Олимпиада материалдары

Аҫылбаева Гөлфиә Лөғәмән ҡыҙы

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә

9 класс

Теҙмә ҡушма һөйләм төрҙәре: теркәүесле теҙмә ҡушма (Кискә табан ел туҡтаны ла көн йылына башланы.), теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр (Күңелле музыка уйнап тора, бер нисә пар бейеп йөрөй). Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙең береһе икенсеһенә эйәреп килә.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре: 

Эйә һөйләм ( кем, нимә) ,

Эйәрсән хәбәр һөйләм (нимә, нимәлә, кемдеке);

Аныҡлаусы һөйләм ( кемдең, ниндәй, ҡайһы);

Тултырыусы һөйләм ( кемде, кемгә, кемдә, кемдән, нимәне, нимәлә, нимәнән,);

Хәл һөйләм. Хәл һөйләмдәр төрҙәре:

Ваҡыт һөйләм-(ҡасан, ҡасандан, ҡасандан алып) Байрас, ишек төбөнә еткәс, ҡапыл туҡталды;

Урын һөйләм( ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙан алып) Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ;

Рәүеш һөйләм( нисек, ни рәүешле)Мин был кешеләргә эшләгән кеүек, улар ҙа миңә эшләйҙәр;

Күләм- дәрәжә һөйләм( күпме, ни дәрәжәлә) Күпме ауыр булһа эштәре, шунса тырыш булды үҙҙәре;

Сәбәп һөйләм( ниөсөн, ни сәбәпле)Эш аҡса булмау сәбәпле тотҡарлана; маҡсат һөйләм ( ни өсөн, ниндәй маҡсат менән) Юлсылар аҙашмаһын өсөн, оҙон таяҡтар ергә ҡаҙап ҡуйылған;

Шарт һөйләм( ни эшләһә, ни булһа, ниндәй шартта) Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.;

Кире һөйләм(нимә булһа ла, нимәгә ҡарамаҫтан) Өҫтөмә ҡар яуып тормаҫтан, барып етергә тырышырмын.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр кәмендә 3 һөйләмдән тора. Уларға күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр, теҙемдәр ҡарай

Мәҫәлән: күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр (Мәскәү күге нурлы булһын өсөн1, сәскә атһын өсөн баҡсалар2, йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр3, шат йылмайһын өсөн балалар4, мин һуғыштым.) Мин һуғыштым- баш һөйләм, уға дүрт эйрсән һөйләм бәйләнеп килгән.

ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр (Яҙҙар килгәс1, ҡарҙар иреп ағыр2, ләкин һис ҡасан да иремәҫ шул күкрәк төпкөлөмдә ятҡан зар3) 1-эйәртеүле бәйләнеш,2- теҙмә бәйләнеш

теҙемдәр ҡобайырҙарҙа осрай, һирәкләп сәсмә әҫәрҙәрҙә, шиғырҙарҙа ла осрай

( Әсә һөртөкән күҙҙәрен,

Ата әйтәкән һүҙҙәрен:

-Бында беҙҙең торған ер

Ҡыуыш-тормош ҡорған ер,

Һеҙ доняға тыуған ер,

Әсәң менән атаңа

-Ожмах йәннәт булған ер-

Ике улан аңлаған,

Башҡа хәбәр һалмаған.)

  

Башҡорт әҙәбиәтенән олимпиадаға әҙерләнеү өсөн белешмә 

9 класс

Башҡорт халыҡ ижады бүленә:

1. Йола поэзияһы( арбау, ауырыуҙарҙы им- том итеү, ҡот ҡойоу, серле әйтем һүҙҙәр)

2. Йырҙар(тарихи, тормош- көнкүреш, мөхәббәт йырҙары, таҡмаҡтар)

3. Бәйеттәр (тарихи бәйеттәр, һуғыш бәйеттәре, тормош- көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәттәр)

4. Әкиәттәр: тылсымлы, хайуандар, батырҙар, тормош- көнкүреш әкиәттәре.

5. Көләмәстәр

6. Афористик ижад (мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар)

7. Ҡобайырҙар( батырҙар, тормош- көнкүреш тураһындағы иртәктәр, әйтештәр, лирик һәм эпик эпостар)

8. Сеңләүҙәр- ҡатын- ҡыҙҙар ғына башҡарған жанр

“Урал бытыр” эпосы- идеяһы- кешене тәбиғәттең иң көслө заты, төрлө яуыз көстәрәҙе еңеп сығыр, донъяға ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Ошо идея Урал образында сағылыш таба, Кешегә дан йырлана. Темаһы- батырлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡ, үлем менән үлемһеҙлек, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлек, яҡшылыҡ менән яманлыҡ

Иҙеүкәй менән Мораҙым”- был эпоста Алтын Урҙа, Нуғай урҙаһы дәүере, башҡорт ихтилалдары осоро,шул заманда йәшәгән тарихи шәхестәр(хандар, бейҙәр, батырҙар) һүрәтләнә. Азатлыҡ өсөн көрәш, яу ваҡиғалары үҙәктә тора.Ҡобайырҙы ижад иткән сәсән Иҙеүкәйҙе халыҡ батыры итеп күрергә теләй. Эпостың теле ябай, халыҡсан, яғымлы. Мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр, фразеологизмдар бик күп.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар- ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған. Ҡулъяҙма китап ҡулдан- ҡулға күсерелгән.Уларҙа дине идеология өҫтөнлөк итә. Донъя хәлдәре, дин, әхлаҡ мәсьәләләре хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ҡулъяҙмаларға Йософ вә Зөләйха, Таһир менән Зөһрә, Буҙйегет, Алдар менән Зөһрә, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу, Рисаләи Ғәзизә, әҫәрҙәре инә.

Боронғо әҫәрәҙрҙе ижад итеүселәр: Мәхмүд Ҡажғари- атаҡлы ғалим. Сәйәхәт итергә яратҡан, төрки халыҡтар теле тураһында мәғлүмәт йыйған. “Төрки һүҙҙәр йыйынтығы” исемле әҫәр өҫтөндә ғүмеренең аҙағынаса эшләй.

Йософ Баласағуни- Урта Азияла тыуып үҫә. Йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, хеҙмәткә баһа, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа. “Ҡот килтереүсе белем” исемле әҫәре 13 мең шиғри юлдан тора.

Ҡол- Ғәли “Ҡисса- и- Йософ”- төрки телендә яҙылған боронғо поэтик әҫәр. Ул шиғри формала яҙылған. Ҡол Ғәли 13 быуаттың 1174-1248 йылдарында йәшәгән. Был әҫәрҙе 1212-1233 йылдарҙа ижад иткән.Әҫәр нигеҙендә Зөләйханың Йософҡа булған мөхәббәте ята. Автор саф мөхәббәткә дан йырлай, кешенең сабырлығын, уңғанлығын маҡтай, яуыз әҙәмдәр фашлана, идеал батша тураһында хыялдар һүрәтләнә.

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”- төрки телле халыҡтарҙың ҡыпсаҡ төркөмө араһында таралған әҫәр. Идеяһы- ғәҙел батша, башлыҡ кәүҙәләндерелә.Ҡаһарманлыҡ, имен, гүзәл тормош тураһындағы ҡараштар сағыла. Геройҙар идеаль заттар. Уларҙың тойғолары гүзәл һәм һоҡланғыс.

Буҙйегет- башҡорт, татар, ҡаҙаҡ халыҡтары араһында киң таралған әҫәр. Буҙйегет исемле егет менән Ҡарасәс исемле ҡыҙҙың саф мөхәббәте, йәмғиәттәге социаль тигеҙһеҙлектәр, кешеләрҙең хоҡуҡһыҙлығы һүрәтләнә. Идеяһы- саф мөхәббәт өсөн көрәш, социаль тигеҙһеҙлектәргә протест.

Йырауҙар- төрки халыҡтарында фольклор һәм әҙәбиәт әҫәрҙәрен ижад итеүсе, йыраусы боронғо һүҙ оҫтаһы. Һабрау йырау- 14-15 быуаттарҙа йәшәгән. Сығышы менән Ҡыпсаҡ ырыуынан тип иҫәпләнә. Ул халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, йөҙйәшәр ҡарт, тормош тәжрибәһен, аҡылын йыйыусы итеп һүрәтләнә. Асан ҡайғы- 15 быуатта йәшәгән. Сығышы менән башҡорт. Ҡарағалпаҡтарҙың Майҡы бейе менән нәҫел ептәре тоташа. Ҡаҙтуған йырау- сығышы менән Ҡара- ҡыпсак ырыуынан. Батыр, шағир, йыраусы булып дан ала. Ай, Уралым, Уралым ҡобайыры уныҡы тип иҫәпләнә.

