Шәжәрә байрамы
методическая разработка
Предварительный просмотр:
Шәжәрә байрамы
А1 . Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡыусылар,уҡытыусылар!
А2 . Добрый день дорогие гости, ученики, учителя!
Уҡытыусы: Беҙ бөгөн шәжәрә байрамына йыйылдыҡ.Башҡорттарҙа, ҡайһы бер башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, нәҫеленең шәжәрәһен төҙөү йолаһы йәшәгән. Башҡорт үҙенең ете быуынына тиклем ата-бабаһының исемен белергә тейеш булған. Һәр нәҫел үҙенең шәжәрәһен ҡәҙерләп һаҡлаған, быуындан-быуынға тапшырған.
А.Мы сегодня собрались на праздник шежере. У башкир , как и у других народов существовала традиция составлять родословной. Башкиры должны были знать 7поколений . Каждое племя бережно хранило и передавало свою родословную от поколения к поколению.
А1. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъям йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтканда
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
А2. Шәжәрә – ырыу ҡәбилә тарихына бәйле ваҡиғалар, нәҫел нәҫәптең таралыуы, ата- бабалар исемлеге теркәлгән ҡулъяҙма ҡомартҡы. Боронғо замандарҙа шәжәрә олонан ботаҡтар тармаҡлана бара торған ботаҡтар, япраҡ менәән тармаҡлана барған ағас рәүешендә төҙөлгән.
А1. Издревле наши предки интересовались своей историей, составляли свои родословные. У башкир это называлось шежере. Ежегодно, обычно летом, отмечали праздник «Шежере байрам».
А2. Шәжәрә халыҡтың тарихына бәйле үҙ тарафынан ижад ителгән иң тәүге ҡомартҡыларҙың береһе. Күп кенә шәжәрәләрҙең. Ҡайҙа, ҡасан һәм кем тарафынан ижад ителеүе лә билдәле түгел.
А1. Что такое родословная? Это перепись поколений одного рода. Род- ряд поколений, происходящих от одного предка. Предок – это древний предшественник по роду. В средние века каждый рыцарь желающий вступить в рыцарский союз должен был доказать свое дворянское происхождение. Доказательством служило рыцарское родословное дерево.
Уҡытыусы
Был эштең тәрбиәүи әһәмиәте нимәлә һуң? Тәү сиратта ул балаларҙың ата-әсәләр менән бергә эшләүе һөҙөмтәһендә ике быуындың бер маҡсатта эҙләнеү эше алып барыуы менән әһәмиәтле. Ғаилә архивын, ата-олатайҙарҙың фотографияларын, боронғо реликвияларҙы, хәтирәләрҙе барлау әйтеп бөткөһөҙ баһаға эйә. Бында быуындар күсәгилешлеге, фамилия намыҫын һаҡлау нигеҙе, ата-олатайҙарға ҡарата ихтирам тәрбиәләү сағыла. Унан тыш, үҙеңдең шәжәрәңде белеү физиологик күҙлектән дә мөһим, юғиһә ҡан ҡәрҙәштәрен белмәү арҡаһында ете быуынға тиклем бер зат-ырыуҙан булған йәштәрҙең өйләнеүе ихтимал.Һәм, ниһайәт, шәжәрәһен белгән бала затындағы күренекле кешеләргә оҡшарға тырыша.
Йыр - Ләйсән
Уҡытыусы
Шәжәрә төҙөүҙе нимәнән башларға?
Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк, был – коллектив эш. Әгәр ҙә балаға ата-әсәһе, туғандары ярҙамлаша икән, һөҙөмтә тиҙерәк тә, яҡшыраҡ та була. Һәр кем 3 – 4 быуынға, йәғни ҡарт олатаһына тиклем схеманы еңел төҙөй ала. Әгәр ҙә ғаиләлә өләсәһе менән олатаһы бар икән, улар тағы ла бер нисә быуынды иҫкә төшөрә. Тағы һәр бер ауылда әллә ҡасанғы тамырҙарҙы иҫенә төшөрә алған аҡһаҡалдар ҙа булыуы мөмкин. Тик бөгөн ундай аҡһаҡалдар кәмегәндән-кәмей бара, шуға ла архив материалдарына мөрәжәғәт итергә тура килә. Бында беҙгә райондағы ЗАГС архивтарындағы теркәүҙәр, мосолмандарҙың Диниә назаратындағы муллалар алып барған яҙыуҙар ярҙам итә ала.
