КҮҢЕЛЛЕЛӘР ҺӘМ ТАПҠЫРҘАР КЛУБЫ (КВН)
классный час (7 класс)
Внеклассное мероприятие по башкирскому языку в форме игры КВН призвано показать детям ,как красив и богат и интересен язык, на котором мы говорим. Поэтому изучение башкирского языка является не только нашей обязанность, но и необходимостью.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kvn.docx | 21.22 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: « Күңеллеләр һәм
тапҡырҙар клубы»
( Башҡорт теленән КВН 6-7 кластар)
Күңеллеләр һәм тапҡырҙар клубы»(КВН)
Командалар алдан уҡ исем һайлап ҡуялар. Мәҫәлән; Йондоҙ, һәм Ай. Әкиәттәрҙән дә алырға мөмкин;Шүрәле һәм Алдар командалары.
Һәр командаға алдан эш йөкмәтелә,Бер- береңде тәбрикләү һүҙҙәре әйтеү.Команда ағзалары үҙҙәре һайлаған исемгә ярашлы кейенергә мөмкин. Уйын барышын хөкөм итеү өсөн жюри билдәләнә.
Ҡыҙ. Кемдәр шаян һүҙ ярата,
Кем ярата көлөргә,
Шулар бөгөн йыйылдылар
Уйын – көлкө күрергә!
КВН! КВН!
Бик күңелле был уйын!
Малай. Бөгөн бында яңырырҙар
Шаян һүһһәр, йомаҡтар.
Ярыш кисәһен башлайбыҙ,
Әйҙә түрҙән ҡунаҡтар.
КВН! КВН!
Бик күңелле был уйын!
Ҡыҙ. Күңеллеләр һәм тапҡырҙар
Башлайҙар ярышырға!
Һәр ике яҡ Бер- береһенән
Теләмәй ҡалышырға.
КВН! КВН!
Башланды был уйын!
Ҡыҙ. Хөрмәтле болельщиктар!
Малай. Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа Йондоҙҙар һәм Ай командалары көс һанаша.
Әйҙәгеҙ уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алайыҡ.
Ҡыҙ. Бөгөнгө уйынды бик хөрмәтле жюри хөкөм итә;
- Баш судья
- Жюри ағзалары..........
Малай . Шулай итеп, Йондоҙҙар һәм Ай командалары үҙ- ара көс һынашыуҙары башлана.
Ҡыҙ. Һәр команда бер- береһен тәбрикләйҙәр. Рәхим итегеҙ!
1 –се команда.
Сәләм тапшыра һеҙгә
Ай командаһы.
Беҙҙең кеүек күңеллеләр
Был донъяла һирәктер.
2-се команда.
Рөхсәт итегеҙ дуҫтар,
Һеҙҙең менән танышырға.
Беҙ теләйбеҙ Йондоҙҙар
Һеҙҙең менән алышырға.
Командалар бер – береһен сәләмләп бөттөләр. Хәҙер КВН ғөрөф- ғәҙәтенең иң яҡшылырының береһе – аҡыл гимнастикаһы, йәғни командаларҙың тапҡырлығын һынау өсөн бер нисә һорау – викторина.
Ҡыҙ. 1- се һорау. Башҡортостандың ҡайһы районы оса.! (Күгәрсен)
Малай. Тағы бер һорау. Иғтибар менән тыңлағыҙ.
Һыйыр тора кәртәлә.
Уның янында эргәлә
Тора тағы бер хайуан,
Һыйырға ныҡ оҡшаған.
Тик булһа ла мөгөҙө,
Ҡойроғо,озон теле,
Ул үҙе һыйыр түгел,
Кем уны уйлап белер.(Үгеҙ)
Ҡыҙ. 3-сө һорау. Ниндәй ат хайуан түгел. (исем)
Малай. Бер тауыҡ- тауыҡ булыр,
Ике тауыҡ ни булыр. (тауыҡтар).
Ҡыҙ. Ярыш дауам итә. Хәҙер капитандар конкурсы үткәелә. Капитандар,минең янөа килегеҙ. Берегеһ уҡытыусы, ә берегеҙ уҡыусы. Дәрес бара. Исем тураһында уҡытыусы уҡыусынан һораһын, һорауҙар ҙа, яуаптар ҙа шаян булырға тецеш. Шунан ролдәр алышынасаҡ. Эш аңлашылды.
