Главные вкладки
Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы
Әгәр ҙә бөгөн кисәге кеүек уҡытһаҡ, уҡыусыларҙы киләсәктән мәхрүм итәсәкбеҙ
Профессия: Уҡытыусы
Профессиональные интересы: Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу.
Увлечения: Сәйәхәт итеү, саңғыла йөрөү, бәйләү.
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: Өфө ҡалаһы
Место работы: Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 155-се лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/rushaniya-vakilevnaБаланың киләсәге, тирә-яҡ мөхиткә ҡарашы, бөтә тормошо уҡытыусы тәрбиәһе менән тығыҙ бәйләнгән
Мин тел уҡытыусыһы. Уҡыусыларҙы матур итеп башҡорт теленә һөйләшергә өйрәтеп кенә ҡалмайым, ижади һәләттәрен үҫтерергә, туған телен, үҙ халҡыңдың йолаларын ихтирам итергә, яратырға саҡырам. Быны тормошҡа ашырырға төрлө эш төрҙәре, саралар үткәрәм.
О себе
Мин, Шәйәхмәтова Рушания Вәкил ҡыҙы, тирә-яғын тау-урмандар уратып алған, йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Архангель районы Әйтмәмбәт ауылында донъяға килгәнмен. Бала-сағым гүзәл тәбиғәтле ауылым ҡосағында уҙҙы. Ауыл мәктәбен уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия унтверситетына уҡырға индем. Университетта үҙ эшенең ысын оҫталары булған уҡытыусыларҙан белем алдым. Тәүге хеҙмәт юлымды 2005 йылда балалар баҡсаһында башланым. Бөгөнгө көндә 155-се дөйөм белем биреү лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам.Үҙ һөнәремә тоғро ҡалып балаларҙа туған телебеҙгә ҡарата мөхәббәт хистәре уятам. Үҙ хеҙмәтемде тырышып, намыҫ менән башҡарам. Уҡыусыларымдың уңыштарын күреп шатланам. Республика, ҡала кимәлендә үткән төрлө сараларҙа ҡатнашып торам. Сәйәхәт итергә, саңғыла йөрөргә яратам. Ҡул эштәрен ихлас башҡарам.
Хәйерле көн һеҙгә, хеҙмәттәштәр
Имен булһын һәр бер көнөгөҙ!
Сәләмәтлек һеҙгә юлдаш булһын
Шатлыҡ сәсһен нурлы йөҙөгөҙ.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡырға яратам. Бигерәк тә М.Кәрим, Р.Ғарипов, М.Аҡмулла, Зәйнәб Биишеваның ижады күңелемә яҡын. Шулай уҡ хәҙергә прозаны алһаҡ, М.Ҡунафин, Ә.Әминев, Ф.Аҡбулатова, Г.Мостафина, А.Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәрен яратып уҡыйым.
Мой взгляд на мир
Донъя шундай матур. Тик аны күрә белергә генә кәрәк. Һәр көнгә, һәр минутҡа шатланып йәшәү, кешеләргә шатлыҡ бүләк итеү үҙе ҙур бәхет. Төрлө тарафтарҙа булып үҙемә ҙур тормош тәжрибәһе туплайым һәм башҡалар менән уртаҡлашам.
Моё портфолио
Кеше ғүмер буйы нимәгәлер өйрәнә, белгәнен өйрәтә. Минең дә тупланған мәғлүмәттәрем һеҙгә файҙалы булыр тип ышанам.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты