Сценарий мероприятия "Салават Юлаев"
методическая разработка ( класс) на тему

Гарипова Гульназ Рузиловна

Внеклассное мероприятие

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon stsenariy_s._yulaev.doc30.5 КБ

Предварительный просмотр:

                               

Салауат вариҫтары

(Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған кисә)

Байрам барышы

Аҙналы: (улының ҡулын ҡыҫа). Һаумы, улым, бына егет ҡорона ла еттең. Хәҙер һинең менән ҡул бирешеп күрешергә лә була.

Салауат: Ҡул ҡыҫышыу нимә аңлата, олатай?

Аҙналы: 14 йәшкә етеү – ул ир ҡорона инеүҙе, ололар менән бергә һунарға йөрөй башларға ярағанлыҡты аңлата.

Салауат: Эй, олатай, инде һунарға ла йөрөп булмаҫ, баяр баҫты бит кейекле урмандарыбыҙҙы.

Аҙналы: Шулай ҙа һуң, әммә ысын һунарсыһы булһа, кейек аулар ер табыла ул. Салауат, мин һине күптән күҙәтеп йөрөйөм, ағайҙарыңдан айырылып тораһың, таҫыл, көслө генә күренәһең, аҡылың да камил, ике ҡәләм беләһең, һиңә ҙур өмөттәр бағлайым, улым (биленән билбау менән хәнйәрен һалып Салауатҡа һуҙа). Бына ошоларҙы йөрөтөргә хаҡлыһыңдыр, тип уйлайым, улым.

Улар сығып китә, алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар.

2-се алып барыусы: Һеҙҙе Салауат Юлаевҡа бағышланған кисәлә ҡаршылайбыҙ.

1-се алып барыусы: Юлай улы - батыр, һай, Салауат

                                      Сал Уралда – илдә бер ине.

                                      Күп ишеткән зарлы башҡорт халҡын

                                      Яҡты көнгә тартыр ир ине.

2-се алып барыусы: Юлай Аҙналин улында батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләргә тырышҡан. Салауат үҙе лә йәштән үк батыр булған, һыбай йөрөргә, ҡорал менән оҫта эш итергә өйрәнгән. Салауат көс, ғәйрәт эйәһе генә түгел, заманына күрә уҡымышлы һәм талантлы кеше лә булған.

1-се алып барыусы: Салауат йәштән үк гүзәл тәбиғәтте, тыуған ерен ныҡ яратҡан, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынған. Оҙаҡламай ул үҙе лә йырҙар, шиғырҙар сығарған.

 

Һандуғас (Элина 2А)

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта

Һандуғас моңо.

Күктеме, ерҙеме данлай?

Кем белә уны?

Йырлаймы күктә балҡыған

Ҡояштың нурын?

Әллә айға арнағанмы

Һандуғас йырын?

Әллә арнағанмы ул йыр

Яҡты йондоҙға,

Йәйрәп ятҡан яландарға,

Хәтфә болонға? –

Мин белмәйем.

Уралым (Айназ 2А)

Ай, Уралым, Уралым,

Күгәреп ятҡан Уралым!

Нурға сумған түбәһе

Күккә ашҡан Уралым!

Һине маҡтай йырҙарым,

Һине данлай йырҙарым!

Төнөн күккә ай ҡалҡһа

Стрела (Әдилә)

Егеткә (Әдис 3Б)

 (Видеофильм ҡарау)

1-се алып барыусы: “Салауат” йырын йырлау (малайҙар башҡарыуында)

2-се алып барыусы: Салауат – ил батыры. Ә һеҙ уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? Быны асыҡлар өсөн һеҙгә викторина һорауҙары тәҡдим итәбеҙ. Кем яуапты белә, шул ҡул күтәрә. Зирәктәргә - бүләк.

1. Салауат Юлаев нисәнсе йылда тыуған? (1754 й.)

2. С. Юлаев ҡайҙа тыуған?

3. С. Юлаевтың ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

4. Яу барғанда С. Юлаев нисә тапҡыр яралана?

5. Салауаттың маңлайына ниндәй хәрефтәр көйҙөрөлөп баҫтырыла?

6. Салауат һөргөндә булған крепость нисек атала?

7. С. Юлаев нисә йыл һөргөндә була?

8. С. Юлаев һәйкәленең скульпторы кем?

9. С. Юлаев исемен йөрөткән нимәләр бар?

Бейеү.

 

                                               Әҙерләнеләр: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары

                                                                          Ғарипова Г.Р., Ниғәмәтуллина Л.Р.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Салават Юлаев

презентация...

Салават Юлаев

презентация...

"Салават Юлаев - славный сын башкирского народа". Внеклассное мероприятие.

Ознакомление учащихся с биографией Салавата Юлаева, его творчеством, ознакомление с произведениями разных видов искусств, посвященных жизни и творчеству национального героя-поэта....

Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сәсән»

Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...

Методическая разработка. Открытого урока по дисциплине «Башкирский язык» Тема: «Салават Юлаев – поэт и сэсэн»

Предлагаемая методическая разработка урока по дисциплине «Башкир-ский язык» составлена на основе требований государственных образовательных стандартов (или ФГОС) для обучающихся социально-экономически...

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин «Салауат Юлаев» ".

Урок в 6 классе на тему "Степан Злобин  «Салауат Юлаев» ...

Материал по краеведению на английском языке. Салават Юлаев.

Текст может быть применён учителем в качестве внеклассного  чтения или дополнительного задания....