Ҡулланма материалдар
Һеҙ был биттә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу өсөн материалдар табырһығыҙ.
Таратма материалдар, карточкалар менән бүлешәм.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр | 378.48 КБ |
Йомаҡтар | 192.07 КБ |
Фразеологик берәмектәр | 12.6 КБ |
Тиҙәйткестәр | 17.23 КБ |
Ҡылым тураһында белешмә | 31 КБ |
Ҡылым һөйкәлештәре тураһында белешмә | 30.5 КБ |
Ҡылым төркөмсәләре тураһында белешмә | 34 КБ |
Исем тураһында белешмә | 17.46 КБ |
Әҙәби персонажға характеристика | 14.2 КБ |
Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында белешмә | 46 КБ |
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Предварительный просмотр:
Фразеологизмдар
1. Теш ҡайрау – асыуланыу
2. Кәкре ҡайынға терәтеү – алдау
3. Табанын ялтыратыу – ҡасыу
4. Тәртәһе ҡыйыш / кәзәһе артынан ҡалмай / - үсексән
5. Ғәйеп булыу – юғалыу
6. Арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә - ит / ике донъя, бер мөрйә / - барыбер
7. Һалпы яғына һалам ҡыҫтырыу – маҡтау
8. Бүрәнә үтә бүре күрә - белмәгәнде, күрмәгәнде һөйләй
9. Борсаҡ ярыу – маҡтаныу
10. Башлы – күҙле булыу - өйләнеү
11. Теңкәне ҡоротоу – йонсотоу
12. Тар – мар итеү – ҡыйратыу
13. Төҫө боҙолоу – ризаһыҙлыҡ
14. Төтөн сығарыу – үҙ аллы йәшәп китеү
15. Күҙ йөрөтөү – ҡабаланып ҡына ҡарап сығыу
16. Күҙен дүрт итеү- аптырау
17. Күҙен астылар – кешене белергә өйрәтеү
18. Йәне юҡ – үтә моңһоҙ, вайымһыҙ
19. Башы күккә тейеү – шатланыу
20. Ашарҙай булып ҡарау – ҡаты асыу менән ҡарау
Ауыҙы менән ҡош тота Юрғанына ҡарап аяҡты һуҙыу
Ауыҙыңа бал да май Сүбәк сәйнәү
Ғүмер итеү Сырай һытыу
Ғазап сигеү Өй тауығы
Күтәреп йөрөтөү Өҫкә бысраҡ өйөү
Күңел ҡатыу Өҙөлөп тороу
Зыҡ ҡубыу Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы
Зәһәр сәсеү Оло йөрәкле
Бишкә бөгөлөү Оҙон / кәкре / ҡуллы
Боғаҙ йыртыу Ни аллаға, ни муллаға
Һыр бирмәү Тоҡсайыңды киң тот
Һыу ҡапҡандай булыу Мәж килеү
Һыуҙан ҡоро сығыу Маҙаға / теңкәгә / тейеү
Ят итеү Май эсендә йөҙгән бөйөр кеүек
Яраға тоҙ һалыу Майына сыҙамау
Яҡты күҙҙә Ҡулға ла йоҡмау
Предварительный просмотр:
Тиҙәйткестәр
Сейәлектән сыҡҡан саҡта,
Сей сейә сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнар сиктә.
Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.
Һалҡын ағай, кит-кит,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!
Һөтлө һыйыр яланда, яланда.
Майлы бутҡа ҡаҙанда, ҡаҙанда.
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ! (Халыҡ ижадынан.)
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙүҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙҙекеме?
Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!
Баҫ, баҫ, Аҫылбай!
Әҫәрләнеп баҫмайынса,
Тәьҫирләнеп баҫмайынса,
Иләҫләнеү баҫылмай!
Сәғәт һуға даң-даң,
Хәбәр бирә таңдан.
Мәктәпкә барырға
Ун биш минут ҡалған.
Нисә ҡарға һәм нисә тал!
Осоп килгән, ти, бер нисә ҡарға һәм ҡунған, ти, улар талға.
Берәмләп ултырһалар,
Талһыҙҡала, ти, бер ҡарға.
Икешәрләп ултырһалар,
Ҡарғаһыҙҡала, ти, бер тал.
Әйтегеҙ әле, нисә ҡарға һәм нисә тал булған?
Биш бесәй.
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башына
Төшмәһен мейес ташы.
Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙһауыт май сыҡҡан. Һиҙиәт һыйырға, һарыҡҡа һалам һалғанда, һәнәгенеңһабын һындырған, һыныҡ һәнәген Һәҙиәгә һикһән һумға һатҡан.
— Төлкө, төлкө, төләймән,
Төндә ҡайҙа бараһың?
— Яу еренә барамын.
— Унда ниңә бараһың?
— Киҫәк-киҫәк итем бар.
— Уны ҡайҙа ҡуяһың?
— Таш аҫтына ҡуямын.
— Ағып китһә нишләрһең?
— Үкереп-үкереп илармын да
һыуға батып үлермен. (Халыҡ ижадынан.)
Өләсәйем.
Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
«Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә
— Өмөттәр өләшәйем!»
— Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өҙөлөп-өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем. (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Еүәйрә.
Епшек елдә еүешләнмәҫ,
Еңмешләнмәҫ Еүәйрә...
Еңмешләнмәһә Еүәйрә,
Ереклеләге еңгәһе
Емеш-еләк ебәрә,
Егәҙеләге еҙнәһе Ебәк елән ебәрә
— Еңмешләнмә Еүәйрә! (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Көләс.
Көләс кеткелдәп көлә:
Кемде күргән көҙгөлә?
Күркәмләнеп киткән Көләс,
Көйәҙләнеп киткән Көләс,
Күкһел күлдәген кейгәс!
Күлдәген күреп көҙгөлә,
Көләс кинәнеп көлә. (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Әйтсе.
Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй! (А. Игебаев.)
Гөлбаҡсабыҙ гөрләй.
Гөлбаҡсабыҙ гөрләүектәй гөрләй,
Гөлбаҡсабыҙ гөжләй, геүләй, гел-гел...
Гәпләшһәләр Гөлнур, Гөлдәр, Гөлкәй,
Гәпләшһәләр Гәүһәр, Гөлшат, Гөлгөл. (Ә. Әхмәт-Хужа.)
Өсәр-өсәрҙән өс өйөм,
Өйә-өйә өй була.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас.
Ҡара ҡарға төшкән ҡарға.
Аҡ ҡарҙан ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара.
Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,
Мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,
Мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Эй маҡтана, эй маҡтана:
“Ҡанат остарыма тағып,
Яҡшы хәбәр килдем алып,
Яҙ башлана, яҙ башлана!”
Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр,
Үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.
Таш баҫҡыс башына баҫ,
Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.
Һары Сабираға һары сандали,
Һары сандалиға һары Сабира.
Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Уң аяҡта һул ҡата.
Ғатала түгел хата,
Ҡата кейелгән хата.
Сейәлектән сыҡҡан саҡта,
Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнар сиктә.
Ләлә алма ала,
Ләлә бәлә һала:
- Алма йәшел ниңә?
Ҡыҙыл кәрәк миңә!
Шакирҙың шары
Шарт-шорт шартланы,
Шакир шуға шаңҡып,
Шып-шым ғына шаҡ ҡатты.
БАҪ, БАҪ!
Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!
Баҫ, баҫ, Аҫылбай!
Әҫәрләнеп баҫмайынса,
Тәьҫирләнеп баҫмайынса,
Иләҫләнеү баҫылмай!
(Ә. Әхмәт-Хужа)
ҺӘНӘК
Тырма! Тик торма!
Һин бесән тырма!
Эй, һәнәк, һәнәк,
Һин уңған һәләк.
(Т.Шаһманов)
ИШЛЕ-ИШЛЕ
Ишле эшле Ишкилде.
Ишкилде иш килде,
Ишле-ишле эш килде.
Ишле-ишле эшләгәс,
Ишле уңыш йыш килде
(Р.Ниғмәтуллин)
РӘХМӘТЛЕ
Раил көн дә Рәхмәттә,
Рәхмәттәрҙә рәхәт тә.
Рәхәтләнеп эшләгәс,
Рәхмәт әйтә Рәхмәт тә.
(Р.Ниғмәтуллин)
ЭТ
Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәндә,
Тота ла тешләп китә.
Эт эшенең эҙемтәһе –
Минең йыртылған күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.
(И.Морат)
Предварительный просмотр:
Ҡылым
Ҡылым — үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙҙәр ҡылым тип атала. Ҡылымдар нимә? (ни) эшләй?, нимә? (ни) эшләне?, нимә (ни) эшләй ине?, нимә (ни) эшләй торғайны?, нимә (ни) эшләр? тигән һорауҙарҙың береһенә яуап була: Дәрес бара. Имтихандар башланды. Атай иртәгә әйтер. Бөтәһен дә һөйләп бирәсәкмен.
