Шағирҙар тел тураһында

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы
image
image  image
Мәңге йәшә,эй һөйөклө  башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле - минең телем. (Зәйнәб Биишева)
image   image
Илен һөймәҫ  кенә телен һөймәҫ,
                                    Иле юҡтың ғына теле юҡ! (Рәми Ғарипов)                                               
image  
Ерҙә кеше һөйәгенә Убалар үҫкән…
      Тел – тере шишмә - үлмәгән Бөгөнгә еткән! (Баязит Бикбай)
  
image
Эй туған тел, эй матур тел,
Атам-әсәмдең теле.
                     Донъяла күп нәмә белдем                      
Һин туған тел арҡылы. (Ғабдулла Туҡай)
image
Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
   Һин бит беҙҙең хәтер иле,
Мәңге йәшә, башҡорт теле! (Хәсән Назар)
image
Үҙ еремдә дәүләт теле – башҡорт телем,
Ҡотоң ҡайтһын, көсөң ташһын,
                   даның артһын! (Ҡәҙим Аралбай)
image
Яҡтырт юлды, күңелдәрҙе,
Арттыр аҡыл- белемдәрҙе,
Мәңге йәшә, байы һәм үҫ.
Башҡорт теле- халҡым теле,
 Дәүләт теле- туған телем,
 Быуаттарҙан быуатҡа күс. (Гөлфиә Юнысова)
image
Теле бөткәндең бит көнө бөтә, 
Иле бөтә теле бөткәндең. (Рауил Бикбаев)
image
Туған телем, һин халҡымдың, 
Былбыл тауышы. 
Быуаттарҙан быуаттарға 
Ҡанат ҡағышы. (Рәшит Шәкүр)

Комментарии

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Бик кәрәкле бит! Матур булған.