Сәсәндәр ижады- Ҡобағош сәсән (15- 16 быуатта йәшәгән). Ул Дим йылғаһы буйында йәшәгән, үҙе мең башы булып танылған. Ҡобағош батыр булған.Ул һүҙ менән дә, бүтән төрлө юлдар менән дә бейҙәргә ҡаршы көрәш башлаған. Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсән әйтешкәне исемле әҫәре бар. Ҡарас сәсән- 17-18 быуатта йәшәгән. Уны мәғлүмәттәр буйынса Ҡобағош сәсәндең бүләһе тип әйтәләр. Ул батыр һәм мәргән булған. Сәсәнлеге өсөн халыҡ уны бик яратҡан.(Ҡарас батыр һәм сәсән тураһында, Ҡарас менән Аҡша исемле әҫәрҙәре һаҡланған.

Ерәнсә сәсән Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы йәйләүҙә тыуған. Ул Әбелхәйер хан заманында еткән егет була. Аҙағыраҡ үҙен ҡаҙаҡ тип таныштыра. Ул башҡорт, ҡаҙаҡ халҡы араһында йәшәп уларҙың зарын белеп, күреп йәшәгән. Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне исемле әҫәре билдәле.

Байыҡ сәсән 18 быуатта йәшәгән. Ул Салауат районына ҡараған Мәхмүт ауылында 1710 йылда тыуған. Байыҡ Салауат Юлаев менән туған булалар. Пугачев етәкселегендәге , 1812 йылғы һуғыштырҙың шаһиты булған, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында ҡатнашҡан. Һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа ал бирмәҫ сәсән булып танылған.Уның Салауат батырға, Рәсәйҙе француз илбаҫарҙарынан һаҡларға арнап әйткән ҡобайырҙары билдәле. Байыҡ, Әхмәт Байыҡ исемле йырҙарҙы ла Байыҡ сәсән сығарған тип иҫәпләйҙәр.

Буранбай- Йәркәй сәсән- үткән быуаттың һүҙ оҫталарының иң атаҡлыһы. Буранбай, Ялан Йәркәй, Һыр, Хажеғәле, Иркутский, Бөҙрә тал,Сәлимәкәй йырҙарының авторы ул тип иҫәпләнә.Заманына күрә уҡымышлы иҫәпләнә. Йәштән уға белем алыу бәхете эләгә. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1781 йылда тыуа, 1868 йылда үлә. Ул байҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Шуға һөргөнгә ебәрәләр.

Ишмөхәмәт сәсән 1781 йылда Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында тыуған. Йәштән үк ҡурайсы, йырсы булып таныла. Шулай уҡ уны элекке сәсәндәрҙең ижадын һаҡлаусы тип иҫәпләйҙәр. Ишмөхәмәт сәсән “аяҡлы тарихсы”булған. (Санды үҙәк, Юлтыҡ ҡараҡ, Малыбай, Бүҙекәйев көйҙәренең һәм йырҙарының авторы тип әйтелә.

Ғәбит сәсән 1856 йылда Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуа. 1921 йылда үлә. Ул ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булып таныла. Ул халыҡ араһында электән ҡалған эпостарҙы, легендаларҙы һөйләп, йырлап йөрөр булған. Урал, Иҙел менән Яйыҡ, Салауат, Аҡбуҙат, Һары мулла, Күсәк бей, Тамьян, Салауат тигән эпостарҙы яҙып ала. Тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендаларҙы яҙып алған.

Салауат Юлаев (1754-1800)- Салауат районы Тәкәй ауылында старшина Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуа. Емельян Пугачев етәкселегендәге восстаниела ҡатнаша.1775 йылда Балтик диңгеҙе буйына Рогервикка ғүмерлек каторгаға ебәрелә. Ул шағир, сәсән булараҡ та билдәле. Ул бик иртә шиғырҙар ижад итә башлай. Уның Тыуған илем- шиғырында патриотик тойғо сағыла, Уҡ- исемле шиғырында ғәйепһеҙ ҡошҡа эләккән уҡ батша түрәләренә эләкһәсе тип әрней, Яу- иле,халҡы алдында ир- егеттәрҙең намыҫ эше, бурысы яуға сығыу,Тирмәмдә, Зөләйха, һандуғас- шиғырҙары тәбиғәт матурлығына бағышлана. Салауат образы сәнғәттә ҙур урын алып тора. Уның тураһында Р.Ишбулатов, Ә.Лотфуллин, А.Кузнецов кеүек күренекле рәссамдарыбыҙ геройҙың портретын яҙҙы. Сосланбәк Тавасиев һәйкәлен төҙөнө, Тамара Нечаева бюсын яһаны, Республикабыҙҙа С.Юлаев исемендә премия булдырылды. Хоккей командаһы, ҡала, район исеме бар.Степан Злобин, Дауыт Юлтый, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева уның тураһында әҫәрҙәр ижад иттеләр.

Тарихи шәхестәр- Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә, Кинйә Арыҫланов, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин, Александр Матросов, Һәҙиә Дәүләтшина....

Тажетдин Ялсығол (1767-1838)- Көҙәй ырыуынан. Тыуған ерендә бик аҙ йәшәй, сөнки 12 йәшендә атаһына эйәреп хажға китә. Ҡайтып килешләй атаһы Татарстанда үлеп ҡала, атаһының “минең ҡәберемде ташлама” тигән васыятына тоғро булып Мамадыш, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәй.Ғәрәп, фарсы,төрки телдәрен бик һәйбәт белә. Урта быуат китаптарын төрки теленә тәржемә итә.(Рисалә-и Ғәзизә, Тарихнамә –и болғар әҫәрҙәре бик әһәмиәтле. Тарихнамә –и болғар әҫәрендә тарихсыларҙың хеҙмәттәре, фольклор материалдар йыйылған Был әҫәрҙә Ҡөрьән, Библия мотивтары сағыла. Шәжәрәләр ҙә осрай.

Ғәбдерәхим Усман (1754-1834) Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Утыҙ имән ауылында тыуа. Бик иртә етем ҡала. Белем алырға бик ынтыла. Ҡарғалы, Бохара мәҙрәсәләрендә уҡый.Уны Стәрлетамаҡ яғы башҡорто Лоҡман кантон улы Ибраһимов уны юғалған улы урынына уллыҡҡа ала, шулай итеп ул саф башҡорт булып донъя ҡуя. Уның 50- гә яҡын әҫәре билдәле. Ижадының төп йүнәлеше тормошто реаль һүрәтләү.Ғилемгә, әҙәпкә дан йырлай. Белемле, намыҫлы булырға өндәй.

Ғәли Соҡорой (1826-1889) Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылында тыуа. Бөрө, Усы, Минзәлә мәҙрәсәләрендә белем ала. Әҫәрҙәре: Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың тарихын хикәйәләү, Тәуарих- и Болғария.Әҫәрендә элек булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй, үҙ фекерен белдерә, географик белешмәләр бирә, ғибрәтле ваҡиғаларҙы тасуир итә.Ижады бик бай һәм йөкмәткеле.

Мифтахетдин Аҡмулла(1831-1895) Миәкә районы Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуа.Әсән мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә, Зәйнулла мәҙрәсәһендә белем ала.Ҡаҙаҡ далаларында ярлы балаларын уҡытып йөрөй. Ил гиҙеп, наҙан муллаларҙан көлөп, ярлы- ябағаны, етем- еҫерҙе, кәмһетелгәндәрҙе яҡлап шиғырҙарын ижад итә. Уны мәғрифәтсе, яҡтылыҡ йырсыһы тип атайҙар. Халыҡты белемгә, уҡырға саҡыра. Мәғрифәтселек ҡараштары Башҡорттарым уҡыу кәрәк, Нәсихәттәр, Мәжлесенә ҡарай ғына, Инсафлыҡ,Урыным- зиндан, Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе шиғырҙарына сағыла. Шиғыр ҡобайырҙары: Бәхет, Ҡәнәғәт, Донъя, Тиһеңме, Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Мөхәмәсәлим Өмөтбаев (1841-1907) Ҡырмыҫҡалы районы Йомран Ибраһим ауылында тыуып үҫкән.Үҙ заманынды шаҡтай белемле, алдынғы ҡарашлы кеше булған. Әсәһе лә Көнсығыш әҙәбиәтен, башҡорт фольклорын яҡшы белгән. 1852 йылда Ырымбурҙағы Неплюев кадет корпусына уҡырға бара. Бик яҡшы уҡый: география, математика, тарих, әҙәбиәт, тел өйрәнеү менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тәржемәсе, волость старшинаһы булып эшләй. Туған халҡының тарихын өйрәнә, Петербургта, Ҡырымда эшләй һәм йәшәй. Ижады бик ҙур булмаһа ла күп яҡлы. Ул тарихсы, этнограф, телсе- шағир, тәржемәсе, мәғрифәтсе ғалим. Нәсихәт, Бәйет, Васыят һәм нәсихәт- исемле шиғырҙары белемгә, әхлаҡи тәрбиәгә өндәй. Башҡорттар, Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар тигән хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәтенә күҙәтеү яһай. Башҡорт халҡының фольклорын да йыя. Йомран иле исемле шиғырында тыуған ил тәбиғәте менән һоҡлана, шул уҡ ваҡытта колонизаторҙарҙың илебеҙҙе талауына асынып һыҙлана. Ҡайыш илә йүкә- мәҫәлендә социаль мотивтар сағылыш таба. Бай менән ярлының социаль хәлен, бер- береһенә ҡаршы ике көс икәнен асып һала. АС.Пушкиндың Романс, Наслаждение, Делибаш, Бахчисарайский фонтан поэмаларын татар теленә тәржемә итә.

Ризаитдин Фәхретдин (1859-1936) Һамар губернаһы Юлдаш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Мәҙрәсәләрҙә белем алып йөрөгәндә үҙе лә уҡый, башҡаларға һабаҡ та биреп йөрөй. Мәҙрәсәләрҙә яңыса уҡытыу буйынса ныҡлап уйлана, яңыса уҡытыу өсөн дәреслектәр яҙа. Ул Диниә назаратында эшләгән ваҡытта ундағы архивты тәртипкә килтерә. Ваҡыт исемле гәзетала эшләй. Шура журналының баш мөхәрире булып эшләй. Фәхретдин дин белгесе, теолог. Ислам нигеҙҙәре, Диниә назараты, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Мәшһүр әҙәмдәр исемле әҫәрҙәре бар. Ул мәғрифәтсе. Белем биреү генә түгел, тәрбиә, кешене дини, әхлаҡи тәрбәиәләү мәсьәләһен ҡуя. Тәрбиә, Ғаилә, Тәрбиәле ата, Тәрбәиәле бала, Тәрбиәле әсә исемле әҫәрҙәре бар. Аҫар исемле китабын яҙа. Бында халыҡтың, күренекле шәхестәрҙең тормошо, хеҙмәттәре хаҡында белешмә бирә. Был китабында халыҡтың, милләттең белеме, мәҙәниәте, ғилеме, әҙәбиәте үҫеше тураһында яҙа. Сәлимә повесында- мәғриәфәтселек ҡараштарын халыҡҡа етерлек, аңлайышлы итеп һүрәтләй. Шул уҡ темаға Әсмә әҫәрен дә яҙа.

Сафуан Яҡшығолов.(1871-1931) Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуа. Уҡыуға зирәк, һүҙгә оҫта була. Тарих, география кеүек фәндәрҙән белем алырға тырыша. Мулла булып эшләй, мәҙрәсә аса, балалар уҡыта. Ул яңылыҡты яҡлаусы шағир. Тәржемә итеү менән дә шөғөлләнгән. Башҡорт ағаларына хитап исемле шиғырында башҡорттарҙы белемгә өндәй, Дим буйы исемле шиғырында тыуған яғы матурлығына һоҡлана.

Фәтхелҡадир Сөләйманов (1889-1976) Силәбе өлкәһе Шығай ауылында тыуа. Атаһы мәҙрәсәһендә белем ала. Китаптар уҡырға ярата. Р.Фәхретдин, М.Өмөтбаев китаптарын йотлоғоп уҡый. Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡаҙаҡ ауылдарында мөғәллим булып эшләй. Революциянан һуң башҡорт хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт хөкүмәтенең теле, Салауат гәзитәләрендә эшләй.Зәки Вәлиди менән бергә Төркөстанға сығып китергә мәжбүр була. Таныҡлы Төркиәт ғалим булып китә, Анкара ҡалаһында үлә. Әҫәрҙәре: Башҡорт моңо- шиғырында элегерәк халыҡтың иркен йәшәүе тураһында, бөгөнгөһөн күреп һыҙланыуы һүрәтләнә. Йәйләүҙе һағынғанада- шиғырында фәҡирлеккә, хәйерселеккә килтереүсе төп сәбәпте ерҙе һатып бөтөрөүҙә икәнен белдерә. Тимербай ҡурайсы- хикәйә, халыҡ тормошоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында уйлана, моң -зарын һүрәтләй. Салауат батыр драмаһы- Башҡорт халҡының тарихи шәхестәрен һүрәтләү. Пугачев менән Салауаттың ҡушылыуы, көрәштәре һүрәтләнә.

Шәйхзада Бабич (1895-1919)- 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуа. Атаһы тирә яҡта танылған уҡмышлы кеше була. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта.”Ғәлиә” мөҙрәсәһендә белем ала.1919 йылда йыртҡыстарса язалап үлтерелә. Шиғырҙарында халыҡты белемгә, азатлыҡҡа өндәй.” Ҡышҡы юлда”- шиғыр. Темаһы: ҡышҡы тәбиғәттең матурлығы. Идеяһы: тәбиғәт матурлығын күреп һоҡланып зауыҡ ала белергә кәрәк. Жанры: лирик шиғыр, тәбиғәт лирикаһы. Халҡым өсөн- шиғыр. Темаһы: халыҡ, тыуған ил. Идеяһы: шиғырҙарын халҡы, тыуған иле өсөн йырлай, халыҡҡа хеҙмәт итергә ант итә. Кем өсөн- ярлыларҙың тормошо,байҙарҙың тормошо менән сағыштырып бирелә. Бер минут- илдең алға, яҡтыға ынтылыуын теләй, һуғыш, ярлы тормош күңелен әрнетә. Көрәшеп үткән ҡыҫҡа ғүмереңде, Көтәм, Йәшәһен эшселәр, Бай һәм ярлы, Әйҙә милләт, Башҡортостан, Башҡорт халҡына көйлө хитап- шиғырҙарында азатлыҡ өсөн көрәшкә өндәү, илебеҙҙе азат итеп күреү теләге менән һуғарылған. Ғазазил- поэма. Үҙ ара көрәшеүсе көстәр төркөмгә бүленгән. Ожмах, фәрештәләр, Иблес, шайтандар һәм бер аллаға, бер шайтанға ышанып йәшәүсе кешеләр һүрәтләнә.

Мәжит Ғафури (1880-1934) Ғафури районы Еҙем-ҡаран ауылында тыуа. Атаһы хәлфә, балалар уҡыта, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Мәжит уҡыуға әүәҫ була. Ғосмания, Мөхәмәдиә, Ғәлиә мәҙрәсәләрендә,Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала. Ҡыш көнө балалар уҡыта, ә йәй көнө балсыҡ ташый, кирбес һуға. Рәмиевтарҙың алтын приискыһында ла эшләй. Әҫәрҙәре: Себер тимер юлы йәки милләттең хәле- техника, машиналар дәүерен маҡтай, шул уҡ ваҡытта халыҡтың артта ҡалыуын, белемдән ситтә тороуын күреп әсенә. Рәсәйҙән артта ҡалмаҫа өндәй.1906 йылдан 1907 йылға васыят, 1907 йылдың яуабы – шиғырҙарында шағирҙың азатлыҡҡа ынтылыуы, тыуып килгән яңы йылға ул ҙур өмөт менән ҡарауы һүрәтләнә. Бөтһөн империализм һуғышы, Икмәк – шиғырҙары халыҡ тигеҙ булырға тейеш тигән фекер менән һуғарыла.Бир ҡулыңды- ябай эшсегә ихтирам,ололау. Шағирҙың алтын приискыһында- повесть. Автобиографик әҫәр.Бында прискыла эшселәрҙең ауыр шарттарҙа эшләүе, интегеүе һүрәтләнә. Әҫәрҙәре: Ҡара йөҙҙәр, Фәҡирлектә үткән тереклек,Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын. 



Предварительный просмотр:

                                            

                                        Баш7орт 262би2тен2н олимпиада 3орау6ары

                                                                7 класс

1. Тарихи хик2й2 т0ш0нс23ен а8латы4ы6. Тарихи 292р62р6е 3анап сы4ы4ы6.

2. Мин хал7ымды8 с2ск2 к18елен2н

    Бал 7ортондай ынйы йыямын.

    Йыямын да й2нле ынйылар6ан

    Хуш е9ле бер к2р26 7оямын.

Был юлдар кемде8 32м 7ай3ы ши4ырынан алын4ан?

3. Нинд2й 292р62 баш7орт хал7ыны8 борон4о к0нк1реше, оло йыйындары, )ф0  

    7ала3ыны8 нисек ниге6л2не1е ха7ында 316 бара?

4. Кем ул Алдар И92нгилдин? Уны8 тура3ында м24л1м2т биреге6.

5. «Б0рк0т 3ауала 1л2» 292рене8 авторы? «92р62 кем тура3ында 316 бара? Уны8 турала ним2 бел23еге6?

6. 1812 йыл, Александр Беренсе, кантон, ?а3ым -  был 31662р нинд2й 292рг2 7арай?

7. Б.Рафи7овты8 292р62рен 3анап сы4ы4ы6.

8. Баш7ортостанды8 халы7 ша4ир6арын 3анап сы4ы4ы6.

9. Кем ул Илгиз2р Бура7аев?