Үҙеңдең нәҫелеңде, исмаһам, дүртенсе быуынға тиклем генә белгәндә лә, перепись мәғлүмәттәре (ул саҡта уларҙы «ревизские сказки» тигәндәр, мәғлүмәтле кеше һөйләүе буйынса ауыл халҡынан яҙып алынғанғалыр) буйынса шәжәрә ағасының быуындарын етегә һәм унан да күберәккә тиклем оҙайтырға мөмкин. Әгәр ҙә ХIХ быуат аҙағында йәшәгән быуындарҙы тултырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуһа, 1898 йылдағы беренсе Бөтә Рәсәй переписы мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итергә була. Тик ул осорҙа ике губерна – Ырымбур һәм Өфө губерналары булған. Күрәһең, шуғалыр ҙа мин Ырымбур губернаһы материалдарын Өфө ҡалаһы дәүләт архивында таба алманым. Әйтеп үткәнемсә, ундай саҡта никахтар һәм үлем теркәлгән дини архивтар ярҙамға килергә мөмкин. Өфөләге Үҙәк дәүләт тарих архивында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡатай улусы буйынса башҡорт улустары һәм крайҙың тау заводында мәшғүл халыҡтарҙың 1816, 1834, 1859 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу материалдары һаҡлана.
А2 . “Атайыңдан алып ете быуынды бел,”- ти халыҡ. Элек оло йәштәгеләр: “Кем нәҫеле?” - тип һораған булғандар. Ете быуын атай олотайын әйтеп биргәс кенә иҫәпкә алғандар. Ысынлап та, һәр кеше уйлана тоғандыр: беҙҙең тамырыбыҙ кем ? Туғандарыбыҙ, я ҡындарыбыҙ кемдәр? Минең сығшым ҡайҙан?
А1. Славная вещь – родословное дерево. И недаром, когда хотят похвалить человека говорят : “У него крепкие корни”. Значит, такой человек родился в дружной хорошей семье, и семья его воспитала.
Шәжәрә Гульсирин.
Уҡытыусы
Нәҫелдең һәр быуыны, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәр, ырыуҙар һәм ҡәбиләләр тормошондағы иң мөһим факттар индерелгән ҡәбиләләрҙең шәжәрәһе (ырыу ағасы), генеалогик ҡулъяҙмаһы. Шәжәрәне (ырыу ағасын) энцеклопедия тип тә атап була: унда халыҡтың тарихы һәм көнкүреше тураһында төрлө мәғлүмәттәр бар, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, юридик һәм әхлаҡ-этика нормалары һүрәтләнә. Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү - мауыҡтырғыс һәм файҙалы шөғөл ул. Борон-борондан кешеләр ата-бабалары тураһында иҫтәлек һаҡларға ынтылғандар. Ул замандарҙа исемдәр һәм туғандар тураһындағы мәғлүмәт телдән-телгә, олатайҙарынан ейәндәренә тапшырылып барған. Һуңғараҡ кешеләрҙең барлыҡҡа килеүен, тарихын һәм туғанлыҡ бәйләнештәрен, шулай уҡ шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү менән шөғөлләнеүсе айырым фән – генеалогия барлыҡҡа килә. Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү ғаиләнең, ырыуҙың һәм ҡәбиләнең барлыҡҡа килеүен ныҡлы өйрәнергә ярҙам итә. Автобиографик яҙмаларҙы, “йәшәү тарихын” һәм “ғаилә йылъяҙмаларын” барлыҡҡа килтереү һәм туплау гуманитар-фәнни генә түгел, ә дөйөм мәҙәни бурыс та. Был - кешелек хәтерен оҙайтыу һәм киләсәк быуынды тәрбиәләү бурысы ла.
