Беҙ ғорурланабыҙ. Беҙҙең ауылдаштар

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы
Беҙҙең ауылдаштар
Һәр төбәктең ғорурланырлыҡ шәхестәре була. Мин дә үҙемә  ауылымдан сыҡҡан бихисап күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәт туплау бурысын ҡуйҙым. Улар араһында республикабыҙҙа ғына түгел, ә унан ситтә лә исемдәре билдәле кешеләр бар. Улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

image

Хөсәйенова Айһылыу Хәмзә ҡыҙы,  БДПУ-ла философия,социология, политология кафедраһы доценты. Философия фәндәре кандидаты.

  Хөсәйенова Айһылыу Хәмзә ҡыҙы 1961 йылдың 12 ғинуарында Архангел районы Тәүәкәс ауылында тыуа. Тыуған ауылында 8 - се класты тамамлағас Архангел урта мәктәбендә белем ала. Һуңынан БДУ – ның  филология факультетының  рус бүлеген тамамлай.

  1985 – 1991 йылдарҙа Өфө төҙөлөш техникумында уҡытыусы булып эшләй. Рәсәй фәндәр Академияһының Өфө фәндәр үҙәге аспирантураһын тамамлай. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетында философия фәндәре кандидаты исемен иҫбатлау маҡсатында диссертация яҡлай.

   Айһылыу Хәмзә ҡыҙы 1991 йылдан  алып – ассистент, өлкән уҡытыусы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының философия, социология һәм политология  кафедраһы доценты. Бер нисә йыл рәттән Өфө ҡалаһы Октябрь районы халыҡ судының халыҡ заседателе була. «Архангел яҡташлығы » ойошмаһы ағзаһы булараҡ, Айһылыу Хәмзә ҡыҙы сығарылыш кластары уҡыусылары һәм талиптар менән эшләүселәр төркөмө етәксеһе булып тора.

   1998 йылдан алып Рәсәй философия йәмғиәте ағзаһы.   «Архангел яҡташлығы » ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.

  Педагогик эшмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн  ауылдашыбыҙға « Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы » тигән маҡтаулы исем бирелде.   Хәҙерге көндә Айһылыу Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова БДПУ-ла философия, социология, политология кафедраһында эшләй. Философия фәндәре кандидаты, доцент.

image

Юлбарисов Эрнст Мирсаяф улы,  геолог-нефтсе. Геолого-минерология фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, Рәсәй Тау  фәндәре академияһының академик советнигы. БР атҡаҙанған нефтсеһе. 5 китап авторы.

Архангел районы Муллаҡай ауылында тыуа. 1957 йылда 1-се башҡорт интернат – мәктәбен ( хәҙер Р. Ғарипов исемендәге гимназия) көмөш миҙалға, 1962 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлай. Геолого – минерология фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995), Өлкән фәнни хеҙмәткәр (1988), Рәсәй тау фәндәре Академияһының Академик советнигы (1996), тау фәндәре Академияһының академигы (1988).  1962-65 йылдарҙа « Туймазынефть»тә  скважиналарҙы өйрәнеү операторы, промысла операторы, промысла геологы, тәжрибә участкаһы начальнигы урынбаҫары- өлкән геолог; 1965-66 йылдарҙа « Башнефть» тең өлкән геологы, өлкән инженеры; 1966-70 йылдарҙа ВНИИГАЗ –дың геохимик тикшеренеүҙәр секторы инженеры, көндөҙгө бүлек аспиранты; 1970-74 йылдарҙа « Башнефть»тең эшкәртеү анализы төркөмө етәксеһе, аҙаҡ начальнигы; 1974-78 йылдарҙа ошо уҡ бүлектә өлкән геолог; 1978-80 йылдарҙа – Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында баш инженер; 1980-85 йылдарҙа « Башнипинефть» ғилми – тикшеренеү институтының микробиология, гидрогеология тикшеренеүҙәре секторы мөдире; 1986-92 йылдарҙа « Союзнефтеотдача » фәнни – производство берекмәһенең биогеотехнология бүлегенең лаборатория бүлеге мөдире; 1992-97 йылдарҙа БР геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары; 1997-98 йылдарҙа « Башнипинефть»тең лаборатория мөдире; 1998 -2000 йылдарҙа « Пермьнипинефть»тең Когалым филиалында геохимия бүлеге начальнигы, баш фәнни хеҙмәткәр, ремонт – изоляция эштәре начальнигы; 2000 йылдың ноябренән «Башнипинефть»тең фәнни- тикшеренеү бүлеге мөдире.  Эрнст Мирсаяф улы 170 мәҡәлә авторы, 28 уйлап табыу таныҡлығы һәм патенты, 5 китап, 16 норматив документ әҙерләгән.

image

Земфира Хөсәйенова, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы 

 Хөсәйенова Земфира Хәмзә ҡыҙы 1963 йылдың 25 авгусында  Архангел районының Тәүәкәс ауылында тыуа. Тыуған ауылында 8 - се класты тамамлағас Архангел урта мәктәбендә белем ала. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының актерҙар әҙерләү бүлеген тамамлай. Һуңынан Мәскәүҙә ГИТИС эргәһендәге Театр сәнғәтенең Рәсәй академияһын тамамлай. 1989 – 1992 йылдарҙа Земфира Хәмзә ҡыҙы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй. Ошо ваҡыт эсендә үҙен һәләтле актриса итеп таныта. Күп спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Юғары профессионализм һәм актёрлыҡ оҫталығы йәһәтенән сәнғәт өлкәһендә актриса үҙен яҡшы эшмәкәр итеп танытты. Бына  тиҫтә йылдан артыҡ инде хөкүмәт тарафынан үткәрелгән һәм тантаналы, юбилей даталарға арналған һәм байрам концерттарының даими алып барыусыһы ул. Земфира Хөсәйенова әлеге көндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө  дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актёрлыҡ оҫталығы кафедраһы доценты. Ауылдашыбыҙ «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы » исеменә лайыҡ. Шулай уҡ  «Архангел яҡташлығы» ойошмаһы ағзаһы.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы Ғәббәсова

Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы Ғәббәсова  1943 йылдың 17 майында йәмле Архангел районы Айытмәмбәт ауылында тыуған. Атаһы Юлмөхәмәт Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, ә әсәһе Әсмә Баһауетдин ҡыҙы бәләкәй Розаны күтәреп тыуған ауылы Тәүәкәскә ҡайтып төпләнә. Роза Юлмөхәмәт ҡыҙының бала һәм үҫмер сағы Тәүәкәс ауылында үтә. Башланғыс белемде үҙ ауылында алғандан һуң (әсәһе тәүге уҡытыусыһы була) уҡыуын Архангел ауылы мәктәбендә дауам итә. 1961 йылда 10-сы класты тамамлағандан һуң Салауат педагогия училищеһында уҡый. 3 йыл педучилищеның башҡорт бүлегендә уҡып 1964 йылда тыуған районына эшкә ҡайта. Уны Абҙан урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрәләр. 10 йыл Абҙанда эшләгәндән һуң Тәүәкәскә эшкә ҡайта. Һуңынан тыуған ауылында  25 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.  Мәктәптә 35 йыл уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусы «Хеҙмәт ветераны» тигән исемгә лайыҡ булған. Уның методик күрһәтмәләре «Башҡортостан уҡытыусыһы», кескәйҙәр өсөн шиғыр, хикәйәләре «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарында, «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәрендә даими донъя күреп килде. Әлеге көндә Роза Ғәббәсова 9 китап авторы. Роза Юлмөхәмәт ҡыҙының педагогик эшмәкәрлеге Мәғариф  министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары  менән баһаланған. 1985 йылда «Өлкән уҡытыусы», 1990 йылда "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән почётлы исемдәр менән баһаланған. Ул юғары категориялы педагог. Ауылыбыҙҙың «Ағинәйҙәр» ҡоро рәйесе (2014 йылдан ),  «Ынйылар» төркөмөн ойоштороп ебәреүсе лә булып тора ул. Төрлө конкурстарҙа ла йыш ҡатнашып тора. Тынғы белмәй алға, гел яҡшылыҡ, яҡтылыҡ өләшеүсе замандашыбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр генә теләргә ҡала.

Зөлҡәрнәев Марат Миниғәли улы, БР милли музейы генераль директоры

Зөлҡәрнәев Марат Миниғәли улы 1979 йылдың 26 майында Тәүәкәс ауылында тыуа. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия- интернатын тамамлағандан һуң БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, шул уҡ факультетта аспирантура тамамлай. 2004 - 2006 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһында тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан ошо уҡ кафедрала өлкән уҡытыусы вазифаһын башҡара. Марат Миниғәли улы тиҫтәнән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Йәштәр араһында тәрбиә эштәрен әүҙем алып барыуы өсөн иҫтәлекле Диплом менән бүләкләнгән. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендианты була. 1998 йылда кикбоксинг буйынса республика ярыштарында 2-се урын ала. Ә чемпионатта - 3-сө, Рәсәй кубогы өсөн ярышта 4-сеурын яулай. Марат Зөлҡәрнәев "Архангел яҡташлығы" ойошмаһы ағзаһы. Бөгөнгө көндә ауылдашыбыҙ Башҡортостан Республикаһының Милли музейында генераль директор вазифаһын башҡара.

Солтанов Рим Миңләхмәт улы, эшҡыуар, район Советы депутаты

Солтанов Рим Миңләхмәт улы 1957 йылдың  7 ноябрендә Тәүәкәс ауылында тыуған. Учалы ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағандан һуң ошо уҡ ҡалала картон – рубероид заводында хеҙмәт юлын башлай. Йәше еткәс уны әрме хеҙмәтенә ебәрәләр. Һуңынан Учалы һөт заводының водитель – экспедиторы булып эшләй. Ауылдашыбыҙ бик  күп йылдар төрлө оборона объекттарында эшләй.1995 йылда Рим Миңләхмәт улы ғаиләһе менән Архангел район үҙәгенә күсеп ҡайта. Эшҡыуарлыҡ эшенә тотона. Хәҙерге ваҡытта был эштә тормош иптәше  Гүзәл, улы Азат оло ярҙамсылары. Әле  Солтановтарҙың 3 магазины  район халҡын  хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ һарыҡтар үрсетеү өсөн төҙөлгән ферма эшҡыуар ауылдашыбыҙҙың оло бер ҡаҙанышы булып тора. Магазиндарҙан тыш автомобиль тәгәрмәстәрен йүнәтеү өсөн (шиномонтаж) гаражы бар. 2008 йылда Рим Миңләхмәт улы муниципаль район Советына депутат итеп һайлана.  2009 йылдың көҙөндә Тәүәкәс ауылы халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе. Эшҡыуар ауылдашыбыҙ үҙ көсө менән ҙур, иркен «Солтан» мәсетен төҙөттө.  2010 йылда Рим Миңләхмәт улы  III Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайына районыбыҙҙан делегат булды. Алдынғы ҡарашлы ауылдашыбыҙ 2 балаға хәстәрлекле атай, тоғро тормош иптәше, ә ейәндәренә абруйлы  олатай, ә иң  мөһиме – ауылдаштарының, райондаштарының ихтирамлы шәхесе. Ниндәй генә оло йыйындар, байрам, осрашыуҙар булмаһын ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора, матди ярҙам күрһәтә. Киң күңелле ауылдашыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ!