Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижади конкурс сценарийы
проект на тему

Карагулов Тагир Амирович

Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижади конкурс сценарийы

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл tansulpan_garipova_prizyna_uzgarylgan_izhadi_konkurs.docx41.18 КБ

Предварительный просмотр:

Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған ижади конкурс

сценарийы

Егеттәрҙең әҙәбиәт, ижад хаҡындағы сығышы менән асыла.

1-се алып барыусы:

- Эйе, Ижад – ул тылсымлы донъя! Ул - яңы донъя асыу, яңы һүҙ әйтеү. Ризаитдин Фәхретдин әйтмешләй, пулаттан ҡоролған ҡәлғәләр ватыла, таштан һалынған һарайҙар емерелә, әммә ҡағыҙға яҙылған үә матбаға ҡараһы менән баҫылған әҫәрҙәр ғүмерлек һәм мәңгелектер.

2-се алып барыусы:

- Һүҙ сәнғәте! Һин бер тылсымлы сер,

Оҫталыҡты йәшерә оҫталыҡ.

Ебәкме ни – һүҙгә һүҙ ялғана:

Ә ҡай саҡ таман ҡыҫҡалыҡ.

1-се алып барыусы:

- Бөгөн беҙҙә байрам! Рух һәм ҡот байрамы! Ижад байрамы!

2-се алып барыусы:

- Эйе, йыл да уҙғарылып, матур традицияға әйләнгән Таңсулпан Ғарипова призына ижад конкурсы – уҡыусыларҙың көтөп алған байрамы.

 1-се алып барыусы:

- Шулай булмай, үҙенең 22 йыл йәшәү дәүерендә был бәйге аша әллә күпме малай-ҡыҙҙар ижад донъяһына юл алған, сәмләнеп китабын әҙерләгән, ҡәләм тирбәткән, тәүге ижад ялҡынында янған, тел шымартҡан, үҙенең тиҫтерҙәре менән аралашып, ижад тәжрибәһе туплаған.

2-се алып барыусы:

-Әҙәбиәтебеҙ классигы Мостай Кәримдең шундай һүҙҙәре бар: “Мин кешеләрҙе ике төркөмгә бүләм. Берәүҙәре, планетаның бер тапҡыр ҙа Ҡояш төшмәгән яғында йәшәйҙәр, ҡалғандары – гел яҡты яғында. Улар – шиғриәт, йыр-моң яратҡан кешеләр”. Ул әйтмешләй, планетаның нурлы яғында йәшәүселәр һаны артҡандан-арта барһа насармы ни?

1-се алып барыусы:

- Тәүге ижад бәйгеһе Сибай ҡалаһы мәктәптәре араһында “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме аҫтында башланғыс ала. 2000 йылда Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе итеп Гөлназ Ҡотоева тәғәйенләнгәс, конкурс уның тәүге ойоштороусыһы, яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарыла башлай. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып уҡыусыларҙың ижад емештәренән торған “Бала саҡтың яҡты хыялдары” исемле йыйынтыҡ донъя күрә.

2-се алып барыусы:

- Бөгөнгө сараның мәртәбәле ҡунаҡтары менән таныштырып сығырға рөхсәт итегеҙ!

 1-се алып барыусы:

  1. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова

2-се алып барыусы:

  1. Сибай ҡалаһы ҡала округының социаль һорауҙар буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова

1-се алып барыусы:

  1. Мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапова

2-се алып барыусы:

  1. Сибай ҡалаһы 9-сы лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы, шағирә Фирүзә Алсынбаева

1-се алып барыусы:

  1. Журналистика ветераны Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллина

2-се алып барыусы:

  1.  “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова.

1-се алып барыусы:

  • “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Сәйетәхмәт ҡыҙы Ҡадаева

2-се алып барыусы:

- Ижади бәйгенең төп маҡсаты - төбәктәге йәш таланттарҙы үҫтереү, өмөтлө уҡыусыларҙы билдәләү, яңы исемдәр асыу, уларға ярҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү.

1-се алып барыусы:

-Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа конкурс Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбованың хәстәре һәм ярҙамы менән ошо белем усағында үтә. Йылдан-йыл үҙ географияһын киңәйтеп төбәк кимәленә күтәрелә, быйылдан иһә республика мәктәптәре уҡыусыларын үҙенә туплай.

2-се алып барыусы:

- Хәҙер һүҙ хөрмәтле ҡунағыбыҙға – Сибай ҡалаһы ҡала округының социаль һорауҙар буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғоловаға бирелә. Рәхим итегеҙ!

Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова сығыш яһай

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Гүзәл Әхмәт ҡыҙы!

2-се алып барыусы:

- Ҡәҙерле уҡыусылар! Хәҙер йәш ижадсылар бәйгеһен ойоштороуға күп көс һалған, ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә емешле ижад иткән Таңсулпан Ғарипова менән яҡындан танышып үтәйек.

