Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы материалдары
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы 2015 йылдың 19 мартында раҫлаған төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибенә ярашлы, IX класс уҡыусыларының үҙ теләктәре менән төп дәүләт имтиханы итеп туған башҡорт телен һайлау мөмкинселеге бар.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында был имтихан яҙма формала үтә, уҡыусылар изложение яҙалар.
Изложение яҙыу - ҡатмарлы процесс. Имтихан һөҙөмтәләре ыңғай булһын өсөн, уҡыусыларҙың яҙма телмәре юғары кимәлдә үҫешкән булырға тейеш. Уҡытыусыға балаларҙы был һынауға сифатлы итеп нисек әҙерләргә? Был биттәге материалдар файҙалы булыр, тип уйлайым.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
9 класс. Башҡорт теленән ТДИ эштәре. Изложение | 72.5 КБ |
11 класс. Башҡорт теленән БДИ эштәре | 23.12 КБ |
11 класс. Башҡорт теленән БДИ эштәре | 152 КБ |
9 класс. ТДИ үткәреү өсөн бланк | 68.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теленән изложение текстары
1-се вариант
Һалсылар
Еҙемдең ташыу мәлендә күрше райондарға колхоз төҙөлөштәре өсөн тәғәйенләп ҡыш ҡырҡылған бүрәнәләрҙе ағыҙыу башланды. Ҡыуғынсылар өсөн бик ҡыҙыу мәл. Тик Маликтарҙың күршеһе Әбдрәхим ағай һыуыҡ үткәреп, ҡаты сирләп киткән. Халиҡ ағай менән Әбдрәхим ағай Еҙемдең үрге өлөшөнән ҡоро бүрәнәләр һаллап төшөрөргә тейештәр ине. Ә ҡоро бүрәнәләр бик кәрәк, сөнки улар сей бүрәнәләрҙән бәйләнгән һалдарҙың ситенә тағыла. Шулай итһәң, һал ышаныслыраҡ, йәғни әллә ни батмай аға.
“Кем менән барырға? Былай ҙа кеше етмәй... Әллә Маликты һынап ҡарарғамы? Ял көнөнә тура килә, уҡымайҙар... Булдырыр, моғайын, быйыл һигеҙҙе бөтә бит”, - тип уйланы һалсылар бригадиры.
Малик, әлбиттә, атаһының тәҡдимен шатланып ҡабул итте.
Эш ҡыҙыу барҙы. Йыуан бүрәнәләрҙән өс кәшмәк бәйләнеләр, аҙаҡ уларҙы бер-береһенә тағып ҡуйҙылар. Һал әҙер. Ҡуҙғалдылар. Малик эшлекле ҡиәфәттә артҡы быуындағы ишкәккә баҫты. Ысын һалсы ул бөгөн! Һынатмаҫҡа кәрәк. Дуғаланып йүгереүсе тулҡындарҙа һал, әйтерһең, аҡмай, ә тәгәрәй ине. Малик тәү мәлдә үҙен кейеҙҙә осҡан әкиәт батырылай хис итте.
Сая шыршылы бөгөлдәр, тыныс ағымлы ятыуҙар, һыйыр дәүмәле бүкән таштар артта ҡала барҙы. Малик атаһының ишкәккә түше менән ята биреберәк таһыллы ишеүен күҙәтеп алды.
“Емерелгән барка” мороно үҙенең ҡырыҫ ғорурлығы, йәшерен серҙәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Һалдың ағымы етеҙләнде. Ошо ҡырас ярлы бөгөлдө Маликтың балыҡ ҡармаҡлағанда һәм экскурсияға килгәндә лә күргәне бар. Ололарҙан ишетеүенсә, был ҡаяға бәрелмәй-һуғылмай үтеү – ысын ир-егетлек!
Ағым һалды һаман ҡаяға табан тарта. Ҡаяның мейесте хәтерләтеп өңөлөбөрәк торған өлөшөнән яралы йыртҡыс иңрәүенә оҡшаш геүләү тауышы килә. Маликка шул ҡыуышлыҡ бына-бына һалды йотор кеүек тойола башланы.
Бабайкалар – ишкәк яҫтыҡтары ҡеүәтлерәк шығырларға тотондо. Атаһы артҡа боролоп, берсә дәртләндерергә теләп, берсә йыуатҡандай: “Иш, Малик, ҡыйын булһа ла түҙ! Ныҡ батырмай иш! Ҡалҡыт ишкәгеңде! Һыуға ҡолап ҡуйма!..” – тип ҡысҡырҙы.
Атаһының һүҙҙәре улына яҙа-йоҙа ғына барып етә ине, сөнки һыу шарлауы әллә ниндәй тауышты ла күмерлек шул.
Быуындары ҡатып етмәгән үҫмер көс-хәл менән ағым ҡаяға табан ҡайырған ишкәкте ҡалҡытып, устары яныуына, көсөргәнештән баш әйләнеүгә ҡарамаҫтан, тештәрен ҡыҫып ишә ине. Алдағы быуындар аҡ күбектәр һибелеп-сәсрәп торған таштарға һыйынып ҡына, йыландай бөгөлә-һығыла алға үтте. Ләкин ни аралалыр артҡы быуын һыуҙан әҙ генә сығып торған таш моронға ныҡ ҡыҫталды, хатта яңҡырыҡ - иң ситке бүрәнә ҡасандыр ҡаянан ҡуптарылып төшкән бүкән таштың аръяғына уҡ менеп ятты. Һал ағыуҙан туҡтаны һәм әкренләп бата башланы.
- Иш, Малик, - тип ашыҡтырҙы Халиҡ ағай, бәләнең ниҙә икәнен аңламайынса. Шунан хис менән өҫтәп ҡуйҙы: - Ҡурҡма, улым, түлке ағып китмә!
Ни эшләргә? Ниңә былай килеп сыҡты һуң әле... Урта быуындар һалға һыйына башлау менән, ишкәкте бер-ике мәртәбә һуғып, артҡы быуынды ҡаяның үҙенә табан бер аҙ шылдырырға кәрәк. Шул саҡта ҡая һалды “тотмай”. Онотма, бер-ике ишеү ҙә етә, тигәйне бит атаһы. Ә Малик, аҙауынандыр инде, быны эшләмәне. Ләкин хәҙер һуң... Эйе, хәл мөшкөл. Ни эшләргә?
Малик кинәт бер ныҡлы ҡарарға килде һәм һеләүһен сослоғо менән атылып, алғы быуынға уҡталды – балта шунда. Кире килгәндә йүгерә алманы, сөнки һал өҫтөнән аҡҡан һыу тубыҡҡа етә башлағайны инде. Ҡыйыу үҫмер етеҙ генә яңҡырыҡ бәйләгән бауҙарҙы сапҡылап ташланы. Ҡурҡыныс нисек тиҙ килһә, шулай тиҙ генә үтеп тә китте. Ләкин “Емерелггән барка”ның геүләүе уларҙың ҡолағына оҙаҡ ҡына шаулап торғандай булды.
Халиҡ ағай улының тапҡырлығына, тәүәккәллегенә һоҡланып ҡуйҙы. Ҡайҙан белә? Бик дөрөҫ эшләне бит. Халиҡ ағай, һаран ғына йылмайып, Маликка ҡарап, башын һелкеп ҡуйҙы. Йәнәһе, “маладис, улым, һынатманың”. (500 һүҙ.) (С.Шәрипов.)
Айыу балаһы
Владивосток ҡалаһынан Сахалин утрауына йөк ташый торған “Альбатрос” тигән пароходта айыу балаһы йәшәй ине. Матростар уны Япон диңгеҙендәге бер утрауҙа бәләкәй генә көйөнсә һатып алғайнылар. Йыл үтеүгә, Мишка арыу уҡ ҙурайҙы.
Караптарҙа эт, маймыл, тейен һәм башҡа йәнлектәр аҫрау – моряктарҙың борондан ҡалған йолаһы. Уның үҙенә күрә бер сәбәбе бар. Тәүлектәр буйына ҡоро ерҙең төҫөн дә күрмәйенсә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ диңгеҙ өҫтөндә сайҡалыу үтә ялыҡтыра. Яныңда берәй хайуан заты йөрөһә, эс бошҡанда йыуаныс була.
Мишка үҙен иҫ киткес аҡыллы тота ине. Һинең күҙҙәреңә шул тиклем ялбарыулы итеп ҡарай, хатта аңғармаҫтан ғына һүҙ ҡушып ҡуйыр төҫлө. Үҙе кәмит күрһәтергә лә ғәләмәт оҫта. Ҡылана башлаһа, көлө-көлә эсеңде ҡатыу ала.
Карапта ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ тиһең. Балта оҫтаһы менән аш бешереүсе лә, тимерсе менән кейем тегеүсе лә – һәммәһе лә бар унда. Бейеүсе менән йырсыға ла ярлылыҡ юҡ. Өҙә баҫып бейемәгәс, яңғыратып йырламағас, моряк буламы ни ул. Һис тә аптырап тормайҙар, форсат барҙа үҙенән-үҙе концерт башланып китә. Бындай саҡта тайыш табан Мишка ла ситтә ҡалмай. Конферансьеның: “Нәүбәттәге номерыбыҙ – яңғыҙ йыр”, - тип әйтеүе була, баянист артынан уртаға Мишка ла сығып баҫа. Күҙҙәрен йомоп, сайҡала-сайҡала олорға тотона. Йәнәһе лә, моңло итеп йырлай.
Диңгеҙҙә генә түгел, портта торғанда ла айыу балаһы үҙенең ирмәк ҡыланыштары менән матростарҙы әүрәтә ине.
Причал буйлап эреле-ваҡлы суднолар теҙелешкән. Улар араһында “Альбатрос” та сайҡала. Уны ярға яҡын уҡ килтереп, тимер арҡан менән тарттырып бәйләп ҡуйғандар. Сығып йөрөү өсөн баҫма һалғандар. Ошо баҫманан пароходҡа кемдең дә булһа атлап менеүе була, ҡаршыһына йөнтәҫ айыу балаһы йүгереп сыға. Теге ҡурҡып артҡа сигенә. Бәләкәй булһа ла, ысын айыу бит! Ярай әле һаҡсы алыҫ түгел, араға килеп инә һала. Мишканы маҡтай, шәкәр ҡаптыра, ә ҡунаҡты көлә-көлә эскә үткәреп ебәрә.
Мишка баҫманы һаҡларға өйрәтелгән. Һаҡсы уны ҡарауылға ҡуя ла, иллә ят кешене индермә,тип киҫәтә. Ҡайһы ваҡытта берәйһе йомош менән килә лә тиҙ генә инеп тә китә. Мишка абайламай ҡала. Ундай хәлдә һаҡсы Мишканы әрләй. Ә Мишка, меҫкен, шыңшып иларға керешә. Шунан һуң инде үҙ кешеләрен дә үткәрмәй йонсота. Кем генә булмаһын, туп-тура аяғына барып йәбешә. Ә һаҡсы ҡыҙыҡ өсөн уны тағы ла нығыраҡ ҡоторта. Яҡшы хеҙмәт итһәң, молодец, тип маҡтау һүҙҙәре яуҙыра, кәнфит менән һыйлай.
Мишка һыу инергә бик әүәҫ ине. Матростарҙан берәү тегене сынйыр менән муйынсалай ҙа ярға етәкләп алып сыға.
- Бар, рәхәтлән, әйҙә! – тип һыуға төшөрә. Айыу балаһы, кинәнеп, супырҙарға тотона.
Бер көндө шулай төшкө ял ваҡыты ине. Матростар ярға төштөләр. Мишка ла арттарынан йүнәлде. Бына ул алпан-толпан баҫып һыу инергә йүнәлде. Шул мәлдә ҡайҙандыр ике эт килеп сыҡмаһынмы. Береһенән-береһе уҙҙырырға тырышып, Мишканы абалай башланылар. Ә айыу балаһы тегеләргә әйләнеп тә ҡарамай. Төкөрәм мин һеҙҙең ише өтөктәргә тигән ҡиәфәт менән атлауын белә.
Эттәр ғәрләнделәр булһа кәрәк. Кәүҙәгә ҙурырағы айыу балаһының янына килеп өрөргә кереште. Мишканың сабырлығы һынды, ахырыһы. Ҡапыл боролдо ла тегене, муйынынан эләктереп, ергә күтәреп һуҡты. Эт шыңшый-шыңшый бер аҙ тора алмай ятты.
Мишка уны төрткөләп торғоҙҙо ла, ҡолағынан “етәкләп”, матростар эргәһенә килтерҙе. Үҙе күҙҙәрен тултырып ҡарай. “Ни эшләтергә бойораһығыҙ был йүнһеҙҙе?” – тип, гүйә, кәңәш һорай.
Матростар ҡул һелтәнеләр:
- Ҡуй, Мишка, ебәр һин уны, эт менән эт булма, - тинеләр.
Ул ҡарышманы, этте ысҡындырҙы ла артынан эре генә ҡарап ҡалды. Кемгә ҡул күтәргәнеңде аңланыңмы инде, йәнәһе. Теге эт тә, ҡойроғон ҡыҫып, тауыш-тынһыҙ ғына ситкә ташланды. Өрөү ҙә, абалау ҙа юҡ. Мишка кинәнеп һыу инергә тотондо. (500 һүҙ.) (Ә.Гәрәев.)
3-сө вариант
Тәүге һыналыш
Был хәл Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булды.
Ҡараңғы төн. Беҙҙең самолет Мартин ҡалаһы эргәһендәге тау өҫтөндә әйләнә. Аҫта сигнал урынына костер тоҡандырғандар. Шунда беҙгә төшөү өсөн майҙан барҙыр. Беренсе самолет экипажының командиры сирена бирҙе.
Беренсе булып самолет бортынан старшина, уның артынан – төркөмдөң комиссары, аҙаҡтан командирыбыҙ һикерҙе. Уларҙан тыш тағы һигеҙ кеше бар ине.
Был – беренсе самолет. Ә мин икенсе самолетта инем. Ергә иҫән-һау төшөүҙе теләп, бер-беребеҙҙе ҡосаҡлайбыҙ. Бына, бер-бер артлы һикереп, төн ҡараңғылығына сумабыҙ.
Был сая егеттәр өсөн дошмандың тылына төшөү яңылыҡ түгел ине. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ, Советтар Союзы территорияһында партизан отрядтарында ҡатнашып, күп кенә тәжрибә туплаған. Мин иң һуңғыбыҙ булып һикерәм.
Беҙҙе Чехославакия ерендә тымыҡ иртә ҡаршы алды. Парашюттарыбыҙҙы төрөп алдыҡ. Махсус парашюттарҙа төшөрөлгән һуғыш припастарын, дошман тылында һуғышыу өсөн партизандарға кәрәк була торған башҡа нәмәләрҙе йыйҙыҡ. Шуларҙы күтәреп, тауҙан аҡрын ғына төшәбеҙ. Түбәндә, тау итәгендә, партизан отрядының базаһы урынлашҡан.
Икенсе көндө үк ҡаты һуғыштар башланды. Фашистар, халыҡ күтәрелешен баҫтырыу өсөн, Моравиянан, Чехиянан яңы көстәр килтергән. Уларҙың һуғыш техникаһы ла, көслө, минометтары ла, уртаса ҙурлыҡтағы танкылары ла бар.
… Ана, ана, немец һалдаттарының һорғолт йәшел һындары. Улар әкрен генә, ғәйәт ҙур ҡарышлауыҡ кеүек, таштан ташҡа, ҡаянан ҡаяға боҫоп, беҙгә табан шыуыша. Позициябыҙ уңышлы. Тау битләүендә ҡоршау кеүек ятҡан таш билбау партизандарҙы ныҡ һаҡлай. Автомат очередтары беҙгә артыҡ зыян килтерә алмай. Ләкин беҙҙең пулялар ҙа уларға һирәк тейә. Шулай булғас, мин үҙ участкамда бушҡа патрон әрәм итмәҫкә ҡуштым. Немецтарҙы яҡыныраҡ үткәрергә лә гранаталар ташларға. Ана бит улар яҡын ғына.
- Гранаталар ташлағыҙ! – тип команда бирәм.
Дошман байтаҡ ҡырылды. Улар, түҙә алмайынса, ҡаса башланы. Беҙҙең һуғышсылар ҡыуа китте, ләкин мин отряд командиры билдәләгән маршрут буйынса барырға команда бирҙем.
Бына шул ваҡытта инде уң флангыла Жилина ҡалаһынан Мартинға килә торған юлдан дошмандың өс танкыһы күренде. Улар, елдереп, туп-тура беҙҙең өҫкә килә. Мартин ҡалаһын тиҙ генә алырбыҙ тип уйлағандар, күрәһең. Ләкин дошман яңылышты. Мин әле гранаталар бәйләмен әҙерләргә тип команда бирергә лә өлгөрә алмай ҡалдым – Валентин Катаев фашист танкыһына ташланды. Беҙҙең был йәш кенә батырыбыҙ фашист тигрынан көслөрәк булып сыҡты. Тик фашист офицеры, люкты асырға өлгөрөп, яна башлаған танкынан ҡулына парабеллум тотҡан килеш ырғып сыҡты ла беҙҙең Валентинға туп-тура төҙәп атты. Егет, ауыр яраланып, янып ултырған танк эргәһенә тәгәрәне. Шул ғынамы әле? Юҡ! Ана, һул флангынан уның өҫтөнә ҡарап тағы бер танк килә. Быныһы уның өсөн бигерәк тә ҙур ҡурҡыныс ине. Уның һуңғы минуттары, һис көтөргә ярамай. “Йәшәү йәки үлем”, тип уйлай ине һуғышсылар.