Башҡорт телендә ҡылым заман менән үҙгәрә: хәҙерге заман, үткән заман, киләсәк заман.
Хәҙерге заман эш-хәрәкәттең хәҙерге ваҡытта эшләнеүен йә эшләнмәүен белдерә: бара, әйтеп тора, ултыра, һөйләй, тыңламай.
Үткән заман эш-хәрәкәттең һөйләү ваҡытына тиклем булғанлағын, эшләнгәнлеген- эшләнмәгәнлеген аңлата: һөйләне, яҙған, әйткәйне, ултырған ине, торғайны, ҡайтманы.
Киләсәк заман эш-хәрәкәттең, хәлдең һөйләү ваҡытынан һуң эшләнәсәген, буласағын йәки булмаясағын белдерә: әйтер, һөйләр, әйтәсәк, әйтмәйәсәк.
Ҡылымдар зат һәм һан менән үҙгәрә:
Зат Берлектә Күплектә
1-се зат килде м килдек
2-се зат килдең килдегеҙ
3-сө зат килә килделәр
Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар
үҙенең мәғәнәһендә, йәғни үҙ аллы;
ярҙамсы мәғәнәлә. Телмәрҙә үҙенең төп мәғәнәһендә ҡулланылған ҡылым үҙ аллы ҡылым тип атала.
Үҙ аллы ҡылымға эйәреп, ул бедергән эш-хәрәкәттең биҙәктәрен, торошон, нескәлектәрен аңлатҡан ҡылым ярҙамсы ҡылым тип атала.
Әсәйемә хат яҙҙым. — Урамда ҡолай яҙҙым.
Иртәгә иртә тор. — Һин дәрескә бара тор.
Бишектә бала ята. — Беҙгә кемдер килеп ята.
Килтерелгән миҫалдарҙа яҙҙым, ята, тор ҡылымдары үҙ аллы һәм ярҙамсы мәғәнәлә ҡулланылған. Ярҙамсы ҡылымдар үҙ аллы ҡылымдар менән бергә һөйләмдең хәбәре булып килә.
Предварительный просмотр:
Ҡылым һөйкәлештәре
Башҡорт телендә ҡылымдың дүрт һөйкәлеше бар.
Хәбәр һөйкәлеше
Хәбәр һөйкәлеше эш хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә: Уҡыған, әйтә, белә, һөйләй торғайны. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары үткән, хәҙерге. киләсәк замандарҙа килә. Зат, һан менән төрләнә. Барлыҡ-юҡлыҡта килә.
Бойороҡ һөйкәлеше
Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым ниндәйҙер бер эште, хәрәкәтте башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә: Дәрес әҙерлә. Балаларҙы уят. Иртә тор.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары түбәндәге мәғәнәләрҙе аңлата:
1. Ғәҙәти бойороу: барығыҙ ҙа килегеҙ, бергәләп уйнағыҙ, ишекте асмағыҙ.
2. Ҡаты бойороу: тор, күҙемә күренмә. Уйлап торма. Барып йөрөмә.
3. Рәсми бойороуҙы: Ҡыр эштәрендә барыһы ла ҡатнашһын.
4. Үтенес: әйтегеҙ инде, кил инде, бир инде.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары зат, һан менән үҙгәрә, барлыҡ- юҡлыҡта килә ала. Бойороҡ һөйкәлешенең 1-се заты булмай. Заман менән үҙгәрмәй.
Шарт һөйкәлеше
Башҡорт телендә шарт һөйкәлеше ниндәйҙер бер эш-хәрәкәттең үтәлеүенә икенсеһенең шарт булып килеүен белдерә. Килһә, апайыңдарға шылтыратырбыҙ. Күп көлһәң, иларһың. Махсус ялғауы –һа, -һә. Зат-һан менән төрләнә, заманы юҡ, барлыҡта-юҡлыҡта килә.
Теләк һөйкәлеше
Башҡорт телендә теләк һөйкәлеше эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе йәки үтәргә саҡырыуҙы белдерә. Зат-һан менән төрләнә, заманы юҡ, барлыҡта-юҡлыҡта килә.