1-се алып барыусы:

- Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы 1947 йылдың сентябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ғаиләлә иң бәләкәй бала булған. Атаһы Хизбулла Мөхәмәтҡолов ваҡытында билдәле ҡурайсы була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, колхоз рәйесе, бригадир булып эшләй.

2-се алып барыусы:

-Мәскәүҙә ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарған. Әсәһе Әсмә Баймырҙина ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы 5-6 класта уҡыған сағында уҡ ҡыҫҡа ғына пьесалар яҙып, тиҫтерҙәре менән ауыл клубында сәхнәләштереп йөрөгән. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә.

1-се алып барыусы:

-Уҡытыусы һөнәренә эйә булғандан һуң, Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында эш башлай.

Унан һуң инде төрлө йылдарҙа Учалы ҡалаһының сәнғәт училищеһында, “Сүкеш һәм ураҡ” гәзитендә журналист, “Яйыҡ” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, Сибай яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, “Ватандаш” журналында хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә Таңсулпан Ғарипова ижад менән йәнәш алып бара, коллективта абруй ҡаҙана.

2-се алып барыусы:

- Әйткәндәй, Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы – Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы, уның почетлы ҡунағы. Ә инде был сарала уның ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы, Сибайҙа йәшәгән һәм эшләгән йылдарығыҙ ижад өсөн нимә бирҙе? Конкурстың ойоштороу мәлдәре нисегерәк хәтерегеҙҙә ҡалған? Һүҙ һеҙгә. Рәхим итегеҙ!

Таңсулпан Ғарипова сығыш яһай

2-се алып барыусы:

- Хөрмәтле ҡунаҡтар, ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа белем усағының йөҙөк ҡашы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты “Салтанат” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сығыш яһай (Етәксеһе –Фәйзулла Хөрмәт улы Ғөбәйҙуллин). Ҡаршы алығыҙ!

“Салтанат” өлгөлө балалар бейеү ансамбле

2-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы!

1-се алып барыусы:

- 70-се йылдарҙа күптәрҙең һөйөүен яулаған «Ҡыр сейәһе» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы менән әҙәбиәткә ҡыйыу аяҡ баҫҡан әҙибәнең күңел даирәһе һәм ижад дәүмәле киң, баҙыҡ, ҡеүәтле. Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ағинәһе Таңсулпан Ғарипова – башҡорт прозаһына һәм драматургияһына тос өлөш индергән әҙибә. Ҡайһы ғына әҫәрен алып ҡарама, унда яҙыусының ихлас ижадын күреп ҡыуанаһың.

2-се алып барыусы:

- Ун биш китап авторы Таңсулпан Ғарипова драматургия өлкәһендә лә әүҙем ижад итә. Сәхнәләрҙә уңышлы ҡуйылған «Аҡ тирәк», «Китмәгеҙ, торналар», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Төштәге йыр», «Ямғыр көткәндә» кеүек пьесалары тамашасы йөрәген мәңгелеккә әсир итте.

1-се алып барыусы:

-«Йәй ташы» киноповесы буйынса «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» фильмы төшөрөлөп, ул Халыҡ-ара кинофестивалдә «Алтын фил» премияһын алды.

Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел билдәле яҙыусы, журналист, публицист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!  

2-се алып барыусы:

-Бөгөнгө көндә байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән данлыҡлы «Бөйрәкәй» романына ул ете йыл ғүмерен бағышлай. Пенталогияла яҙыусы халҡыбыҙҙың аҫыл аҡылын, изгелек һәм яуызлыҡтың көрәшен, күп ҡырлы һәм ҡатмарлы образдарҙы, тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтыра. 2004 йылда ул әҫәр – «Йыл романы» исеменә, ә 2006 йылда автор Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

1-се алып барыусы:

-Хөрмәтле ҡатнашыусылар! Хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова “Бөйрәкәй” романынан өҙөк менән сығыш яһай!

 

Рәмилә Хоҙайғолова “Бөйрәкәй”

1-се алып барыусы:

- Ҙур рәхмәт !

2-се алып барыусы:

- Таңсулпан Ғарипова призына ижад бәйгеһендә уҡыусыларҙың теләп ҡатнашыуҙары һәм көтөп алыуҙары хаҡында әйтеп үткәйнек инде. Быйылғы конкурс тәүге тапҡыр республика кимәлендә үтә. Бәйге иғлан ителеү менән йәнле әүҙемлек һиҙелде. Башҡортостандың күп кенә район-ҡалаларынан 140-тан ашыу уҡыусы ҡатнашты. 300-гә яҡын ҡульяҙма тикшерелде.

1-се алып барыусы:

Ижад ялҡынында янған малай-ҡыҙҙар ниндәй генә темаға ижад итмәгән!? Тыуған ер, туған тел, тәбиғәтте һаҡлау… Шулай уҡ аҡыллы, әүҙем тиҫтерҙәрен һүрәтләүселәр ҙә, тыуған ауылы һәм республикаһы менән ғорурланыусылар ҙа бихисап. Хатта, баһалама ағзалары бер ни тиклем баҙап та ҡалды.

2-се алып барыусы:

- Бәйге булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе була. Ләкин, бөгөнгө конкурста иң мөһиме – көсөңдө һынау, ул ғына түгел, ҡәләм тирбәткән тиҫтерҙәрегеҙ менән аралашып, ижад тәжрибәһе туплау, икәнде онотмаһаҡ ине.

1-се алып барыусы:

Ә хәҙер проза эштәре буйынса еңеүселәрҙе билдәләү өсөн һүҙ – журналистика ветераны Таңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллинаға бирелә. Рәхим итегеҙ!

Таңһылыу Ғәйнуллина “Проза” секцияһында еңеүселәргә бүләк тапшыра. Шулай уҡ Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләй.

ФИО участника

Класс

ФИО руководителя

Наименование ОУ

Место

1

Уельданова Эльвина

6

Уельданова Нариса Миртимировна

Филиал МБОУ СОШ с.Ишкулово ООШ д.Равилово Абзелиловского района

Гран-при

2

Сайдалиев Ямиль

10

Сирбаева Айгуль Анваровна

МОБУ лицей №4 г.Баймак

1

3

Хасанова Гулькай

9

Муталлапова Айсылу Мирсаитовна

МОБУ Башкирский лицей им.Р.Уметбаева г.Сибай

2

4

Уралбаева Эвелина

8

Карасова Зульфия Нуритдиновна

ГБОУ Сибайская гимназия-интернат

2

5

Хасанов Ильяс

8

Хасанова Зухра Магасумовна

МОБУ СОШ с.Нигаматово Баймакского района

2

6

Муратшина Зубаржат

9

Гибадатова Наиля Камиловна

МБОУ СОШ с.Бурангулово Абзелиловского района

3

7

Ишкильдина Гульзифа

9

Назарова Гульнара Мударисовна

МОБУ СОШ д.Янтышево Хайбуллинского района

3

8

Игишева Язгуль

6

Валитова Фания Яхиевна

МОБУ СОШ № 6

3

9

Кутлубердина Гульдар

9

Каипова Р.Н.

МОБУ Башкирский лицей им.Р.Уметбаева г.Сибай

3

10

Фахрутдинов Артур

5

Халилов Ахсан Насретдинович

ГБОУ Стерлитамакский лицей-интернат

3

2-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Таңһылыу Фәтих ҡыҙы!

1-се алып барыусы:

- Афарин, уҡыусылар! Тағы ла дәртләнеп ижад итергә яҙһын!

2-се алып барыусы:

- Хәҙер проза өлкәһендә еңеүсе тип табылған Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең 6-сы класы уҡыусыһы Эльвина Уйылданованың ижади эше менән танышып үтәйек! Рәхим ит, Эльвина!

Эльвина Уйылданова ижади эше менән таныштыра

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Эльвина! Ижад ҡомарың бер ҡасан да һүрелмәһен!

2-се алып барыусы:

- Һәр нәмәлә шиғыр ята,

Әгәр күрә, тоя белһәң,

Тойғаныңды йөрәгеңдә

Шиғыр итеп ҡоя белһәң.

- 1-се алып барыусы:

- Эйе, ул – сер, матурлыҡ, мәңге йәшлек, мәңге өлгөрөү.  Хәҙер һүҙ поэзия секцияһында еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн БДУ-ның Сибай институты доценты Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерхановаға бирелә. Рәхим итегеҙ, Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы!

Гөлкәй Сәмерханова поэзия секцияһында еңеүселәргә бүләк тапшыра

Исемлектән уҡырға

ФИО участника

Класс

ФИО руководителя

Наименование ОУ

1

Рахимова Инье

10

Кинзябаева Фания Ишбулдовна

МОБУ Баймакский лицей-интернат

Гран-при

2

Исламова Алина

10

Каримова Альниса Рахимьянова

СГИ

1

3

Мазитова Карина

9

Балагутдинова Элина Инзифовна

г.Нефтекамск

МОАУ «Башкирская гимназия»

2

4

Давлеткильдина Алсу

11

Кунакулова Клара Ханнановна

МБОУ СОШ села Уфимский, Хайбуллинский район

2

5

Турсунбаева

Лиана

7

Валиуллина Хабира Зайнулловна

МОБУ СОШ.

