Туған телдәр көнөнә арналған сценарий
методическая разработка на тему
Ерем, илем, телем.
Туған көндәр байрамына арналған кисә.
Үткәреү урыны: Мәсәғүт гимназияһының тамаша залы.
Үткәреү ваҡыты:20 февраль 2015 йыл.
Ойоштороусы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Ә.Р.
Маҡсат: Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың йырҙары, бейеүҙәре аша байытыу.
Уҡытыусы:
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tugan_teldr_konon_arnalgan_kis.docx | 28.33 КБ |
Предварительный просмотр:
Ерем, илем, телем.
Туған көндәр байрамына арналған кисә.
Үткәреү урыны: Мәсәғүт гимназияһының тамаша залы.
Үткәреү ваҡыты:20 февраль 2015 йыл.
Ойоштороусы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вәлиева Ә.Р.
Маҡсат: Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың йырҙары, бейеүҙәре аша байытыу.
Уҡытыусы:
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ” тип әйтелә.
Кондратьева Диана:
Международный день родного языка ежегодно принято отмечать в мире 21 февраля. Учрежден этот праздник был 17 ноября 1999 года Генеральной конференцией ЮНЕСКО, а отмечать его начали с февраля 2000 года. Основной задачей праздника "Международный день родного языка" можно назвать содействие языковому и культурному разнообразию в мире.
Вәлиев Булат:
Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, ”атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
“Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Шайкамалова Карина:
Родной язык с самого момента рождения накладывает на человека свой особый отпечаток, наделяя его своеобразным видением вещей, которое никогда не исчезнет, даже если человек в последующем овладеет многими другими языками. И, конечно же, изучение языка другого народа – иностранного языка – это прекрасный способ знакомства с иным видением мира. Потому как каждый народ представляет собой неповторимую культуру со своей историей, традициями, образом жизни и языком. А значит, важнейшей задачей является сохранение языковой базы, как больших народов, так и малочисленных народностей.
Валеев Булат:
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!” - тип әйткән рус яҙыусыһы К.Ушинский.
5 синыф уҡыусылары башҡарыуында “Нурлы баласаҡ” йыры башҡарыла.
Нурлы баласаҡ.
1.Барыбыҙ ғәзиз әсәләй
Иңенә алып ҡосҡан.
Һоҡланып туйғыһыҙ матур
Илебеҙ Башҡортостан.
2.Төрлө-төрлө тәмлекәстәр
Матур-матур ҡурсаҡтар.
Уйындар ҙа, дуҫтар ҙа күп
Беҙҙең шат баласаҡта.
3.Аяҙ беҙҙең көндәребеҙ
Моңло беҙҙең йырыбыҙ
Сөнки тыуған еребеҙгә
Йәйелгән тамырыбыҙ.
Йырлы баласаҡ
Нурлы баласаҡ
Беҙ шатланып көлгән һайын
Тормош йәмле буласаҡ.
Йылмай, баласаҡ
Мөғжизәле баласаҡ.
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
1-се уҡыусы. Әҙилә.
Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
(Б.Бикбай)
2-се уҡыусы. Гөлназ.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына…
(Д.Талхина)
3-сө уҡыусы. Булат.
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Салауат та ғорур башҡортон
Туған теле менән данлаған.
Киң Уралын – данлы төйәген
Һаҡлар өсөн ерен данлаған.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
(К.Кинйәбулатова)
4-се уҡыусы. Диас.
Син – минем тере тарихым,
Син – минем киләчәгем,
Тик синдә, газиз туган тел.
Бәхеткә житәчәгем.
Булат : Башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай, бейеүҙәре генә ни тора. Хәҙер башҡорт милли бейеүен ҡарайыҡ.
Әхмәтйәнова Әҙилә башҡарыуында бейеү.
Диана:
Т.Зумакулова
Родной язык!
Он с детства мне знаком,
На нем впервые я сказала «мама»,
На нем клялась я в верности упрямой,
И каждый вздох понятен мне на нём.
Родной язык!