Ошо ҡурҡыныс минутта словак һалдаты кейемендәге йәш кенә бер һалдат, гранаталар бәйләме алып, танкыға ҡаршы үрмәләне. Бына, бына… һәм, ер тетрәп, көслө шартлау яңғыраны. Икенсе танк та туҡталды, тик словак егете үҙе лә, Валентин кеүек үк, был тигеҙ булмаған алышта ҡаты яраланғайны. Шулай ҙа ул, ҡанға батып булһа ла, үлем ҡурҡынысы аҫтында ятҡан Валентинды пулялар яуып, снарядтар шартлап торған ерҙән һөйрәп алып сыҡты.
Был бәрелештә беҙҙең отряд разведкаһының ҡыйыу командиры – Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан өлкән лейтенант Павел Морозов та ауыр яраланғайны.
Һуғыш тынып, яралыларҙы урынлаштырып торғанда, беҙҙең комиссар Турский:
- Ысын дуҫлыҡ бына шунда сыныға ул, - тине. – Ана, күрәһегеҙме, ете партизан ултыра. Улар әле генә бер бәләкәс икмәк киҫәген, дошмандан алынған йөҙ патронды туғандарса бүлеште. Бындай туғанлыҡ булғанда, беҙгә бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. (495 һүҙ.)
(Д.Мурзин.)
4-се вариант
Ҡояш түбәнләй башланы.
Ташбатҡан ауылы йәштәренең кескенә һабан туйына оҡшаған бәйгеһе бөтөргә яҡынланы. Уйындың иң аҙаҡҡы өлөшө булған ат сабыштырыу ғына ҡалғайны хәҙер. Ауылда һабан туйҙарында уҙып дан алған йүгеректәр юҡ ине юҡлығын. Сабышырға китеүсе аттарҙың күбеһе бығаса ҡамыт күрмәгән тай-тулаҡ та ҡырҡмыш булды. Уларҙы малайҙар ғына менгегә өйрәтеп ҡыланалар ине әле. Шуға күрә башта уҡ бик алыҫтан сабыштырмаҫҡа булдылар, Ташбатҡанға ете саҡрым тип йөрөгән Сосновка ауылының осонан йүгертергә һөйләштеләр.
Йәштәр аттарҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтә башланы, бигерәк тә йүгеректәрҙең эйәләре борсолдо, һәр кем атының беренсе килеүен күрергә теләне һәм шуға ышанып эстән маһайҙы. Йүгеректәргә килеү тәртибенә ҡарап бәйге әҙерләнеләр. Ат һынаған кешеләр кемдеке уҙып киләсәген юрай, алдан әйтергә тырыштылар, ни өсөн тиһәң, сабышырға киткән аттар араһында һыналғандары юҡ ине әле. Шулай ҙа юраусылар, һынсылдар – бөтәһе лә Баһау байҙың туры айғырына туҡталып ҡалдылар, уның нәҫелен юллап таптылар һәм шул туры айғыр мотлаҡ беренсе килер тигән уртаҡ һығымта яһанылар.
Ташбатҡан ауылының һынсылдары яңылыштылар. Беренсе булып килеүсе бөтөнләй туры айғыр булманы, Фатиманың атаһы подрядчик Әхмәдиҙең ҡола тайы булды. Ҡола тай ауылға бер саҡрым самаһы әрәмә морононан йәлп итеп килеп сыҡты. Уны шунда уҡ танынылар. Әрәмә моронон әйләнгәс, ул, орсоҡтан иҙәнгә төшөп киткән һары орсоҡташ һымаҡ тәгәрләп, туп-тура майҙанға атылып килә башланы. Сапҡанда ул бөтөнләй атҡа түгел, ә артынан ҡыуғын төшкәнгә һуҙылып йән-фарман ҡасҡан төлкөгә оҡшай ине. Ул бер аҙ ер килгәс, башҡа йүгеректәр күренде. Улар инде ҡола тайҙан байтаҡ ер артта ҡалғайнылар. Баһау байҙың туры айғыры етенсе килә ине, ләкин ат өҫтөндәге малай әрәмәне әйләнгән бөгөлдә, башын осорған ағас һымаҡ, йығылып ҡалды. Туры айғыр, юлдан янтайып, йүгәненә баҫа-баҫа бер үҙе бер яры әрәмә буйлап китте.
- Ай, маңҡорот! Шуны мендерәләрме ни. Тапҡандар кеше. Барып һыу эсмәһә ярар ине хайуан…
- Берәй ҡатҡылыраҡ малайҙы мендермәй.
- Эште бөлдөрҙө, сусҡа малай, - тип үкенделәр туры айғыр яҡлы кешеләр, йығылып ҡалыусы малай тороп атының артынан йүгергән булды.
Ул арала ҡола тай, атҡан уҡ һымаҡ, майҙанға килеп етте, ләкин шау-шыу, ҡысҡырыштан өркөп, юл биреп, ике яҡҡа айырылып торған халыҡ араһынан китмәйенсә, ярты яҡҡа айырылды.
Һебәгә бирелгән таҫтамалдың береһен йүгеректең муйынына таҡтылар. Халыҡ уны уратып алды. Хайуан һаман ҡолаҡтарын ҡайсылап өркөп торҙо, уның нәҙек боттары бәлтерәне.
- Йөрөтөргә кәрәк уны, йөрөтөргә. Аяғына һыу төшөр, - тине ҡарттар.
Йүгеректе һыуындырыу өсөн йөрөтөргә алып киттеләр. Кешеләр ҡола байталға һоҡландылар.
- Бына ҡайҙа икән ул йүгерек, йүгерек тигәс тә ярай, исмаһам, - тине Сәмиғулла.
- Бер нәмә сығыр был хайуандан.
- Аласыбар нәҫеленәндер был, Аласыбар, - тине Әҙһәм ҡарт.
- Шулай булыр, йүгереүе бер ҙә был тирә хайуанына оҡшамай, - тине Әхтәри ҡарт, энеһенең һүҙен ҡеүәтләп.
- Аласыбар балаһы был, Аласыбар…
- Һуң, Аласыбар балаһы булырға, был ни ҡола лаһа, - тине Сәмиғулла.
Әҙһәм ҡарт, һаман үҙенең һүҙен өҫкә сығарырға тырышып:
- Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәр боронғолар! – тине.
Кискә табан Әхмәди үҙе Аҫҡын яғынан ҡайтып төштө. Күршеләре Әпхалиҡ менән Ваһап ҡарт уға килеп келәт алдында һөйләшеп торҙолар, тайҙы бик ныҡ тәрбиәләргә һәм оло йыйындарҙа сабыштырырға кәңәш бирҙеләр. Әхмәди, ғорурланып, маһайып ҡуйҙы:
- Насип булһа, йүгертергә ине инде. Кешенең аты уҙғансы, үҙеңдең тайың уҙһын, тигән боронғо бабайҙар.
- Шулай-шулай. Бик кәрәк, бик кәрәк, - тинеләр күршеләр, уның һүҙен ҡеүәтләп. (478 һүҙ) (Ж.Кейекбаев.)
Предварительный просмотр:
Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтихандары буйынса материалдар айырым йыйынтыҡ булып баҫылып сыҡҡаны юҡ. Уҡытыусыларҙың һорауҙарына яуап итеп, КҮМ бер вариантын тәҡдим итәбеҙ. Башҡорт теленән имтихан 40 һорауҙан тора. 1-се өлөштә (А) 31 һорау бирелә. Һәр бер һорауға 4 төрлө яуап килтерелә. Шуларҙың береһе генә дөрөҫ.
2-се өлөштә (В) 8 һорау бирелә. Уларға ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
3-сө өлөштә бер эш бирелә – йөкмәткеһе буйынса ҙур булмаған инша яҙырға ҡушыла. Инша махсус бланкта яҙыла.
Яуаптарҙы асыҡ, матур яҙырға кәрәк. Имтихан һорауҙарына яуап биреү өсөн 3 сәғәт (180 мин.) ваҡыт бирелә. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә кәрәк- А -31 - 45 минут, В -8 – 45 минут, С – 90 минут.
Дөрөҫ яуап ҡатмарлылығына ҡарап бер йәки бер-нисә балл менән баһалана. Бәтә эштәр өсөн ҡуйылған балдар ҡушыла. Күберәк һорауҙарға яуап биреп, күберәк балл йыйыу уҡыусының үҙенән тора.