10. «Кис эшт2н 26ер2к буша4ас, 7ы6ыу итеп ут я4ыл4ан урында 0й0л0ш0п

    ултырыусы я7таштары эрг23ен2 бар4ас, я8ы киле1сел2р ара3ында Й2нт1р2не

    осратты». Был 31662р нинд2й 292р62н? Авторы кем?

                                 Баш7орт 262би2тен2н олимпиада 3орау6ары

                                                              7 класс

1. Тарихи хик2й2 т0ш0нс23ен а8латы4ы6. Тарихи 292р62р6е 3анап сы4ы4ы6.

2. Мин хал7ымды8 с2ск2 к18елен2н

    Бал 7ортондай ынйы йыямын.

    Йыямын да й2нле ынйылар6ан

    Хуш е9ле бер к2р26 7оямын.

Был юлдар кемде8 32м 7ай3ы ши4ырынан алын4ан?

3. Нинд2й 292р62 баш7орт хал7ыны8 борон4о к0нк1реше, оло йыйындары, )ф0  

    7ала3ыны8 нисек ниге6л2не1е ха7ында 316 бара?

4. Кем ул Алдар И92нгилдин? Уны8 тура3ында м24л1м2т биреге6.

5. «Б0рк0т 3ауала 1л2» 292рене8 авторы? «92р62 кем тура3ында 316 бара? Уны8 турала ним2 бел23еге6?

6. 1812 йыл, Александр Беренсе, кантон, ?а3ым -  был 31662р нинд2й 292рг2 7арай?

7. Б.Рафи7овты8 292р62рен 3анап сы4ы4ы6.

8. Баш7ортостанды8 халы7 ша4ир6арын 3анап сы4ы4ы6.

9. Кем ул Илгиз2р Бура7аев?

10. «Кис эшт2н 26ер2к буша4ас, 7ы6ыу итеп ут я4ыл4ан урында 0й0л0ш0п

    ултырыусы я7таштары эрг23ен2 бар4ас, я8ы киле1сел2р ара3ында Й2нт1р2не

    осратты». Был 31662р нинд2й 292р62н? Авторы кем?



Предварительный просмотр:

Олимпиадаға әҙерлек

Тел

Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт халҡының һөйләшеү теле, ул үҙ- ара аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Тел төшөнсәһе түбәндәге мәғәнәлә ҡулланыла: а)конкрет тел, этник төркөм теле (мәҫәлән-башҡорт халҡының аралашыу теле). б) тел аралашыу ваҡтында төрлө үҙенсәлекле төрҙәрен барлыҡҡа килтерә ( мәҫәлән: С.Агиш теле, ғилми тел, аралашыу теле)

Лексика-башҡорт телендәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнә. Башҡорт теленең һүҙлек байлығын өйрәнә. Һүҙлек байлығын фарсы теленән ингән, ғәрәп теленән ингән, рус теленән һәм рус теле аша башҡа Көнбайыш Европа илдәренән ингән һүҙҙәр тулыландыра.  

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр дингә, сауҙаға, белмгә, уҡыуға ҡарай: алгебра, дин, файҙа, шағир, мәсьәлә, талап, алмас. 

Фарсы теленән ингән һүҙҙәргә: үҙгәреш, яңылыш, сауҙа, көнкүреш әйберҙәр исемдәре инә: абруй, баҙар, таҫтамал, ҡағыҙ, көкөрт, гөл, диван.

Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр 16- сы быуатта инә башлай, бураҙна, эшләпә, мүк, тәрилкә, торба, келәт, арыш, биҙрә, кәбеҫтә… Улар башҡорт теленең фонетикаһына яраҡлаштырылған. 

Рус теле аша Европа илдәренән ингән һүҙҙәр үҙгәрешһеҙ ҡабул ителә: метр, слесарь, драма, планете, физика, география 

Улар үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. Телдә актив, пассив ҡулланышлы һүҙҙәр була. Актив ҡулланылышлы һүҙҙәр кешеләр телмәрендә йыш ҡулланыла, ә пассив һүҙҙәр һирәк ҡулланыла. Пассив Һүҙҙәргә: архаизмдар, историзмдар, неологизмдар, диалектизмдар, терминдар, прфессионализмдар инә.

Һүҙҙәр күп мәғәнәле һәм бер мәғәнәле була. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр осрай: биҙәк- 1.матурлыҡ өсөн төшөрөлгән биҙәк 2. Йәм, матурлыҡ биргән нәмә.

Синонимдар- мәғәнәләре бер төрлө, ә яҙылыштар төрлөсә булған һүҙҙәр: тиҙ, шәп, йәһәт, йылдам, йән- фарман; матур, сибәр, нәфис, гүзәл.

Антонимдар- ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр: аръяҡ- бирьяҡ, ҡыйын- рәхәт, тоҙло- тоҙһоҙ, шатлыҡ- ҡайғы.

Һүҙьяһалыш, орфография 

Һүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ. Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу., үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар, китап- тар- ҙы. 

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр. 

Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас 

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес. 

Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла; ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды), урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан). Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу). Дәрәжәләре: төп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар): Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы). Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде), төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр), уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Б-ленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун), ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм.. Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш- исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләре: зат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә), билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙ,әҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре 

Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙ. Ябай (әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була. Теҙеү (да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә- бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш, башлап, ҡала).

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис), сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы)

Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт)

Әҙәбиәт

Дауыт Юлтый(183-1938)-Ырымбур , Юлтый ауылында тыуа. Мәҙрәсәлә белм ала.Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.Әҫәрҙәре:шиғырҙары- Шинель, Сумка, ҡан баҙары- һуғыш темаһына, Айһылыу- поэма. Колхоз ойоштороу темаһы күтәрелә. Драмалары- Ҡарағол, Салауат һәм Пугачев, Урланған Көнһылыу, Тирмәндә, Йәнтүрә. Ҡарағол – драма. Төп геройҙары- Ҡарағол, ҡатыны,әсәһе Ҡыраубикә, ҡыҙы Таңсулпан, дуҫтары- Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася. Дошмандары- поп Андрей, Әпкәләй, Ишмырҙа кантон. Идеяһы-азатлыҡ, башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу, халыҡ- ара дуҫлыҡ. Ҡарағол ерҙе һаттырмау яғында, уны үлтерәләр.

Ҡан романы- Беренсе донъя һуғышын һүрәтләй. Автор үҙе был һуғышта була. Идеяһы- азатлыҡ,донъя һуғышының насарлыҡ килтереүен төшөндөрөү,тыныслыҡ өсөн көрәш. Төп геройҙар: Булат, Новиков, Байғужа, Индрил. Булат аша автор үҙенең күргәндәрен һүрәтләй.

Әхмәтзәки Вәлиди(1890-1970)- Ишембай районы, Көҙән ауылы. Уҡымыщлы, ғалим, белгес, тарихсы, Башҡорт республикаһын төҙөүсе. Төркиәгә китергә мәжбүр. Ҡыҙы менән улы бар. Халыҡ тарихын, тыуған яҡ тарихын өйрәнә. Үҙенең күргәндәрен Хәтирәләр исемле китабына яҙа.

Мөхәмәтша Буранғол(1888-1966) –Ырымбур өлкәһе Үргә Илъяс ауылында тыуа. Фольклор әҫәрҙәрен йыя, туплай. Урал батыр эпосын яҙып ала, һаҡлап алып ҡала. Драмалары: Иҙеүкәй менән Мораҙым,Башҡорт туйы, Ашҡаҙар, Зәңгәр шәл, Шәүрәкәй, Ялан Йәркәй. Башҡорт туйы-музыкаль драма. Идеяһы: ғәҙеллек, мәкерлеккә ҡаршы көрәш, Халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу. Төп геройҙары-Гөлбикә, Юлдыбай,Гөлзифа,Әсмән, Һөрәйрә,Ханнан.Үтәғол, Йәнгилде.

Ғайнан Хәйри (1903-1938)- Нуриман районы Иҫке Күл ауылы. Хикәйәләре- Сабата, Командир, Мөхәммәт, Уҡытыусы. Ҡатын, Кооператорҙар-повестары. Боролош- тәүге роман. Идеяһы- революция осорон һүрәтләй. Революцияның ыңғай, кире яҡтарын һүрәтләй. Төп геройҙар-Ғариф бай, Мирза мулла, Шәмси, Ғәли, Вахит, Сабира.

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Сәғит Мифтахов(1907-1942)- Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы. Драмалары- Балҡанда, Күктән төшкән Һөрәйрә, Ялан ҡыҙы, Пандар илендә. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт- Һаҡмар драмаһының дауамы. Колхозлашыу осоро һүрәтләнә. Шәхес, мөнәсәбәттәр, коллектив, ғаилә проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Юлай- колхоз председателе, ҡатыны тракторист- Айһылыу,Йәркәй- тракторист, Сәрби- Юлайҙың әсәһе,Наум Петрович.

