«Ҡарға бутҡаһы»
методическая разработка (5, 6, 7, 8 класс)

Ҡотлоғәләмова Гөлнур Абдулла Ҡыҙы

Башҡорт халыҡ йолаһы сценарийы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon Башҡорт халыҡ йолаһы сценарийы57 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт халыҡ йолаһы сценарийы «Ҡарға бутҡаһы»

                                Эшләне:

    Сибай ҡала гимназияһының

                              башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                        Ҡотлоғәләмова Гөлнур Абдулла ҡыҙы

Сибай-2023

Башҡорт халыҡ йолаһы «Ҡарға бутҡаһы» сценарийы

Йыл һайын яланда үткәрелә торған йола байрамы.
Йәмле май башы. Ишек алдында егелгән ат тора. Өй
ҙән байрамға алып бара торған әйберҙәрҙе ташып арбаға һалабыҙ.
Өләсәй (арбаға әйбер
ҙәрҙе йүнәтеп һала)

Атым егелгән, ә
ҙер.
Ҡырға китәбеҙ хәҙер.
Ҡарға бутҡаһы” көтә,
Һый бөтәһенә етә.
Оло
ҡаҙан аҫырбыҙ.
Етерлек һыуын һалырбы
ҙ.
Бут
ҡаға һәр кем туйыр.
Ҡыҙым, сүмес,бешкәктәрҙе һалығыҙ!

Өй
ҙән милли кейем кейгән ҡыҙ сүмес,бешкәктәрҙе тотоп сыға.
Өләсәй балаларға йома
ҡтар әйтә ә балалар йомаҡтың яуаптарын әйтәләр.

Өй
ҙән малай сыға. Ул тоҡ менән ярма алып сыға.Балалар һәм өлкәндәр арбаға тейәләләр.

Өләсәй:

Бут
ҡалыҡтар тейәлде,
Арбала батман майым,
Тоғом ярмаһы менән
Сәй алдым,то
ҙҙо һалдым.
Сәйнүк,
ҡалаҡтар әҙер.
Изге сәғәткә
Киттек байрамға хә
ҙер.
Күмәс бар күмәк көстән,
Ҡайтып етербеҙ кискә.

Яланға барып еткәс, арбанан кәрәк-яра
ҡтарҙы бушаталар. Балалар ҡуҙғалаҡ, йыуа алып киләләр. Ауыҙ асырға йыйыналар.

1-се әбей Килеп еттек яланға,
Сәләмләйек ер-һыу
ҙы.
Имен-аман йәшәнек,
Бына тағы йыл у
ҙҙы.
Ҡабатлағыҙ , балалар,
Күтәреге
ҙ ҡулдарҙы:
-_Рәхмәт ,айым ,нур
ҙарыңа,
Рәхмәт,
ҡояш нурҙарыңа.
Рәхмәт,шифа биргән һыуым,
Ҡаныр тағы һыуһыным.
Йомша
ҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер бе
ҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һый
ҙарыңды тәтей ирен.

(һәр юлды балалар
ҡабатлай).

2-се әбей Йәге
ҙ әле балалар,
Ауы
ҙ асып алайыҡ.
Яңы үлән-яңы аш
Ауы
ҙыбыҙға һалайыҡ.

Балалар: И
ҫке ҡорһаҡ-яңы аш,
Иһ-һа-һа-һа-һа=һа.

(бөтәһе лә
ҡуҙғалаҡ,йыуанан ауыҙ итәләр).
1-се бала Йәшел һарайға бар
ҙым,
Йәшел тая
ҡтар алдым.
Услап-услап алдым да
То
ҡсайға уны һалдым.

Балалар: Былары инде йыуалар,
Һыу
ҙа битен йыуалар.
Йыуа аша я
ҙ башы
Ауырыу
ҙарҙы ҡыуалар.

2-се бала: Әскелт-әскелет тәмлекәй,
Бөртөкләп кенә
ҡабам.
Ҡымыҙ тәме телемдә,
Шәкәр тәмен дә табам.
Йый
ҙым уны юрғалап,
Был нимә ул?

Балалар:
Ҡуҙғалаҡ


3-се бала Һап- һары сәскә ата 
Сәскә атыуға
ҡата.
Йый
ҙым уны иртәрәк,
Ул шулай һәйбәтерәк.
Ҡаптым-ҡаптым ҡаптырҙы...
Балалар:
Ҡаҡы һыуһын ҡандыра.
Әсәй: Балалар уйнаһындар,
Тик кенә тормаһындар.

Бер бала: “ Һөйөнсе! Һөйөнсе! “-тип югереп килә.
Әбей
ҙәр: -Һөйөнсе! һөйөнсе!
Һөйөнсегә
ҡолағың!
Бала: Һөйөнсе! һөйөнсе!

Әбей
ҙәр: Ауыҙыңа бал да май!