1-СЕ ӨЛӨШ
А1– А31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә “х” тамғаһын ҡуйығыҙ
А1
Иренләшкән ҡалын һуҙынҡынан башланған һүҙҙе билдәләгеҙ:
1) эңер 3) урам
2) өлгө 4) үлән
А2
Ҡыяр һүҙендә нисә тартынҡы, нисә һуҙынҡы өн бар?
1) 2 тартынҡы, 2 һуҙынҡы
2) 3 тартынҡы, 2 һуҙынҡы
3) 4 тартынҡы, 1 һуҙынҡы
4) 2 тартынҡы, 3 һуҙынҡы
А3
Күп мәғәнәле һүҙҙәр булған юлды табығыҙ:
1) донъя, ария, дәфтәр, кеше
2) ағас, йөрәк, эшләү, төн
3) баҫма, алма, гөлдәр, йәш
4) алты, тәрән, һөйлә, ҡыяр
А4
Ҡайһы һүҙҙең ялғауы дөрөҫ яҙылмаған?
1) докторҙо 3) болотто
2) көндө 4) космосты
А5
Әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеш нормаларын ниндәй бүлек өйрәнә?
1) фонетика 3) орфоэпия
2) морфология 4) орфография
А6
Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәргә эпентеза күренеше хас?
1) эшләпә, ыстакан, ыҫмала 3) шиғри, шәхси, ғилми
2) байрам, ураҡ, скрипка 4) бүрәнә, кенәгә, көрпә
А7
Ниндәй һүҙҙә баҫым тәүге ижеккә төшә?
1) ҡала 3) кемдең
2) ыласын 4) ағас
А8
Ниндәй һүҙ күсмә мәғәнәлә ҡулланылған?
1) йылдар аға 3) ҡош осто
2) электр уты 4) буш һауыт
А9
Килтерелгән өҙөктөң стилен билдәләгеҙ:
Юҡ, тамаҡ хәстәре түгел ине унда. Һыуынып бөткән элекке өңөнә ҡайтып ятыу менән, күңелен әллә ниндәй борсоу биләп ала. Тороп тирә-яҡты еҫкәп йөрөй ҙә тағы аҡһаҡлап сығып китә (Ә.Хәкимов)
1) публицистик стиль 3) фәнни стиль
2) матур әҙәбиәт стиле 4) йәнле һөйләү стиле
А10
Ҡайһы яуаптағы бөтә һүҙҙәр ҙә синонимдар?
1) биҙәнеү, төҙәнеү, яһаныу 3) көс, дарман, күндәм
2) артыу, күбәйеү, арыныу 4) ҡотҡарыу, ҡуҙғалыу, азат итеү
А11
Тел ғилеменең ниндәй бүлеге телдең һүҙлек байлығын, һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәләрен, килеп сығышын өйрәнә?
1) морфология 3) лексикология
2) стилистика 4) фонетика
А12
Егетлек бүрек кейеүҙә түгел (?) батырлыҡта һөйләмендә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйырға кәрәк?
1) өтөр 3) һыҙыҡ
2) ике нөктә 4) нөктәле өтөр
А13
Тарихи һүҙҙәр тип ниндәй һүҙҙәргә әйтәләр?
1) ысынбарлыҡта булған күренештәрҙең юғалыуына бәйле ҡулланыуҙан төшөп ҡалған һүҙҙәр
2) иҫкергән, стилистик маҡсаттарҙа ҡулланыла торған һүҙҙәр
3) махсус йүнәлеше сикләнгән бер генә мәғәнәгә ынтылышлы һүҙҙәр
4) әҙәби телдә ҡабул ителмәгән һүҙҙәр
А14
Шатланыу мәғәнәһенә тура килгән фразеологизмды табығыҙ:
1) күҙ дүрт булыу 3) ут ҡабыу
2) түбә күккә тейеү 4) танау күтәреү
А15
Һүҙҙең киҫәктәргә тарҡалмай торған үҙәге нисек атала?
1) нигеҙ һүҙ 3) яһаусы ялғау
2) үҙгәртеүсе ялғау 4) тамыр һүҙ
А16
Өн составы яғынан бер төрлө яңғыраһалар ҙа, мәғәнәләре, формаһы яғынан төрлө морфологик категорияларҙы белдергән һүҙҙәр омонимдарҙың ниндәй төрөнә ҡарай?
1) лексик омонимдар 3) омоформалар
2) омографтар 4) омофондар
А17
Түбәндәге һүҙбәйләнештә эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юл менән бәйләнгән? Ағайымдың китабы
1) башҡарылыу 3) һөйкәлеү
2) йәнәшәлек 4) ярашыу
А18
Яһаусы ялғау ҡабул иткән һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
1) ағаймын, тауҙар, китабым 3) урмансы, йәшлек, алһыу
2) яҙһа, бармаҡсы, йыуын 4) эшләнем, яҙығыҙ, килгелә
А19
Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән?
Юл урман аша үтә.
1) теркәүес 3) киҫәксә
2) бәйләүес 4) мөнәсәбәт һүҙ
А20
Бирелгән өҙөктә ниндәй һүрәтләү сараһы ҡулланылған?
Елдәренә уның йүгән һалдыҡ,
Ҡырҙарында алтын үҫтерҙек (Р.Бикбаев)
1) метонимия 3) синекдоха
2) метафора 4) йәнләндереү
А21
Ҡайһы һандың яҙылышы дөрөҫ түгел?
1) 1-се май 3) 17 -18 йәштәрҙә
2) XXI быуат 4) 4-ләп
А22
Һинән миңә килеп тә етте һөйләмендә аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй килештә торғанын билдәләгеҙ:
1) төп килештә 3) эйәлек килештә
2) төбәү килештә 4) сығанаҡ килештә
А23
Ҡанаттарым булһа, осоп барып һине күрер инем һөйләмендә ҡылымдың ниндәй һөйкәлештә торғанын билдәләгеҙ:
1) хәбәр һөйкәлешендә 3) бойороҡ һөйкәлешендә
2) шарт һөйкәлешендә 4) теләк-өндәү һөйкәлешендә
А24
Ниңә? Нилектән? һорауҙарына рәүештең ниндәй төркөмсәһе яуап бирә?
1) төп рәүеш 3) сәбәп-маҡсат рәүеше
2) күләм-дәрәжә рәүеше 4) оҡшашлыҡ рәүеше
А25
Инеш һүҙ ҡулланылған һөйләмде табығыҙ:
1) Шик юҡ, ул ҡыуышта ята (З.Биишева)
2) Улар, бер-береһен аңлап, тиҙ килештеләр (Я.Хамматов)
3) О, күҙҙәр, береһенән-береһе йылтыр, быҙырашып миңә ҡарайҙар (С.Агиш)
4) Алыҫта аҙашҡан өйрәк өҙөлөп ҡысҡыра, меҫкен (М.Кәрим)
А26
Иң ҙур аҡыл – илде ҙурлау (Р.Мифтахов) һөйләмендә ҡылымдың ниндәй төркөмсәгә ҡарағанлығын билдәләгеҙ:
1) исем ҡылым 3) уртаҡ ҡылым
2) хәл ҡылым 4) сифат ҡылым
А27
Бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һөйләмендә уны һүҙе ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән?
1) эйә 3) хәл
2) аныҡлаусы 4) тултырыусы
А28
Түбәндәге өҙөктә өтөр ни өсөн ҡулланылған?
Ел, ерәнем, егетеңде
Еткер ел етмәҫ ергә (Н.Иҙелбай)
1) өндәш һүҙ эргәһендә 3) айырымланған хәл әйтеме
2) инеш һүҙ эргәһендә 4) айырымланған өҫтәлмәлек
А29
Түбәндәге сифаттарҙың яһалышын билдәләгеҙ:
аҡлы-ҡаралы, тәмле-татлы, иләҫ-миләҫ
1) парлы сифаттар 3) яһалма сифаттар
2) ҡабатлаулы сифаттар 4) бәйле сифаттар
А30
Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Антты бирә лә бел, үтәй ҙә бел (Мәҡәл)
1) билдәле эйәле һөйләм 3) билдәһеҙ эйәле һөйләм
2) дөйөм эйәле һөйләм 4) эйәһеҙ һөйләм
А31
Ҡушма һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ:
Оҙон ҡыш үтте, яҙ етте, мәктәптә йәйге каникул башланды (Я. Хамматов).
1) теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм 3) эйәртеүле ҡушма һөйләм
2) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм 4) ҡатнаш ҡушма һөйләм
2-СЕ ӨЛӨШ
В1-В8 эштәрен башҡарғанда 2-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
Тексты уҡығыҙ һәм В1-В4+ С1эштәрен башҡарығыҙ.
(1) Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам менән ҡараған, әсә теле байлығына һоҡланған, табынған. (2) Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. (3) Башҡорт теленең илаһи яңғырашына урыҫ мәғрифәтсеһе А.Г.Бессонов та һоҡланған. (4) “Башҡорт балалары үҙ туған телдәрен өйрәнһендәр ине, шул телдә аралашырға тартынмаһындар ине,- тип яҙып ҡалдырған.
(5) Үҙ туған телендә белем алыу – кешегә бирелгән иң ҙур бәхеттер ул. (6) Халыҡтың йәшәү рәүешенең, мәҙәниәтенең гәүһәр ынйылары шул телдә туҙырылған. (7) Рухи хазиналарыбыҙ, халыҡ ижады булып, бөгөнгө көнгәсә килеп еткән.
(8) Туған тел – рух сығанағы. (9) Рух – ул кешене кеше итеүсе төшөнсә. (10) Әгәр әҙәм балаһының күңел донъяһында шул булмыш юҡ икән, ул рухи яҡтан ярлы. (11) Туған телдә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе уҡып, әҙәпкә, әхлаҡҡа, ғөрөф-ғәҙәткә өйрәнәбеҙ. (12) Шулар аша кеше күңелендә рух та уяна. (13) Рух милли тойғоға бәйле. (14) Шуға күрә милли рух тигән төшөнсә тыуған.
(Р.Аҙнағоловтан)
В1
Бирелгән һүҙҙәрҙең яһалышы яғынан төрҙәрен билдәләгеҙ:
№ Һүҙҙәр Хәреф Төрҙәре
1 булмыш А тамыр
2 ғөрөф-ғәҙәт Б яһалма
3 башҡорт В парлы
4 халыҡ Г ҡушма
13-сө һөйләмдәге эйәрсән киҫәктәрҙе билдәләгеҙ:
В2
№ Һүҙҙәр Хәреф Һөйләм киҫәктәре
1 рух А аныҡлаусы
2 милли Б хәбәр
3 тойғоға В эйә
4 бәйле Г тултырыусы
В3
3-5-се һөйләмдәрҙән түбәндәге схемаға ярашлы һүҙҙе табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ: тамыр һүҙ +күплек ялғауы + эйәлек заты ялғауы.
В4
5-8 –се һөйләмдәрҙән икеләнеү киҫәксәһе булған һөйләмде табығыҙ.
В5
Һуңғы абзацтан һөҙөмтә теркәүесле һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В6
6-10-сы һөйләмдәрҙән хәл әйтеме менән айырымланған һөйләмде табығыҙ.
В7
Текстан шарт һөйләмде табығыҙ һәм номерын яҙығыҙ.
В8
10-14-се һөйләмдәрҙән билдәле эйәле һөйләмде табығыҙ.
3-СӨ ӨЛӨШ
С1(инша) эшен башҡарғанда 2 –се һанлы яуаптар бланкыһында үтәргә кәрәк
С1
Тексты уҡып сыҡҡандан һуң, текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелãән бер прîблемаға аңлатма бирегеҙ (текстан күпләп цитата ҡулланмағыҙ).
Автор ҡарашына аңлатма бирегеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни өсөн? Үҙ яуабығыҙҙы тормоштан йә китаптан уҡып алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ.
Инша күләме – 150 һүҙҙән әҙерәк булмаһын.
Уҡылған тексҡа нигеҙләнмәйенсә яҙылған эш баһаланмай.
Әгәр инша тәҡдим ителгән тексты һөйләп биреүгә йә текст аңлатма бирелмәй генә күсереп яҙылһа, ундай эш ноль балл менән баһалана.
Иншаны таҙа, аңлайышлы почерк менән яҙығыҙ.
Предварительный просмотр:
Башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханы
01 – се вариант
Һорауҙарға яуап бирер алдынан инструкцияны иғтибар менән уҡып сығығыҙ.
Башҡорт теленән имтихан 40 һорауҙан тора, 1-се ѳлѳштә (А) 31 һорау бирелә. Һәр һорауға 4 тѳрлѳ яуап килтерелә. Шуларҙың береһе генә дѳрѳҫ.
2-се ѳлѳштә (В)8 һорау бирелә. Уларға ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
3-сѳ ѳлѳштә бер задание бирелә - йѳкмәткеһе буйынса ҙур булмаған инша яҙырға ҡушыла. Инша махсус бланкта яҙыла.
Яуаптарҙы асыҡ, матур яҙығыҙ. Имтихан һорауҙарына яуап биреү ѳсѳн 3 сәғәт (180мин.) ваҡыт бирелә. Эштәрҙе бирелеү тәртибендә үтәргә кәрәк. Ваҡытты экономиялау ѳсѳн яуап бирә алмаҫтай һорауҙы ҡалдырып тороғоҙ һәм икенсе һорауға күсегеҙ. Бѳтә 40 һорауға ла яуап биргәс, был һорауҙарға кире урап килергә мѳмкин. Ваҡытты дѳрѳҫ бүлергә кәрәк: А – 31 – 45 минут, В – 8 – 45 минут, С – 90 минут.
Дѳрѳҫ яуап ҡатмарлылығына ҡарап бер йәки бер нисә балл менән баһалана. Бѳтә эштәр ѳсѳн ҡуйылған балдар ҡушыла. Күберәк һорауҙарға яуап биреп, күберәк балл йыйырға тырышығыҙ.
Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
1- се ѳлѳш
А1 – 31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә «х» тамғаһы ҡуйығыҙ.
А1.Составында нәҙек һуҙынҡылары булған һүҙҙе билдәләгеҙ:
1)мөһабәт 3)үрмәксе
2)йыһан 4)әхлаҡ
А2.Ҡайһы яңғыҙлыҡ исемдең яҙылышы дөрөҫ түгел:
1) «Сибай» совхозы 3) «Аманат»журналы
2)Өфө ҡалаһы 4)Сулпан балалар театры
А3.Бәйләү юлы менән яһалған ҡушма исемде билдәләгеҙ:
1)малҡай 3)тимер юл
2)китапты 4)баһадир
А4. Үҙ аллы һүҙ төркөмөн билдәләгеҙ:
1)һан 3)бәйләүес
2) киҫәксә 4)мөнәсәбәт һүҙ
А5. Башҡарылыу бәйләнешен билдәләгеҙ:
1)көҙгө көн 3)сәхнә түре
2)самолетҡа ултырыу 4)өс китап
А6. Эйәлек килеш һәм эйәлек зат менән бирелгән һүҙбәйләнеште билдәләгеҙ:
1)яҡты сырай 3)студент көндәлеге
2)мажаралы йәй 4)Ватанды һөйөү
А7. «Фонетика» бүлегенә ҡараған һүҙҙе билдәләгеҙ:
1)тел 3)эйәрсән киҫәк
2)һуҙынҡы 4)һүҙбәйләнеш
А8. «Синтаксис» нимәне өйрәнә:
1)тыныш билдәләренең ҡуйылышын
2)һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын
3)һүҙҙәрҙең мәғәнәһен
4)һүҙбәйләнеш һәм һөйләм конструкцияһын
А9. Ҡарлуғастар һүҙендә баҫымлы ижекте билдәләгеҙ:
1)ҡар - 3) - ғас
2) -лу 4) – тар
А10. Асыҡ ижекле һүҙҙе билдәләгеҙ:
1)тар – тай 3)ҡа – ра – ма
2)күр - кә 4)пар – та – нан
А11.Ҡайһы юлдарҙа омографтар бар?
1)иш, төш 3)ҡара, йәшен
2)туҡ ай, туғай 4)шеш
А12. Түбәндәге төшөнсәгә аңлатма бирегеҙ. Эпентеза – ул:
1)һуҙынҡы өндәр һүҙҙең алдында ҡуйылһа
2)һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа
3)ике һүҙ араһында бер һуҙынҡы юғалһа
4)баҫымлы ижектәрҙә һуҙынҡы өндөң көсһөҙләнеүе йә юғалыуы
А13. Морфологик һүҙьяһалышҡа ҡараған һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ:
1)йылҡысы, ағаслыҡ 3)бөртөк - бөрсөк
2)көрәш, ай 4)БДУ
А14.Теҙеү теркәүестәрен биләләгеҙ:
1)сөнки, шуға күрә 3)хатта, гүйә
2)шуның өсөн, әгәр 4)әммә, йәнә
А15. Ҡылымдың ҡайтым йүнәлеше менән бирелгән һөйләмде табығыҙ:
1)Биҙәнеү - төҙәнеү өсөн дә оҫталыҡ кәрәк
2)Был хат бик күптән яҙылған булған
3)Һеңлем миңә бөтә йорт эшендә лә булыша
4)Мәктәптә көнөнә ике тапҡыр иҙән йыуыла
А16.Бирелгән рәүештәрҙең яһалыу юлдарын билдәләгеҙ: ара -тирә, үрле – ҡырлы, көнө - төнө
1)тамыр 3)ҡушма (парлау)
2)яһалма 4)ҡушма (бәйләү)
А17. Һанды табып, төркөмсәһен билдәләгеҙ: Йөҙҙәрсә күҙ уның ауыҙына ҡараны.