Балалар шиғыр һөйләй.
1-се уҡыусы Беҙ исемһеҙ түгел донъяла
Үткәнде байҡа ғына
Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ
Шәжәрә байрамында.
2-се уҡыусы Шәжәрә ғүмкр буйы
Һаҡлаған тыуған йортом.
Беҙ бурыслы һиңә илем,
Башҡортостан – баш йортом.
3-се уҡыусы Йондоҙҙар күктә яналар,
Кешеләр ерҙә балҡый,
Илем,ерем, халҡым тиеп,
Янырҙар ғүмер баҡый.
4-се уҡыусы Шәжәрә байрамы – байрам
Эштәр уңғанда ғына,
Ырыу ағасы ҡоромай
Йәштәр булғанда ғына.
Шәжәрә Рамиль.
Бейеү 3 Б класс
Уҡытыусы
Шәжәрә төҙөүҙең маҡсаты :
Халыҡта ырыуы, халҡы, тыуған яғы тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу. Шәжәрә (ырыу ағасын) төҙөү барышында фәнни-эҙләнеү үтк!релә, тыуған яҡт өйрәнелә, этнографик эшмәкәрлек киңәйә, йәштәр эҙләнеүгә һәм фәнни эшкә ылыҡтырыла, йәшәгән төйәгенә ҡарата рух һәм уның тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш, яҙмышына яуаплылыҡ тәрбиәләнә, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙең берлеге нигеҙендә быуындар күсәгилешлеге һаҡланыла, ғаилә һәм ғаилә-туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытытыла, йәштәрҙә тарихи үҙаң һәм әхлаҡлы мәҙәниәт формалаштырыла, ғаиләнең тарихы аша Ватандың тарихын өйрәнеү ылыҡтырыула.
А2. Илем белмәгән – игелекһеҙ,
Халҡым белмәгән –холоҡһоҙ,
Нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ
Тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ.
А1. Каждый человек должен хорошо знать свою родословную. У башкир как и у других народов издавна существовал обычай составлять родословную своего племени, рода, семьи. Они назывались «шежере», что в переводе с персидского означает «родословное дерево».
А2. Әҙәм балаһына үҙенең ете быуын бабаһын белеү мотлаҡ, тигәндәр боронғолар. Шул ваҡытта ғына кеше тыуған иленең тыуған йортоноң үткәнен, үҙ халҡының сығышын белә.
А1. В очень давние времена именно в форме ствола, ветвей и листьев записывалась генеология то есть происхождение родов и племен. В башкирские вносились только башкирские имена. Наиболее точно и подробно это знали Аксакалы, а они передавали детям и внукам.
А2. Ата-бабаларҙан күсеп килгән шәжәрәләр , ете быуынды ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың тарихын , көн-күрешен, үткән ваҡиғалар тураһындағы ҡиммәтле васыят булған.
А1. Самым древним по времени записи является шежере племени юрматы, которое было записано в 1564 году муллой Бакыем.
Шежере
Ҡубыҙҙа Тимур уйнай.
А2. Шәжәрә беҙгә халҡыбыҙҙың үткән юлын , сал тарихын һөйләй. Шәжәрәңде, нәҫел ағасыңды белеү, эҙләү – барыбыҙҙың да төп бурысы.
Ошоноң менән байрамыбыҙ тамам, иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт !
А1. До свидания!
Нефтекама ҡалаһының 12 урта мәктәбе
Шәжәрә байрамы
Үткәрҙе: Ғиндуллина Г.Ғ.,
Ғилметдинова Г.М..
2010
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"
Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...
Сөмбөлә байрамы!
Праздник урожая...
" Уҡытыусылар көнө" байрамы
Тантаналы линейка...
"Шәжәрә байрамы"
quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...
Әлифба байрамы
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...
Әсәйҙәр байрамы
Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...
Дуҫлыҡ байрамы.
Дуҫлыҡ байрамы....