Өләсәйҙә ҡунаҡта
методическая разработка

Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы

"Өләсәйҙә ҡунаҡта" сценарий өлгөһө башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнә. Әсәйҙәр байрамына, ҡарттар көнөнә, һабантуй кеүек байрамдарға арнап үткәрергә була.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon olsyz_kunakta.doc28.5 КБ

Предварительный просмотр:

Өләсәйҙә ҡунаҡта.

Бөгөн беҙҙә оло байрам!

Ҡунаҡ килде! Ҡунаҡ килде!

Хөрмәт менән ҡунактарҙы

Ҡаршы ала беҙҙе өләсәй!

Байрамһыҙ күңелһеҙ бит,

Күңелһеҙҙер һеҙгә лә,

Байрамдар кәрәк беҙгә лә

Кәрәк барыбыҙға ла!

Ҡунаҡ саҡырышыу – халҡыбыҙҙың иң матур йолаларының береһе. Ҡунаҡ саҡырышыуҙың тәртиптәре электән ҡалыплашҡан. Ҡунаҡ өсөн аш-һыуәҙерләүгә, ихласлыҡ кәрәк булһа – кеше менән аралашыу, күңел асыу тағы ла бер зирәклек талап итә. Матур, зауыҡлы итеп кейенә белеү ҙә ҡунаҡлашыуҙы йәмләй. Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә, һуғым һуйғанда ҡунаҡ саҡырабыҙ. Ҡунаҡта һәр кемдең күңеле үҫә, туғандары, дуҫтары менән аралаша. Ә нисек әҙерләйбеҙ һуң?

Һеҙгә, хөрмәтле  килгән ҡунаҡтар, уҡытыусылар «Өләсәйҙә ҡунаҡта» күренешен тәҡдим итәбеҙ!

(Өләсәй бәйләм бәйләп ултыра.Ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа килә).

Лиана: Өләсәй-й! Беҙ һиңә ҡунаҡҡа килдек.

Икәү бергә: Һаумы өләсәй!

Өләсәй: Һаумы Тимур улым, Лиана ҡыҙым. Хәлдәрегеҙ нисек?

Бергә: Яҡшы!

Лиана: Ә мин мәктәптә бейергә өйрәндем. (Ҡумыҙға Лиана бейей.)

Өләсәй: Афарин!

Тимур: Өләсәй, ә мин шиғыр беләм.

Өләсәйем,матурым.

Һин бит минең алтыным.

Ҡояш кеүек берҙән берем.

Һин бит минең яҡыным.

(Өләсәй маҡтай).

Өләсәй: Әйҙәгеҙ балалар тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ. (Табында сәк-сәк, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ, бишбармаҡ; самауыр,кәсәләр,бал һауыты.)

Тимур: Ҡоймағың бигерәк тәмле, өләсәй!

Лиана: Сәк-сәгең телде йоторлоҡ.

Өләсәй: Балалар, бишбармаҡтан вуыҙ итегеҙ.

Тимур: Ә уны нисек әҙерләйҙәр?

Өләсәй: Бишбармаҡ башҡорт халҡының милли ашы. Бишбармаҡ, ғәҙәттә, һарыҡ итенән бешерелә. Һарыҡ ите булмаһа, һыйыр,йылҡы ите лә ярай. Һурпаны айырым ҡорот менән бирәләр.

Лиана: Бик тәмле бишбармаҡ.

Өләсәй: Балалар, ә башҡорт халҡының «Бишбармаҡ» бейеүе лә бар.(Гөлназ башҡарыуында бейеү).

Балалар бергә: Бик тәмле булды, өләсәй. Ҙур рәхмәт!

Өләсәй: Әйҙәгеҙ табынға хуш итәйек.

Бөтәһе бергә: Амин. Аллаһү әкбәр.

Лиана: Өләсәй, беҙ һинең күстәнәстәрҙе ашаныҡ, ә хәҙер һиңә үҙебеҙҙең бүләгебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

Балаларҙың сығышы.

 1. Шиғыр “Бәхетле”.

2. Бейеү ҡыҙҙар. «Уңған ҡыҙҙар».

 3. «Ямғыр” йыры.

Өләсәй: Афариндар! Бигерәк уңғандар, ҡайһылай килештерәләр. Балалар әйҙәгеҙ ял итегеҙ, мин һеҙгә әкиәт һөйләрмен.

Алып барыусы: Бына шулай, өләсәйҙә ҡунаҡта ла булдыҡ. Өләсәй менән ейәнсәрҙәренә рәхмәт әйтәйек.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!