1)йыйыу 3)төп
2)сама 4)бүлем
А18.Һөйләмдән рәүеш дәрәжәләрен билдәләгеҙ: Ирек үҙен беренсе тапҡыр йәл(1), яңғыҙаҡ итеп(2) һиҙҙе, һәм был тойғо уға бик тә ауыр(3) ине.
1)төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ
2)аҙһытыу, сағыштырыу, төп
3)артыҡлыҡ, төп, аҙһытыу
4)төп, сағыштырыу, аҙһытыу
А19. Алмаштарҙың төркөмсәләрен билдәләгеҙ: Был (1) ваҡиғанан һуң беҙҙең(2) тормош кәртәләнде: миңә(3) гәзит һатырға рөхсәт итмәнеләр.
1)күрһәтеү, эйәлек, зат
2)билдәһеҙлек, һорау, юҡлыҡ
3)күрһәтеү, зат, билдәләү
4)һорау, эйәлек, зат
А20. Исем ҡылым менән бирелгән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Һалды ҡаршыларға кешеләр билдәләнә
2)Олатайым һойләгән ваҡиғалар, мәктәп альбомына теркәлгән
3)Өй эсендә шау – шыу, илау, шатланыу башланды
4)Шулар минең күңелдә ауырлыҡ тыуҙырҙылар
А21. Төбәү килеште талап иткән бәйләүесте билдәләгеҙ:
1)Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильм төшөрҙөләр
2)Олатайым һөйләүенә ҡарағанда,уларға Еңеү көнөн бик һуң ғына еткерәләр
3) Ҡалаға килгәндән бирле мин үҙемә тынғы тапмайым
4)Талҡаҫ күле көҙгө кеүек ялтырап ята
А22.Мөнәсәбәт һүҙ менән бирелгән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Һәр башҡорт телен,мәҙәниәтен һәм шәжәрәһен яҡшы белергә тейеш
2)Дөрөҫөн һөйләп бирҙем дә баһа
3)Аһ,ҡотто алдың бит
4)Селтер-селтер аҡҡан шишмә һағышты баҫҡандай булды
А23.Һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?
Ҡайҙа ғына ҡарама - сәтләүек һарғайып күренә
1)нөктә 3)өндәү
2)һорау 4)күп нөктә
А24.Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
Февраль айының ҡаты бурандары.
1)билдәле эйәле 3)дөйөм эйәле
2)эйәһеҙ 4)атама
А25.Кире хәлдәр менән бирелгән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған эстафета тапшырҙыҡ
2)Иртәнге ҡояш сағыу нурҙарын һибә
3)Ни тиклем генә тырышһам да,еңеү яулай алманым
4)Республикабыҙ киләсәге өмөтлө
А26.Ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ:
Быйылғы йыл Республика йылы тип иғлан ителде, мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрелә башланы.
1)эйәртеүле 3)теркәүесһеҙ теҙмә
2)теркәүесле теҙмә 4)күп эйәрсәнле
А27.Кешеләрҙең төрлө дәүләт учреждениелары менән үҙ – ара аралашыуы ҡайһы стилгә ҡарай ?
1)матур әҙәбиәт 3)хаттар
2)йәнле һөйләү 4)рәсми
А28. Һөйләмдең хәбәре ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен һәм ниндәй ялғау ҡабул итеүен билдәләгеҙ:
Ер шары – минең йәшел йәшәү бишегем, һулар һауам,эсәр һыуым.
1)исем, эйәлек заты 3)сифат, эйәлек килеш
2)ҡылым, хәбәрлек 4)рәүеш, хәбәрлек заты
А29.Инеш һөйләмдәрҙә ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?
1)һыҙыҡ, йәйә 3)тырнаҡ, күп нөктә
2)йәйә, өндәү 4)ике нөктә, өтөр
А30. Һөйләмдә ниндәй тыныш билдәләре төшөп ҡалған?
Минең бурысым ( ) туған халҡымдың өмөттәрен аҡлау ( ) уның намыҫлы эшсән улы булыу.
1)ике нөктә, өтөр, һыҙыҡ 3)өтөр, нөктәле өтөр
2)һыҙыҡ, өтөр 4)нөктәле өтөр, һыҙыҡ
А31.Ҡайһы һүҙгә килеш ялғауы дөрөҫ ҡушылған?
1)Минскийҙан 3)Вәлишиндан
2)Донбассҡа 4)кафелә
2-се ѳлѳш
В1-В8 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкаһындағы шаҡмаҡҡа ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
Тексты уҡығыҙ һәм В1-В7; С1 эштәрен башҡарығыҙ.
(1)Ошо мәл минең күңелемдә мәңге онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды. (2)Ошонан һуң мин икмәктең — был бөйөк һәм изге нәмәнең - ҡәҙерен аңлағандай булдым.
(3)Икмәк - кешенең аҙығы ғына түгел, ә , ғорурлығы, бөйөклөгө, байлығы ул.(4) Икмәк — кешене кеше иткән, уға тәбиғәт алдындағы көсөн, аҡылын байраҡ иткән нәмә ул. (5)Икмәк — тормош ул.(6) Бына мин нәмәгә төшөнгәндәй булдым. (7)Ә беҙ бит уны асыҡҡанда ғына иҫкә төшөрәбеҙ, ҡәҙерләй белмәйбеҙ, иҫ киткес ғәмһеҙлек күрһәтәбеҙ. (8)Әлеге бер пилотка бойҙай ваҡиғаһынан һуң мин, аяҡтар юҫыҡ йөрөргә эшкинмәһә лә, Әфҡәт менән Әхәтте генә түгел (ул малайҙар ошо Әхәт менән Әфҡәт булып сыҡты), бөтә ауылды, бөтә тирә - яҡ кешеләрен, бөтә донъяны туйҙырырҙай булып эшкә егелдем. (9)Ауылдаштарым мине бригадир итеп ҡуйҙылар. (10)Бригадирҙың хәле билдәле бит инде: өй беренсә йөрөйһөң. (11) Кем нисек йәшәй, ҡалай тын ала, кемдә ниндәй шатлыҡ бар ҙа, кем ниндәй ҡайғыға тарыған. (12)Һуғыштың иң ҡыҙыу саҡтары. (13)Ауыр хәбәрҙәр йыш килә.
(14)Бындай саҡта, уртыңды сәйнәй - сәйнәй, тол ҡалған ҡатынға йылы һүҙ әйтәһең, етем балаларының башынан һыйпайһың.
(Ә.Вәхитов)
В1.Текстан инеш һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
В2.Бер составлы һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
В3.Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен билдәләгеҙ:
№ | Һүҙбәйләнеш | Хәреф | Һүҙбәйләнеш төрө |
1 | Ҡайғыға тарыған | А | Һөйкәлеү |
2 | Бригадирҙың хәле | Б | Ярашыу |
3 | Бер пилотка бойҙай | В | Башҡарылыу |
4 | Кем йәшәй | Г | Йәнәшәлек |
В4. Текстан схемаға тап килгән һөйләмде билдәләгеҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
( ~~~~~ ~~~~ -------=.)
В5.Текстан элизия күренешенә миҫал табып,яуапты һан менән яҙығыҙ.
В6. В7,В11-се һөйләмдәрҙән киҫәксәләрҙе табып, төрөн билдәләгеҙ.
В7.Синонимдар булған һөйләмдәрҙе табып, яуапты һан менән яҙығыҙ.
В8.Һүҙьяһалыш юлдарын билдәләгеҙ.Яуапты һан һәм хәрефтәр менән яҙығыҙ.
№ | Һүҙ һәм һүҙбәйләнеш | Хәреф | Һүҙьяһалыш юлы |
1 | Әфҡәт менән Әхәт | А | Парлау |
2 | Сәйнәй - сәйнәй | Б | Ҡушыу |
3 | Тирә - яҡ | В | Бәйләү |
4 | Түрбаш | Г | Ҡабатлау |
3-сѳ ѳлѳш
С1 (инша) эшен башҡарғанда 2-се һанлы яуаптар бланкыһында үтәргә кәрәк.
С1. Тексты уҡып сыҡҡандан һуң, текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелгән проблемаға аңлатма бирегеҙ.
Автор ҡарашына аңлатма бирегеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни ѳсѳн? Үҙ яуабығыҙҙы тормоштан алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ.
Инша күләме 150 һүҙҙән кәм булмаһын.
Уҡылған тексҡа нигеҙләнмәйенсә яҙылған эш баһаланмай.
Әгәр инша тәҡдим ителгән тексты һѳйләп биреүгә ҡоролһа, йә текст аңлатма бирелмәй генә күсереп яҙылһа, ундай эш ноль балл менән баһалана.
Иншаны таҙа, аңлайышлы почерк менән яҙығыҙ.
Башҡорт теленән берҙәм дәүләт имтиханы
02 – се вариант
Һорауҙарға яуап бирер алдынан инструкцияны иғтибар менән уҡып сығығыҙ.
Башҡорт теленән имтихан 40 һорауҙан тора, 1-се ѳлѳштә (А) 31 һорау бирелә. Һәр һорауға 4 тѳрлѳ яуап килтерелә. Шуларҙың береһе генә дѳрѳҫ.
2-се ѳлѳштә (В)8 һорау бирелә. Уларға ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
3-сѳ ѳлѳштә бер задание бирелә - йѳкмәткеһе буйынса ҙур булмаған инша яҙырға ҡушыла. Инша махсус бланкта яҙыла.
Яуаптарҙы асыҡ, матур яҙығыҙ. Имтихан һорауҙарына яуап биреү ѳсѳн 3 сәғәт (180мин.) ваҡыт бирелә. Эштәрҙе бирелеү тәртибендә үтәргә кәрәк. Ваҡытты экономиялау ѳсѳн яуап бирә алмаҫтай һорауҙы ҡалдырып тороғоҙ һәм икенсе һорауға күсегеҙ. Бѳтә 40 һорауға ла яуап биргәс, был һорауҙарға кире урап килергә мѳмкин. Ваҡытты дѳрѳҫ бүлергә кәрәк: А – 31 – 45 минут, В – 8 – 45 минут, С – 90 минут.
Дѳрѳҫ яуап ҡатмарлылығына ҡарап бер йәки бер нисә балл менән баһалана. Бѳтә эштәр ѳсѳн ҡуйылған балдар ҡушыла. Күберәк һорауҙарға яуап биреп, күберәк балл йыйырға тырышығыҙ.
Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
1- се ѳлѳш
А1 – 31 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкыһында шаҡмаҡҡа һеҙ һайлап алған яуапҡа тап килгән һан эргәһенә «х» тамғаһы ҡуйығыҙ.
А1.Ҡайһы һүҙгә эйәлек ялғауы ҡушҡанда тамырҙағы һуҙынҡы һаҡланып ҡала?
1)майҙан 3)колхоз
2)толом 4)көтөү
А2.Исем ҡылымдарҙың ҡайһыһына ялғау дөрөҫ ҡушылған?
1)бороуо 3)төшөүе
2)төрөүө 4)килүе
А3.Ҡайһы рәттәге һүҙҙәрҙең уҡылышы дөрөҫ?
1)Сәрби, Фәтхи, Нәбей
2)Шәмсей, Зәки, Ғилмей
3)Сәреби, Фәтехи, Бибей
4)Сәрбей, Фәтхей, Нәбей
А4.Тартынҡылары дөрөҫ әйтелгән рәтте билдәләгеҙ:
1)Һикһәм бер, бер геше
2)боронғо, ҡомбағыш
3)ҡоро ғайын, Ватан
4)барып ал, пассив
А5.Тамыр йәки нигеҙ ҡылымға –һа, -һә ялғауҙары ҡушылып яһалған ҡылым ҡайһы һөйкәлешкә ҡарай?
1)теләк 3)бойороҡ
2)шарт 4)хәбәр
А6.Төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәрҙе билдәләгеҙ:
1)тиклем, табан 3)өсөн, тураһында
2)алып, башҡа 4)һымаҡ, менән
А7.Теҙеү теркәүестәре менән бирелгән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Мин шул тиклем асыҡтым, шуға ла быуындарым ҡалтырай башланы
2)Дәрестән һуңлабыраҡ сыҡтым, шул арҡала трамвайға өлгөрмәнем
3)Көндәр буйы китапханала ултыра ла һуңлап ҡына ҡайтырға сыға
4)Әгәр бөгөн уңышлы сығыш яһаһам, һис шикһеҙ шат булыр инем.
А8.Ҡылымдың эш - хәрәкәткә кәмһетеп ҡарау рәүешлеген белдергән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Марат бөгөн сәсен ҡырын тараған булған
2)Уның бөгөн осрашыуға килмәүе лә ихтимал
3)Рәсүл шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе
4)Һаман күҙ алдымдан китмәйһең, Ғәҙел!
А9.Предметтың йәки кешенең эше буйынса билдәһен белдереүсе ҡылымдар нисек атала?
1)хәл ҡылым 3)сифат ҡылым
2)исем ҡылым 4)уртаҡ ҡылым
А10.Ҡайһы ҡылым төркөмсәһе затта ла, һанда ла үҙгәрмәй?
1)исем ҡылым 3)хәл ҡылым
2)уртаҡ ҡылым 4)сифат ҡылым
А11.Форзац һүҙенең мәғәнәһен ҡайһы һөйләм асыҡлай?
1)Яңы юл,абзац
2)Телмәр һөйләүсе кеше
3)Ҡағыҙҙағы яҙыуҙарҙы икенсе ҡаҙғыҙға күсереүсе аппарат
4)Китапты уның тышы менән тоташтырыусы эске яҡлап ҡуйылған бите
А12.Һандарҙы табып,төркөмсәһен билдәләгеҙ:
Төрки телдәр егерме бишләп булһа,ҡалған ике төркөмдә бишәр – алтышар ғына тел иҫәпләнә.
1)йыйыу, сама, бүлем
2)төп, бүлем, кәсер
3)рәт, төп, үлсәү
4)сама, төп, бүлем
А13.Билдәһеҙлек алмаштарын билдәләгеҙ:
1)һис ниндәй,һәр бер 3)һәр кем, бөтәһе
2)әллә нисек,ҡайһы 4)бер ни, һәммәһе
А14.Ҡайһы рәттә тарихи һүҙҙәр бирелгән?
1)мөғәллим, мөҡәддәс 3)иҡтисад, сәйәсмән
2)барымта, кулак 4)принтер, факс
А15.Ауыҙ һыуы ҡороу тигән фразеологик берәмектең мәғәнәһен билдәләгеҙ.
1)бик ныҡ маҡтау 3)күп уҡыу
2)әрләү 4)арығансы йүгереү
А16.Тиң булмаған аныҡлаусы менән бирелгән һөйләмде билдәләгеҙ:
1)Ауылымдың бейек – бейек тауҙарына ҡарап һоҡланам
2)Аҡ,зәңгәр,һары төҫтәрҙе үҙ итәм
3)Теҙелеп үҫкән зифа аҡ ҡайындарҙы юҡһынам
4)Көнсығыштан йылы,талғын ел иҫә.
А17.Өҫтәлмәлектәре булған һөйләмде билдәләгеҙ: 1)Минең ағайым хирург булып эшләй
2)Сөмбөл уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә
3)Зөләйха өләсәйем беҙгә йыш килә.
4)Район мәктәптәрендә физиктар бик аҙ
А18.Һөйләмдән инеш һүҙҙе табып, мәғәнәһен билдәләгеҙ:
Ниһайәт,барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты. 1)фекер йомғағы 3)ышаныу
2)фекер тәртибе 4)шикләнеү
А19.Ҡушма һөйләм төрөн билдәләгеҙ:
Әллә өләсәһе һөйләгәнеме,әллә кемдәндер ишеткәнеме бар Юлдаштың: кәмә сайҡалмаһын өсөн, тигеҙлек һаҡларға кәрәк.
1)күп эйәрсәнле 3)ҡатнаш ҡушма
2)теҙемдәр 4)эйәртеүле
А20.Башҡорт алфавиты нисә хәрефтән тора?
1)38 3)41
2)40 4)42
А21.Яңғырау тартынҡыларҙан төҙөлгән рәтте билдәләгеҙ:
1)заман,борғо,баян 3)йөҙөм,хат,һауыт
2)мәктәп,дәфтәр,ҡәләм 4)боҙ,ямғыр,таж
А22.Билдәһеҙ эйәле һөйләмдең хәбәре нисәнсе затта килә?
1)1-се зат 3)3-сө зат
2)2-се зат 4)1-се һәм 2-се зат
А23.Сәйәсәт, идеология, мәҙәниәт, ижтимағи - сәйәси тормош өлкәһендә аралашыу ниндәй стилгә ҡарай?
1)фәнни 3)рәсми
2)публицистик 4)йәнле һөйләү
А24.Нөктәле өтөр ҡайһы осраҡта ҡуйыла?
1)инеш һөйләмдә 3)теҙмә ҡушма һөйләмдә 2)ябай һөйләмдә 4)ымлыҡтан һуң
А25.Һөйкәлеү бәйләнешен билдәләгеҙ:
1)минең йондоҙом 3)аҫыл ҡош
2)дәфтәргә яҙҙым 4)ямғыр яуа
А26.Һөйләмдән сифатты табып,дәрәжәһен билдәләгеҙ:
Һылыуҙарҙың – һылыуы бит минең әсәкәйгенәм! 1)аҙһытыу 3)сағыштырыу
2)артыҡлыҡ 4)төп
А27.Ҡушма ҡылымды табып,яһалыу юлын билдәләгеҙ:
Урал әбейе өмәселәргә йәш саҡтағы мәҙәктәрен көлә- көлә һөйләй торғайны.