Берлектә күплектә
I уҡығым килә уҡығыбыҙ килә
II уҡығың килә уҡығығыҙ килә
III уҡығы килә уҡығылары килә
Предварительный просмотр:
Ҡылым төркөмсәләре
(затһыҙ ҡылымдар)
Ҡылымдар эшләнгән эштең исемен, сифатын, ваҡытын, рәүешен, сәбәбен, эште эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклеген белдереп тә киләләр. Ошо мәғәнәләре буйынса башҡорт телендә ҡылымдың түбәндәге төркөмсөлөре бар: исем ҡылым, сифат ҡылым, уртаҡ ҡылым, хәл ҡылым.
Исем ҡылым.
Башҡорт телендә эш-хәрәкәттәр, хәл-тороштар аталып та йөрөтөлөргә мөмкин. Ул исем ҡылым тип атала. Тимәк. исем ҡылым эш-хәлдең, хәрәкәттең исемен белдерә. Ул нимә?, ни эшләү? һорауына яуап бирә: Көн дә йәйәү йөрөү (нимә? ни эшләү?) арытты. Башҡа барыу (нимә? ни эшләү?) булмаҫ.
Яһалышы
Исем ҡылымдар тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыу, -еү, -оу,-өү, -у, -ү ялғауҙары ҡушылыуҙан яһала: килеү, эшләү, ҡайтыу, башлау, һуғыу, көлөү, бороу һ. б.
Эйәлек заты менән үҙгәреше.
Исем ҡылымдар эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәрәләр, күплек ялғауҙарын да ҡабул итәләр.
Барлыҡ-юҡлыҡта килә. Заман менән төрләнмәй.
Уртаҡ ҡылым (инфинитив)
Уртаҡ ҡылым зат менән үҙгәрмәй һәм эш-хәрәкәттең барышын сағылдыра. Уртаҡ ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымдарға -рға, -ргә (башҡа фонетик варианттары менән) аффиксы ҡушылып яһала.
Миҫалдар: ҡайтырға, китергә, борорға, көлөргә, ашарға, йөрөргә.
Барлыҡ-юҡлыҡта килә. Заман менән төрләнмәй.
Сифат ҡылым
Сифат ҡылым тип зат менән үҙгәрмәй торған һәм үҙендә ҡылымдың да, сифаттың да билдәләрен туплаған ҡылым формаһы һанала. Сифат ҡылым эштең, хәркәттең, хәл-тороштоң билдәһен белдерә.
Барлыҡ-юҡлыҡта килә. Заман менән төрләнә (барған кеше, барасаҡ кеше).
Хәл ҡылым
Хәл ҡылым зат, һан менән үҙгәрмәй, ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә.
Барлыҡ-юҡлыҡта килә, заман менән төрләнмәй.
Дүрт формаһы бар:
- Барып (-ып, -еп, -оп, -өп)
- Бара-бара (-а,-ә)
- Барғас (-ғас, -гәс, -ҡас, -кәс)
- Барғансы (-ғансы,-гәнсе, -ҡансы, -кәнсе)
Предварительный просмотр:
Исем (урыҫ имя существительное) — төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын (кеше, әйбер, үҫемлек, хайуан, тәбиғәт күренештәре һ.б.) белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ул кем, нимә, ни, кемдәр, нимәләр һорауҙарына яуап бирә. Мәҫәлән: Ҡар яуа (нимә яуа? ҡар. Ҡар -исем). Бала йоҡлай (кем йоҡлай? бала. Бала — исем).
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар,ҡушаматтар, хайуан, китап-журнал исемдәре, географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.
Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә инә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла.
Исемдәр һан буйынса берлектә һәм күплектә торалар.
Исемдәрһең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата. Миҫалдар: туғаным, минең туғаным, балаларыбыҙ, һинең олатайың, уның күлдәге, ағайымдың машинаһы, был ҡәләм һеңлемдеке һ.б.
Эйәлек заты ишетелгәнсә яҙыла.
Иҫкәрмә:
- Тороу-ым, тороу-ың, тороу-ы; көлөү-ебеҙ, көлөү-егеҙ, көлөү-е.
- Ирек- ирк-ем, ирк-ең, ирк-е.
- Поезд- поез-ым, поез-ығыҙ, автомобиль- автомобил-ең, автомобил-дәре.
Башҡорт теле грамматикаһында алты килеш бар.
Килештәр Килеш һорауҙары
Төп килеш Кем? Нимә?
