмтәлә финалда Г.Л. Аҫылбаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (Тәүәкәс мәктәбе), В.В.Жилякова, рус теле һәм әҙәбиәте (1-се Архангел мәктәбе), А.Ф.Мөхәмәтйәнова, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы (2-се Архангел), Н.Л.Комзалова, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү (Валентиновка), А.Г.Лапсина, башланғыс кластар уҡытыусыһы (Баҡалды), шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүсе учреждениелары буйынса “Йыл тәрбиәсе”һе номинацияһында район “Тирмәкәй” балалар баҡсаһынан Г.Р.Ғималиева, “Әкиәт”тән Л.В.Шусикова, Абҙан ауылы “Ләйсән”дән С.Х.Ҡужәхмәтова, Максим Горький мәктәбе филиалы “Чебурашка” балалар баҡсаһынан Г.У.Смирнова  ҡатнашты.

Мәртәбәле сараны райондың мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев һәм методика кабинеты мөдире Л.Т.Сәйғафарова асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, гүзәл заттар сәхнә түренә  саҡырылды. Тамаша залында  мәктәп, балалар баҡсаһынан килгән  хуплаусылар төркөмө һәм ҡунаҡтар уларҙы көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе. Бер нисә этаптан торған ярышта финалистар оҫталыҡ дәрестәрен, ижади һәләттәрен, яңы алымдар менән эшләй белеүҙәрен, тәжрибә һандығын күрһәтеп өлгөрҙө. Уларҙың һәр сығышы үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс булды. Айырыуса биш көнлөк уҡытыу системаһына күсеү тураһында фекер алышыу ҡыҙыу барҙы. “Педагогик оҫталыҡ нимә ул?”, “Әгәр Мәғариф министры булһам нимәләр эшләр инем?” тигән   һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Изге һөнәр эйәләренең сәмле бәйгеһе илһам тулҡындарында тирбәлеп дауам итте.

Баһалама комиссияһы бәйгеселәрҙең телмәр тотоуҙарына, үҙ эштәренә анализ яһауҙарына һәм фекер ҡеүәһенә, аң даирәһенә ҙур  иғтибар бирҙе. Етди кәңәшләшеүҙән һуң, “Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында — С.Х. Ҡужәхмәтова, “Үҙ эшенең оҫтаһы” — А.Ф.Мөхәмәтйәнова, “Йондоҙло сәғәт” — Л.В.Шусикова, “Мәктәпкәсә белем биреүҙең өмөтө” — Г.Р.Ғималиева, “Йөрәгемде балаларға бирәм” — Н.Л.Комзалова, “Педагогик дебют” — В.В.Жилякова, “Йыл тәрбиәсе” — Г.У.Смирнова, ә райондың “Йыл уҡытыусыһы — 2019” исеменә Г.Л.Аҫылбаева лайыҡ булды.

Еңеүселәр  һәм призерҙарға  район мәғариф бүлеге исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Дилара Бәҙретдинова.

 

                                           
         
                                                                                                                      
           

Скачать:


Предварительный просмотр:

Мәҡәлә  атамаһы

Йыл

1.

“Күңел астыҡ бергәләп”.

№ 7. 22 ғинуар 2008 й.

2.

“Һаулыҡ  аҙналығы ”.

2008 й.

3.

“Сәләмәтлекте ҡайғыртып”.

2008 й.

4.

“Байрам күңелле үтте”.

2009 й.

5.

“Үҙидаралыҡ көнө”.

2009 й.

6.

“Сәскә атһын Башҡортостаным”.

№ 118.15 октябрь 2009 й.

7.

“Ауылдаштарыбыҙ менән ғорурланабыҙ”.

2010 й.

8.

“Фажиғәләр ҡабатланмаһын”.

2010 й.

9.

“Белем көнөндә осрашыу”.

2010 й.

10.

“Батыр рухы йәшәй күңелдәрҙә”.

2010 й.

11.

“Йылмайһам, донъя йәмләнә”.

№ 110.28 сентябрь 2010 й.

12.

“Һөнәренә тоғро йән”.

№ 132. 18 ноябрь 2010 й.

13.

“Рәхмәтлемен һеҙгә, уҡытыусым!”.

№ 7. 21 ғинуар,2012 й.

14.

“Рәсәй – минең тарихым”.

Октябрь 2017 й.

15.

“Телем – тере шишмәләй”.

Март 2018 й.



Предварительный просмотр:

Ваҡытлы матбуғат

Мәҡәлә атамаһы

Авторы

Йыл

1.

“Инйәр”

“Халҡым теле миңә –хаҡлыҡ теле”.

Закирова Г.

№ 11.

31.01. 2008 й.

2.

“Инйәр”

“Әҙәбиәт аҡһаҡалына арналды”.

Хисмәтуллина

Ғ

2008 й.

3.

“Инйәр”

“Тәүәкәстәр шиғыр ярата”.

Юлмөхәмәтова

Н.

№ 122.

23.10. 2008 й.

4.

“Инйәр”

“Ватансылыҡ ҡайҙан башлана?”

Фәйрүзова Г.

2008 й.

5.

“Инйәр”

“Фестивалдәр дауам итә”.

Сәфәрова Э.