Он дорог мне, он мой,
На нем ветра в предгорьях наших свищут,
На нем впервые довелось услышать
Мне лепет птиц зеленою весной.
Булат: Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың; һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Сәхнәгә Вәлиева Гүзәл сыға һәм ни өсөн телде өйрәнеү кәрәклеген уҡыусыларҙан һорай.
Гүзәл:
- Телде өйрәнеү ни өсөн кәрәк?
Азалина.
Тыуған ояһынан айырылған ҡош
Ҡанатына мәңге ял тапмай.
Туған телен яратмаған кеше,
Башҡаларҙың телен яратмай.
Алина.
Аңла, балам...
Илдәр, телдәр, диндәр алмашына –
Ниҙәр көтә әҙәм балаһын?
Аңла, балам, һине үҙең итеп
Туған телең һаҡлап ҡалаһын.
Наҙгөл.
Ваҡыт менән бергә үҙгәрә бел
Телдәр өйрән, балам, донъя күр.
Йөҙ сөйөрмә ләкин үҙ телеңдән:
Был – Ватанды һатыу менән бер.
Ренат.
Һин тыуғас та, әсә һөтө менән
Иренеңә тамған туған тел.
Туған телең юйһаң, әсәйеңде
Онотоуың булыр, балам, бел!
Вәлиев Булат һәм Закиров Диас башҡарыуында «Салауат маршы” көйө.
Карина:
Родной язык.
Валерий Яковлевич Брюсов
Мой верный друг! Мой враг коварный!
Мой царь! Мой раб! Родной язык!
Мои стихи – как дым алтарный!
Как вызов яростный – мой крик!
Ты дал мечте безумной крылья,
Мечту ты путами обвил.
Меня спасал в часы бессилья
И сокрушал избытком сил.
Как часто в тайне звуков странных
И в потаённом смысле слов
Я обретал напев нежданных,
Овладевавших мной стихов!
Фәхртдинова Рената башҡарыуында “Туған тел” шиғыры.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Булат:
Хәҙерге башҡорт теле – һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
1 б синыфы уҡыусылары башҡарыуында М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры башҡарыла.
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Диана и Карина:
"Язык-душа нации. Язык-это живая плоть идеи, чувства, мысли, которая создавалась миллионами поколений"- говорит Алексей Толстой.
"Богатство языка есть богатство мыслей. Язык важен для патриота" – утверждает Н. Карамзин.
"Держитесь ближе к народному языку..." - М.Горький.
"Язык так же древен, как и сознание"- К.Маркс, Ф.Энгельс.
Булат:
Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
6 б синыфы уҡыусылары башҡарыуында йыр.
“Был минең тыуған ерем.”
Йыр һуңында барыһы ла ҡулдарына шарҙар тотоп сәхнәгә сыға.
Булат:
Тел – кешенең ғүмерлек юлдашы. Тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тел һәм һүҙ кеше менән бергә йәшәй.Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала. Иғтибарығыҙ өсө рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Республика көнөнә арналған сценарий
Илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү - һәр уҡытыусының бурысы....
Республика көнөнә арналған сценарий
Республика көнөнә сценарий.Тематик линейка.Үткәреү урыны:гимназияның тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:Ойоштороусы: Вәлиева Ә.Р. Маҡсат: Үҙ республикаң өсөн ғорурлыҡ ...
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған регион-ара методик семинар
Ҡунаҡбай урта дөйөм белем мәктәбендә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған регион-ара методик сара...
21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам сценарийы
2016 йылда Ҡунаҡбай урта мәктәбендә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрамға яҡташ ғалим-ғалимәләребеҙ ҡунаҡҡа килде....
8-се март байрамына арналған сценарий
8-се март байрамына арналған сценарий...
Туған телдәр көнөнә арналған кисә.
Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың йырҙары, бейеүҙәре аша байытыу....
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың тарих биттәре” буйынса мәктәп кисәһе өсөн сценарий.
В эти дни наша республика отмечает свой 100-летний юбилей со дня образования. И мы приглашаем Вас на прогулку по страницам истории Башкортостана....