Бала: Килде та
ҡмаҡсы әбей,
Та
ҡмаҡ әйтә лә бейей.
Уның әйткән та
ҡмағына
Бе
ҙҙең күңелдәр ирей.
Та
ҡмаҡсы әбей инә. Уны бөтәһелә:”Әйҙүк,хуш киләһең!”- тип ҡаршы алалар.

Та
ҡмаҡсы әбей: Ҡотло булһын байрамдар,
Тәмле булһын айрандар!
Та
ҡмаҡ әйтеп бейеп китһәк,
Бөтә кеше хайрандыр.

Әбей
ҙәр бер яҡ ситтә ҡаҙан аҫып ,бутҡа бешерә башлайҙар. Аш-һыу: ҡурмас, ҡымыҙ, талҡан, көлсә,ҡабартма әҙерләйҙәр.Ҡыҙҙар 5-әр кеше булып “Сылбыр” бейеүен бейейҙәр. “Байыҡ” таҡмағы әйтелә. Малайҙар бер яҡ ситтәрәк уйнайҙар.


Та
ҡмаҡсы әбей таҡмаҡтары.

Ай-һай ,
ҡыҙыл бирсәткә
Ҡулдарында булһасы.
Ай- һай ,
ҡыҙҙар уйыны
Иртә лә кис булһасы.

Бейер әле,бейер әле,
Бейер әле о
ҫтараҡ,
Тағы бейер ине о
ҫтараҡ,
Бер аяғы
ҡыҫҡараҡ.

И
ҫке шырпы ҡабы,
Яңы шырпы
ҡабы,
Төш тә бейе,төш тә бейе,
Та
ҡмаҡ әйтербеҙ тағы.
Балалар икенсе юлдар
ҙы ҡабатлап йырлайҙар.
Таянабы
ҙ бөйөргә,
Тотонабы
ҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлатып,
Әйләнәбе
ҙ беҙ бергә.

Ҡыҙҙар теҙелешеп ҡубыҙ сиртәләр. “Ҡубыҙ” йыры башҡарыла.
Бдин-бдиң, бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ялтлап тора
ҡубыҙҙар,
Сиртә
ҡубыҙ бармаҡтар,
Бейеп китә ая
ҡтар.

Бдин-бдиң,бдин-бдиң,бдин-бдиң.
Ҡубыҙ сиртә бармаҡтар.
Ҡыҙҙар ҡумыҙ сирткәндә,
Талмаһындар ая
ҡтар,
Йүгереп торһон барма
ҡтар.

Өләсәй: Был байрамға килгәндәр
Етем
ҡалған балалар.
Бүләк бирәбе
ҙ уларға
Хал
ҡымда бит йола бар.

Уртаға йә атаһы,йә әсәһе булмаған балалар са
ҡырыла. Алдан әҙерләнеп 
Ҡуйған бүләктәр бирелә. Инәйҙәр ,теләк теләп ,балаларҙың баштарынан һыйпайҙар.

1-се әбей: Балам, балдай татлы бул,
Фәрештәле ғүмер ит.
Тәүфиғеңде юғалтма,
Бәхет килер, тырыш, көт.
2- се әбей Туғы
ҙҙан үр сәсеңде, 
Туғы
ҙ бәхет килтерер
Иртә таңда бәхет һора,
Фәрештәләр еткерер.

Өләсәй ( бут
ҡа болғата, үҙе йырлай) .
“Буғыр-буғыр” бут
ҡаһы,
Бутайһы ла, бутайһы!
Ҡарға бутҡаһы” беште,
Онотманым бер эште:
Һиптем иләнгән онта
ҡ
Бут
ҡаның өҫтө ап-аҡ.
Инде серен белдеңме?
Йотоп
ҡуйма телеңде.


1-се әбей Килеге
ҙ әле, ҡыҙҙар,
Бут
ҡа һоҫоп бирәбеҙ.
Малай
ҙарҙы һыйларға
Һе
ҙҙе беҙ ебәрәбеҙ.
Ҡыҙҙар югерешеп килә, улар “Буғыр бутҡа” уйынын уйнайҙар.Ҡара-ҡаршы баҫып башҡаралар.
Бутыр-бутыр бут
ҡа бешә,
Уртаһына май төшә.
Килгән
ҡунаҡ беҙгә төшә,
Бе
ҙҙә тәмле бутҡа бешә.
Их, тәмле е
ҫе бутҡаның
Таралды урман,
ҡырға.
Бутыр-бутыр бут
ҡаһы
Һалды өләсәй йырға.

2-се әбей Аштау тулы бут
ҡа һалдым,
Бут
ҡағыҙ тәмле булһын.
Бут
ҡа ашаған малайҙар
Бөтә эштәр
ҙә уңһын.

Ҡыҙҙар югереп барып малайҙарҙың алдына бутҡа ҡуя.ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешәләр.

Ҡыҙҙар: Эй,малайҙар, малайҙар,
Кәгез генә малай
ҙар.
Бут
ҡа ашап үҫегеҙ,
Артһын һе
ҙҙең көсөгөҙ.