Эйәлек килеш Кемдең?Нимәнең?
Төбәү килеш Кемгә? Нимәгә? Нигә? Ҡайҙа?
Төшөм килеш Кемде? Нимәне? Ниҙе?
Урын-ваҡыт килеш Кемдә?Нимәлә? Ниҙә? Ҡасан?
Сығанаҡ килеш Кемдән? Нимәнән? Ниҙән? Ҡайҙан?
Исемдәрҙең хәбәрлек заты (ялғауҙары)
Б.һ. к.һ.
I зат уҡыусымын (-мен) уҡыусыбыҙ
II зат уҡыусыһың (-һең) уҡыусыһығыҙ
II зат уҡыусы уҡыусылар
Предварительный просмотр:
Әҙәби персонаж образын тикшереү схемаһы
- Персонаждың портреты (тышҡы күренеше). Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята? Портретта автор бигерәк тә ниндәй һыҙатҡа нығыраҡ иғтибар итә? Ул һыҙат геройҙы нисек ҡылыҡһырлай?
- Персонаждың телмәре.
- Персонаждың башҡалар менән мөнәсәбәте. (Уның хаҡында кем нимә ти. Уны нисек ҡылыҡһырлай. Уға башҡаларҙың симпатияһы. Һүҙ барған персонаж үҙен башҡалар менән нисек тота. Шуларҙан ниндәй һығымта яһап була? )
- Персонаждың йөрөш-торошо тураһында. (Һүҙе эшенә тап киләме?)
- Персонажды уратып алған мөхит. (Ул кемдәрҙе үҙ итә, кемдәр менән аралаша, ул йәшәгән, эшләгән шарттар, интерьер, пейзаж һ.б)
- Үҙенең персонажы тураһында автор нимә уйлай?
- Тулайым алғанда персонажды образы беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа нисек һынлана?
- Әҫәрҙең образдар системаһында һүҙ барған персонаждың урыны. Уның һынланышы әҫәр идеяһын асыуға ни тиклем ҡулай?
- Персонаждың образы тормош, кешеләр тураһында ниндәй уйҙар тыуҙыра?
Предварительный просмотр:
Синтаксис
- Синтаксис – грамматиканың бер өлөшө. Ул һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең һәм текстарҙың яһалыу юлдарын, уларҙың бөтә төрҙәрен өйрәнә. Синтаксистың берәмектәре һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст.
Эйәрсән һөйләм төрҙәре:
Теҙмә ҡушма һөйләм
Ике йәки бер нисә һөйләмдән торған һөйләм ҡушма һөйләм тип атала.
Ике ябай һөйләм үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнһә, бындай һөйләм теҙмә ҡушма һөйләм тип атала. Бер ябай һөйләмдән сығып икенсеһенә һорау биреп булмай, һөйләмдәрҙең һәр береһен айырым ҡулланып була.
Составындағы һөйләмдәр тик интонация ярҙамында ғына бәйләнһә, ундай һөйләм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм тип атала.
- Әгәр ҙә теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр бер үк ваҡытта, бер-бер артлы булған ваҡиғаларҙы белдерһә, араларында өтөр ҡуйыла.
Миҫал: Тиҙҙән ҡомалаҡтар үҫер, ҡара бөрлөгәндәр бешер, муйылдар шау сәскәгә күмелер (бер үк ваҡытта булған ваҡиғалар). Поезд килеп туҡтаны, вагондар асылды, пассажирҙар төшә башланы ( бер-бер артлы булған ваҡиғалар).
- Ҡапма- ҡаршылыҡты белдереүсе һөйләмдәр араһында һыҙыҡ ҡуйыла.
Миҫал: Балыҡ һурпаһы бешерергә уйлағайнылар – шырпы булманы.
- Тәүге ябай һөйләмдең мәғәнәһен унан һуң килгәне асыҡлаһа, ике нөктә ҡуйыла.
Миҫал: Мин шулай изге теләктәмен: юлдағылар юлда булһын, аҙашҡандар ҡауышһындар, эҙләгәндәр табышһындар.
Үҙ –ара теркәүестәр ярҙамында бәйләнеп килгән һөйләмдәр теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм тип атала. Ундай һөйләмдәрҙә өтөрҙәр ҡуйыла.
Миҫал: Ерҙән алыҫҡа китеп була, ә туған телде, моңдарҙы онотоп булмай.