Ғәлимов Сәләм-1911-1939) Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы. Шиғырҙары- Республикам иртәһе, Һәйкәл, Ғүмер, поэмалары-, Шоңҡар, Өс йыр,Бала. Бала поэмаһы -бала, шәхес, эш, ғаилә проблемаһы күтәрелә. Төп геройҙар- Зәйнәп, Сәйҙел,Әршит,Нәзирә. Бала бәғер ите- тигән мәҡәл аша тәрбиә бирелә.

Рәшит Ниғмәти-1909-1959- Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылы.Халыҡ шағиры- 1959 йыл бирелә.Шиғырҙарының төп темаһы- Ватанды һөйөү. Бөйөк ватан һуғышына арналған шиғырҙар- Тыуған илем, Әсә һүҙе, Үс ал, патриот; поэмалары- Үлтер улым фашисты- тыуған илгә һөйөү, уны дошмандан һаҡлау идеяһы күтәрелә, Һинең кәләшеңдең хаттары- мөхәббәт хистәре менән бер рәттән тыуған илгә һөйөү һүрәтләнә, Һаҡмар ҡыҙы- һуғыштан һуң кешеләрҙең яңы тормош өсөн хеҙмәте һүрәтләнә, төп геройҙары (Фәтхел, Гөлгөл,Байрам, Яппар).

Баязит Бикбай-1909-1968- Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Драмалары Ҡарлуғас, Салауат, Ҡаһым түрә. Повестары- Тере шишмәләр, Аҡсәскә, Романдары- Аҡселән ташҡанда. Опералары- Ҡоҙаса, Шәүрә, Замандаштар. Ҡарлуғас- драма. Төп геройҙары-Ҡарлуғас,уның дуҫ ҡыҙҙары-Әсҡәп,Гөлйемеш; Шатморат- уның егете,. Кире геройҙар-Әлмәт бай, Баяр Садовский, Абсатый ҡарт. Ер һатыу проблемаһын күтәрә, 1773-1775 йылдар һүрәтләнә. Аҡсәскә- повесть. Шәхес культы, уның эҙемтәләрен һүрәтләй, Ғаилә яҙмышы һүрәтләнә.Төп герой-Нәғимә, ҡыҙы Аҡсәскә, ире- Әхмүш. Нәғимәнең атаһы ҡулға алына, Әхмүш ҡурҡып ҡыҙы менән ҡатынын ташлап китә.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш). Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш Бибеш, Емеш, Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

Назар Нәжми- 1918-1999- Дүртөйлә районы Миңеште ауылы. Халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Ватан, Тыуған ил тураһында һүҙ. Йыр тураһында баллада- Мәлих Харисҡа бағышлана. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.Урал- поэма. Төп геройҙары- Ят кеше, Ишбулла. Ят кеше тыуған илдән ситтә йәшәй. Илен һағына. Ишбулла уға тыуған ил ҡәҙерен аңлата. Шағир Һәм Шаһ-поэма. Шаһ шағирҙың үһен маҡтауын көтә, ләкин шағир баш тарта. Шағир ғәҙеллек яҡлы, хаҡлыҡ яҡлы.



Предварительный просмотр:

Башҡорт мәктәптәренең IX класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1.  Өлкән сержант, йәғни беҙҙең командир, миңә күҙ төшөрөп алды. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһағыҙ. (2 б.)

2.  Түбәндәге һөйләмде һүҙбәйләнештәргә тарҡатығыҙ, эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә ниндәй юлдар менән бәйләнгән? Ике яр ҙа аҡ томанға күмелде.(3 б.)

3.  Нимә ул бер составлы һөйләм? бер составлы һөйләм төрҙәрен яҙығыҙ. Миҫалдар яҙығыҙ.(3 б.)

4.  Тура  һәм ситләтелгән телмәр нимә ул? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)

5.  Башҡорт теленең функциональ стилдәрен һанап сығығыҙ. (4 б.)

6.  Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ. Миҫалдар менән аңлатығыҙ. (2 б.)

7.  Бирелгән һөйләмдәрҙә һүрәтләү сараларын тап һәм ниндәй һүрәтләү икәнен күрһәт.  

а) Бер-беребеҙгә ҡарап тилмерәбеҙ,

      Бер йылғаның ике ярындай!

б) Немецтың һуғыш техникаһы беҙҙең һанһыҙ һалдатты молотилка        барабаны кеүек ашай, йота. (2 б.)

8. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.(2 б.)

Бөтәһе: 20 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. Башҡортостандың халыҡ шағирҙарын һәм яҙыусылырын һанап сығығыҙ.(4 б.)

2. Түбәндәге юлдар ниндәй әҫәрҙәрҙән алынған:

а ) Ауылға етеп, мәҙрәсә ихатаһына яҡынлағанда:

    - Беҙҙең абыҙ бөгөн дә күренмәй, берәй яҡҡа китеп барҙымы? – тип                    һоранылар тағы Кинйәгә текләп…

б ) …Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып тоташҡан йомройраҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта терәп. туҙ баш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған…

в)  Яманлыҡты яҡшылыҡ

      Еңгәнен хәҙер белдеңме?

      Кешеләрҙең донъяла

      Өҫтөнлөгөн күрҙеңме?        (3 б.)

3. Түбәндәге картиналарҙың авторын билдәлә: “Ҡариҙел”, “Алтын көҙ”, “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” ( 3 б.)

4. Йомаҡтар, әйтемдәр, һынамыштар, мәҡәлдәр ниндәй жанрға ҡарай?(1 б.)

5. Элекке Златоуст өйәҙе Мырҙалар олоҫонда Мәхмүт ауылында тыуған, Пугачев етәкселегендә Крәҫтиән һуғышының, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоро ваҡиғаларының шаһиты булған сәсәнде атағыҙ. Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)

6. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосында ниндәй йырау образы кәүҙәләндерелә? Уның тураһында нимә беләһегеҙ? (2 б.)

7. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығы. (2 б.)

8. Строфа а-а-а-б рәешендә рифмалаша, “имде” (инде) тигән рефрен менән бөтә, ритм тәртибе 4-4-4 ижектә. Бындай шиғыр ҡалыбын нисек атап йөрөтәләр? (1 б.)

Анализ өсөн текстар

Поезда.

     Беҙ вагонға ултырабыҙ һәм йылы диңгеҙгә табан сәфәр сығабыҙ. Беҙгә диңгеҙҙе генә барып күрергә лә кире ҡайтырға кәрәк.

      Кисләй. Балалар киске ашты ашай, урын һала һәм йоҡларға әҙерләнә. Тән буйы барырға бит. Вагондар еңелсә генә һелкенә һәм йоҡо килтерә. Балалар урындарына ята. Ҡара күҙле иң бәләкәй Оля:

— Һеҙ, поезды машинист йөрөтә, тигәйнегеҙ. Ә төндә уны кем йөрөтә? Әллә ул үҙе барамы? — тип һорай.

— Төндә лә поезды машинист йөрөтә.

— Нисек? — тип аптырай Оля. Башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. — Төндә ул йоҡламаймы ни?

- Йоҡламай.

— Беҙ йоҡлайбыҙ, ә ул йоҡламаймы? Төн буйымы? — тип тағы ла нығыраҡ аптырай Оля.

— Эйе, машинист төн буйы йоҡламай. Әгәр ул бер генә минутҡа булһа ла йоҡлап китһә, поезд һәләкәткә осраясаҡ, беҙ үләсәкбеҙ.

— Нисек инде ул,- тип төшөнмәй Оля. — Уның да йоҡоһо киләлер бит?
— Килә, әммә ул поезды йөрөтөргә тейеш. Һәр кеше нимәлер тейеш. Тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, күрәһегеҙме, тракторсы ер һөрөп йөрөй. Төн, ә ул эшләй. Күрәһегеҙме, уға нисек прожектор менән баҫыуҙы яҡтыртып ҡуйғандар. Сөнки ул эшләргә тейеш. Көндөҙ генә эшләһәләр, икмәк етмәҫ ине...

— Мин дә тейешменме? — тип һорай Оля, — Мин дә, мин дәме? — тиҙәр балалар.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә тейеш. Кеше булырға. Был — иң мөһиме. (В.Сухомлинский)

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

2.  Әҫәрҙә ниндәй образдар бар? (1 б.)

3.  Урындарына һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

4.  Беренсе  һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

5. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)

6. Етмәҫ һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

7. Текстан теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табып яҙығыҙ. (2 б.)

8. Яңғыҙлыҡ исемдәргә миҫалдар яҙығыҙ. (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Сәсәндең һүҙе- аҡылдың үҙе.
  2. М.Аҡмулла ижадында әҙәп һәм намыҫ темалары.
  3. Уралҡайым, һинең һәр ташыңа

Ҡанлы-данлы тарих яҙылған…

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 60 балл - 100%

Башҡорт мәктәптәренең X класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

1. Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр тураһында нимәләр беләһегеҙ? (1 б.)