1)парлау 3)бәйләү
2)ҡабатлау 4)парлау,бәйләү
А28.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымын табып,мәғәнәһен аңлатығыҙ:
Зинһар, әйтегеҙ инде, ышанысымды бер үк аҡлаһындар!
1)үтенес 3)рәсми бойороу
2)ҡаты бойороу 4)ғәҙәти бойороу
А29.Ауылдаштарым һүҙе ниндәй ялғауҙар ҡабул иткән,ҡайһы схема тура килә?
1)яһаусы, яһаусы, килеш
2)яһаусы, үҙгәртеүсе, эйәлек заты ялғауы
3)килеш, яһаусы, яһаусы
4)үҙгәртеүсе, үҙгәртеүсе, хәбәрлек заты ялғауы
А30.Һөйләмдә ниндәй тыныш билдәһе ҡуйылмаған?
Ат тураһында һөйләй башланыңмы( )малайҙарҙан ҡотолоп булмай.
1)өтөр 3)һыҙыҡ
2)ике нөктә 4)нөктәле өтөр
А31. «Теге» алмашының төбәү килеш формаһын билдәләгеҙ:
1)тегене 3)тегендә
2)тегегә 4)тегелә
2-се ѳлѳш
В1-В8 эштәрҙе башҡарғанда 1-се һанлы яуаптар бланкаһындағы шаҡмаҡҡа ҡыҫҡаса яуапты һандар һәм хәрефтәр тәртибендә бирергә кәрәк.
Тексты уҡығыҙ һәм В1-В7; С1 эштәрен башҡарығыҙ.
(1) …Иллеләп һуғышсынан торған төркөмдө тар-мар итергә ебәрелгән десантниктар взводы үҙе ҡамауға эләкте. (2) Ике БМП-ның береһе дөрләп яна, икенсеһе ҡайҙалыр тороп ҡалды.
(3)Күҙ бәйләнгән мәл ине. (4) Тәпәш кенә сәнскеле ҡыуаҡ, артыш та әрем баҫҡан соҡор - саҡырлы ер. (5) Яҡында ғына һайығып, тармаҡ - тармаҡ бүленеп аҡҡан ҙур һыу. (6) Шуны аша сыҡһа, взвод тоҙаҡтан ысҡына – ысҡыныуын, ләкин уға яҡын барырлыҡ түгел. (7) Теге төркөм патронды йәлләмәй. (8) Пулеметтар, автоматтар туҡтауһыҙ шатырлатып ата.
(9)Ошо ваҡыт десантниктарға ярҙамға килеп еткән минометсылар ут асты. (10) Ҡараңғыла улар кемдең ҡайҙалығын абайламаны, ахырыһы. (11) Бер нисә мина үҙебеҙҙең һалдаттар ятҡан ергә килеп төшмәһенме. (12) Хәйер, ҡаршы яҡта ла аллы – артлы гөрһөлдәү тауыштары яңғыраны, һауаға утлы бағаналар сорғолдо. (13) Ошонан файҙаланып, десантниктар йылғаға ташланды.
(14)Взвод йылға аръяғына сигенеп, үлемесле ерҙән алыҫлашҡан һайын, атыш тауыштары, гранаталар гөрһөлдәүе шул тарафҡа күсә барҙы. (15) Үлгән һалдаттарҙың мәйеттәре лә, яраланып йығылғандар ҙа бәрелеш урынында ятып ҡалды. (16)Шулар иҫәбендә йәш кенә сержант, йәнфарман йүгергән ыңғайға күкрәгенә пуля тейеп, мина соҡорона ҡоланы.
(Ә.Хәкимов)
В1.Инеш һүҙле һөйләмдәрҙе билдәләгеҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
В2. В14 – се һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
В3.Бирелгән һөйләмдәрҙең төрҙәрен билдәләгеҙ. Яуапты һан һәм хәреф менән яҙығыҙ.
№ | Һөйләм | Хәреф | Һөйләм төрҙәре |
1 | Шулар иҫәбендә йәш кенә сержант, йәнфарман йүгергән ыңғайға күкрәгенә пуля тейеп, мина соҡорона ҡоланы. | А | Айырымланған хәл |
2 | Тәпәш кенә сәнскеле ҡыуаҡ, артыш та әрем баҫҡан соҡор-саҡырлы ер. | Б | Теркәүесле теҙмә ҡушма |
3 | Шуны аша сыҡһа, взвод тоҙаҡтан ысҡына – ысҡыныуын, ләкин уға яҡын барырлыҡ түгел. | В | Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма |
4 | Ике БМП-ның береһе дөрләп яна, икенсеһе ҡайҙалыр тороп ҡалды. | Г | Атама |
В4.Текстан ҡылымдың юҡлыҡ формаһын күрһәткән һөйләмде табып,яуапты һан менән яҙығыҙ.
В5.Күрһәтеү алмаштары булған һөйләмде табып, килешен билдәләгеҙ. Яуапты һан һәм килештәр менән яҙығыҙ.
В6. В1, В11 – В13 -сө һөйләмдәрҙән ҡылымдарҙы табып,төркөмсәләрен билдәләгеҙ. Яуапты һан һәм һүҙ менән яҙығыҙ.
В7.Текстан тик нәҙек һуҙынҡынан һәм ҡалын һуҙынҡыларҙан ғына төҙөлгән һөйләмдәрҙе табығыҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
В8.Текстан ҡушма һүҙҙәрҙе табып, яһалышы буйынса төркөмләгеҙ. Яуапты һан менән яҙығыҙ.
№ | Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы | Нисәнсе һөйләмдә бирелгән |
1 | Парлау | |
2 | Ҡабатлау | |
3 | Ҡушыу | |
4 | Ҡыҫҡартыу |
3-сѳ ѳлѳш
С1 (инша) эшен башҡарғанда 2-се һанлы яуаптар бланкыһында үтәргә кәрәк.
С1. Тексты уҡып сыҡҡандан һуң, текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелгән проблемаға аңлатма бирегеҙ.
Автор ҡарашына аңлатма бирегеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни ѳсѳн? Үҙ яуабығыҙҙы тормоштан алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ.
Инша күләме 150 һүҙҙән кәм булмаһын.
Уҡылған тексҡа нигеҙләнмәйенсә яҙылған эш баһаланмай.
Әгәр инша тәҡдим ителгән тексты һѳйләп биреүгә ҡоролһа, йә текст аңлатма бирелмәй генә күсереп яҙылһа, ундай эш ноль балл менән баһалана.
Иншаны таҙа, аңлайышлы почерк менән яҙығыҙ.
1-се варианттың яуаптары
1-се ѳлѳш
А1 –3 А17 – 4
А2 – 4 А18 - 2
А3 – 3 А19 - 1
А4 – 1 А20 - 3
А5 – 2 А21 - 2
А6 – 3 А22 - 1
А7 – 2 А23 - 1
А8 – 4 А24 - 4
А9 – 4 А25 - 3
А10 – 3 А26 -3
А11 – 2 А27 - 4
А12 – 3 А28 - 1
А13 – 1 А29 - 1
А14 – 4 А30 - 2
А15 – 1 А31 - 2
А16 – 3
2-се ѳлѳш
В1 – 2,8
В2 -12,14
В3 – 1В, 2А, 3Г, 4Б
В4 – В1,
В5 – В8
В6 – Раҫлау, сикләү, тиҙлек
В7 – В2, В3, В8, В11
В8 –1Б, 2В, 3Г, 4А
2-се варианттың яуаптары
1-се ѳлѳш
А1 – 2 А17 – 4
А2 – 3 А18 - 2
А3 – 4 А19 - 3
А4 – 1 А20 - 4
А5 – 2 А21 - 1
А6 – 1 А22 - 3
А7 – 3 А23 - 2
А8 – 1 А24 - 3
А9 – 3 А25 - 1
А10 – 2 А26 - 2
А11 – 4 А27 - 2
А12 – 4 А28 - 1
А13 – 2 А29 - 2
А14 – 2 А30 - 3
А15 – 1 А31 - 2
А16 – 3
2-се ѳлѳш
В1 – В10, В12
В2 –Тиң булмаған күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
В3 – 1А, 2Г, 3Б, 4В
В4 – В7, В10
В5 – В6 - төш. к., В7- төп к., В9-төп к., В13- сығ. к., В16- төп к.
В6 – В1-уртаҡ, В11-сифат, В12-исем, В13-хәл
В7 – В3, В13
В8 –1-В1,В4,В6,В12
2-В5
3-В16
4-В2