Беҙ ғорурланабыҙ. Тәбиғәт һәйкәлдәре

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы
Архангел районының тәбиғәт һәйкәлдәре

Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар.

Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ.

Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.

    image

Асы шарлауығы

Архангел районының Абҙан һәм Асы ауылдары араһында, һуңғыһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамалары шул ауылдар исеменән алынған. Тәбиғәттең саф һау һәм таҙа һыу өсөн туристар үҙ иткән ифрат күркәм бер мөйөшө. Ысынлап та, шарлауыҡтың һыуы тап-таҙа һәм тәмле.Инйәрҙең таш менән ҡапланған һөҙәк яр өҫтөнә, мең төрлө нурҙар уйнатып, алты метр самаһы бейеклектән бәләкәй генә шарлауыҡ ағып төшә. Асы шарлауығын урыҫ теленә «Зеркальный», йә иһә «Ирҙәрҙең күҙ йәше» тип тә тәржемә итәләр. Сөнки алтмышынсы йылдар уртаһына тиклем шарлауыҡ булмаған. Бейек ҡаянан һыу тамсылап ҡына торған. Ошонан сығып, халыҡ төбәкте «Илаусы таш» тип тә йөрөткән. Ваҡыт үтеү менән һыу юлы нығыраҡ асыла барып, шарлауыҡ хасил булған. Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: айырыуса яҙ шарлауыҡ гөрләп аға, ә йәйен, һыу кәмегәс, ҡая буйлап сөбөрләй. Таштар еүешләнеп, ялтырап торғанға, уны «Көҙгөлө шарлауыҡ» тип тә атағандар. «Илаусы таш» карбонат тау тоҡомдарынан тора. Еүеш мүк менән ҡапланған. Шарлауыҡ тауҙың Инйәргә төшкән көньяҡ битләүендә, урманлы текә ҡаяһында урынлашҡан. Төньяҡ битләүе һөҙәк, дала үҫемлектәре менән ҡапланған. Йәйгеһен шартый еләге ныҡ уңа. Йәйен шарлауыҡ тапҡырында йылға тәрән түгел, уны кисеп тә үтәләр. Шарлауыҡ төшкән урында сумып сығырға мөмкин.

Ледяная Аскынская пещера.jpg

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе

Аҫҡын боҙ мәмерйәһе — Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә. Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 м бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инеү урыны бейек эзбиз ҡаяның 5 м тәрәнлегендә 15 м киңлегендәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 м оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ ауышлыҡ алып төшә. Мәмерйәнең оҙонлоғо 104 м, киңлеге 40-60 м һәм 12-26 м бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Иҙәнендә йыл һайын 7-10 эре һәм хасапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғырап тора.

image

Мүк еләге һаҙлығы

Орловка ауылы эргәһендәге Мүк еләге һаҙлығы тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

Листья очередные, кожистые, блестящие, темно­зеленые, снизу покрытые сизым налетом. Розово-красные цветки собраны в зонтиковидные соцветия. Цветет она в мае-июне, а плоды созревают в августе-сентябре. Они темно-красного цвета, шаровидной формы. В ней содержатся витамины, органические кислоты, сахара, микроэлементы.

Картинки по запросу атыш шарлауығы

Атыш шарлауығы

Ләмәҙ йылғаһының уң яҡ ярында Атыш шарлауығы бар. Уның бейеклеге 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан ашыу. Бындай шарлауыҡ - Башҡортостанда  бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказда осраған шарлауыҡтарҙан да үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора. Атыш йылғаһы туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә (сума). Атама " Атыш йылғаһы сумған" тигәндән килеп сыҡҡан. Атыштың ер аҫтына сумған ере- 276 метр, сыҡҡан ере 174 метр бейеклектә. Шулай итеп,дөйөм алғанда, йөҙ метр тирәһенә түбәнәйә. Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан ( эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан ( диаметры яҡынса 20 метр, тәрәнлеге 7 метр) Атыш йылғаһы ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡ йәшәй. Ландшафтары ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандары тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


.