Малай. Ярыш ҡыҙа иптәштәр. Хәҙер һәр команданан берәр кеше сыҡһын. Бына һеҙгә пакеттар.Ошондағы эште үтәгеҙ ҙә яуабын жюриға тапшырығыҙ.
Ҡыҙ. Былар пакеттағы эште эшләгәнсе,беҙ болельщиктар менән уйнап алайыҡ.
1.Һыйыр ниңә ята.(ултыра алмағанға)
2. Бер имәндә өс ботаҡ, ботаҡ һайын өс алма, нисә алма була.(имәндә алма булмай).
3. Урманға нимә менән баралар. (юл менән).
4.Кеше үҙенең нимәһен күтәрә алмай.(күләгәһен).
5. Өйгә һөйәп булмай,
Арбаға тейәп булмай.(күләгә).
Малай. Командалар теҙелегеҙ! Хәҙер йомаҡ әйтешеү конкрсы. Йомаҡтарҙы өйҙә әҙерләп килергә тейеш инегеҙ. Һәр яҡтанөс йомаҡәйтергә башланыҡ.
Ҡыҙ. Ярыш дауам итә. Командалар теҙелегеҙ!.Һәр яҡтан берәр кеше ярыша. Сиратлап эшләйһегеҙ; иҙән буйлапшәп кенә атларға, атлаған бер аҙымды һанарға һәм шул уҡ ваҡытта һауыт-һаба исемдәре әйтеп барырға.
Малай. Командалар, ҡапма- ҡаршы теҙелеп тороғоҙ. Хәҙер бер яҡ команда исем әйтә, икенсеһе уның киреһен әйтергә тейеш.
Ҡыҙ. Ә хәҙер бер команда берәй ҡушма һүҙҙең тәүге йәки аҙаҡҡы өлөшөн генә әйт.Икенсе команда уға берәй һүҙ ҡушып ҡушма һүҙ әйтергә тейеш. Мәҫәлән; таш+ баш.
Малай. Хәҙер күренмәгән исемдәр тигән конкурс. Һәр команда бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә берәй хәрәкәт яһап. Әйтәйек, класс йыйыштыра, парта өҫтөн һөртә.Ә икенсе команда ошо хәрәкәт ваҡытында ҡулланылған исемдәрҙе әйтеп сыға.
Малай. Командалар ярышы
Ҡалдыра беҙҙе хайран.
Тик , хөрмәтле болельщиктар,
Иртәгә түгел байрам!
Ҡыҙ. Шуға күрә ошо ерҙә
Туҡтатабыҙ уйынды.
Жюри әйтер; кемдәр алды
Иң беренсе урынды.
Малай. Һүҙҙе жюриға бирәбеҙ.
Ҡыҙ. Шулай итеп беренсе урынды Йондоҙҙар команды алды. Афариндар.
Малай.
Хушығыҙ дуҫтар, хушығыҙ!
Тамамланды КВН.
КВН! КВН!
Бик күңелле уйын!
Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Календарно – тематическое планирование клуба «Славяне» + рабочая программа военно - патриотического клуба "Славяне"
Программа по патриотическому воспитанию старшеклассниковКалендарно – тематическое планирование клуба «Славяне»...
Положение о открытиии родительского клуба. Статьи о работе нашего клуба.
Наш клуб открылся 1 сентября 2012 года называется он "Семейный очаг"...
Клуб "ПК". ПОЛОЖЕНИЕ о деятельности районного педагогического сообщества. ПРОФЕССИОНАЛЬНЫЙ КЛУБ «ПЕДАГОГИЧЕСКАЯ КУХНЯ».
Цели, задачи, основные направления деятельности добровольного педагогического сообщества. Функции и статус клуба "Педагогическая кухня", его руководство и контроль....
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА работы клуба по интересу ‘Английский-клуб’
Данный курс не только знакомит с культурой стран изучаемого языка,но и знакомит с общечеловеческими ценностями В ходе работы осуществляется организация праздников, ролевых игр, меропр...
План работы семейного клуба «Клуб любящих родителей» 2017- 2018 г.
План работы семейного клуба «Клуб любящих родителей» 2017-2018 г....
Реализация образовательных интересов и социальной активности детей в клубе любителей английского языка "Тандем". Положение о клубе "Тандем"
Наша программа предполагает возможность использования самых различных методов, способствующих развитию теоретического мышления, творческих и коммуникативных способностей и интересов, формированию сист...