2. Яңы һүҙҙәр һәм диалект һүҙҙәргә билдәләмә бирегеҙ . Миҫалдар менән аңлатығыҙ.(2 б.)

3.Башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, ярашыу юлы менән яһалған һүҙбәйләнештәргә миҫалдар килтерегеҙ.(4 б.)

4. Һуйған да ҡаплаған-

    Сабатаһын түргә элә-

    Борсағы бешмәү-

Был һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен яҙығыҙ һәм берәүһе менән һөйләм төҙөгөҙ.(3 б.)

5. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бүлектәрен һанап сығығыҙ. Улар нимәне өйрәнә? (2 б.)

6. Нимә ул протеза, эпентеза, элизия? Миҫалдар килтерегеҙ. (2 б.)

7. Бер составлы һөйләм төрҙәрен һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдәрҙең төрөн асыҡлағыҙ:
1) Төн. Йылы ғәмһеҙ төн;
2) Бөгөн бик арытты;
3) Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, ҡысҡырып йырлап ебәрҙем;
4) Унан йорт төҙөйҙәр, күпер һалалар, төрлө нәмәләр үреп эшләйҙәр. (4 б.)

8. Ниндәй эйәрсән һөйләм төрҙәрен беләһегеҙ? Һанап сығығыҙ. Бирелгән һөйләмдә эйәрсән һөйләм төрөн әйтегеҙ: Һеҙгә теләгем шундай: һәр ерҙә кеше булып ҡалығыҙ.(2 б.)

Бөтәһе: 20 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. “Сумка”, ”Шинель”, ”Ҡан баҙары” шиғырҙарының авторын һәм темаһын яҙығыҙ.(2 б.)

2. Дауыт Юлтый ниндәй жанрҙарҙа ижад итә? (1 б.)

3. Түбәндәге авторҙарҙың фамилиялары эргәһенә уларҙың әҫәрҙәренең исемдәрен яҙығыҙ: (4 б.)
Мәжит Ғафури –
Мифтахетдин Аҡмулла –
Рәми Ғарипов –
Ноғман Мусин –

4. Әҫәрҙәрҙең авторын яҙығыҙ: (4 б.)

    1) “Һуңғы тарпан” хикәйәте-

    2) “Урал йөрәге” шиғыры-

    3) “Айгөл иле” драмаһы-

    4) “Ҡурайҡайға” шиғыры-

5. “Урал батыр” эпосының төп идея-тематик йөкмәткеһен яҙығыҙ. Белһәгеҙ, эпостан яттан бер-нисә юл яҙығыҙ.(2 б.)

6. “Буранбай”, “Ашҡаҙар”, “Башҡорт туйы” әҫәрҙәренең авторы кем? (1 б.)

7. Түбәндәге өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән алынғанлығын билдәләгеҙ, авторын әйтегеҙ. Уның тураһында белгәнегеҙҙе яҙығыҙ. 

Бер рус китап һатыусыһында Ғәрәп Нәүзиҙең “Рус-ғәрәп һүҙлеге” китабына тап булдым.Аҡсам бик аҙ булыу сәбәпле,китапты алайыммы,алмайыммы тип,лавкаға өс көн инеп-сығып йөрөнөм.Ниһайәт,алдым.Был китап минең өсөн бик ҡиммәтле булды. Һүҙлекте ҡулланып,ара-тирә ултырып,Ядринцевтың китабынан айырым өҙөктәрҙе төркисә тәржемә итеп,Биктимергә уҡыр инем.(4 б.)

8. Афористик ижад үҙ эсенә жанрҙарҙы үҙ эсенә ала? Миҫалдар килтерегеҙ.(2 б.)

Бөтәһе: 20 балл.

Анализ өсөн текстар

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле!

I. Тел... һүҙ! Кешеләрҙең хикмәтле һүҙе! Ниндәй көс бар икән тағы һинең менән тиңләшерҙәй?

Теге йәки был телдә күпме һүҙ барлығын теүәл генә әйтеп биреүе мөмкин түгел. Тел тигән төшөнсә үҙе ҡатмарлы, төрлө өлөштәрҙән тора. Мәҫәлән, халыҡтың йәнле һөйләү теле (уға ерле һөйләштәр ҙә инә) һәм әҙәби тел. Телдең был ике өлкәһендә һүҙҙәрҙең һаны ла төрлөсә була. Телдәге һүҙҙәр һанының һәр саҡ үҙгәреп тороуын да иҫәпкә алырға тура килә. Яңы төшөнсәләр менән бергә яңы һүҙҙәр яһалып тора, элек-электән ҡулланылғандары иҫкерә төшә, хатта онотола. Әммә махсус белемле телселәр тарафынан төҙөлгән һүҙлектәр телдең үҫешендәге билдәле бер осорҙа һүҙҙәр һанын сама менән булһа ла билдәләргә мөмкинлек бирә. Хәҙерге башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең һаны биш-алты тиҫтә меңгә етә. Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә. Шул рәүешле тел йәшәүҙән һәм йәмғиәтте хеҙмәтләндереүҙән туҡтамай. (З.Ғ. Ураҡсин, Э.Ф. Ишбирҙин. Туған тел серҙәре. Өфө: 1983).

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

2.  Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)

3.  Телендәге һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

4.  Йәнле халыҡ теле уларҙы быуындан-быуынға күсерә, еткерә килә.  Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

5. Текстан 2 хәлде табып, төрөн билдәләп яҙырға.(1 б.)

6. Һүҙлектәр һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

7. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(2 б.)

8. Ҡушма һүҙҙәргә миҫалдар яҙығыҙ, яһалышын аңлатығыҙ. (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһында азатлыҡ өсөн көрәш темаһы.
  2. Салауат образының  әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы.
  3. Башҡорт әҙәбиәтендә Башҡортостан образы.
  4. Башҡорт зыялыһы Әхмәтзәки Вәлиди (мәшһүр тарихсының ғилми эшмәкәрлеге тураһында уйланыуҙар)

        

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 60 балл - 100%

Башҡорт мәктәптәренең XI класс уҡыусылары  өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.

Башҡорт  теленән һорауҙар

  1. Бирелгән һүҙҙәрҙе төбәү килештә үҙгәртеп яҙ: июль, фонарь, ноябрь, грипп, Донбасс, киоск, нефть. (1 б.)
  2. Һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ:

а) Хыялымдың йылғыр ҡанаттары  ауылымы ҡайтып етте.

б) Беҙҙе йыуаттылар.(1 б.)

3.   Һүҙбәйләнештәрҙәге эйәртеүле бәйләнеш төрҙәрен әйтегеҙ:

ҡояшлы көн, кино ҡарау, әсәй менән атай, ят тауыш, уҡыр өсөн килгән, тау йылғаһы, өйҙөң ҡыйығы, малайҙар һәм ҡыҙҙар, бейеклеккә һикереү, ярыш башлана, һеҙҙең атығыҙ. (1 б.)

4.Элек   әсәһе эшләй торған эштәрҙе  хәҙер инде ул үҙе шәп башҡара һөйләмендә рәүештәрҙе тап. Билдәләнгән һүҙгә морфологик анализ яһағыҙ. (1 б.)

5.”Төп башына ултыртыу” фразеологик берәмеге ниндәй мәғәнәне белдерә? (1 б.)

Бөтәһе: 5 балл.

Башҡорт әҙәбиәтенән  һорауҙар

1. Ниндәй тарихи романдарҙы беләһегеҙ? Авторын һәм исемен яҙығыҙ. (1 б.)

2. М.Кәримдең “Ҡара  һыуҙар” поэмаһындағы  Яҡуптың ни өсөн ер йөҙөндә ҡәбере юҡ? (1 б.)

3. Нимә ул сюжет? Сюжет өлөштәрен һанап сығығыҙ. (1 б.)

4. Р.Ғарипов тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ, уның әҫәрҙәрен һанағыҙ. (1 б.)

5  Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙәрҙән алынған, уларҙың авторҙары кем:
Айбулат менән Гөлйөҙөм –…
Емеш, Йәнеш, Бибеш –…
Урал менән Шүлгән –…
Тәңкәбикә менән Диуана –…

Кендек менән Оло инәй- …  (1 б.)

Бөтәһе: 5 балл.

Анализ өсөн текстар

ӘСӘ ЙЫРЫ

(1) Беҙҙең яҡта кешенең кешелеген уның ҡатын-ҡыҙға булған мөнәсәбәтенә ҡарап билдәләйҙәр. (2) Мин дә шулай уйлайым:

(3)– Илдең  бөйөклөгөн, ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хәленә ҡарап билдәләргә кәрәк. (4)Ҡатын-ҡыҙ күҙ йәше аҡҡан ерҙә тормош шәп түгел, ә  ҡатын-ҡыҙ йырлаған ер – бәхетле ер, – тип әйтер инем.

(5)Минең донъяла иң тәү күргән, иң тойған нәмәм – ул әсәйемдең йөҙө, уның йыры.