2008 й.

6.

“Инйәр”

“Яңы уҡыу йылына әҙер”.

Фәтҡуллина Г.

2009 й.

7.

“Инйәр”

“Ҡанаттар осҡанда нығый”

Йосопова Н.

№ 13.       05.02. 2009 й.

8.

“Инйәр”

“Урал батыр – оло хазинабыҙ”.

Фәйрүзова Г.

2009 й. Май.

9.

“Инйәр”

“Ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде”.

Хызырова Г.

2009 й. Май.

10.

“Инйәр”

“Йәшлек дәрте һүрелмәһен”.

Исмәғилева Н.

№ 94.       20.08. 2009 й.

11.

“Инйәр”

“Үҙ шәжәрәһе менән ғорурланыусы баланың рухи донъяһы бай була””

Йосопова Н.

2009 й. Декабрь.

12.

“Инйәр”

“Иҫтәлекле сәйәхәт”.

Ташбулатова З.

2010  й. Февраль.

13.

“Инйәр”

“Оло ҡорға йыйылдыҡ”.

Йосопова Н.

№ 34. 27.03.2010 й.

14.

“Инйәр”

“Рухы күңелдәрҙә”.

Муллағәлимова И.

2010 й. Март.

15.

“Инйәр”

“Беҙҙең делегаттарыбыҙ”.

Үҙ хәбәрселәр.

2010 й.

16.

“Башҡор-тостан”

“Өмәләр гөрләп тора”.

Фәйрүзова Г.

2010 й. Апрель.

17.

“Инйәр”

“Мәшһүр “Урал батыр”ҙы данлап”.

Хәмитова Н.

2010 й. Май.

18.

“Инйәр”

“Ихласлыҡ менән”.

Мөхәмәтова Э.

2010 й. Май.

19.

“Архан-гельский вестник”

“Наши делегаты”.

Корреспонден-ты.

2010 й.          1 июнь.

20.

“Өмөт”

“Заман менән бергә атлыйк”

Үҙ зәбәрселәр.

№ 67. 10.06.2010 й.

21.

“Инйәр”

“Тарихи әһәмиәткә эйә булған ҡоролтай һеҙҙә ниндәй хистәр уятты?”.

Йосопова Н.

2010 й. Июнь.

22.

“Инйәр”

“Күңел нурландырғыс байрам”.

Ғәббәсова Р.

2010 й. Август.

23.

“Инйәр”

“Уңыштар ҡыуандыра”.

Хәсәнова Л.

2010 й.

24.

“Инйәр”

“Афарин, тәүәкәстәр!”

Закирова Г.

2010 й.

25.

“Инйәр”

“Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ”.

Хызырова Г.

2010 й. Ноябрь.

26.

“Инйәр”

“2010 йыл йыйыны”.

Үҙ хәбәрселәр.

2010 й. Декабрь.

27.

“Инйәр”

“Матур шыршы тирәләп”.

Фәйрүзова Г.

2010 й. Декабрь.

28.

“Инйәр”

“Уҡытыусы һәр кеше күңелендә йәшәй”.

Закирова Г.

№ 6. 20.01.2011 й.

29.

“Инйәр”

“Рухи хазинаны данлайҙар”.

Йосопова Н.

2011 й. Март.

30.

“Йәншишмә”

“Тәүәкәс уңғандары”.

Чембарисова Х.

№ 21. 16.03.2011 й.

31.

“Архан-гельский вестник”

“Показывают хорошие результаты”.

Хасанова Л.

2011 й. Март.

32.

“Инйәр”

“Парктар маршы”.

Тиунова А.

2011 й. Апрель.

33.

“Инйәр”

“Белемлеләр һәм талантлылар юғалмай”.

Хәмитова Н.

№ 85.    28.07. 2011 й.

34.

“Инйәр”

“Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам”.

Йосопова Н.

2011 й. Октябрь.

35.

“Инйәр”

“Тел-халыҡтың мәңге тере тарихы”.

Йосопова Н.

№ 139. 6.12.2011 й.

36.

“Инйәр”

“Хәбәрләшеп торайыҡ”.

Абдуллина Р.

№ 74. 05.07.2012 й.

37.

“Инйәр”

“Башҡорт ерендә йәшәгәс беләйек уның телен...”

Ғәббәсова Р.

№ 127. 06.11.2012 й.

38.

“Инйәр”

“Башҡортостан-ерем”.

Фәйрүзова Г.

2013 й. Октябрь.

39.

“Инйәр”

“Белемеңә таян”.

Йәғәфәров А.

2016 й. Май.

40.

“Инйәр”

“Мауыҡтырғыс сәйәхәт”.

Ғәббәсова Р.

2017 й. Сентябрь.

41.

“Инйәр”

“Әсмә әбейҙә ҡунаҡта”.

Усманова А.

2017 й. Октябрь

42.

“Инйәр”

“Ҡунаҡта-нәфис һүҙ оҫталары”.

Ташбулатова Г.

№ 24. 23.03.2018 й.

43.

“Инйәр”

“Батырлыҡ дәресе”.

Ғәлина Л.

№ 40. 18.05.2018 й.

44.

“Инйәр”

“Өс телдә”.

Яҡупова Д.

2018 й. Октябрь.