С.Старосубхангулов,

Бурзянский район

2

6

Латыпова Алтынай

9

Ишимова Расима Мажитовна

ООШ с.Муллакаево  филиал МОБУ СОШ д. Кульчурово, Баймакский район

3

7

Зайвый Диана

5

Минигулова Амина Мухамитовна

МБОУ СОШ №2 с. Раевский, Альшеевский район

3

8

Акилова Назгуль

8

Мухаметгалина Гульсина Нуримановна

МОБУ СОШ № 8

3

9

Ишбулатова Зөлхизә

9

Ишбулатова Миляуша Ширгалеевна

МОБУ СОШ с. Старосубхангулово, Бурзянский район

3

10

Усманов Ильназ

7

Галикаев Шафкат Юлаевич

Бкрзянский район СОШ Абдулмамбетово

3

2-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы!

1-се алып барыусы:

- Поэзия йүнәлешендә еңеүсе тип табылған Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Ынйы Рәхимованың да шиғырҙары баһалама ағзаларына тос фекерле, моңға төрөп биреүе менән оҡшаған. Хәҙер һүҙҙе Ынйыға бирәйек! Рәхим ит, Ынйы, сәхнә түренә!

 

Ынйы Рәхимова шиғыр һөйләй

2-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Ынйы! Уңыштар һиңә!

1-се алып барыусы:

-Ҡаршы алығыҙ, сәхнәлә “Салтанат” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сығыш яһай.

“Салтанат” сығыш яһай

2-се алып барыусы:

  • Ә журналистика секцияһында еңеүселәрҙе “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова тәбрикләйәсәк. Рәхим итегеҙ, Кәримә Ишбулды ҡыҙы!

Журналистика секцияһында еңеүселәргә бүләк тапшыра.

Исемлектән уҡырға.

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Кәримә Ишбулды ҡыҙы!

2-се алып барыусы:

- Йылдағыса Сибайҙар быйыл да әүҙем ҡатнашты! Афарин! Журналистика секцияһында еңеү яулаған Сибай гимназия-интернаты уҡыусыһы Лиана Сәғитова ошо көндәрҙә ҡулына тәүге йыйынтығын алып һөйөндө. Ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, ул “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә. Һүҙ һиңә, Лиана! Рәхит ит!

 

Лиана Сәғитова ижади эше менән сығыш яһай

1-се алып барыусы:

- Рәхмәт, Лиана! Илһам шишмәләрең тулып торһон, ижади үрҙәр һиңә!

2-се алып барыусы:

- Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн дә үҙ туған телендә ижад иткән, күңелендә милли рух йөрөткән уҡыусылар күп кенә. Уларҙы тик ваҡытында күтәрмәләргә һәм дәртләндереү мөһим. Әлеге конкурста әүҙемлек күрһәткән йәш ижадсыларҙы ҡотлау өсөн Сибай ҡалаһы мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлаповаға бирелә. Рәхим итегеҙ, Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы!

А.М.Моталлапова сығыш яһай.

2-се алып барыусы:

- Сираттағы йәш ижадсылар бәйгеһе тамам. Маҡсатына өлгәштеме? Эйе, әлбиттә.

1-се алып барыусы:

- Эйе, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе шағир ҙа, яҙыусы йәиһә журналист булып та китмәҫ. Әммә, уларҙың күңелендә халҡыбыҙ рухы йәшәй. Һүҙ ҡәҙеренә ихтирам, телебеҙгә һөйөү йәшәй.

2-се алып барыусы:

- Иң мөһиме – ике тиҫтә йылдан ашыу уҙғарылған Таңсулпан Ғарипова исемендәге ижад бәйгеһенең киләсәге өмөтлө -  шуныһы ҡыуандыра.

1-се алып барыусы:

-Сараны конкурстың гимны – Әлнисә Алдырханова һүҙҙәренә Гүзәл Баянова ижад иткән “Тылсымлы ҡәләмдәр” йыры менән тамамлайбыҙ!

Конкурстың гимны “Тылсымлы ҡәләмдәр” йыры яңғырай.

1-се алып барыусы:

-Ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, урғылып аҡһын да, аҡһын! Яңынан-яңы бейеклектәр, ижади үрҙәр һеҙгә йәш ижадсылар!

2-cе алып барыусы:

-Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ! Хушығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа

Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...

„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.

Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....

"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи

Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы сценарийы

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы к...

"Тамырҙарым тыуған ерҙә". Әхмәҙин Әфтәх ижады.

Әхмәҙин Әфтәхтең тормош һәм ижад юлына арналған әҙәби-музыкаль кисә....

"Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы.

quot;Йыл уҡытыусыһы 2018" конкурсы этабында үткәрелгән уҡытыусылар кәңәшмәһенең сценарийы....

“Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес” конкурсы сценарийы.

ldquo;Тыуған яҡты өйрәнеүсе йәш белгес”  конкурсы сценарийы...