(6)Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. (7)Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. (8)Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, бүтән йырҙар ҙа тыумаҫ ине. (9)Ул ваҡыт, бәлки, донъяла бәхет, шатлыҡ  әлегенән байтаҡҡа ҡайтышыраҡ булыр ине. (10)Беҙ әсә йырын тиҫтәләрсә йыл үткәс тә, тормошобоҙҙоң иң ауыр һәм иң бәхетле сәғәттәрендә иҫкә төшөрәбеҙ.

    (11)Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: «Сәңгелдәктә ятҡанда, әсәһе,  моғайын, уға йыр йырламағандыр»,– ти. (12) Валентина Терешкова, ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе космонавт, йыһандан әйләнеп ҡайтҡас, сит ил хәбәрсеһе тарафынан бирелгән: «Яратҡан кешегеҙҙең исеме нисек?»– тигән һорауға: «Әсәй»,– тип яуап биргән. (143 һүҙ). (Р. Ғамзатовтан).

1.  Әҫәрҙең темаһын атағыҙ. (1 б.)

2. Әҫәрҙең стилен билдәләгеҙ. (1 б.)

3.  Әҫәрҙең төп идеяһы? (1 б.)

4. Текстан һүрәтләү сараларын табып, ниндәй һүрәтләү сараһы икәнен яҙығыҙ.(1 б.)

5.  Тормошобоҙҙоң һүҙенә һүҙьяһалыш буйынса анализ яһағыҙ.(1 б.)

6. 10-сы Һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.(1б.)

7. 12-се һөйләмдәге тура телмәрҙең схемаһын төҙөгөҙ.(1 б.)

8. Донъялағы һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ. (1 б.)

9. Прогрес һүҙенә лексик анализ яһағыҙ. (1 б.)

10. 1-3 абзацтарҙан билдәһеҙ эйәле һөйләмде табып яҙығыҙ. (1 б.)

Бөтәһе: 10 балл.

Инша темалары:

  1. Ғүмер бер генә.
  2. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә мине рухландырған образ.
  3. Белем алыу – бәхет ул.
  4. Нисә быуын үҫте моңһоу булып, үҙ теленән үҙе ғәрләнеп.
  5. Илдә барған оло яу осоронда ( М.Кәримдең “Башҡорт халҡына яуап хат” әҫәре һәм яугирлыҡ, патриотизм тураһында уйланыуҙар).

        

Инша өсөн ике төрлө баһа ҡуйыла: йөкмәткеһенә- максималь 5 балл

Грамматик хата өсөн- максималь 5 балл

Бөтәһе: 30 балл - 100%



Предварительный просмотр:

2013/2014 уҡыу йылында башҡорт теленән

олимпиада  (7 класс)

  • Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
  • Артыҡ һүҙҙең аҫтына һыҙығыҙ.

Икмәк, сәк-сәк, май, урман, эремсек, кәнфит, әфлисун, бәлеш.

Тәҡдим ителгән һүҙҙәргә сифаттар өҫтәп яҙығыҙ: икмәк, урман, көн, ер.

  • «Ҡыш» миҙгеле буйынса 1 һынамыш яҙығыҙ.
  • Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,

Ете ҡат үлсә,  …

  • М.Кәримдең ниндәй шиғыры менән таныштығыҙ, уның исемен яҙығыҙ.
  • «Ашханала» темаһы буйынса диалог төҙөп яҙығыҙ.

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары (7 класс)

  • Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?
  • Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.

Һанду…ас, тур…ай, к…гәрсен, һайыҫ…ан, кәк…к.

  • Матур, бейек, оҙон, киң һүҙҙәренә антонимдар яҙығыҙ.
  • Китап, урман, көн, уҡыусы һүҙҙәренә аныҡлаусылар өҫтәп яҙығыҙ.
  • Йылда нисә миҙгел бар? Һәр миҙгелгә ингән ай исемдәрен яҙығыҙ.
  • Үҙегеҙ белгән шиғырҙың бер куплетын яҙығыҙ. Авторын һәм шиғырҙың исемен атағыҙ.
  • Башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарынан кемдәрҙе беләһегеҙ? Яҙығыҙ.
  • Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен яҙығыҙ.
  • Кемдәр улар? Мостай Кәримдең берәй шиғырының исемен яҙығыҙ.

Мостай Кәрим 

Роберт Заһретдинов 

Йыһат Солтанов 

Хөсәйен Әхмәтов –

  •  Һөйләм төрҙәрен билдәлә. Беренсе һөйләмдә һүҙ төркөмдәрен билдәлә.

     Беренсе 3ар2ы балалар т72ем8е2лек мен9н к5т5п ала. Ринат са41ыларын к7пт9н 92ерл9п 3уй2ы. Лили9не4 ата8ы ла магазиндан я41ы са41ы алып 3айтты.



Предварительный просмотр:

Башҡорт теле

 8-9 класс

1.Тексты уҡығыҙ һәм түбәндә бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһында уның төп фекере дөрөҫ бирелгәнлеген билдәләгеҙ.

Ике малай кемдер төшөрөп ҡалдырған алһыу алманы тротуар буйлап туп урынына типкеләп йөрөтә. Ҡабығы һыҙырылған алманың һутынан асфальт өҫтөндә эҙ ҡала. Йөрәгем һыҙылып китте, түҙмәнем, ҡаршыларына сыҡтым да иҙелгән, бысранған баҡса емешен ерҙән алдым. Теге малайҙар артымдан ҡалмай: «Беҙҙең тупты, бир! Беҙҙең тупты бир! Беҙ таптыҡ уны», - тип өҫкә менеп киләләр.                              Алманың ризыҡ икәнен, уны типкеләргә ярамағанды әйтеп ҡараһам да, аңламаны был балалар, бысраҡ алманы ашар өсөн алды, тип уйланылар, ахыры, йөҙҙәрен сирылтып, сәйер ҡарап ҡалдылар.                                                                                        Миңә ҡалһа – әлеге балалар нимәнәндер бик тә мәхрүм үҫәләр кеүек тойолдо... (3. Ураҡсин.)

1) Алманы ҡәҙерләргә кәрәк, уны типкеләргә ярамай.

2) Өлкән кешегә малайҙарҙың «тубын» тартып алырға ярамай.                             3) Бысраҡ алманы ашарға ярамай.                                                                             4) Балаларҙы ризыҡты ҡәҙерләргә өйрәтергә кәрәк.

2. Әҫәрҙең  төп  йөкмәткеһе ниндәй һүҙ менән бәйле?

Концепт булараҡ шул һүҙгә анализ бирергә.

3. Тексты, үҙ фекерегеҙ менән үҫтереп, дауам итегеҙ.



Предварительный просмотр:

Алмағас

        Ҙур төҙөлөш бара. Таш, ҡом тейәгән машиналар үтеп тора, тракторҙар ерҙе аҡтара. Баҡса эсе оло юлға әйләнгән. Кемдеңдер мәрхәмәте менән унда бер алмағас ултырып ҡалған. Барыһы ла уны урап үтә. Тирә-яҡтағы ерҙең ташҡа әйләнеүенә лә, болот-болот булып туҙан бөркөлөүенә лә иғтибар итмәгәндәй, был ағас шау сәскәгә төрөнөп ултыра бирә.

        Йорт төҙөлөп бөттө, унда кешеләр йәшәй башланы. Барыһы ла был яңғыҙ алмағастың тороп ҡалыуына ғәжәпләнде. Тик берәү ҙә уның әсе яҙмышын аңларға теләмәне Ағастың ботаҡтарына кер бауҙары бәйләнеләр, ауыр-ауыр келәмдәр элеп ҡаҡтылар, шуҡ малайҙар осона тиклем үрмәләне. Кемдер уның төбөндәге ҡара тупраҡты ҡаҙып алып китте…

        Был йәберҙе күтәрә алманы ағас, әкренләп өороно, һәләк булды.

        Ә уны йәшәтергә күп тә кәрәкмәй ине бит.

З. Ураҡсин

  1. Тексҡа анализ яһағыҙ.
  2. Автор фекерен үҫтереп, тексты дауам итегеҙ.


Предварительный просмотр:

8-9 классы

Задание № 3

Рәхмәт яуғанда

Әлфиә йүгереп өләсәһенеӊ калушын килтереп кейҙерҙе.

  • Эй, балаҡайым, рәхмәт яуғыры, - тине өләсәһе, арҡаһынан һөйөп.
  • Өләсәй, һин гел шулай тиһеӊ. Рәхмәт нисек яуа ул?
  •  Кешеләргә яҡшылыҡ эшләһәӊ, һөйөндөрһәӊ – яуа инде, яуа, - тине  лә    өләсәһе магазинға сығып китте.

           Әлфиәнеӊ рәхмәт яуғанын тиҙерәк күргеһе килде.