Малай
ҙар: Батыр булып үҫербеҙ,
Киң булһын күңелеге
ҙ.
Ах, ниндәй егеттәр тип,
Ҡыҙыр әле күҙегеҙ.

Ҡыҙҙар: Эй, малайҙар, малайҙар,
Түбәләге
ҡалайҙар,
Бут
ҡаларын ашап бөткәс,
Таба
ҡ төбө ялайҙар.
Малай
ҙар: Әле бутҡа ҡапманыҡ,
Бут
ҡала май тапманыҡ.
Майһы
ҙ бутҡа ашап булмай,
Сеүәтәне
ҡаплайыҡ.
Ҡыҙҙар йүгереп май алып киләләр.

1 се
ҡыҙ: Теләһәгеҙ- күбек май.
Бут
ҡағыҙға- һары май.
Майлы бут
ҡа ашағандар
Йыр- бейеүгә арымай.
Ҡыҙҙар,әбейҙәр ултырышып бутҡа ашай 

Өләсәй: Был табында ни
ҙәр бар?
Ҡурмас, талҡан,ҡымыҙ бар.
Ҡыҙҙар, һеҙгә өйрәтәбеҙ,
Ны
ҡ ҡарағыҙ, йыбанмай.

Ҡымыҙ” бейеүе башҡарыла.Бейегәндә “ҡыу-ҡыу-ҡыу” тигән дәртләндергес һүҙ әйтелә.

Өләсәй: Һикерәңләп тау буйлап
Малай
ҙар ҡайтып китте.
Хә
ҙер инде, ҡыҙҙарым,
Теләк теләр мәл етте.
У
ҡымышлы инәйҙәр
Нама
ҙ уҡырға китте.
Теләк теләргә
ҡалдыҡ,
Фатихаларын алды
ҡ.
Ҡыҙҙар теҙелешеп ултыралар. Әбейҙәр- уртала. Берәм-берәм теләк теләйҙәр.Теләк теләгәндә улар “иларға” тейеш.

1- се әбей: Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәге
ҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе йылға ошо ер
ҙә
Йыйылайы
ҡ тағы бергә.
Хәйер-са
ҙаҡа бирәйек,
Изге теләктәр теләйек.
Бар булайы
ҡ, бай булайыҡ,
Татыу,рәхәт торайы
ҡ
Бар булайы
ҡ,бай булайыҡ,
Татыу рәхәт торайы
ҡ.



2-се әбей: Эй, хо
ҙайым, һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға һыу
ҙар тулһын,
Балы
ҡтарың һыуға сумһын,
Мал тыуар
ҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр ишләнһендәр,
Яуыз уйлы,
ҡара эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-се әбей: Эй,
ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбе
ҙгә етә көсөң.
Балаларың
ҡыуанһындар
Изге итеп ү
ҙенең көсөн.
Ү
ҙ икмәген үҙе игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Ү
ҙе ашап үҙ икмәген,
Аллам,
ҡабул ит теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
Әбей
ҙәр: ( күмәкләшеп). 
Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина
ҡаҙабынар. Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.

Ҡыҙҙар урындарынан тороп, һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).

Ямғыр, яу,яу, яу,
Иген, ү
ҫ, үҫ, үҫ.
Көтә һине ер,ер,
Тәмле икмәк бир,бир!
Ямғыр,яу,яу,яу, 
Тау
ҙай иген ырҙында.
Бут
ҡа бешһен ҡаҙанда,
Тәтәй
ҡалаҡ баҙарҙа,
Һөтлө һыйыр яланда.
Тамсы көсө болотта,
Күп яуырға онотма! 
Өләсәй: Ярай, рәхмәт, балалар,
Теләктәр
ҡабул булһын.
Бут
ҡабыҙ беште бығыр-бығыр,
Ҡарғалар көтә ығыр-ығыр.
Ҡоштар һайрай,өмөт итә,
Һәммәөһенә был һый етә.
Оло
ҡатындар теләк әйтә.
Балалар ша
ҡый сеүәтә,
Ҡоштарға юлды күрһәтә.
Таштарға.бота
ҡтарға ла,
Май яғып, бут
ҡа һалығыҙ
Кескәй
ҙәрҙе күтәрегеҙ,
Ауыры
ҡһығандар, ҡалығыҙ.
Бында теләк әйтеге
ҙ.

Оло ҡатындар таштарға-май, ботаҡтарға бутҡа һала-һала китәләр.
Килендәр йәки
ҡатындар теләктәре.

Ҡоштарға.
Таш һайын май,
Таш һайын май,
Май ашаған
ҡош арымай,
Бөжәк-мөжәк 
Сүпләп торһон.
Урман йәмләп,
Йырлап осһон.
Балалары сыр-сыу ү
ҫһен.
Ҡоштар татыулығы,
Йылғырлығы,
Моңлолоғо
Бе
ҙгә күсһен,
Бе
ҙгә күсһен!

Байлығынан.
Зә
ҡәт ғөшөр ,
зә
ҡәт ғөшөр,
Был изгелектәргә
Ит шөкөр кешем!