           Кемгә яҡшылыҡ эшләй һалырға һуӊ? Әһә гөлдәр һыуһаған, уларға һыу һибергә кәрәк. Аҡтырнаҡты ашатырға, тауыҡтарға ем һибергә. Был эштәрҙе ул тиҙ генә эшләп ҡуйҙы, әммә рәхмәт яуманы. Шунан Әлфиә урамға сыҡты. Тағы кемгә ниндәй яҡшылыҡ эшләргә икән? Бәй, күрше Фатима инәй таяҡҡа таянып, һыӊар биҙрә менән генә һыуға сыҡҡан түгелме?

  • Инәй, ҡана үҙем көйәнтәләп һыу килтерәйем һиӊә, минеӊ тәтәй биҙрәләрем дә бар.

        -Эй балаҡайым, рәхмәт яуғыры, - тине Фатима инәй хас өләсәһе кеүек итеп.

       Әлфиә рәхмәттен яуғанын әҙерәк көтөп торҙо ла, яумағас, кәйөнтәһен күтәреп, һыуға китте.

        Ул арала өләсәһе лә магазиндан ҡайтты,  икәүләп сәй эстеләр, шунан Әлфиә уйнап килергә булды.

        Ихатаға сыҡты. Көн салт аяҙ. Аҡтырнаҡ уны һикеренләп, уйнаҡлап ҡаршы алды.  Йәшел ҡойроҡло уҫал әтәс тә был юлы баҫтырманы. Ә гөлдәр уға тәҙрә аша йылмая кеүек .

        Әлфиә йүгереп барып ҡапҡаны асты. Күрше Фатима инәйҙеӊ тәҙрәһенә күҙ ташланы. Инәй самауырын борҡотоп сәй эсеп ултыра. Әлфиәгә бик рәхәт булып китте. Ул:

  • Өләсәй рәхмәт яуа! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

М. Дилмөхәмәтов

  1. Тексты уҡығыҙ. Әҫәрҙең идеяһы менән бәйле изгелек төшөнсәһенә концепт булараҡ  анализ бирегеҙ.
  2. Тексты , тормоштан миҫалдар килтереп, дауам итегеҙ.

 



Предварительный просмотр:

1-се өлөш

 

Тексты уҡығыҙ һәм В1-В8, С1 эштәрен башҡарығыҙ.

       (1)  Тыуған яҡ тигән һүҙ миңә иң тәүҙә тыуған ауылымды һәм уның гүзәл тәбиғәтен, изге күңелле кешеләрен хәтерләтә.(2)Тыуған яҡҡа булған хистәрҙе әйтеп кенә аңлатыу мөмкинме икән ул ?!(3) Минең тыуған ауылым Иҫке Ҡобау Мәләгәҫ йылғаһы буйында, Сейәлетау итәгендә урынлашҡан.(5)Мәләгәҫ йырҙарҙа йырланған йылға түгел, шулай ҙа минең өсөн ҡәҙерле: уның буйҙарында бала сағым үтте, йәшлегем эҙҙәре ҡалды.(6)Ер ҡарҙан әрселеү менән, Мәләгәҫ ярында, Мөгәзәй тип аталған урында, усаҡ яғып, беҙ киске уйындар ойоштора инек, ҡайһы берҙәребеҙ шунда үҙенең мөхәббәтен табып, ваҡыты еткәс, башлы-күҙле булды… Эй, ул илаһи йылдар!…(7)Ҡабатланмаҫ мәлдәр!..(8)Бик йыраҡта ҡалдығыҙ шул хәҙер!

         (9) Ҡобауҙың тирә-яғын киң баҫыуҙар, ә арыраҡ һөҙәк, ләкин мөһабәт тау һырттары – Урал итәктәре,ҡуйы урмандар уратып алған.(10)Ауылымды ҡап урталай бүлеп Мәләгәҫ тыныс ҡына, үҙ хәлен белеп кенә аға, башланған урынынан, тау, урмандар араһынан, бормаланып-бормаланып, юл ыңғайында инештәрҙе үҙенә эйәртеп, Ағиҙелдең кесе туғаны булған Ҡариҙелгә ҡарай юллана…(11)Элек баллыҡҡа бай ине ул: тәрән ятыуҙарында суртандар, йәйендәр, сабаҡтар, шаршыларында шаян бәрҙеләр, бағырҙар йылтылдар ине; малай саҡта хатта ат йөҙҙөрә торғайныҡ беҙ Мәләгәҫтә! (12)Тыуған яғым урмандарында йүкә, ҡайын, имән, саған, уҫаҡ, ерек, муйыл, сәтләүек ағастары үҫә. (13)Мәләгәҫ йылғаһынан ҡара бөрлөгәндәр һут ала.(14)Мүкле күлдә мүк еләге, яландарында ер еләге, ялан уртаһында үҫеп ултырған зифа ҡайын төптәрендә ҡайын еләге, урман ситендәге аҡландарҙа өс ҡат умырылып уңа торғайны.(15)Беҙ бәләкәй саҡтарҙа урмандары ла төрлө кейектәргә, ҡоштарға бик бай ине.(16)( йүкә сәскә атҡанда нисек була һауа беҙҙең яҡтарҙа әле лә!..

            (17)Тыуған яҡ…(18)Ошо һүҙ ауылымдың хозур тәбиғәтен, бесән сабып, кәбән ҡойған хуш еҫле яландарын, йәйҙәрен утын ҡырҡып, әрҙәнә әҙерләгән урмандарын, йырҙарҙа йырланған Ҡариҙел буйҙарын иҫкә төшөрә.(19)Бөтәбеҙҙең дә күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған, һағындырып, төнөн төштәребеҙгә инеп аптыратҡан; ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, күренмәҫ ептәр үҙенә сорнаған, гелән үҙенә тартып торған ошондай йәнтөйәгебеҙ булыуы менән бәхетле беҙ! (Тикеев Д.С. «Һағындыра бит ул тыуған яҡ»)

2- се  һөйләмдәге эйәрсән киҫәктәрҙе билдәлә:

   №

Һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәр

Хәреф

      Һөйләм киҫәктәре

   

               урында

   А

             хәбәр

   1

               киске

   Б

             хәл

   2

               үҙенең

   В

             аныҡлаусы

   3

               ойоштора инек

   Г

             тултырыусы

14-се һөйләмдә аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең өндәрен билдәлә.

         Яуапты һан менән яҙырға.

Һөйләмдең ҡайһы урынында һыҙыҡ ҡуйылырға тейеш:

Һәр ҡайһыбыҙ (1) ҡәҙерле кешеһе (2) әсәһе алдындағы (3) мәңгелек бурысын (4) тойоп йәшәһен ине (ТикеевД.С. «Әсәкәйем,бергенәм»).

1-4-се  һөйләмдәрҙән ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәне табығыҙ һәм уның номерын яҙығыҙ.

Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу төрҙәрен билдәләгеҙ:

 №

           Һүҙбәйләнештәр

Хәреф

Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу                                                                   төрҙәре

  1

        ат йөҙҙөрә

   А

              ярашыу

  2

        ҡара бөрлөгәндәр

   Б

              башҡарылыу

  3

        Ағиҙелдең туғаны

   В

              йәнәшәлек

  4

        ҡайын үҫә

   Г

              һөйкәлеү

«Ъ» билдәһе булған һүҙҙәрҙе тап һәм номерын яҙ:

 

1)   көн…яҡ                   

2)  мәс…әлә                  

3)  аш…яулыҡ

4) гөл…ямал

 

Һөйләмдәрҙән  ҡылымдарҙы табып, уның заманын билдәләгеҙ:

 №

Һөйләмдәр

Хәреф

Заман формалары

  1

Яҡшының ҡәҙерен яман белмәҫ.

    А

билдәһеҙ үткән заман

  2

Егет әйләнеп ҡайтыр  юл тапмаған.

    Б

билдәһеҙ киләсәк заман

  3

Оҙаҡламай көтөү ҡайтасаҡ.

    В

билдәле киләсәк заман

 

Бирелгән һөйләмдәрҙең ҡайһыһы ниндәй төрөнә тура килеүен билдәләгеҙ:

Һөйләмдәр

Хәреф

Һөйләм төрҙәре

 1

Тыуған өй.

   А

эйәһеҙ һөйләм.

 2

Туңдыра.

   Б

билдәһеҙ эйәле һөйләм.

 3

Үлемдән ҡотҡарып ҡалдылар.

   В

атама һөйләм.

2-се өлөш

ҙ.

С1 (инша) эшен башҡарғанда түбәндәге талаптар үтәлһен:

 Тексты уҡып сығығыҙ. Текст буйынса инша яҙығыҙ. Автор тарафынан күтәрелгән бер проблемаға аңлатма бирегеҙ (текстан күпләп цитата ҡулланмағыҙ). Автор ҡарашын билдәләгеҙ. Уның ҡарашы менән килешеүегеҙ, килешмәүегеҙҙе яҙығыҙ. Ни өсөн?

Үҫ яуабығыҙҙы тормоштан йә китаптан уҡып алған тәжрибә менән дәлилләгеҙ.